Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Сабир Шәрипов. Урманыңда һинең танһыҡ



Сабир Шәрипов

(1948 – 2018)

 

Сабир Нәғим улы Шәрипов 1948 йылдың 20 мартында Башҡортостандың Белорет районы Баҡый ауылында урмансы ғаиләһендә тыуа. Ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет педучилищеһына инә. 1967 йылда уҡыта башлай, шул осорҙа тәүге әҫәрҙәрен «Урал» район газетаһында баҫтыра.

1969 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Шунан һуң 1974 йылда «Совет Башҡортостаны» газетаһына эшкә төшә.

1977 – 1979 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Шунан аҙаҡ Мәскәүҙә юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Мәскәүҙән һуң Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәбиәт редакцияһы мөдире. Артабан «Ағиҙел» журналында проза бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Бик күп проза әҫәрҙәре яҙа. Улар араһында айырыуса оҫта тел менән яҙылған хикәйәләре төп урынды биләй. Повестары күп, «Хушлашмайым», «Зәңгәр катер» исемле романдар ижад итте.

 

Урманыңда һинең танһыҡ

 

Китаптарын уҡыһам, уның менән һунарға сыҡҡандай һис итәм үҙемде... Икәүләп тау-таш араһында йөрөйбөҙ, һөҙәк үңергә менәбеҙ, тәрән йырындарҙы үтәбеҙ, билән-уяларға барып сығабыҙ... Төлкө-ҡуян баҫтырабыҙ, йәтеш һыбыҙғы менән әүрәтеп, селдәрҙе саҡырабыҙ, таңда һуйыр уйынын күҙәтәбеҙ... Айыу өңөнә инеп сығабыҙ, солоҡ ағасына менәбеҙ, һитәле бал тәмләп, ҡыуышта табын ҡорабыҙ.

Сабир Шәрипов урманы төҫтәргә бай, ауаздарға йомарт... Ул тотонған буяуҙарҙың ҡуйылығы, баҙыҡлығы хайран итә. Һаран телле ижадсы быға нисек өлгәшә? Ул, тел биҫтәһе кеүек, оҙон-оҙаҡ хәбәр ҙә сурытмай – теҙгенде ҡыҫҡа тота, интонацияны бик нескә тоя.

Әйткәндәре барҙыр: ысын проза шул уҡ шиғриәт ул, сәсмә тел ярҙамында тукылған шиғриәт...

«Ҡарурмандың иге-сиге булмаҫ һымаҡ. Унда-бында солоҡ уйырға ярарлыҡ мыҡты ҡарағайҙар осрай. Ниңдәй шомло һиллек... Гүйә ситтән кемдер һәр аҙымыңды күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап тора».

«Кисеүҙән кисеүгә һуҙылған шар яландарҙан оҙонбил арбаға егелгән Турылы дыңғырлатып ҡына юрғалай» («Онотолған йыр»).

«Ҡапыл донъя һилләнгәндәй тойолдо. Бына усаҡта сей торонбаш шартлап урынынан шылды, ялан кәртәлә үгеҙ мөңрәп ҡуйҙы. Йылға тарафында төн ҡошо «дө-дө-дөт» тип үҙенсә моңлана, һеҙҙә нисектер, беҙҙә дөдөт тиҙәр уны» («Ҡайынлы артылыш»).

Миҫалдарҙан күренеүенсә, әҙиптең үҙ стиле лә асык төҫмөрләнә. Сабир Шәрипов, әйтерһең, ҡулында бихисап йүгән тота, шуларҙы оҫта итеп усында уйната, һүҙ айышын кәрәкле яҡҡа тоҫмаллата. Ярһыу атын йә кисә ҡайыра, йә туры юлға төшөрә.

«Ҡайһы бер өйҙәре алдына муйыл, өйәңкеләр йәм өҫтәп ултырған уртаса ғына ауыл. Өйрәнеп барабыҙ үҙенә. Үҙенсә йәм-ҡото бар һымаҡ». («Егет йөрәге»).

Былай беҙҙә Сабир ғына яҙа. Был стиль-интонация әллә ҡайҙан «мин – Сабир Шәрипов» тип һөрәнләп тора. Сабир стилен, һутлы телен бүтәндәрҙеке менән бутау мөмкин дә түгел!

Сабир Шәрипов үзе һунарға-сәфәргә ентекләп әҙерләнеп сыҡҡанға оҡшай... «Айыу ҡоҙа» әҫәрендә хикәйәләүсе «Урманлы төбәктә тыуып үҫкән кеше бит әле мин» тип белдерә. Сабир ҙа тау-урманлы яҡктың балаһы, Иҙелбашы тип йөрөтөлгән Белорет тарафтарынан. Баҡый ауылында урмансы ғаиләһендә тыуа, шунда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлай, Белорет педучилищеһына керә. Шунан – Өфө... Университет. Мәскәүҙә ике йыллыҡ Юғары әҙәби курстар...

Бүтән яҙыусыларҙыҡы кеүек, Сабир Шәриповтың ижад тамырҙары ла – тыуған яғында. Темаларҙы, характерҙарҙы, сюжеттарҙы ул үҙ төбәгенән ала, ижадының һуты, һулышы, хатта, әйтер инем, булмышы – шунда... Ғөмүмән, Шәриповты тау-урманынан, ул тау-урмандарҙы художник Шәриповтан айырып ҡарап та булмай.

Бында мин ҡәләмдәшем ижадының халыҡсанлығын, әҫәрҙәренең урмансылар көнитмешенә, һунарсылар шөғөлөнә, халҡыбыҙҙың йола-ғәҙәттәренә барып тоташҡанлығын да күрәм. Сабир Шәриповтың тау-урман илендә халҡыбыҙҙың милли һыҙаттарын үҙҙәрендә туплаған Айыу ҡоҙа – Бәхетулла («Айыу ҡоҙа»), Сөнәғәтулла, Бәхтейәр («Онотолған йыр»), Әхиәр ҡарт («Ҡыҙыл балыҡ»), Ғәйзулла бабай («Тауҙарҙа эҙ») һындары баҙлап китә. Сабир, нисек кенә һутлы телгә эйә оҫта, пейзажға маһир художник булмаһын, хикәйәләрендә бер пейзаж йәки ҡоро әкәмәт ваҡиға һөйләүгә ҡатышып китмәй, ә шул пейзаж-ваҡиғаларҙы, бөтөн сюжетты характер тыуҙырыуға, уҡыусыға бер тос фекер әйтеүгә йүнәлтә. Сюжет-композицияны ла нәҡ ошо маҡсаттан сығып ҡора.

Оҫта ойошторолошо йәһәтенән «Ҡар өҫтөндә усаҡ» хикәйәһен алайыҡ. Хикәйә ваҡиғалар ағышы уртаһынан башлана. Егерь Дауыт урманда юғалған, ә уға саҡлы... Автор яйлап ҡына тиҫбе тарта, ваҡиғаларҙы бер епкә теҙә – шулай Дауыт характерын аса бара, аса бара. Математик төгәллек менән төйөнләнеш, кульминация, сиселеш бирелә. Симметрия ла теүәл, гармония ла һаҡлана. Артыҡ та, кәм дә түгел...

Хикәйәлә шулай итмәй булмай. Бында һәр нәмә үлсәнгән, шахматсы ише бер нисә йөрөш алдан уйланған... Сабир Шәриповтың һунар юлындағы ул ҡышлау йорттары һипләп-ипләп буралған. Бер артыҡ ере, бер сурайып торған киҫәге юҡ. Хикәйәлә – ул ижадсының үҙ жанр – бер генә артыҡ деталгә лә, бер генә артыҡ персонажға ла, хатта бер һөйләмгә лә урын ҡалмай. Ошо яғы менән хикәйә үтә талапсан жанр иҫәбенән – унда һинең һәр хатаң, һәр хилафлығың көҙгөләге кеүек... Ғөмүмән, ысын таланттар ғына хикәйә яҙа ала, йәки оҫталар ғына хикәйәсе атын күтәрә, тим.

Сабир Шәрипов маһир хикәйәсе. Ул үҙен ошо өлкәлә танытты, ошо өлкәлә дан ҡаҙанды. Сәғит Агиш, Ғариф Ғүмәр, Зөлфәр Хисмәтуллин, Фәрит Иҫәнғолов, Шакир Насыров, Ғабдулла Байбурин, Динис Бүләков... Рәшит Солтангәрәев, Шакир Янбаев, Талха Ғиниәтуллин, Таңсулпан Ғарипова, Әмир Әминев, Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлсирә Ғиззәтуллина... Сабир Шәрипов та улар сафынандыр, тим. «Осҡон», «Ҡыҙыл балыҡ», «Төнгө ямғрыҙан һуң», «Онотолған йыр», «Көтмөр», «Сиған йыры», «Айыу ҡоҙа» шикелле хикәйәләрҙе ул яҙҙы. Уларҙы ул ғына яҙа ала! «Айыу ҡоҙа» повесҡа торошло әҫәр, шулай ҙа әҙип уны ғәҙәтләнгәнсә хикәйә ти ҙә ҡуя. «Хушлашмайым» романын, «Имән бағана» повесын, юл хикмәттәрен ижад итеп, Сабир Шәрипов үҙен төрлө формаларҙа һынап ҡарай. Шулай ҙа Сабирҙың Сабирлығы, минеңсә, ҡыҫҡа тип атап йөрөтөлгән, әммә ләкин һирәктәр өлөшөнә генә төшкән көмөш – хикәйә жанрында асылды.

Сабир Шәрипов хикәйәләре – Сабир Шәрипов урманындағы матур биләндәр, сәскәле аҡландар, һутҡа тулышҡан, еләге түшәлеп ятҡан уялар... «Осҡон», мәҫәлән, прозаиктың иң характерлы һәм иң оҫта хикәйәләренән. Ул диалогтар, халыҡтың йәнле теле, ул пейзаж, урман тасуиры... Тел аша характерҙарҙы, кеше кәйефен, замана һулышын бирә белеү. Ҡойоп ҡуйған Сабир стиле...

«Бына Осҡон артҡы аяҡтарын типкәндәге ише һуңғы ҡат хәрәкәтләндерҙе... Ниндәй зәңгәр һауа! Үлән еҫе аңҡый. Аңламаҫһың әҙәм затын: берәүҙәре наҙлай, икенселәре ҡайыҙлай... Ах, ҡолон саҡта ел еткермәй... Осҡондоң күҙҙәре төҫһөҙләнде» («Осҡон»).

Һүҙ сәнғәтендә художниктың художниклығы барыбер һүҙ менән эш итә, хаарктер тыуҙыра белеү маһирлығында күренә. Сабир Шәрипов – илаһи тел маһирлығына эйә һирәк хикәйәселәребеҙҙең береһе. Беҙҙә, шағирҙар кеүек, хикәйәселәр күп, әммә оҫталары, үҙ йөҙөн тапҡандары танһыҡ ҡына. Шуға, оҫта – милләт хазинаһы, уның ҡәҙерен беләйек, тиҙәр. Оҫта иң тәүҙә үҙ баһаһын үҙе белергә, үҙ ваҡытын, көсөн ҡәҙерләргә лә тейештер. Был һүҙем юлайҡан ғына.

Беҙҙә аттар тураһында хикәйәләр бихисап. «Осҡон» – шуларҙың береһе һәм һиммәтлеһе. Яҙыусы уҡыусыла атты йәлләү, ҡайғырышыу тойғоһо уята алған. Осҡондо, уңмаған мөхәббәтенә, кешеләргә үс итеп, Сәғит харап итә (был сәйер ҙә, шул уҡ ваҡытта психологик яҡтан аҡланған да). Уҡыусы автор артынан Сәғиттең аттан үс алыу процесын күҙәтә...

Сабир Шәрипов беҙҙе һунарҙа сел менән дә осраштыра, айыу өңөнә лә алып инә. Үҙе шул урманлы төбәктән булғанғалыр инде... Тыуған ауылы ла торғаны менән айыуҙар ояһы, айыусылар иле бит. Һикһәненсе йылдар башында «Совет Башҡортостаны» гәзитендә ул «Айыусылар» тигән үтә лә зиннәтле, үтә лә мауыҡтырғыс яҙмаларын баҫтырҙы. Сабирға, ысынлап та, ат ене менән айыу ене лә ҡағылған икән. «Айғыр һәм айыу», «Ҡар өҫтөндә усаҡ», «Ҡайынлы артылыш», «Айыу ҡоҙа», «Тауҙарҙағы эҙ», «Ҡара көҙҙөң көнө ҡыҫҡа» – былар барыһы ла айыуҙар тураһында хикәйәләр. Сабир ирәйеп, тәмләп һүрәтләй айыуҙар төйәген. Беҙҙә, бөгөнгө әҙәбиәттә, уның кеүек урманды, һунарҙы белеп, тәфсирләп һүрәтләүселәр бер, уҙа барһа, ике, өс-дүрт бөртөк кенәлер.

«Айыу ҡоҙа» әҫәрендә беҙ, Бәхетуллаға эйәреп, айыу өңөнә барып төшәбеҙ. «Өндөң ауыҙында ғына тупраҡ икән, төпкө стеналары таштан китә... Мәмерйә эстә айырсалана ла баһа!..» «Айыу ҡоҙа»ла ла, әлбиттә, иң мөһиме айыу өңө, айыу һунары түгел (был фон ғына) – бында кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, намыҫ, выждан мәсьәләләре. Бәхетулла ғүмере баҡый, айыуҙан ҡурҡып, үҙен йыртҡыс ҡосағына ташлаған Ғайсарға үпкә һаҡлай, тик, бисәһе Сара әйтмешләй, кешеләр ергә бер тапҡыр килә. Ниңә шул хата өсөн мәңге ҡан боҙошоп йәшәргә? Тағы яманатың бер сыҡҡас...

«Көтмөр» («Ҡара көҙҙөң көнө ҡыҫҡа») хикәйәһендә үҙәктә – һунар эте Көтмөр образы, «Ҡыҙыл балыҡ»та балыҡ – төп персонаждарҙың береһе... Эйе, Сабир Шәрипов үҙ урманында мине һунар эте Көтмөр менән оҙата йөрөй, тау һырттарына – айыуҙар өңөнә сәфәргә алып сыға, йылға-инеш буйына әйҙәй. Әхиәр ҡарт, Еҙемдә ике аршиндай ҡыҙыл балыҡты күргәс, тыныслығын юя, хатта, шул һирәк осрай торған затлы йән эйәһен аулайым тип, уланын-уртансыһын юғалта. Шундай сәйер заттар улар: балыҡсы Әхиәр ҡарт, айыусы Бәхетулла ҡоҙа, тракторсы Зиннур менән тормош юлдашынан яҙған Сөнәғәтулла, һис тә көйөнә белмәҫ Бәхтейәр ҡарт... «Көтмөр» хикәйәһендә – хыялдар илендә йәшәүсе Заһир ҡусты.

«Көтмөр»ҙәге ише күп хикәйәләрҙә персонаждар йәнле әңгәмә ҡороп ебәрә. Шул әңгәмәләрҙә бер ыңғайҙан тыуған төйәктең тауарихы, легендаһы, көләмәс-мәҙәге, ғибрәтле хикмәте һөйләнә. Был да әҫәрҙе тормошсан, халыҡсан итә, улараҙғы картиналарҙы «йәнләндерә», кешеләрҙе «терелтә».

Сабир Шәрипов урманындағы хикәйәләрҙең күбеһе, әлбиттә, «һунарсы яҙмалары» тип аталырға хаҡлы. Был яғы менән ул урыҫ әҙәбиәтендәге Тургеневты, уның һутлы телен, шиғри телмәрен хәтерләтә («Сиған йыры», мәҫәлән, Тургеневтың «Йырсылар»ына тартым). Сабир ҙа һис шикһеҙ урман йырсыһы, урманды данлаусы шағир. Беҙҙең әҙәбиәттә был ижад ҡайһылыр яғы менән Ноғман Мусинға ауаздаш.

Ноғман Мусин, Рәшит Солтангәрәев шикелле бихисап психологик хикәйәләр ҙә яҙҙы урмансы әҙип. «Төнгө ямғырҙан һуң»да Зиннур менән Мәстүрә һыҙланыуҙары тасуирлана, «Онотолған йыр»ҙа иһә Сөнәғәтулла кисерештәре ыңғайына уҡыусы ла тормош тураһында хәтәр уйҙарға тарый. «Айыу ҡоҙа» ла күңел төпкөлдәрен аҡтарып һала... Бәхетулланың күңеле яралы... Ә Ғайсар тыныс йәшәйме, ул иһә Бәхетулланан да былайыраҡ язалана түгелме? Ә «Осҡон»дағы ат кисерештәре?..

Яҙыусы уҡыусыны күңел төпкөлдәренә әйҙәй, бәндә яҙмыштары даръяһына ташлай. Урманында уның хәтәр ҡаялар, тәрән уялар, баш әйләндергес упҡындар ҙа етерлек... Мин был һунар-сәфәрҙән арманһыҙ ҙа, ҡәнәғәт тә булып ҡайтам. Күңелемә урман рухы, һунар ҡомары йоға, күҙҙәремә шул илдең йәшел төҫө, һомғол ҡарағайҙары һеңеп ҡала. Ҡолағым төбөндә һаман өкө уфылдай, айыу ҡурҡылдай, ҡорҙары ҡытҡылдай, һабантурғайҙары бейек күккә менеп еҙ шөңгөрҙәй моң түгә.

Урманында уның дымлы, һутлы һауа күкрәгемә тула, ысыҡ бөртөктәре беләгемә яғыла. Урманында уның еләҫ саф елдәр иҫә – йәнгә танһыҡ, йәмле һәм ғәмле донъя. Урманында уның хатта мәңгегә ҡалырлыҡ.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.