Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Миңлеғәли Нәҙерғолов



Миңлеғәли Нәҙерғолов

(1953)

 

Миңлеғәли Хөсәйен улы Нәҙерғолов 1953 йылдың 7 октябрендә Йылайыр районы Ишбулды ауылында тыуа. Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡый, армияла хеҙмәт итә, Йылайырҙа ауыл хужалығы әйберҙәре әҙерләү инспекцияһында, шофер булып та эшләй. 1975 – 1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты студенты. Унан һуң – СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хеҙмәткәр, доцент, аҙаҡ филология фәндәре докторы, профессор, әҙәбиәт бүлеге мөдире. Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта. Уның етәкселегендәге әҙәбиәт бүлеге ғалимдары Мостай Кәримдең 11 томдан торған һайланма әҫәрҙәрен баҫмаға әҙерләне. Әҙәбиәтсе ғалим бик күп монография авторы, Ғәли Соҡорой, Абдулҡадир Инан, Фазыл Туйкин ижадтары буйынса белгес. Башҡорт әҙәбиәте тарихының 7-се томы авторҙарының береһе.

 

ҺӨйкӨмлӨ ҺӨЙӘК

 

Ул йәштән һөйкөмлө булды. Ҡыҙҙар уға йыш ғашиҡ булдылар. Хатта өйләнгәс тә, тегеңә күҙ атып йөрөүселәр табылды. Шулай итмәй ни: оҙон ҡуйы сәс, яҡты сырай, ә иң мөһиме: шаян, мөләйем күҙҙәр... Йылы, нур, яҡтылыҡ сәсеп тороусы ҡараштар – ғөмүмән, һөйкөмлө зат... Былай ҡарағанда мөһабәт буй-һынлы ла, хатта әллә ниндәй йығылып китерҙәй сибәр ҙә түгел, бары һөйкөмлө кеше.

Гармунда уйнай, ә бер көндө студенттар концертында тотто ла гитарала сирттерҙе – ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә хәҙер унан ҡалмай.

Дәрестәрҙә үтә лә етди бит үҙе, фән гранитын ҡайһылай кисерә! Бигерәк тә телгә маһир булды: башҡорт, урыҫ, инглиз, иҫке төрки телдәрен диҡҡәт менән, дөрөҫө, яратып өйрәнде – уның килеп сыға ине. Минеңсә, ул телсе булырға тейеш ине – уға тел һиҙемләүе тыумыштан бирелгәйне.

Ул әҙәбиәтсе булып китте: Ғәли Соҡорой ижады, уның әҫәрҙәренең тел-стиль үҙенсәлектәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Әлбиттә, тел менән әҙәбиәт араһында Берлин стенаһы юҡ, Миңлеғәли Нәҙерғолов та, әҙәбиәт ғилеменең әҙәбиәт тарихы тармағын һайлап, телсе булыуҙан туҡтаманы: археография өлкәһендә шөғөлләнә башланы, ғәрәп графикаһы менән иҫке төрки телендә яҙылған боронғо ҡулъяҙмаларыбыҙҙы өйрәнде һәм, әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә ошо тармаҡта иң көслө, иң күренекле белгестәребеҙҙең береһе. Уның ғилми таланты, ҡабатлайым, нәҡ ошо өлкәлә асылды.

Егерменсе быуатҡа тиклемге бөтә яҙма башҡорт әҙәбиәте нәҡ ана шул иҫке төрки телендә ижад ителгән. Был тел башҡорттоң ғына түгел, ә бөтә төрки ҡәүемдәренең рәсми ҙә, яҙма ла, әҙәби ҙә теле булған. Октябрь революцияһынан һуң кириллицаға күсеү айҡанлы халҡыбыҙ үҙенең үткән мәҙәни һәм әҙәби ҡомартҡыларынан яһалма рәүештә айырылды (айыртылды), ул боронғо хазиналарыбыҙҙы бары белгестәр генә таный, уҡый ала башланы. Миңлеғәли Нәҙерғолов бөгөн, ошо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеп, халҡыбыҙға кире ҡайтарыу менән шөғөлләнә. Йәки үткәндәге байлыҡты бөгөнгөнөң байлығы итергә, бөгөнгөгә хеҙмәт иттерергә атлыға.

Ҡайһы берҙә беҙ, ниңә был ғалимдар боронғола соҡсона, ниңә бөгөнгө әҙәбиәтте байҡамай икән, тип тә ҡуябыҙ. Был беҙҙең көнсөллөктән килә: әҙәбиәт тарихы тармағында ошондай көслө һәм һөйкөмлө белгестәр эшләй, ә көндәлек әҙәби тәнҡиттә уларға ҡытлыҡ кисерәбеҙ.

Ысынлап та, Миңлеғәли Нәҙерғолов хәҙер һөйкөмлө һәм ҡәҙерле бер белгескә әйләнде: ҡайҙа боронғо баҫма ҡағыҙ йә таш ҡулъяҙма табалар, уны саҡырып алалар. Милеғәли Нәҙерғолов ише археография белгестәребеҙ бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Башҡорт дәүләт университетында иҫке төрки телен өйрәтергә булһа, уны иҫкә төшөрәләр. Уны күтәреп кенә йөрөтмәйҙәр... Радио-телевидениеға, белгес булараҡ, уны саҡыралар, гәзит-журналдарҙа Миңлеғәли Нәҙерғоловтың боронғо, XIX быуат әҙәбиәтебеҙ күренештәре һәм шәхестәре хаҡында ювелирҙарса оҫта яҙылған мәҡәләләре баҫыла... Алайыҡ Ф. Туйкин, Р. Фәхретдинов, Ғ. Кейеков тураһындағы хеҙмәттәре! Улар үтә лә төпсөрләп яҙылған, бөгөнгө заман күҙлегенән сығып, ошо күренекле шәхестәребеҙ ижадына һәм ижтимағи-сәйәси, донъяуи вә дини ҡараштарына баһа бирелгән. Әйткәндәй, бер редакцияла ла уның мәҡәләһе оҙон-оҙаҡ сират көтөп ятмай. «Китап» нәшриәтендә уның Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың ҡулъяҙма фонды, Ғәли Соҡоройҙың ижады, башҡорт шәжәрәләре, ул әҙерләгән Фәтхелҡадир Сөләймәновтың «Башҡорт йәйләүендә» китаптары баҫылып сыҡты... Ул мәҡәләләрҙе, ул китаптарҙы йәмәғәтселегебеҙ көтөп ала – нисек һөйкөмлө вә ҡәҙерле ғалим-белгес тимәҫһең был затты.

Нисек һөйкөмлө мөдир тип әйтмәҫһең Миңлеғәли дуҫты... Академик Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналына баш мөхәррир булып күскәс, Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында әҙәбиәт секторы мөдире итеп үҙенең һөйкөмлө шәкертен ҡалдырҙы. Әҙәбиәт секторы ғалимдары, минең инаныуымса, был ипле баҫалҡы мөдир менән кинәнеп эшләйҙәрҙер, үҙҙәренең шундай һөйкөмлө мөдире булыуға ҡәнәғәттәрҙер.

Әҙәбиәт секторы оҙаҡ йылдар буйы башҡорт әҙәбиәтенең алты томлығын яҙыу өҫтөндә эшләне, әле улар революцияға тиклемге әҙәби ҡомартҡыларыбыҙҙы кириллицаға әйләндереп, шуның айырым өлгөләрен хрестоматия итеп, китап рәүешендә бөгөнгө уҡыусыларға ҡайтарыу өҫтөндә тир түгә. Был антологияларҙың бер нисә томы баҫылды ла инде. Шулай уҡ башҡорт шәжәрәләренең яңыртылған йыйылмаһы ла әҙерләнде, аңлатмалар менән донъя ла күрҙе. Изге эштәр! Ошо эштәрҙе ойоштороу сектор мөдиренең иңенә төшә... Әйткәндәй, был кеше, әллә үтә тыйнаҡлығына барып, докторлыҡ диссертацияһын ашыҡтырмай. Әллә дан-дәрәжәләргә ынтылмаймы, әрһеҙлек-һөмһөҙлөк күрһәтмәйме? Әллә хеҙмәтен ғәҙәтенсә төплө итеп, ювелирҙарса эшләйме? Тағы һөмһөҙлөк менән һөйкөмлөлөк һис яраша алмаймы икән?

Был зат ҡайҙа ла үҙе булып ҡала. Эштә лә, өйөндә лә, иптәштәре араһында ла. Бары ысын, төплө шәхес кенә ҡайҙа ла үҙ-үҙенә хыянат итмәй, битлеген йыш алыштырмай. Был шәхестең ихласлығынан, ысынлығынан, тәрәнлегенән килә. Ә донъяла иң ҡыйыны – үҙең булып ҡалыу, үҙлегеңде юғалтмай, принциптарыңа хыянат итмәү. Ниндәй генә образға керһәң дә, ниндәй генә битлек кейһәң дә; тормош-аяуһыҙ, ул ҡасанда бер килеп һинең битлектәреңде йыртып ташлаясаҡ... Ә, яһалма позаға баҫҡансы, һине бүтәндәр фашлағансы, үҙең булып ҡалыу, үҙ булмышыңа хыянат итмәү хәйерлерәк түгелме? Был – әлбиттә, ҡыйыныраҡ юлды, әммә ғәҙелерәк яҙмышты һайлау...

Миңлеғәли Хөсәйен улы өйҙә лә, эшендә лә үҙе булып ҡала ала, тим. Ул – һөйкөмлө ир, ҡатыны Фәнүзә менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ләйсән, Лилиә менән Булатҡа – Миңлеғәли һөйкөмлө атай. Түҙемле, сабыр, ҡайғыртыусан. Тағы: булдыҡлы, мал таба белеүсе атай. Миңлеғәли бер нисә урында эшләй: әле университетта дәрес бирә, әле институтта. Миңлеғәле – тоғро дуҫ. Миңлеғәли – профессиональ шофер, оҫта баҡсасы, балта оҫтаһы – ҡулынан килмәгән эше юҡ. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тип уның тураһында әйтәләрҙер әле. Мәҫәлән, минең кеүек ҡулһыҙмын, ҡулымдан бер ирҙәр эше килмәй, аҡһөйәк интеллигентмын тип ултырмай. Өй һала, баҡса тота, бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтерә... Әгәр ул бер аҡ ҡағыҙға текәлеп, суҡынып ултырһа... был бәғерһеҙ, мәҙәниәткә мөрәүетһеҙ заманда...

Миңлеғәли Нәҙерғолов – һөйкөмлө һөйәк. Ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә, дуҫ-иштәре лә уға ылығып бара, коллегалары үҙен ихтирам итә, ғаиләһендә лә өҙөлөп торалар... Шундай кешеләр була: улар бүтәндәрҙе үҙҙәренә тарта, уларға йылылыҡ өләшә, яҡтылыҡ һирпә. Миңлеғәли Нәҙерғолов та әҙәбиәтебеҙ фәненең шундай һөйкөмлө вә ҡәҙерле бер вәкиле, заманыбыҙҙың шундай һөйкөмлө вә һиммәтле бер шәхесе.

 

* * *

Йәшлектә ни өсөн бөтә нәмә лә ихласыраҡ була икән: көлөү ҙә, һөйләшеү ҙә, үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҙә. Ярып һалып әйтеү, алдыңды-артыңды уйламау…

Йәшлектәге һәр күренештән, һәр ваҡиғанан йылылыҡ бөркөлә: ул саҡта беҙ ябайыраҡ та, еңелерәк тә, эскерһеҙерәк тә булғанбыҙ. Йәшлектәге ҡайһы хәтирәне, ваҡиғаны алма, шулай. Эйе, беҙ йыш ҡына үткәндәге фотоһүрәттәргә бағабыҙ, фотолар уҙғанды сағыуыраҡ, асығыраҡ итеп күҙ алдына баҫтыра. Бына беҙҙең төркөм – университетта бергә уҡыған ҡыҙҙар, егеттәр. Барыбыҙ ҙа шат, бәхетле, әйтерһең дә, ерҙә бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ һәм булмаҫ та. Һөйөнөс йөҙҙәребеҙгә сыҡҡан, сигенән ашып, йәнәһе, бүтәндәрҙең сырайына, зәңгәр күк битенә күскән.

Был тормошта дуҫлыҡты, үҙендең үҙлегеңде һаҡлап ҡалыуы ҡыйын. Һин ниндәй генә образға керһәң дә, ниндәй генә битлек кейһәң дә, тормош аяуһыҙ: ул ҡасан да бер шул битлекте йыртып ташлаясаҡ, һине шыр яланғас ҡалдырасаҡ. Ә яһалма рәүешкә ингәнсе, бүтәндәр фашлағансы, үҙең булып ҡалыу, үҙ булмышыңа хыянат итмәү хәйерлерәк түгелме?

Дуҫлыҡ, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында уйланғанда һабаҡташым Миңлеғәле Нәҙерғоловҡа туҡталам. Филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт секторы мөдире. Йәмәғәте Фәнүзә менән өс бала – Ләйсән, Лилиә, Булатты тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле атай. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университетында уҡытып йөрөй. Мәҙәниәтебеҙҙә һирәк һәм бик тә ҡиммәтле бер белгес – халҡыбыҙҙың уҙған быуаттарҙа тыуҙырған рухи байлыҡтарының телен белә. Мәғлүм булыуынса, төрки халыҡтарының боронғо әҙәби, мәҙәни, сәйәси, ғилми ҡомартҡыларының барыһы ла ғәрәп графикаһы нигеҙендә иҫке фарсы, ғәрәп, сығатай (иҫке төрки телендә) яҙылған. Ул өлкәне археография фәне өйрәнә. Миңлеғәли Нәҙерғоловты белгес булараҡ төрлө сәфәрҙәргә, кәңәшмәләргә саҡыралар, төрлө симпозиумдарҙа, радио, телевидение тапшырыуҙарында ҡатнашырға турап килә уға.

Әҙәбиәт секторы оҙаҡ йылдар башҡорт әҙәбиәтенең күп томлығын яҙыу өҫтөндә эшләй, революцияға тиклемге әҙәби ҡомартҡыларҙы, кириллицаға әйләндереп, шуның айырым өлгөләрен хрестоматия итеп, китап рәүешендә бөгөнгө уҡыусыға еткерергә ынтыла. Был антологияларҙың ике томы баҫылды ла инде. Шулай уҡ башҡорт шәжәрәләренең яңыртылған йыйылмаһы ла әҙерләнде, аңлатмалар менән донъя күрҙе. Изге эштәр! Ошоларҙы ойоштороу, йәш белгестәрҙе үҫтереү бөтәһе лә сектор мөдире иңенә төшә… Әйткәндәй, Миңлеғәли Хөсәйен улының докторлыҡ диссертацияһы башҡорттарҙың ХVI – ХХ быуат башы тарихи, әҙәби ҡулъяҙмаларын барлауға арнала. Бында башлыса тарих менән әҙәбиәт араһында торған шәжәрә, тәуарих, тарихнамә жанрҙарын тикшерә. Ғалим раҫлауынса, урта быуаттарҙа, һуңғы ХVI – ХIХ быуаттарҙағы әҙәбиәттә лә дастан, ҡисса, ризәлиә, хикмәт, ғәҙел, ҡасыда, мәснәүи, робағи, мәрҫиә, мурабба, мәдхиә, нәсихәт, тәмҫил, хитап, мәктүп, хажнамә, сәйәхәтнамә, латиф, мөнәжәт, хикәйәт, нәҙирә, ғаризнамә, шикәйәтнамә, шәжәрә, тәуарих, тарихнамә ише жанрҙар бик әүҙем булған. Ул осорға (ул осор жанрҙарына) башлыса функционаллек йәки нәғеҙ әҙәбиәттән башҡа сифаттарҙың булыуы ла хас. Мәҫәлән, эш ҡағыҙҙары, рәсми донъяуи хәл-әхүәлдәр хаҡында яҙмалар, дини йолаларҙы үтәү буйынса күрһәтмәләр-күнегеүҙәр ҙә хас. Миңлеғәли Нәҙерғолов был хеҙмәтендә ошоларҙан шәжәрә, тәуарих һәм тарихнамә жанрҙарын ғына айырып алып тикшерә. Иң мөһиме – ғалим был башҡорт әҙәбиәте жанрҙарын башҡа төрки ҡәүемдәре, дөйөм төрки мәҙәниәте миҫалдары менән сағыштырып өйрәнә. Был ғилми алым авторға мәсьәләне тулыраҡ күҙалларға ярҙам итә. Шунлыҡтан Миңлеғәли Хөсәйен улының һуңғы хеҙмәте менән – «Башкирские историко-литературные сочинения ХVI – начала ХХ века» (вопросы зарождения жанровой системы и традиции) китабы (урыҫса сыҡты) – башҡа илдәрҙең төркиәтсе белгестәре лә таныша ала. Уның электрон нөсхәһе бар. Шулай итеп, хеҙмәт дөйөм төрки фәненә тос өлөш булып баһалана.

…Бына инде нисә йыл ҡатышабыҙ, һаман дуҫбыҙ, араларыбыҙ боҙолмай. Күҙ теймәһен. Хәйер, был йәштә дуҫлыҡ хаҡында ауыҙ тултырып һөйләргә лә ҡурҡыта, сөнки ул бик тә ҡиммәт, бик тә нескә бер әйбер. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт бик тә ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы бер өлкә. Йәшәй-йәшәй йән дуҫтарыңдан айырылаһың, әүәл һыу үткеһеҙ аралар кинәт ҡаҡшай. Бер-береһенә яҡын кешеләр бер-береһенең кәмселектәрен, эс серҙәрен белә; һуңынан, мөнәсәбәттәр һыуынғас, уларҙың шул белеме хәтәр «ҡорал»ға әйләнеүе лә бар. Йәшәй-йәшәй дәғүәләр арта, ҡайһы бер сифаттарың оҡшамай башлай… Бөтәһе лә тәбиғи, ләкин шул мәлдә лә сабырлыҡ кәрәк. Миңлеғәли Хөсәйен улы һәр саҡ үҙе булып ҡала, сабыр, түҙемле: мәғәнәһеҙ дәғүәләр ҡуймай, көнсөллөк тә ят уға. Дуҫҡа ла гел ярҙам итеп булмай, әммә уңышы менән ризалаша белергә кәрәктер. Миңлеғәли тормошҡа, кешеләргә тыныс ҡарай: шатлыҡта осоноп китмәй, бәләләр килгәндә бөгөлөп төшмәй. Сыҙамлыҡ, тигеҙ холоҡ, тормоштағы үҙгәрештәрҙе аҡһаҡалдарса ҡәҙимге ҡабул итеү, үҙеңдең тәүге принциптарыңдан яҙмау – бына ошолар билдәләй уның тәбиғәтен.

Әүәлерәк уның тураһында «һөйкөмлө һөйәк» тип яҙғайным. Яҡты сырайлы, мөләйем кеше, ғөмүмән, һөйкөмлө зат… Сабыр, әммә гармунда уйнай, һалмаҡ ҡына итеп йырлап та ебәрә. Уны ҡайҙа ла үҙ итәләр, әҙәбиәт ғилемендә лә ул һөйкөмлө үә ҡәҙерле бер белгесебеҙгә әйләнде: беҙҙең бындай фән әһелдәребеҙ бигүк күп түгел. Ул Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков, Фазыл Туйкин, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғизетдин Иҫәнбирҙин, Сафуан Яҡшығолов, Ғәли Рафиҡи, Фәйзи Вәли, Фәтхелҡадир Сөләймәнов (Инан) ише үткәндәге мәшһүр фән һәм әҙәбиәтебеҙ әһелдәре ижадын өйрәнде, хатта ҡайһы берҙәре тураһында китап та баҫтырҙы, уларҙың үҙҙәренең хеҙмәттәрен сығартты. Остаздары Әхнәф Харисов, Ғайса Хөсәйеновтарға тоғро булды, уларҙың ышанысын аҡланы.

…Эйе, беҙ уның менән бергә уҡыныҡ, йәшлек йылдарыбыҙ бергә үтте, һуңынан иңгә-иң терәшеп йәшәнек, ижад иттек. Шул йылдарҙа, ниндәй генә хәлдәргә тарымайыҡ, бер-беребеҙҙән айырылманыҡ, дуҫлыҡ тигән бик тә нескә, бик тә шартлы ҡиммәттәргә тоғро ҡалдыҡ, шунан һуң (быныһы, бәлки, иң мөһимелер) Миңлеғәли Хөсәйен улы Нәҙерғолов үҙенең инаныстарына, үҙенең йәшәү принциптарына, тормошо асылына, барыр юлына, кешеләргә, халҡына, мәҙәниәткә, фәндәге үҙенең күңел зауыҡтарына тоғро ҡалды.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.