|
|||
Факиһа ТуғыҙбаеваФакиһа Туғыҙбаева (1950)
Факиһә Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына инә. 1972 йылдан «Башҡортостан пионеры» газетаһында, 1979 йылдан «Пионер» журналында эшләй. Һуңынан «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире лә булды. Факиһа Туғыҙбаеваның тәүге осор ижады балалар әҙәбиәте менән бәйле, шуға ул оҙаҡ ваҡыт Яҙыусылар союзында балалар әҙәбиәте секцияһы рәйесе вазифаһын да үтәне. Ижады баҙыҡлана, образдары тосая барған һайын ул ололар өсөн шиғырҙар, эпик поэмалар яҙырға тотондо. Уның «Күҙ ҡараһы», «Фатихаңды бирәм» ише шиғри китаптары фәһемле, поэтик биҙәктәргә бай. «Ҡаңным – Һомайғош ҡәлғәһе» дастаны, «Тәүбә» (Бабичҡа арнала), «Яуап көнө» (Салауатҡа бағышлана), «Ҡыңғырау» (Уралда атом бомбаһы шартлағас, Силәбе башҡорттарының фажиғә кисереүе хаҡында), «Әжәлдәргә дарыу бар, тиҙәр», «Сәләмемде еткер, Аҡсарлаҡ!», «Күкрәк һөтө» һәм башҡа поэмалар... 1994 йылда баҫылған «Фатихамды бирәм» китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ, 2015 йылдан – Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Башҡорттарға башҡортлоғон аңлатыусыға
Факиһа Туғыҙбаева, дуҫым... Тыуған көнөң менән! Тыуған көн, юбилей... Ҡайһы берәүҙәр бынан ҡурҡа, ҡаса, ләкин был көн бер-береңде иҫләү, күтәрмәләү, иң һуңғы сиктә бер тапҡыр булһа ла ҡәҙер күрһәтеү мөмкинлеге түгелме? Һәм үҙеңдең иң мөҡәддәс, әүәл йәшереп йөрөткән, әйтә алмай ҡаңғырған һүҙеңде әйтеү ҙә... Һәм бындай һүҙҙе тик үҙебеҙсә генә, ғәзиз туған телебеҙҙә әйтеү мөмкинлеге лә бит! Шуға күрә был хатымды һиңә ихласлығым, айырым мөнәсәбәтем булараҡ ҡабул ит! Беҙ йәнәш күпме һыу кистек, күпме хәтәрҙе үткәрҙек, ҡара, ниндәй оло эштәр атҡарҙыҡ. Хатта күптәр йөрьәт итмәгәнгә, өрккәнгә тотондоҡ... Иҫләйем, иҫләйем ул юлдарҙы, хәтеремдә буранлы ҡышта Туймазы, Балтас яҡтарын тапағаныбыҙ. Мин – радио хәбәрсеһе, һин – Яҙыусылар союзының мәктәптәр менән эшләү комиссияһы рәйесе, юлдаштарыбыҙ – фольклорсы, телсе-диалектолог ғалимдар Салауат Галин, Фәтих Исхаҡов, Хәсән Толомбаев, Сәриә Миржанова, Зөбәржәт Шәйхисламова-Абдрахмановалар... Беҙҙе Балтас партия райкомы вәкиле Таракиев оҙата. Күҙ асҡыһыҙ дауыл, аяҡ аҫтын ел һеперә, ә беҙ... Ил өсөн, тел өсөн тип, халҡыбыҙҙың үткәне, матур бөгөнгөһө, яҡты киләсәк көнө тип йөрөүселәр. Һин шулар хаҡында аҙаҡ «Башҡортостан» гәзитендә сығыш яһаның, мин – радиола... Һин шиғырҙарыңда башҡортомдо һиҫкәндерҙең: Шығырым тулы оло залда, йөрәкһенеп, Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто. Йәш-елкенсәк күрәләтә сығып китте, Һөйләй, тиҙәр, шағир апай бушты-юҡты. Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто: Эй, киленем! Ҡеүәт бирсе һүҙҙәремә. Әйтсе бер һүҙ, йәндәремде мине аңлап, Алдарыңа мин әҙермен теҙләнергә. Эй, туғаным! Телһеҙҙәр бит балаларың... Әйтә алмай: ҡайҙа яҡшы, ҡайҙа ялған. Көн итеүсе үҙ тамағын уйлап ҡына Кешеме ни? Ул – ҡурҡыныс, ул бит – яман! Башҡорттарға аңлатамын башҡортлоҡто Тыуып үҫкән ерҙәрендә Салауаттың. Тыумаҫ микән йорт-еремдә яңы батыр Яңыртырға Салауаттың аманатын? – тигән оран ташлап. Һүҙҙәреңде ишеттеләр, буғай, милләттәштәр, ә мин һуңынан романдар яҙырға тотондом: «Таня-Таңһылыу», «Оҙонтал», «Сабыр йән», «Әлфирә», «Талаҡ!», «Шаңдау», «Башҡорт ғәскәре»... Һин ҡеүәтле «Ҡаңным – Һомайғош ҡәлғәһе» дастанын, «масштаблы һәм киң диапазонлы «Тәүбә» (Бабичҡа арнала), «Яуап көнө» (Салауатҡа бағышлана), «Ҡыңғырау» (Уралда атом бомбаһы шартлағас, Силәбе башҡорттарының фажиғә кисереүе тураһында), «Әжәлдәргә дарыу бар, тиҙәр», «Сәләмемде еткер, Аҡсарлаҡ!», «Күкрәк һөтө» һәм башҡа поэмаларҙы – бөгөнгө поэзияның үҫеш кимәлен билдәләгән әҫәрҙәр» (Мәрйәм Ғималова) ижад иттең. Һайланма әҫәрҙәреңдең өс томлығы баҫылды, мәрхәбә, афарин. Бик күп китаптар... Фиҙакәр хеҙмәтең бушҡа китмәне, халҡыбыҙ һине үҙенең шағирәһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры итеп күтәрҙе. Ә мин шағирәләребеҙ, әҙиптәребеҙ хаҡында бик күп (йөҙ ҙә етмештән ашыу) һүрәтләмә, ижади портреттар тыуҙырҙым. Уларҙың береһе «Башҡорт мадонналары» тип атала, унда – ун әҙибәнең ижади портреты. Мин – прозаик, проза юлын һайлап, прозаиктарҙы ҡеүәтләйем, шағирәләр, шағирҙар тураһында ла тасуирлағаным бар (Тамара Ғәниева, Гөлнур Яҡупова, Тамара Искәндәриә, Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡотоева, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Фәниә Ғәбиҙуллина), арала һинең генә исемең юҡ. Яҙманым һинең тураңда, иң яҡын дуҫтарымдың береһе хаҡында һүҙ әйтә алманым. Бына әле... Йылдар ашаһынан һиңә иң изге, иң ихлас сәләмдәремде еткерәм, иң эскерһеҙ уйҙарымды... Факиһа, һинең шиғырҙарыңда, бигерәк тә поэмаларыңда, боронғо эпостарыбыҙҙан килгән киң һулышлыҡ, телмәр асыҡлығы, фекер үткерлеге бар. Ҡайҙа, берәй шиғырҙан («Мәңгелек моң», «Ул ҡояшҡа китеп бара ине...», «Диңгеҙгә ялбарыу», «Йоҡоһоҙ төн», «Атылған йыр», «Анна Ахматова») берәй диҡҡәтле, фекерле юл юллайым тиһәң – һинең шиғырың, ҡайҙа оһоллоҡ, хис-тойғо тәрәнлеге – һинең шиғырың, ҡайҙа башҡорт яҙмышы, аһ-зары тиһәң – һинең әҫәреңдә табам. Поэмаларың – хаҡлыҡ һүҙе, киң һулышлы, хатта киң эпик ҡоласлы дастандарың, олонан ҡубып әйткән аһәңле өнөң! Хат аша булһа ла ошолар хаҡында, үҙемдең һине үҙ итеүем тураһында белдерәйем. Яҡын кешем, ошолай булһа ла үҙемдең һине ололоҡлауымды, һиңә булған тыйнаҡ мөхәббәтемде әйтәйем. Ҡасан да бер һине ҡәҙер итеүемде, яратыуымды белергә тейешһең бит. Күп сәләмдәр һиңә, мәңге шулай бул, оҙон ғүмер кисер, бел, был донъяла һине яратыусы тағы берәү бар, ул һине һағына, алыҫтарҙан үҙенең суҡтин-суҡ хис-тойғоларын еткерә.
|
|||
|