|
|||
ең теләп алған ғазапЙәшәү мәғәнәһе
Уның «Салауат» трагедияһында уйнауын хәтерләйем. Салауат ғазаплана: халыҡты ошондай яуға күтәреүем хаҡ булдымы? Күпме ҡан ҡойолдо, был күтәрелеш – халыҡҡа ҡаза ғына... Салауат тотҡонлоҡ йәберен татый, аяҡ-ҡулдары бығаулы! Уны икеләнеүҙәр, шик-шөбһә талай. Әлбиттә, мин бер ҡатлы, «сәхнәләге ихтилалды ла күҙәтерменме», тип хыялланғайным 1970 йылда. Ә спектакль яуҙың үҙен бәйән итеүҙән бигерәк, уның һөҙөмтәһен асыҡлай, имеш... Сәхнәлә – аяҡ-ҡулы бығаулы батыр, үҙен-үҙе ҡамсылай... Артист-батыр үтә тәбәнәк буйлы һымаҡ тойолдо. Ҡараһана, сәхнә күҙе ҡайһылай алдай, уның үҙ ҡанундары... Тормошта Әхтәм Абушахманов һомғол, оҙон буйлы – ә ысынбарлыҡта Салауат ҡыҫҡа буйлы булған бит. Сәхнә менән тормоштоң айырмаһын, сәхнә менән тормош дөрөҫлөгө нисбәтен (сәнғәттең төп ҡанунын) һуңынан ғына аңлармын. Сәхнә аяуһыҙ, тормоштоң үҙе кеүек ҡанһыҙ: унда ус төбөндәгеләй һинең уйының, артистың һәләте күренә. Шәп уйнайһың икән, һүҙ ҙә юҡ, сәхнә – һинеке! Ә уйнай алмаһаң, тамашасы һине йәлләп, һинең өсөн оялып ултыра. Станиславский системаһы, Эфрос алымы буйынса актерҙар теге йәки был сәхнәне үҙҙәре импровизациялай йәки үҙҙәре уйлап сығара. Хәйер, Әхтәм Абушахманов тәбиғәте менән – импровизатор: уның булмышында ижадсы башланғысы бар. Ул – автор, ул – уйланыусы, төбөнә тоҙ ҡойорға яратыусы кеше, ғүмере буйы бәләкәй хикәйәләр, интермедиялар ижад итә. Арыҫлан Мөбәрәков, Илшат Йомағолов, Шамил Рәхмәтуллин, Вәли Ғәлимов, Заһир Вәлитовтар ҙа ошондай артист-актерҙар, драматургтар. Улар үҙҙәре ижадсы, үҙҙәре шәхес һәм сәхнәлә лә үҙ шәхесен сағылдыра. Шәхес ни тиклем тәрәнерәк, күп ҡырлыраҡ, актер палитраһы ла шунса киңерәк. Әхтәм Абушахманов тәбиғәте менән, әлбиттә, героик образдарға яҡын... Минеңсә, Хөрмәт Үтәшев – шундай типтағы актер, ә Заһир Вәлитов көнкүреш геройҙарын оҫта уйнай йәки бөтә төр геройҙар галереяһын һынландыра. Фидан Ғафаров – шулай уҡ героик пландағы актер, мөхәббәт сәхнәләре геройы, ә Олег Ханов – психологик кисерештәр маһиры. Мин бында бер быуын, үҙемдең йәш саҡтағы актерҙарҙы күберәк миҫал итеп алһам, бүтәндәр үпкәләмәҫ, тим. Әлбиттә, ҡала кешеһен оҫта уйнаусы Хәмит Яруллин менән Рәфил Нәбиуллин, тырпай заттарҙы оҫта һынландырыусы Хәмит Шәмсетдинов, көлкөлө персонаждарҙы йәнләндереүсе Шамил Рәхмәтуллин, Муллаян Сөйәрғолов, Рәүис Заһитовтарҙы ла миҫал итеп килтерергә мөмкин. Эйе, Әбйәлил егеттәре иңһеҙ дала бөркөттәре ише ҡыйғыр, сая. Әйтһә, тура яра, икеләнеүҙе белмәй. Әхтәм Абушахманов шул холҡо менән нисә ҡабат янды инде: тура әйткән туғанына ярамаған. Ул режиссерҙар менән дә килешеп кенә йәшәмәне, үҙе менән дә, сәнғәт өлкәһе етәкселәре менән дә бәхәсләште. Нәжиб Асанбаевтың пьесаларының береһе «Ҡыҙыл паша»ла илсе Кәрим Хәкимов образы нәҡ Әхтәм өсөн генә, уны күҙ уңында тотоп тыуҙырылған кеүек. Минеңсә, Әхтәм Абушахманов үҙенең бөтә артислыҡ һәләтен ошо сәхнәлә асты. Тағы бер персонажды иҫләйем. Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» пьесаһы буйынса спектаклдә – Прокурор роле. Ысын прокурор, енәйәт ҡанундарын теҙеп бирә. Һуңынан ишетеүемсә, Әхтәм Абушахманов прокуратураға барған, күп әҙәбиәт уҡыған. Олег Ханов менән улар Назар Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» пьесаһында уйнаны. Был спектакль аҙаҡ телевидение аша ла күрһәтелде. Билалдың (Абушахмановтың) иңрәүҙәре, бәргеләнеүҙәре әлегеләй күҙ алдымда тора. Кисәге фронтовик шулай тормош асылына етергә тырыша! Был донъяла йәшәүҙең мәғәнәһе нимәлә, кешеләр ни өсөн ыуалана, хәҡиҡәт эҙләй!?
Үҙең теләп алған ғазап
Актер йәки әҙип оҙон ғүмерле булырға тейеш, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, актер ҙа, әҙиптәр ҙә ҡыҫҡа ғүмерле. Улар үҙ геройҙарының ыҙаһын яңынан кисерә. Мәҫәлән, ҡәҙимге кеше тик торор көндә актер иларға, тиккә күҙ йәшен һығып сығарырға тейеш; тиктомалдан көлөргә кәрәк... Ә бөтәһе бер йөрәккә... Тыштан ғына улар ялтырай, ә эстән... Улар янып-көйөп бөткән. Сөнки улар ғазаптар аша аса образын, яҙыусы ла бала тапҡан кеүек тыуҙыра әҫәрен. Ижад – аяуһыҙ яза. Ә беҙ сәхнәнең алдын ғына күрәбеҙ. Күптәр мәшһүр актер Абушахмановты белә, уның йәшләй көйө генә Башдрамтеатрҙа дан ҡаҙанғанын да иҫләй, Салауат, Кәрим Хәкимов, Билал, Отелло, Прокурор, Туҡтамыш хан, Кодар кеүек образдар... Ул – йәшләй танылған актерҙар ҡоронан... Балет йондоҙҙары, ҡырҡ йәштән пенсияға киткән халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары... Утыҙ йәшендә халыҡ артисы исемен яулаған Сөләймәновалар, Мәүлекәсовалар, Ҡыуатовалар, Нафиҡовалар... Ошо тәңгәлдә «Әхтәм Абушахманов хәҙер ниңә сәхнәлә уйнамай?» тигән һорау ҙа тыуыуы ихтимал... Тамашасылар шул актерға өйрәнгән, улар шул актер тип театрға бара... Ә сәнғәт – йәшлек емеше, сәхнә йәш, көслө кешеләрҙе, матур һәм дәртлеләрҙе ярата. Әхтәм Абушахманов иһә был һорауға, «әҙерәк йәшәйһе килә», тип яуап ҡайтара. Улар, үҙҙәренең йөрәген сәхнәлә теткеләндереп бөтөргән актерҙар, ялға ла хаҡлы. Эйе, ил намыҫын яҡлаған спортсылар ҙа, Олимпия чемпиондары ла иртә туҙа, иртә эштән сыға: шундай хәтәр көсөргәнеште организм күтәрә алмай. Халыҡ бейеүҙәре бейеүселәре, балетмейстерҙар пенсияға сыҡҡас аяҡһыҙ ултыра. Сәнғәт – ауыр һынау, ижад – үҙең теләп алған ғазап...
|
|||
|