Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Боландай баҫа белеү ҙә зарур



Боландай баҫа белеү ҙә зарур

 

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Абушахманов үҙенең сәхнә тормошонда йөҙәрләгән пландағы образды башҡарҙы. Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә»һендә – Аҡйегет, Дауыт Юлтыйҙың «Ҡарағол»онда – Ҡарағол, Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын»да – Һалдат, Ғәзим Шафиҡовтың «Иҫке фатир»ында Егет ролендә сығыш яһаны.

Башҡортостан телевидениеһы күрһәткән «Һарығолаҡ» фильмын (сценарий авторы – Рамазан Өмөтбаев, режиссеры – Әнүәр Нурмөхәмәтов), моғайын, күптәр хәтерләйҙер. Әхтәм унда – Химмәт ролендә. Ә «Ҡаҙаҡфильм» студияһында төшөрөлгән тулы метражлы «Алатауҙың көмөш мөгөҙө» фильмында төп ролдә – башҡорт актеры (Ғайсар)!

Актер сәхнәлә бер төрлө асылһа, кинола бөтөнләй башҡаса һынлана. Икеһендә лә ул – күҙ алдында, сәхнәлә уйнай, ә кинола нисек бар – шулай... Тормоштан тура экранға күскән һымаҡ. Кинола актер ижады, ул һынландырған тормошобоҙ йәнләнеберәк китә, фәһемлерәк була башлай...

Әхтәм Абушахманов драмтеатрҙан һуң ете йыл республикабыҙҙың Йәш тамашасы театрында эшләне. Мөхәмәтша Буранғолдоң «Иҙеүкәй менән Мораҙым»ында Туҡтамыш хан образын тыуҙырҙы. Актер бындай пландағы образдарҙы кинәнеп, еренә еткереп уйнай. Уның сәхнәгә сығыуы, хан булып баҫып тороуы ғына ла ни тора!

Актер һәр ваҡыт ҡатмарлы образдарҙы, психологик яҡтан тәрән кисерештәргә бай картиналарҙы сағылдырырға тырыша. Был яҡтан ҡарағанда, актерлыҡ оҫталығын үҫтереү өсөн донъя драматургияһы бигерәк тә ҡулай материал. Мәҫәлән, Шекспирҙың пьесаларында уйнау һәр кемгә лә тәтемәй, ә Әхтәм Отелло образын ижад итте! Ниндәй ярһыу, ниндәй хистәр ташҡыны урғыла сәхнәлә?! Тамашасыны тетрәнергә, һыҙланырға, тормош тураһында уйланырға мәжбүр иткән мәлдәр. Отелло сәхнәгә һыймай, Отелло-Әхтәм сәхнәлә йәшәй...

Әхтәм Абушахмановтың ижад диапазоны киңлеге хаҡында фекер йөрөтөү өсөн «Заклинание»лағы (Ғәзим Шафиҡов әҫәре) хәҙерге заман геройы менән «Алтын балта» әкиәтендәге (Сәрүәр Сурина яҙған) персонажды күрһәтергә мөмкин. Художник хәҙерге заманда ла ҡайнай, әкиәт геройы (Бай роле) сүрәтенә лә инә.

Әлбиттә, актерҙың бөтә ролдәре хаҡында һөйләү мөмкин дә түгел һәм был, моғайын, кәрәкмәйҙер ҙә. Ижадсы булараҡ, Әхтәм Абушахманов талантының тағы ла бер ҡырына күҙ һалайыҡ. Ул – бына тигән шиғыр уҡыусы декламатор, конферансье. Ә һәр шәп, һәр билдәле актер дан конферансье йә нәфис һүҙ оҫтаһы була алмай. Уның өсөн кәүҙәңде ҡамыштай тота, сәхнәлә боландай баҫа белеү ҙә зарур. Был – айырым талант, айырым оҫталыҡ. Йәки сәхнә аты дилбегәһе – конферансье ҡулында.

Әхтәм Абушахманов Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Шәйехзада Бабич, Рауил Бикбай шиғырҙарын һөйләй. Әйткәндәй, 1996 йылдан бирле ул сәнғәт академияһында студенттарҙы нәфис һүҙ һәм декламаторлыҡ сәнғәтенә уҡыта.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.