Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





хтәм Абушахманов. Бер яланғас йӨрӘк



Әхтәм Абушахманов

(1948)

 

Әхтәм Әхәт улы Абушахманов 1948 йылдың 10 мартында Башҡортостандың Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуа. 1970 йылда Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Шунда уҡ уға Мостай Крәимдең «Салауат» исемле әҫәре буйынса сектаклдә төп герой Салауат ролен бирәләр. 22 йәшлек артист был бик тә яупалы бурысты уңышлы атҡарып сыға. Салауатты уға саҡлы Вәлиулла Мортазин-Иманский, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтан уйнаған була. Артабанғы ижад осоронда артисҡа Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» әҫәре буйынса спектаклдә Кәрим Хәкимов ролен башҡарырға яҙа. Улар был тамаша менән ғәрәп иле Йәмәндә лә булалар, унда Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөсәйен Ҡудашев вафат булып ҡала.

1997 йылда Әхтәм Абушахманов Өфө дәүләт сәнғәт институтын ситтән тороп тамамлай, режиссер һөнәрен ала. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ул Әнисә Дилмөхәмәтованың «Ризамы мин, әллә?..» (1990), Наил Ғәйетбайҙың «Ҡурай моңо» (1992), Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында Булат Рафиҡовтың «Париж башҡорто» (1994), «Нур» татар дәүләт театрында Зөлфәт Хәкимдең «Күрәҙәсе» (1998) һ.б. әҫәрҙәре сәхнәләштерә.

Кино актеры булараҡ «Алатауҙың көмөш мөгөҙө»ндә Ҡайсар («Казахфильм», 1978), «Туй»ҙа – Егет (Баштелефильм, 1969), «Ҡыҙыл паша»ла – Кәрим Хәкимов (Мосфильм, 1984), «Кинйә»лә – Һатлыҡ (Баштелефильм, 1988), «Һарығолаҡ»та – Һиммәт (Баштелефильм, 1990) һ.б. ролдәрҙе башҡара. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

 

Бер яланғас йӨрӘк

 

Актерҙың меңгә төрләнеүенә, сәхнәлә төрлө төҫкә-һынға инеүенә шул йөрәк нисек түҙәлер? Бөтәһе лә шул бер йөрәккә йыйыла бит. Тормоштоң ваҡ һәм ҡолас етмәҫ мәшәҡәттәре, бөткөһөҙ хәсрәттәре... Ә йөрәк – кешенең булмышы, йөрәк – шәхестең үҙе менән бөткөһөҙ бәхәсе. Кеше ғүмере буйы үҙенең ялҡаулығына, кәмселектәренә ҡаршы көрәшә, уларҙы еңергә, үҙен шәхес итеп танытырға ашҡына...

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.