Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Атай һәм актер.



Атай һәм актер...

«Мин ун ете йәшемдән йәмәғәт эшендәмен, гел бушлай эшләргә тура килде. Һигеҙенсе класты бөткәс, колхозда комсомол секретары, райком ағзаһы булдым. Өфөгә килгәс, уҡығанда – староста, театрҙа – комсомол секретары, ВЛКСМ өлкә комитеты ағзаһы, ике саҡырылыш Киров районы депутаты, райком, профсоюз өлкә комитеты ағзаһы... Коммунист.

Был йәмәғәт эштәре төп һөнәремә ярҙам итте тип уйлайым, мине үҙаллы эшләргә, үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә, ваҡиғаларҙы үҙемсә баһаларға өйрәтте, эштә үҙемдекен раҫларға, үҙ уйымды иҫбатларға булышты. Был тормошто сәхнәлә сағылдырыу өсөн дә мөһим. Тормошто белмәй йәки тормошта үҙеңдең йүнәлешең, шәхси ҡарашың булмай тороп, сәхнәлә образ тыуҙырыуы ҡыйыныраҡ. Шуға йәмәғәт эштәре мине шәхес итеп тәрбиәләне. Театрҙа аҙаҡ партком секретары урынбаҫары, халыҡ контроле комитеты рәйесе булдым. 1948 йылғымын. 1989 йылғаса драмтеатрҙа эшләнем, 41 йәштә унан китергә мәжбүр булдым. 1989 йылдан 1996 йылғаса Йәш тамашасы театрында уйнаным, яңы театрға нигеҙ таштары һалыштыҡ», – ти актер.

Ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта. Сәхнәлә уйнаған һәр роль ҡәҙерле, унда янған, тирләп-бешеп ижад иткән мәлдәр ҙә һағындыра. Ни генә тимә, улар илаһи осош булған бит.

Абушахмановтар Башҡортостаныбыҙ сәнғәтенә режиссер менән балетмейстерҙы ла үҫтереп биргән ғаилә бит әле. Минеңсә, бында Әхтәм Абушахмановтың тағы бер булмышы сағыла. Атай һәм актер... Актер атай үҙенең ғүмерлек һөнәренә уландарында һөйөү тәрбиәләгән! Күптәребеҙ балаларының үҙҙәре үткән юлды ҡабатламауын, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙе һайламауын теләй: балаларыбыҙ ҙа беҙ кисергәнде кисермәһен, беҙҙеңсә ғазапланмаһын, йәнәһе. Дөрөҫ тә кеүек. Башта Абушахмановтар ҙа шулай уйлаған, тәүҙә улар ҙа ҡаршы төшкән, әммә... Улар шиктәрҙе эстәренә йәшерә белгән, ә... йөрәккә тағы бер туҡмаҡ! Ә бер йөрәк бит ул, бөтәһе лә – бер йөрәккә!..

Әхтәм Абушахманов та, дөрөҫөн әйткәндә, шул уҡ ҡәҙимге кеше, уның да тормоштағы үҙ һыҙланыуҙары бихисап, ә йөрәк берәү генә... Ул бөтәһен дә кисерә, үҙе аша үткәрә бит. Әхтәм Абушахманов – әле Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, бөтә сәнғәтебеҙ бәләләрен, проблемаларын иңенә һалған.

Ә йөрәк берәү... Әҙәмдең оҙайлы, хисле-һынылышлы ғүмере лә шул бер йөрәккә, тормоштоң сағыу яҡты мәлдәре лә шул бер йөрәктең ялҡынлы тибешенә бәйле.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.