|
|||
Роберт МиңнуллинРоберт Миңнуллин (1948 – 2020)
Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин 1948 йылдың 1 авгусында Башҡортостандың Илеш районы Нәжәде ауылында тыуа. Бер йылдан Ҡыпсаҡ, һуңынан Шәммәт ауылына күсәләр. 1966 йылда Ҡарабаш урта мәктәбен тамамлағас, ике йыл «Маяҡ» район газетаһында эшләй. 1968 йылда ул Ҡазанға килә. Ҡазан дәүләт университетында уҡый. Шиғырҙары «Татарстан йәшләре», «Социалистик Татарстан» газеталарында, «Ҡазан утлары» журналында баҫыла, беренсе китаптары – «Беренсе ҡарлуғастар» (1970), «Беҙҙең байрамдар» (1975) баҫыла... Университеттан һуң «Йәш ленинсы» («Һабантуй») газетаһында эшләй. Балалар әҙәбиәтендәге уңыштары өсөн М. Йәлили исемендәге премия ала. 1994 йылда уға халыҡ-ара әҙәби бүләк – Г. Х. Андерсен исемендәге Почетлы диплом тапшырыла. 1997 йылда Татарстан Яҙыусылар союзының Абдулла Алиш исемендәге премияһын бирәләр. Ә «Күстәнәс» исемле китап өсөн 1995 йылда ул – Татарстандың Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Шул уҡ йылдан ул Татарстандың Дәүләт Советының мәҙәниәт һәм милли мәсьәләләр комиссияһы рәйесе, 2000 – 2004 йылдарҙа Татарстан Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары. 2005 йылда уға Татарстандың халыҡ шағиры исеме бирелә.
ЙӘйғор күперҙӘрен ҡороусы
Уны күптән беләм, хәҙер ҡасан танышҡаныбыҙҙы иҫләмәйем. Ғөмүмән, был шәхес минең өсөн кем ул, республикам өсөн ниндәй зат? Роберт Миңнуллин Башҡортостандың Илеш районында тыуған, республикабыҙ өсөн үҙ кеше. Шулай ҙа ул Татарстандың халыҡ шағиры, Татарстандың Дәүләт Советының элекке халыҡ депутаты, Ҡазанда йәшәй. Тыуған яғына йыш ҡайта, хатта башҡорт әҙәби кисәләренә беҙҙең ҡайһы беребеҙгә ҡарағанда йышыраҡ та йөрөй һымаҡ. «Өмет» гәзитенең юбилейы үтәме, яҙыусыларҙың байрамымы – уртала. Хатта янына яҡын барып булмай, уны дуҫтары, тиҫтерҙәре, уҡыусылары һырып ала. Шуға уның янына барып етмәгән дә, күрмәгән дә саҡтар йыш ҡабатлана. Роберт Миңнуллин – шағир, Роберт Миңнуллин – дәүләт эшмәкәре, Роберт Миңнуллин – бигерәк һөйкөмлө һөйәк, уны барыһы ла ярата, барыһы менән дә ул дуҫ, ғөмүмән, Башҡортостанда уны күтәреп кенә йөрөтмәйҙәр! Ә һәр саҡ шулай булғанмы? Кешеләр ҙә бер ҡатлы: дәрәжәле, таныулы шәхескә ылығып бара, әллә уның йылыһында йылынырға теләйҙәрме?.. Әгәр Роберт Миңнуллин шағир булмаһа, Татарстандың халыҡ шағиры булмаһа, депутат дәрәжәһенә ирешмәһә, кешеләр шулай уға атлығыр ине микән? Ғөмүмән, халыҡ беҙҙә әүмәкәй, ҡыҙыҡҡа ылыға, ялтыраҡҡа алдана. Ә теге ваҡытта, йәш саҡта кешеләр, халыҡ ниндәй булған, Роберт Миңнуллин үҙе улар хаҡында ни уйлаған? Буласаҡ шағир 1963 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөгә килеп сауҙа-кулинария училищеһына керә, өс-дүрт айлап уҡый... Училищены ташлап, Шәмәткә кире ҡайта. Туғыҙынсы синыфҡа Юғары Йәркәйгә бара. Ләкин ярты йылдан Йәркәйенә лә ҡул һелтәй... «Уҡыйһы килмәй! – тип аңлата әсәһенә. – Ни юлы юҡ, ни машинаһы...» Ул йылдарҙа, ысынлап та, юлһыҙлыҡ, бәләкәй ауылдарға машина йөрөмәүе, уның аҙ ҙа булыуы йонсота. Ә әсәһе Гөлйәүһәр апай итәк тулы биш балаһын яңғыҙы булһа ла уҡытырға теләгәйне бит... Әсә, аптырап, ауылдағы бар туғандарын – (ғаилә советын) йыя. Нишләргә? Оло улы Робертты – арҡыры холоҡло, аяҡ терәп ҡарыша. Сәғәт буйы нотоҡ уҡып ялҡҡас, әсә колхоз хисапсыһы Мөғәллименән ҡалған ҡайышҡа тотона... Үҙе улын яра, үҙе илай. Ошо ваҡиғанан һуң ғына һына Роберт. Ҡылығы әсә йөрәген ҡайһылай яраланы... Ауыр булһа ла (юл ғазабы – гүр ғазабы, тиҙәр) уҡырға кәрәк! Нәҡ ошо ваҡиғанан һуң үҫмерҙә ихтыяр көсө уяна. Көрәшеү өсөн сәм, дәрт-дарман!.. Нәҡ ошонан һуң ысын Роберт Миңнуллин тыуа. Үҙен татармын тип һанаған, татар мәҙәниәте өлгөһөндә тәрбиәләнгән егет татар мәккәһе Ҡазанға ынтыла, бында, Өфөлә, эш сығарып булмаҫ, ахырыһы, тип, Татарстандың баш ҡалаһына юллана... Бәлки, ул дөрөҫ тә эшләгәндер, үҫмер үҙе өсөн берҙән-бер хаҡ юлды шулай һайлағандыр? Ғүмерлеккә китмәйем бит, Бойоҡмасы, күҙ алмам; Инде һинһеҙ мин үҙем дә Мин үҙем дә түҙалмам. Был юлдар «Ғүмерлеккә китмәйем бит» шиғырынан. Роберт Миңнуллин Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми менән үҙенең ерҙәш кенә түгел, ә туғандаш икәнен тоя. Шәммәт ауылына (Назар Нәжми ауылына) Миңеште йәнәш кенә. Һин оҙатып ҡалған пароходтар Сәләм биреп уҙа минең яҡҡа; Ағиҙелдә үҫкән бер үлән дә Иҫәпләмәй икән мине ятҡа. Ағиҙелдең йәшел ярҙарында Һин үҫтеңме, әллә мин үҫтемме? – Шәммәтемде бик һағынған кеүек, Ник һағынам әле Миңештеңде? Шиғырҙағы урмандарың Мең йыл буйы белгән урман кеүек; Һығылмалы миләштәрең мине Ҡосаҡларға ғына торған кеүек. Әйткәндәй, Илеш егете башҡорт шағиры Ринат Хәйри ҙә уның ерҙәше, хатта район газетаһы буйынса яҡын хеҙмәттәше лә... Роберт Миңнуллин башлыса лирик шағир. Татарстанда уны балалар әҙәбиәте оҫтаһы тип тә беләләр. Шиғырҙары ла, публицистик яҙмалары ла ябай ғына һымаҡ, һөйләү теленә яҡын телдә ижад ителгән. Был уның әҫәрҙәрен халыҡҡа, йырҙарға яҡын итә. Шуға ла уларҙың күбеһенә композиторҙар йыр яҙған. Роберт Миңнуллин ижадының был һыҙаты әҫәрҙәренең халыҡсан булыуы, халыҡҡа яҡынлығы хаҡында һөйләй. Тәү ҡарамаҡҡа улар еңел генә яҙылған кеүек, ҡәҙимге һүҙҙәр менән ҡатмарлы күңел кисерештәрен тасуирлай... Уның мәҡәләләре лә, ҡатмарлы мөнәсәбәттәргә арналғандары ла ябай ғына, ҡәҙимгесә башланып китә. Публицист әллә ниндәй бөҙрә һүҙҙәр, стиленең ҡатмарлыҡтары хаҡында ҡайғыртып тормай. Башҡорт әҙиптәре араһында иһә Роберт Миңнуллиндың дуҫтары күп, улар башкөллө – тиҫтерҙәре: Сафуан Әлибай, Ҡәҙим Аралбай, Рауил Бикбай, Тимер Йосопов, Динис Бүләков, Факиһа Туғыҙбаева, Гөлфиә Юнысова, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назар, Рәмил Йәнбәк, Мәүлит Ямалетдин... Шағир күптәре тураһында шиғыр ғына түгел мәҡәләләр ҙә яҙа... Бына 2013 йылда Ҡазанда «Мәғрифәт – Ваҡыт» нәшриәтендә баҫылған «И ғәзиз яҡташтарым!» йыйынтығына ғына күҙ һалайыҡ. Һәр битендә – Башҡортостан хаҡында һүҙ, башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте тураһында уйланыуҙар: ул Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабаев, Нәжиб Асанбаев, Ринат Хәйриҙәрҙең ижад донъяһы, ул мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашева, Фән Вәлиәхмәтов менән Айҙар Ғәлимовтар шәхесенә арналған сәхифәләр, ул Рәдиф Ғаташ, Әмирхан Еники, Әхсән Баян, Нәҡи Иҫәнбәт менән Рәиф Әмиров, Морис Нәзиров, Рәшит Ғатауллин, Рим Идиәтуллин, Фәрит Ғәбдрәхим, Салауат Рәхмәтуллалар яҙмышы хаҡында фараз – барыһы ла бергә тупланған. – Илеш районының Нәжәде ауылында тыуған, кескәй сағында Ҡыпсаҡ ауылында йәшәп алған, һуңынан ата-бабалары тыуған ауылы Шәмәттә үҫкән, Аккүҙ, Юғары Йәрмәкәй, Ҡарабаш ауылдарында белем алған, хеҙмәт юлы Жданов исемендәге колхозда башланған, артабан «Маяҡ» район газетаһында эшләгән Роберт Миңнуллин бөтә булмышы менән Башҡортостандың ҡәҙерле улы, – тип яҙа ошо китапҡа инеш өлөшөндә «Кызыл таң» газетаһының баш мөхәррире, үҙе лә ғилем эйәһе – филология фәндәре кандидаты булған Фаил Фәтхетдинов. Тыуған ергә тартылыу, илһөйәрлек тойғоһо ла, әлбиттә, шағирҙың бала сағынан килә. Тыуған яҡты һағыныу, уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр ижадсыны ғүмер баҡый оҙата бара, – аңлашылыуынса, былар бөтәһе лә уны кеше итеп тәрбиәләй, оло донъяға Роберт Миңнуллин тигән шәхесте бар итә. Туҙғанаҡтар төҫлө туҙҙыҡ инде, Аҡ ҡайындар беҙҙе тапмаҫтыр; Киттеләр ҙә юғалдылар, тиеп, Әрләмәгеҙ беҙҙе, яҡташтар! Әлбиттә, шағирҙы күп сәфәрҙәргә йөрөүҙә, күп төрлө наградалар, бүләктәр яратыуҙа ғәйепләргә мөмкин, ләкин кәрәк микән? Беҙҙең кемебеҙ маҡтауҙы-хуплауҙы яратмай? Ләкин был һөйкөмлө һөйәк, мөхәббәтле кеше Роберт Миңнуллиндың өлөшөнә күберәк төшә икән, бында инде кемде ғәйепләргә? Ҡайһы берҙә, теләһәң дә, ул маҡтауҙарҙы үҙеңә йоҡтороп, тәнеңә йәбештереп булмай ҙаһа! Унан тағы Роберт Миңнуллин шундайыраҡ кеше, ә һин – башҡа... Ләкин уның шундай һөйкөмлө кеше, мөхәббәтле бала булыуын беребеҙ ҙә кире ҡаға алмай. Ошо кеше, ошо шәхес менән беҙгә күңелле, ошондай зыялыһы, шағиры булыуы менән бөгөн башҡорт та, татар ҙа бәхетле. Үҙе һүҙгә маһир, йор һүҙле кеше, ябай ғына күренештәрҙе шиғыр итеп күрә, шиғри күңеле аша күрһәтә ала. Сәхнәнән сығыш яһағанда ла ябай ғына деталдәргә иғтибар итә, тамашасыға уларҙың шиғриәтен таныта. Күренекле яҡташыбыҙ 1995 йылдан, илле йәше лә тулмаҫ борон – Татарстан Дәүләт Советының мәҙәни һәм милли мәсьәләләр комиссияһы рәйесе, ә 2004 йылдан Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары. Был бик тә мәшәҡәтле, мәртәбәле эштә ул күңелен биреп эшләй, яңы закондар ижад итә, йәки шағир кеше дәүләт мәсьәләләрен хәл итә, татарҙарҙың мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ылығыуы өсөн көрәшә. Шағир – көрәшсе, шағир – халҡының әйҙәп барыусыһы! Роберт Миңнуллин үҙенең аҡылы, кешелеклеге, оҫта психолог, сәйәсмән булыуы арҡаһында Татарстандың бик күп даирәләре менән мөнәсәбәткә керә, бик күп арҙаҡлы ил ағалары менән фекерҙәшкә, дуҫҡа әйләнә. Эйе, ул кеше менән һөйләшә, аңлаша белә, кешенең иң нескә хистәренә ҡағыла, шунда үҙенә лә, әңгәмәсеһенә лә яңғыраш ноталарҙы таба. Ни әйтһәң дә, ҡоштар һайрашып, кешеләр һөйләшеп аңлаша. Был осорҙа ла ул тыуған яғы Башҡортостанға йыш ҡайта, ҡәләмдәштәре, коллегалары менән фекер алыша. Башҡортостандағы татар телендә яҙышыусы әҙиптәр инде «ул – үҙебеҙҙеке, ул беҙҙең уртаҡ мәсьәләләрҙе, Башҡортостанда татар әҙәбиәте мәсьәләләрен хәл итешергә ҡайтҡан» тип уйлай, ә башҡорт әҙиптәре Роберт йәйғор күперҙәрен һалып, ике республика араһын йылытып йөрөй тип самалай. Ике яҡ та хаҡлы, ике яҡ та үҙенсә дөрөҫ фекерләй. Роберт Миңнуллин «Өмет» гәзите нығып китһен тип тырыша, «Кызыл таң»дағы дуҫтарын күрә, шиғри кисәләрҙә – уртала. Уны һырып алалар, уҡыусылар, автограф алыусылар, һәр кем уны ҡулын булһа ла ҡыҫып ҡалырға тырыша, шуға күп ваҡыт уның янына яҡын барып та етеп, күрешеп ҡалып та булмай. Ҡара, был ниндәй ҡотло ҡуллы, һөймәлекле һөйәкле кеше – бөтә халыҡ уға мөхәббәт менән тулышҡан. Ул илсе, илдәр, халыҡтар араһында йәйғор күперҙәрен һалып йөрөүсе! Ул Башҡортостанға, тыуған яғына йыш ҡайта. Ҡайһы ваҡытта миңә ул Башҡортостан шағирҙары тубында үҙенең урынын тапмай ҡаңғыра ла һымаҡ тойола. Яҡташы Назар Нәжми вафат булғас, Роберт Миңнуллин «Милли жаным» исемле китап сығарҙы. Ул – башҡорт шағирының татар әҙәби әһелдәре менән бәйләнеше тураһында. Татар, башҡорт халыҡтары бер туған, бер тамырҙан яралған ҡәрҙәштәр, шуға уларҙың яҙмышы, күп әйберҙәре уртаҡ, бер, хатта заманында әүәлге Татарстан урынында Волгаға саҡлы Башҡортостан ерҙәре йәйрәп ятҡан. Шуға беҙ, башҡорттар, татарҙар, бер-беребеҙгә ынтылабыҙ, Татарстанда барған сәйәси, мәҙәни ваҡиғалар Башҡортостан өсөн ҡыҙыҡлы, Башҡортостандағы күренештәр татарстанлылар өсөн фәһемле: Татарстан азатлыҡ өсөн нисек көрәшкәнде беҙ күҙәтеп барҙыҡ, ә Башҡортостандағы митингыларға, уларҙы ҡеүәтләргә Татарстан йәштәре лә килеп етә һала ине. Әлеге көндә лә, егерме беренсе быуатта, Мәскәү менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәр ҡорғанда беҙ бер-беребеҙҙән һис айырыла алмайбыҙ, беҙ бер-беребеҙҙе белһәк, ҡеүәтләһәк кенә, үҙ теләгебеҙгә ирешербеҙ. Шуның өсөн беҙгә Ҡазан менән Өфө араһын, Өфө менән Ҡазан араһын һәр даим ҡоро тоторға кәрәк... Баҫыу юлы бигерәк яҡын миңә, Әсәй еҫе тыуған баҫыуҙа; Ергә ятып бер аунайһы килә, Баҫыуҙарға аяҡ баҫыуға. Һәр ҡайтыуым тыуған ергә булған Мөхәббәтте ҡабат яңырта; Һиҙеп торам: мин яратҡан кеүек, Тыуған ер ҙә мине ярата. ...Әгәр беҙ, башҡорт әҙиптәре, Ҡазандарға барһаҡ, һәр саҡ Роберт Миңнуллин менән Рәдиф Ғаташтарға төбәп барабыҙ, хатта Муса Йәлил һәйкәле янында митингта ҡатнашҡанда ла яҡташтарыбыҙға яҡындараҡ торорға тырышабыҙ. Роберт Миңнуллин менән Рәдиф Ғаташ – Татарстандағы беҙҙең илселәр, беҙҙе Ҡазан буйлап йөрөтөүселәр. Уларға шуның өсөн генә лә ҙур рәхмәт, яҡташлыҡ ана шундай ябай ғына күренештә лә сағылып ҡала. Роберт Миңнуллин беҙҙе хөкүмәт йортона алып инә, мәҙәниәт министры менән таныштыра, Роберт Миңнуллин беҙҙе Татарстан Яҙыусылар союзына илтә, ул беҙҙе етәкләп алып дуҫлыҡ иле буйлап йәйғор күперҙәренән йөрөтә...
|
|||
|