|
|||
Тамара ҒәниеваТамара Ғәниева (1951)
Тамара Ғәниева (Тимербикә Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева) 1951 йылдың 23 ғинуарында Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуа. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң, Салауат педучилищеһына инә. 1972 – 1976 йылдарҙа – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты студенты. Бер нисә йыл мәктәптә, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡытыусы була, аҙаҡ журналистикаға күсә. Башҡортостан радиоһында мөхәррир, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел», «Панорама Башкортостана» журналдарында эшләй. Тамара Ғәниеваның поэтик тауышы әҫәрҙән әҫәргә, китаптан китапҡа баҙыҡлана бара. Уның «Осрашырбыҙ әле», «Кейек ҡаҙҙар», «Күңел тауышы», «Көмөш тамсы», «Уйланыр мәл», «Ҡыпсаҡтар» китаптары баҫылды. Шиғырҙары менән поэмаларын да диҡҡәтте биләй: «Арҡайым», «Уралым», «Йыһан», «Бөркөтөм» поэмалары... «Тамарис» трагедияһы... Тамара Ғәниева ижади портреттар, ижадсылар хаҡында яҙмалар авторы ла. 2019 йылдан Башҡортостандың халыҡ шағиры.
ШағирӘ планетаһы
Бына нисә йылдар инде башҡорт шиғриәте күгендә Тамара Ғәниева планетаһы хәрәкәт итә. Уның үҙ орбитаһы, төҫ-биҙәктәре, үҙ дауыл-вулкандары, упҡындары, үҙ ҡара урмандары... Уның сер-тылсымын, бәлки, асып бөтөрөрлөк тә түгелдер, бары фараз ҡылырға, үҙеңсә ҡабул итергә генә мөмкиндер... Тамара Ғәниева шиғриәтендә мине иң элек теленең һутлы-моңло булыуы, образлы картиналылығы арбай. Шағирә бәләкәй генә текста әллә күпме ассоциациялар тыуҙыра һәм әллә нисә төрлө уй-фекер тергеҙә. Уның ижадында күп һүҙлелеккә урын юҡ. Автор бер ваҡытта ла ҡоро тел биҙәге өсөн генә һүҙ ҡуҙғатмай, уның һәр әҫәре – күңел һыҙлануы, йөрәк хисе. Ул – күңелдең ниндәйҙер бер һаләте, йөрәктәге ниндәйҙер тойғо, ундағы ниндәйҙер бер фекер. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә, тиҙәр. Эйе, ша-шағирәнең иңрәүҙәре уҡыусы күңелен дә тирбәтә, уны ла уйҙар, хистәр дауылына ташлай. Тамара Ғәниеваның шиғриәте – дауыллы даръя. Шағирәнең йәне (үҙе лә шул дауылдарҙан йонсоп, шул хис-иңрәүҙәрҙән, тормош-яҙмыш туҡмаҡтарынан ялҡып) йыш ҡына күккә ынтыла: Минең иһә күктең ҡөҙрәттәрен Гел аңлағым килде; Тәбиғәте Күктең – һинең символ, Һөйә иркенлекте... Шуға микән ни ул күңел даирәм Һөймәй кәртә-сикте. Шул уҡ ваҡытта шағирә ерҙән дә айырыла алмай. Йәне ике арала бәргеләнә. Шағир – үҙенә йән тыныслығы тапмай йәшәүсе йән. Ул үҙ яфа-хәсрәттәренә лә, бәндәләр ҡылығына ла көйөнә, ил, халыҡ, заман ғәмдәренән башҡа барыбер йәшәй алмай. Мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләп, йәшәйеш, донъя, бәндә, Ер-Күк яҙмышы хаҡында уйлана, сөнки уға битарафлыҡ хас түгел. Вайымһыҙыраҡ, еңел-елпе булһаң, бәлки, йәшәү ҙә еңел булыр ине, улай йәшәүселәр аҙмы ни? Ә Тамара Ғәниева улай йәшәй белмәй. Теләмәй. Уның әйтер һүҙе, дарманы бар. Ул – шәхес. Шуға ла үҙенә мәңге тынғылыҡ тапмаған йән. Моңо, хыял иле бар. Ана шуларҙың серен кешеләргә лә асаһы килә. Әгәр барыһына ла ҡул һелтәһә, донъя бөтөр кеүек тойола уға... Ер-Күк өсөн ул яуаплы... Холҡо сыныҡҡан, башына уй ҡунған, күңеле һуғарылған кеше генә зауыҡлы шиғырҙар яҙыуға һәләтле була. Тамара Ғәниева иһә республикабыҙ үҙаллылығы өсөн көрәш осоронда ныҡ һыналды. Ижады ла нәҡ шул осорҙа сыныҡты. Ул радиотапшырыуҙар әҙерләне, Үҙәк Комитетҡа, Өлкә комитетына Башҡортостан үҙаллылығын, союздаш республика статусын, телебеҙгә дәүләт статусын талап итеп телеграммалар һуҡты, «Урал» халыҡ үҙәген ойоштороуҙа ҡатнашты. «Ак тирмә»лә сығыштар яһаны, ә «Ағиҙел» журналы редакцияһын «Башпромбанк» урамға ҡыуып сығарыу менән янағанда, түшенә лозунг аҫып, Юғары Совет бинаһы ҡаршыһына барып баҫты (ул фото әле лә һаҡлана)... Сөнки инана: Милләтемдең тоғролоғон әйтәм: Йән аямай яҡлар төйәген, Нисәмә мең йылдар кәртәләгән Нығытмаға бурап һөйәген. Шул осорҙа шағирә милләтем, илем, телем тип һөйләү хоҡуғы һәм юғарылығына күтәрелде. Нәҡ ошо йылдарҙа уның гражданлыҡ йөҙө асыҡланды, инаныстары нығынды, әҙәбиәт һөйөүселәр уны – үҙ шағирәһе, халыҡ үҙенең тоғро ҡыҙы тип таныны. Тамара Ғәниева, башлыса, лирик шағирә. Психолог, нескә кисерештәр йырсыһы. Тәрән философ та ул, халыҡтың «уйлы балаһы» ла, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең поэма маһиры ла. Уның поэмаларындағы фәлсәфә һәр кемдең диҡҡәтен биләрлек юғары дәрәжәлә. Улар уйлы уҡыусыға тәғәйенләнгән. Кемгәлер, бигерәк тә еңел-елпелеккә йөҙ бороусыларға, йөҙ тотмай поэмалар оҫтаһы. Ҡиблаһы – башҡорт әҙәбиәтенең юғарылығына тиң әҫәр яҙыу. Уның кеүек уйсан шәхестәр халыҡты башҡа милләттәр алдында күтәреүгә һәләтле була ла инде. Шағирә – бөгөнгө әҙәбиәттең генә түгел, тотош йәмғиәтебеҙҙең дә уртаһында тороусы шәхес ул. Бәлки, ул әҙәбиәтебеҙҙә беҙ аңлап-төшөнөп бөтмәгән урынды ла биләйҙер әле. Бында беҙ уның публицистикаһы, әҙәбиәт ғилеме өлкәһендәге етди ижады хаҡында тәфсирләп тормаһаҡ та, был өлкәләрҙәге ижады менән дә ул кем икәнен танытманымы ни? Бәлки, киләсәк өсөн мин кәрәк булмам, тип икеләнеберәк тә әйтеп ҡуя ул шиғырҙарының береһендә. Юҡтыр, киләсәктә лә уҡыясаҡтар уны.
|
|||
|