Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Камил Йыһаншин. ТАЙГА ЙЫРСЫҺЫ



Камил Йыһаншин

(1950)

 

Камил Фарухша улы Йыһаншин 1950 йылдың 15 мартында Башҡортостандың Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, геологтар араһында йөк тейәүсе, кочегар, электрик була, Алыҫ Көнсығышта «Вольный» судноһында матрос. Горький ҡалаһында политехник институтты бөткәс, «Башнефть» ойошмаһында 1976 – 1988 йылдарҙа инженер була, тағы Хабаровск крайына китеп, Лазо хужалығында һунарсы... 1988 йылда кире Башҡортостанға ҡайта. БАССР көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығында тир түгә, «Эхо», «Шок», «Вымпелком» акционер ойошмаларында, Мәскәү банкыһының Башҡортостан филиалында етәксе урындарҙа эшләй. Ул – сәйәхәтсе, бик күп юлъяҙмалар авторы. 1993 йылдан ҡырағай кейектәрҙе һаҡлау Республика фонды етәксеһе. Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәйҙең Э. Володин, А. Толстой, В. Шишкин, Ю. Рыхэу, П. Ершов, П. Комаров, В. Шукшин, И. Гончаров һәм Ҙур әҙәби премиялары лауреаты.

 

ТАЙГА ЙЫРСЫҺЫ

 

Ул – Башҡортостан улы. 1950 йылдың 14 февралендә Ҡандра ауылында тыуған. Атаһы Фарухша офицер булыу сәбәпле, ғаиләләре урындан-урынға күсеп йөрөй. Камилдыц бала сағы башлыса Хабаровск һәм Приморье крайҙарының хәрби ҡаласыҡтарында үтә. Үҫмер күпселек ваҡытын йылға буйында, урманда үткәрә. 1967 йылда Владивостоктағы политехник институтҡа инә, ә каникул көндәрендә Сихотэ Алинь армыттары буйлап сәйәхәт итә. Геологик партияла эшсе, «Вольный» кит аулау карабында матрос, Лазо дәүләт урман хужалығында һунарсы була. Бары 1973 йылда ғына тыуған яғына ҡайта: Өфөлә төпләнеп, «Башнефть» ойошмаһында ун биш йыл эшләй. Ул – радиобәйләнеш буйынса инженер, ә 1991 йылдан – «Эхо» берләшмәһе директоры. Ҡатыны Татьяна менән дүрт бала тәрбиәләй. Камил шулай уҡ – «Ҡырағай йәнлектәрҙе ҡурсалау менән шөғөлләнгән ойошмаларҙы һәм граждандарҙы бүләкләүҙең республика фонды» рәйесе. Ижадында ла ул тәбиғәт, ҡырағай йәнлектәргә арналған темаларҙы һайлай, һунарсылар тормошо тураһында илһамланып яҙа. Камил Йыһаншиндың урман хикәйәләре, повестары тәбиғәт мөғжизәләрен тәрән белеүе, уларҙы мауыҡтырғыс итеп һүрәтләүе менән айырылып тора.

Камил Йыһаншиндың «Йомарт Буге» тигән беренсе повесы 1988 йылда «Всходы» коллектив йыйынтығында сыға. Автор урыҫса яҙа. Һуңынан (1990) Александр Филиппов фатихаһы менән был повесть «Уральский следопыт» журналында ла ярты миллион тираж менән баҫыла. Артабан «Китап» нәшриәтендә әҙиптең урыҫса 3 китабы донъя күрҙе: «Маха йәки бер һуҫар тормошо» (1992), «Боцман» (1994) һәм «Йомарт Буге» (1996). «Боцман» повесы өсөн автор «Аманат» журналы лауреаты булды. Башҡорт телендәге «Тайга хикәйәләре» китабы иһә 1998 йылда баҫылды. Уҡыусы уларҙы ихлас ҡабул итте. Автор яратып яҙған урмансы тормошо уҡыусы күңеленә лә яҡын. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә шул.

Камил Йыһаншин урыҫса яҙа, уның «Ситниктар», «Золото Алдана» романдары баҫылды. Ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.