|
|||
Зарема ӘхмәтйәноваЗарема Әхмәтйәнова (1945 – 1992)
Зарема Әхмәт ҡыҙы Әхмәтйәнова 1945 йылдың 28 майында Башҡортостандың Шаран районы Ерекле ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө нефть институтына инә. 1968 йылда Үзбәкстандың Андижан ҡалаһына эшкә китә. 1972 йылдан 1983 йылғаса Өфөлә проектлау ойошмаларында инженер, баш белгес вазифаларын башҡара, аҙаҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзының матур әҙәбиәтте пропагандалау бюроһында эшләй, «Башҡортостан ҡыҙы», «Аҡбуҙат» журналдарында мөхәррир була. Шиғырҙары институтта уҡыған сағында уҡ матбуғатта күренә, балалар өсөн «Гөлдәрем» китабы 1979 йылда баҫыла. Зарема Әхмәтйәнова проза өлкәһендә лә ҡәләм тибрәтә. Уның «Ҡырау», «Сәңгелдәк» исемле повестары донъя күрҙе.
АВТОР – ТӨП ГЕРОЙ
«Яҡшы кеше, яҡты ижад» тип яҙҙым да туҡтап ҡалдым. Мәҡәләмде лә ошолай атарға йыйынғайным бит. Ни өсөн? Баш баҫып ултыра торғас, уйҙарым ағышына, фекерем айышына төшөндөм, буғай: ижадты авторҙың шәхсиәтенән айырып булмай икән. Яҡшы кеше, яҡты ижад . Был һүҙҙәргә күп нәмә һыйған, хатта уның артында ижадсының яҙмышы ла һынлана һымаҡ. Шағирә һәм прозаик Зарема Әхмәтйәнова кеше булараҡ, йомшаҡ күңелле, ипле, һапалы тәбиғәтле йән ине. Үҙенең тирәһендәгеләрҙе этмәй-төртмәй, ватмай-ҡырмай, ә киреһенсә, уларға үҙенең йылыһын биреп, юлдарына яҡтылығын һибеп йәшәне. Уның яғымлы сырайы, ипле ҡыланыштары үҙен уратып алған кешеләрҙең йөрәгенә май булып һарыла ине; кешеләр ҙә уға һырыла ине. Ҡайһы берҙә, ул үҙ йылыһын, ҡеүәтен артығыраҡ өләшкәндер, йомартыраҡ ҡыланғандыр, шуға үҙе лә тиҙ көсһөҙләнгәндер тип тә ҡуяһың... Юҡ, сибәрлегендә генә түгел хикмәт, татлы шәрбәт тә тиҙ биҙҙерә, бешкән алманың эсе ҡортло булһа – аяныс. Зарема, әҙип әйтмешләй, йөҙө менән дә, күңеле, эштәре, ынтылыштары менән дә матур ине, шуға кешеләр уны яҡын итте. Әҙәбиәт донъяһына етмешенсе йылдарҙа баҫып, бик күп шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәр ижад итте. Шағирә лә, прозаик та, сатирик та, балалар әҙибәһе лә булараҡ танылды. Әлбиттә, Зарема Әхмәтйәнованың асылы шиғриәттә нығыраҡ асылды. Ул, һис шикһеҙ, үҙенең лирик шиғырҙары менән көслө.. Әле беҙ уның ҡайһы бер сәсмә әҫәрҙәренә күҙ ташламаҡсыбыҙ. Яҡшы кеше, яҡты ижад, тинем. «Ҡырау» повесының төп геройы химик инженер Гөлсинә Ғайсина ла үҙенең күп яҡтары менән авторҙың үҙен хәтерләтеп ҡуя. Мәҫәлән, Гөлсинә ун йылдар әүәл үҙен ташлап киткән ире Мирзанурҙы ғәфү итә. Ярһымай, төкөрөк сәсмәй, ә өнһөҙ генә кисерә. Йәшәү, балалар хаҡына.. Зарема үҙе лә тормошта шундай ине: бәндәләрҙең йәмһеҙ ҡылыҡтарын өнһөҙ кисерә белде. Иманым камил, тормош юлдашы хыянат итһә, Зарема ла ғәфү итер ине. Тәүбә, тәүбә, тим. Уға ире, ул иренә лайыҡлы булып ҡалды, шөкөр уныһына. Нефтехимик Гөлсинә ханым үҙ эшенә намыҫ менән ҡараусы кеше. Бер мәл, һин дә мин эшләп йөрөгән еренән ауырыраҡ урынға – фенол цехына технолог булып күсергә тәҡдим иткәс, ризалаша. Фенол цехы саҡ төҙөлөп кенә ята, унда ҡатын-ҡыҙ юҡ иҫәптә. Зарарлы цех, йәш әсәләр һаулығына кире йоғонто яһай. Гөлсинә күнә Ул – ғорур кеше. коммунистик идеалдарға тоғро тәрбиәләнгән быуын вәкиле. Партия ағзалығына кандидат, Гөлсинә, эскесе ирен кисерә белгән баҫалҡы тәбиғәтле ҡатын, көрәшселәр рухында тәрбиәләнгән. Фенол цехын ашыҡ-бошоҡ төҙөп, өлкә партия комитетына рапорт бирергә ашҡыныусы икенсе секретарь Сәлим Хәлимовҡа, цех парторгы Дауытовтар төркөмөнә ҡаршы сыға. Цех начальнигы Елизаров менән бергә фенол цехын яңы камилыраҡ һыҙма буйынса ҡороуҙы даулай Иҫкеһе эшкә яраҡһыҙ: уның буйынса төҙөһәң, киләсәктә авариялар ҡотолғоһоҙ, фенол ҡатнашмалары ергә түгеләсәк, һауаға осасаҡ Кем, кем, беҙ, өфөләр, хәҙер фенолдың нимә икәнен беләбеҙ инде. Зарема Әхмәтйәнова, үҙе һөнәре буйынса нефтехимик кеше, беҙгә яманаты сыҡҡан шул фенол цехының нисек ҡоролоуы хаҡында бәйән итә. Беҙ, ниңә фенол эсер һыуҙарыбыҙға ҡушылды икән, тип баш ватабыҙ. Нефтехимиктар тәүҙә үк ғәмһеҙ ҡыланған, фенол цехын төҙөгәндә үк хаталарға юл ҡуйылған! «Фенол» эпопеяһының башын, уның тамырҙарын асып бирә беҙгә әҙибә. «Ҡырау» повесының формаһы ла үҙенсәлекле. Яңы цехты асыу тантанаһына радио хәбәрсеһе лә саҡырылған. Ул цех технологы Гөлсинәнән интервью алырға маташа, тегеһенең теле әйләнмәй. Хәбәрсе йәнә әҙерләнергә ваҡыт бирә. Ошо арала төп герой цехтың төҙөлөү тарихын хәтерләй, үҙенең бөтөн тормошон күҙ алдына баҫтыра. Ҡабат шул уҡ ваҡиға (ремарка кеүек): хәбәрсе технолог ханымдан интервью алырға тырыша. Был күренеште тағы хәтирәләр алмаштыра... Дөрөҫ, «Ҡырау» повесы үҙенең тематикаһы менән әҙәбиәтебеҙҙә яңы түгел. Ул шул уҡ «производство» темаһын дауам итә, экология проблемаларын күтәрә. Шулай ҙа, төп геройҙың уҡыусы алдында теп-тере булып һынланыуы, уның ихласлығының сағылышы булыуы менән, күңелде арбай. Төп герой Гөлсинә йәшәй, тын ала, йылмая, һағышлана – уҡыусы бына ошоларҙы тоя, үҙе лә герой ыңғайына кисерә. Әлбиттә, тел ҡытыршылыҡтары арыу уҡ күҙгә бәрелә, мәгәр повесть үҙе йыйнаҡ, автор уны самаһыҙ һуҙмай, уҡыусының башын бутамай. Китаптағы тәүге әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, ҡаршыла йәнә автор үҙе һынлана. Зарема Әхмәтйәнованың ҡыланыштары, тәртибе бит был. Гөлсинә, төп герой, авторҙың үҙе бит! Гөлсинәнең кешеләргә мөнәсәбәте – авторҙың мөнәсәбәте. Гөлсинәнең донъяға, эшкә, кешеләргә ҡарашы – авторҙың үҙ ҡарашы. Гөлсинә, ихтыярһыҙ ирен ғәфү иткән ҡатын, балаларын өҙөлөп һөйгән әсә – шул уҡ Зарема. Зарема, повесть авторы, повестың төп геройы! Бөтөнөһө уның булмышы... Яңы цех технологы Гөлсинә ханымдың йөрәге сыҙамай. Ул кисергәндәрен күтәрә алмай түшәккә йығыла. Производстволағы конфликт, ире менән айырылышыу, күрәһең, игелекле, йомшаҡ күңелле затты аямағандыр. Ҡырау һуға был яғымлы сырайлы, яҡты күңелле, юғары күңелле ҡатынды. Үҙ принциптарың өсөн көрәш, уларҙы аша атлап сыға алмау хәтәр ҡорбандар талап итә шул. Шәхси тормошонан уңмау ҡаҡшата бәндәне. Зарема Әхмәтйәнова ла иртә һулыны – тормош ҡырауы һуҡты уны ла... Ире менән яңынан ҡауышһа ла, Гөлсинәгә лә бәхет яҙмаған. Гөлсинә кеүек, китап авторы үҙе лә танһыҡтары ҡанмай китте был яҡты донъянан. Китапҡа ингән икенсе «Сәңгелдәк» повесы үҙенең жанры менән, минеңсә, лирик монолог. Бында ла үҙәктә – лирик герой – автор үҙе. Һалдат әсәһе «балам» тип өҙөлә, «балам» тип йән ата. Йөрәге түренән сыҡҡан әрнеүҙәре, ымһыныуҙары ҡағыҙ битенә күсә. Үрһәләнгән әсә йөрәге һалдат улына хаттар артынан хаттар яуҙыра. Күрәһең, шулай үҙенең йәнен баҫа. Бында ла төп герой автор үҙе! Һеҙ, нишләп бөтә әҫәрҙәрҙә лә «автор – төп герой ул», тиерһегеҙ. «Ҡырау» повесында, мәҫәлән, хикәйәләүсе автор түгел, һүҙ өсөнсө заттан алып барыла... Йәнә ҡабатлайым: «Ҡырау»ҙың да, «Сәңгелдәк»тең дә төп геройы – автор. Ғөмүмән, бөтә әҙәбиәттә лә шулай: автор – үҙ әҫәрҙәренең төп геройы. Китапта авторҙың үҙ ҡараштары, үҙ зауығы, үҙ эстетикаһы сағыла, ә бүтән берәүҙеке лә түгел. Боронғо замандарҙы, ете ят һымаҡ тойолған персонаждарҙы һүрәтләгәндә лә автор үҙен сағылдыра: үткәндәге ваҡиғаларҙы үҙ позицияһынан тороп тасуирлай, үҙ баһаһын бирә. Әҫәрҙең бөтөн эстетикаһы автор эстетикаһы, рухы менән һуғарыла. Хатта персонаждың кире һәм ыңғай яҡтары ла – авторҙың үҙ һыҙаттары. Ана, яңы цех технологы Гөлсинә. Елкенеп эшләп йөрөүсе, Талымһыҙ кеше. Ул – Зареманың үҙе! Төҙөлөш майҙансығында ҡайнай, тирәһендәгеләрҙе, Айгөлдө, Айҙарҙы, Елизаровты, эшкә сәмләндерә. Бирешмәҫкә өндәй. Күңел йылыһын өләшә тирәһендәгеләргә, йылмайыуын... Беҙ Гөлсинә йөҙөндә әүәлге нефтехимик Зарема Әхмәтйәнованың үҙен дә таныйбыҙ. Бына ниндәй булған ул инженер сағында! «Сәңгелдәк»тә иһә күберәк көнкүрешкә иғтибар йүнәлтелә, һалдат әсәһе яҙмышы бәйән ителә. Шул уҡ автор, шул уҡ Зарема! Ысынын да әҫәрҙәренең төп геройы үҙе бит! Әҫәр – авторҙың ғәзиз балаһы, ә автор – шул әҫәрҙең төп персонажы, төп геройы. Беҙҙең ҡулыбыҙҙа – яңы китап, арабыҙҙан үтә иртә киткән Зарема Әхмәтйәнованың ғәзиз балаһы. Ә ул китаптың төп геройы – авторы, Зарема Әхмәтйәнова үҙе.
|
|||
|