Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ул йылыһы



Ҡул йылыһы

 

Ҡояш нурҙарында йым-йым килгән

Һәр бөртөгө ҡарҙың – сер-йомаҡ.

Мин йәшәгән ғүмер – ҡулдарыма

Услап ҡына алған ҡар һымаҡ.

Аҡ ҡарҙарҙы услап алған һайын

Арта миндә йөрәк ярһыуы.

Күҙ йәштәре кеүек мөлдөрәмә –

Ҡулдан иреп аға ҡар һыуы.

Услап алған ҡарҙы иретерлек

Ҡул йылыһы уста булғанда,

Ҡар һыуығы теймәҫ йөрәгемә

Йылдар ҡарын ҡулға алғанда...

Заманында ысын шағир тигән атҡа атланған Тойғон пьесалар ҙа («Был ни хәл?», «Төнгө поезд», «Осрашҡайныҡ, буғай»), повестар ҙа («Актриса», «Туҡталҡа») яҙҙы, уларҙың ҡайһы берҙәрен уҡыусылар йылы ла ҡабул итте («Актриса» повесы), шулай ҙа Тойғон барыбер шағир булып ҡала. Шиғыр уның талмаҫ ҡанаты, иң оло даны һәм иң илаһи мөхәббәте.

Саҡ ҡына көтәйексе,

Тау артында ай тыуғанын.

Саҡ ҡына ҡарап торайыҡсы,

Өйөрөлөп ҡарҙар яуғанын.

Алыҫ ерҙе яҡынайтыр ара бар,

Күңелемдә шуға бәйле яра бар.

Аһ, ул яра! Үтте инде күпме йыл!

Хыялымдан аҡыл көлә – ят та үл.

Мең төҫтәге был донъяның хаҡына

Хыялланмай йәшәп ҡара саҡ ҡына.

Етте ләме көлөр йәшем, эй донъям,

Ҡояш-һауаң сихырын саҡ тоям.

Олпатлана барған шағир гражданлыҡ лирикаһының матур өлгөләрен тыуҙыра. Сөнки Тойғондоң битараф булмаған характеры менән донъяла барған шау-шыуҙан, илдәге ығы-зығынан һис ситтә тороу мөмкин дә түгел. Шағир шуға ла шағир. Сөнки Ер шарын сатнатып үткән ярсыҡ иң тәүҙә уның йөрәге аша үтә. Был да шағир шәхесе менән шағир ижадының берлегенең сағыу миҫалы. Нәҡ шағир Тойғон миҫалында беҙ шағир ижады менән шағир шәхесе ярашыуын күрәбеҙ.

Уның «Оялам», «Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй», «Яңы Алла килһә», «Бер ҙурлайҙар, бер хурлайҙар», «Бөгөнгөмә ҡарғыш һүҙем етмәй» ише киң билдәле гражданлыҡ лирикаһы өлгөләре – алдыбыҙҙа:

Бөгөнгөмә ҡарғыш һүҙем етмәй –

Тын алмайым, гүйә, ут йотам.

Һағышымдан хатта ниндәй илдә

Йәшәүемде ҡай саҡ онотам.

Ҡарағош бит ҡабат ҡанат йәйә –

Килмәҫ тимә көндәр тонсоғор.

...Хәсрәтемдән әгәр үлә ҡалһам,

Ҡәберемдән атылып ут сығыр...

Чечен һуғышы башланған дәүерҙә (егерменсе быуат һуңы) Тойғон тәүләп шул һуғышты кире ҡағыуы тураһында шиғыр яҙҙы, Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында бергә уҡыған, аҙаҡ көрәшсе булып киткән Ғилемхан Йәндәрбиев дуҫын иҫләне. Ихлас кеше, ихлас шағир... Ул ярһыу, нәфрәт һүҙен дә асыҡ итеп, алдын-артын уйламайынса әйтте, ил хужаларын ғәйепләне. Киң билдәле «Ҡабатлана тарих» шиғыры 2000 йылдың апрелендә яҙылған.

Йорт-ҡураһыҙ ҡалды чечен халҡы –

Федералдар уны көл итте.

«Террорист» һәм «боевик» тип атап

Буламы һуң тотош милләтте?

Әлбиттә, шиғырҙы уҡырға, шағир ижады менән яҡындан танышырға кәрәк – был иҫке хәҡиҡәт. Шиғырға бары комментарий биреп кенә уның тәмен, рухын тойҙороп бөтөү мөмкин булмаған эш, тим мин өтөк бер тәнҡитсе үҙ-үҙемә.

Ижадсы – яңғыҙ ҡошсоҡ, яңғыҙ ғына осоп бара ул күктә. Ижад эше лә яңғыҙлыҡ ярата, иң даһи әҫәрҙәр яңғыҙ ҡалғас ижад ителә. Шағир Риф Тойғон да яңғыҙлыҡ илсеһелер... Йәш сағында, әлбиттә, уны бик дыуамал да булған, уйлағанын ярып әйткән тип һөйләйҙәр, хатта уҡыған еренән дә ҡыуғандар, буғай. Динис Бүләковтар менән ҡуша ҡыҙҙар яҡлап һуғышып та йөрөгәндәр, шай. Йәш шағирҙың бик күп дуҫтары булған, ул шулар араһында гөрләп йәшәгән. Шағир булғас, шарап та яратҡан, тиҫтәрҙәре-шағирҙар менән тағылышып һыйланып та йөрөгән, тик ваҡытында туҡтаған, был шөғөлөн һөнәренә әйләндермәгән. Олпатланған, оло эштәр атҡарған, ҙур-ҙур вазифалар башҡарған: Башҡорт академия һәм «Нур» дәүләт театрҙарында директор урынбаҫары, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары... һуңынан шул ойошманың башлығы.

Риф Тойғондоң ҡәләмдәштәренә арналған, ижади булмышҡа бағышланған бик күп арнау-шиғырҙары билдәле. Улар үҙе менән ижадта иңгә-иң терәп атлаған дуҫтарына төбәлгән: Сабир Шәрипов, Аҫылғужа, Тимер Йосопов, Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Ирек Кинйәбулатов, Әхмәр Үтәбай, артистарҙан Рәмзиә Хисаметдинова, Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаровтарға...

Ғүмер – хәнйәр.

Кеше беләү итеп,

Ҡайрай уны яҙмыш ташына.

Кемдер уны ҡында килеш тотһа,

Кемдер ҡындан һурып шашына.

Бөгөн олпатлыҡ дәрәжәһен ирешкән шағир эскелеккә, милләтенең ғәфләт йоҡоһона тарыуына ҡаршы:

Милләтте булмай уятып –

Йоҡо бүлер уйҙар уйлатып, –

тип саңҡ ҡаға.

Был шиғырым – үҙе ләғнәт һүҙе,

Ҡәһәр төшөр ошо заманға.

Ғәжәпме ни шуға кешеләрҙең

Бүленеүе байға-ярлыға?

Шағир заманы менән бергә атлай, туған халҡы ыҙалары менән ыҙалана, уның хәсрәте менән хәсрәтләнеп йәшәй. Уның бар ижады туған халҡы көнөнә арналған бит, уның шәхесен шуға ижады яҙмышынан, халҡы ямышынан айырып ҡарау мөмкин дә түгел.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.