Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ШАҒИР ИЖАДЫ, ИЖАДСЫ ШӘХЕСЕ



Тойғон

(1946 – 2014)

 

Тойғон (Риф Ғәлим улы Тойғонов) 1946 йылдың 24 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Аҡсура ауылында тыуа. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Мәскәүҙә М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтының юғары әҙәби курстарында уҡый. 1974 йылдан 1994 йылғаса өҙөклөктәр менән «Совет Башҡортостаны» газетаһында, һуңынан 1978 – 1981 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында эшләй. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт академия театрында әҙәби бүлек мөдире, директор урынбаҫары була. Ә 1997 – 2009 йылдарҙа – Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәйесе урынбаҫары, 2012 – 2014 йылдарҙа – идара рәйесе.

Тойғондоң тәүге шиғри йыйынтығы «Ҡул йылыһы» 1982 йылда баҫыла, икенсеһе «Тәҙрәңдәге яҡтылыҡ» (1987) тип атала. Тойғон пьесалар ҙа, повестар ҙа яҙҙы. Пьесаларҙың береһе – «Төнгө поезд», ә повестары – «Актриса» менән «Туҡталҡа» исемле. Шулай ҙа Тойғон барыбер шиғриәткә тоғро ҡалды. Уның «Фатиха», «Көҙгө баҡсала», «Ҡәнифә юлы» тигән поэмалары киң билдәле.

ШАҒИР ИЖАДЫ, ИЖАДСЫ ШӘХЕСЕ

 

Тойғон ижады, Тойғон әҫәрҙәре менән ныҡлабыраҡ танышҡас, шағир ижады менән шағир шәхесе ярашамы йәки шағирҙың шәхесе ижадын тулыһынса сағылдырамы тип уйланам. Ижадта алға һөргән инаныстар ижадсының үҙенең дә күңел ҡанундары булып торамы? Икенсе яҡтан ҡарағанда, шағир шәхесенең ҙурлығы һис шикһеҙ уның ижадының юғарылығын да билдәләй бит.

Риф Тойғон һәр саҡ сәмсел, намыҫсан зат булды, кешеһенә ҡарамай, алдын-артын уйламай тура ярып һалды, маҡсаты булды: «тураһын әйтергә –алдында, кешене маҡтарға – артында...» Ошо уҡ сифаттары уның әҫәрҙәрендә лә күренә: уның лирик геройы ла ярһыу, кешенең йөҙөнә бәреп әйтә:

Хәнйәр таҡҡан егет өсөн үлем

Өҫтөн булған ҡурҡып ҡасыуҙан.

Ә мин дә бит, намыҫһыҙҙы күрһәм,

Билде ҡапшап ҡуям асыуҙан.

Ижадында ла тормоштағыса булыу, алдашмау – Тойғон эстетикаһының төп принцибы. Уның әҫәрҙәрендә лә тормоштағы алсаҡ, намыҫсан, ғәҙел Тойғондо таныйһың... Әгәр инде әйтһә, был кеше һүҙенән һис яҙмаҫ, һүҙ бирһә, үтәр, баш осонда таш яуып торһа ла, әйткәненән ҡайтмаҫ. Беҙ, әлбиттә, тормошта шундай кешеләрҙе, юлда шундай юлдаштарҙы яратабыҙ – улар, үлтерһәң дә, һүҙенән ҡайтмаҫ, вәғәҙәһен боҙмаҫ. Иң тәүҙә һиндә кешене ихтирам итер.

Тойғон бигүк күп яҙмаған икән, ғәҙәтенсә, етлеккән шиғырҙарын ғына уҡыусы иғтибарына тәҡдим итә. Әҙләп, тәмен белеп, сама белеп яҙа... Һәм, шуға инандым: иң һәйбәт әҫәрҙәре йәшлегендә – көслө һәм ярһыу сағында ижад ителгән.

Ямғыр килә...

Йәшен һуҡҡан таштар

Түбән оса утлы юл сыйып...

Ана, кемдер ошо күренеште

Ҡыҙ үпкәндә йөрәк ярһыуына

Тиңләп карай, ихлас йылмайып.

Нәҡ Тойғонса ғына яҙылған, нәҡ уның стилен һынландырған, әллә ҡайҙан «мин – Тойғон шиғыры» тип ҡысҡырып торғандарын һайларға тырышам:

Ҡайҙа минең, ҡайҙа тай ялдарын

Усҡа урар сағым – мораҙым;

Ҡулым һуҙһам, бына етер кеүек,

Аяҡ баҫһам, гүйә, бер аҙым.

Күҙ ҡарашым – йондоҙҙарҙа,

Гүйә, бөгөн тәүләп күрәм,

Ә уларҙы үләндәргә

Теҙгәндәрме берәм-берәм...

Ерҙән түгел, йондоҙло күк

Буйлап, ахыры, атлап киләм

Һәм, йондоҙло уйҙар ҡыуып,

Ҡайҙалыр мин еләм-еләм...

Йыһан буйлап, йондоҙҙар сүпләп елә шағирҙың лирик геройы...Сәмле, намыҫсан, даланлы... Ярһыу ҙа...

О, был ҡараш наҙҙарынан һәр кем

Теләр ине янып көйөргә,

Джоконданың серле ҡараштарын

Ғашиҡтарҙа мөмкин күрергә.

Шағирҙың (үрҙә әйткәнебеҙсә, ул әҙ һәм танһыҡ итеп яҙҙы, әйтһә, берәгәйле итеп әйтте) бына тигән пейжаз һәм мөхәббәт лирикаһы бар ҙаһа!

Ҡыш уртаһы...

Ҡыҙҙар алма һата, –

Алма һәм ҡыҙ...

Хайран мин шуға:

Алма төҫлө оҡшаш ҡыҙҙармы,

Ҡыҙҙар йөҙө әллә алмамы?

Шағир төрлө үлсәүҙәргә мөрәжәғәт итә, шиғриәт донъяһында төрлө формаларҙы һынап ҡарай, әммә барыбер һуңғы сиктә традицион ҡалып вәкиле булып ҡала.

Ана, йылға ярһый икән ниндәй асыуҙан,

Ишелә ярҙар тулҡындар килеп ҡосоуҙан.

Шашҡан елдәр күбектәрҙе телә бысаҡтай,

Хата таштар ырғыла ситкә тапсыҡтай.

Мөхәббәт лирикаһын тәшҡил иткән шиғырҙар Тойғон ижадының иң көслө яры. Улар, билдәле, йәш саҡта, ғашиҡ булған йылдарҙа тыуған, һәм хәҙер шул йылдарҙың иҫтәлеге булып ҡағыҙҙа йәшәй.

Күрҙем кеүек...

Әллә күрмәнем дә

Буй-һыныңды йылға ярында;

Күбәләктәр талға ҡунамы ни,

Эргәһендә гөлдәр барында

Был һөйөү тойғолары шундай ихлас, кисерелгән... Уларҙа кеше күңеленең иң-иң һағышлы аһтары:

Күҙ алдынан ялтлап китте кеүек

Көндәр, айҙар, йылдар ағышы...

Шул сак ситләп уҙған һөйөүемдең

Эҙләп тапты бөгөн һағышы.

Күктә йөҙгән аҡһыл болоттарҙың

Күләгәһе һеңә тауҙарға,

Офоғома күҙ һирпеүем була, –

Уйым оса әллә ҡайҙарға.

«Күңел һағына», «Үкенмәйем», «Ҡайһы мәлдең шиғыры был», «Оноттом», «Саҡ-саҡ ҡына», «Ҡул болғауы һаҙағайҙың», «Ҡыуандыҡҡа ҡайтам ҡыуанып», «Ҡул йылыһы» ише гүзәл шиғри гәүһәрҙәр тыуҙырған шағир икән Тойғон!.. Уларҙың һәр береһендә ҡоро көр тауыш ҡына түгел, ә әрнеү, моң-һағыш бар, әҙәмсә көйөнөү-үртәлеү етерлек. Был әҫәрҙәрҙә әҙәмсә һыҙланыу – биниһая! Иң мөһиме: шиғыр бар, әллә ҡайҙан «мин – Тойғон» тип торған юлдар – былар:

Ҡул болғауы әллә һаҙағайҙың –

Ялт-йолт итә ниңә тау һырты?

Ҡамсыларға йән эйәһен әллә

Эҙләйме ул, тотоп сыбыртҡы?

Күҙ һирпеүем була тауҙарыма,

Йөҙҙә тоям офоҡ ялҡынын.

Мин һағынған ҡараш төҫлө мәллә

Һаҙағайҙың ялт-йолт балҡыуы?

Йәшендәй ул хәҙер тертләтһә лә,

Асыҡ көйө ҡалыр иҙеүем.

Услап алған ҡарҙы иретерлек

Ҡул йылыһы уста булғанда,

Араларҙа тауҙай йылдар ята –

Шуны мәллә тәү ҡат һиҙеүем?

Был әҫәрҙәрҙә Тойғон шиғриәте тип ауыҙ тултырып әйтерлек үҙенсәлекле донъя бар.

Тойғон ысын мәғәнәһендә традицион шиғырсы, юҡ, ысын шиғыр оҫтаһы икән дә баһа!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.