Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина



Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

(1945)

 

Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина 1945 йылдың 14 октябрендә Башҡортостандың Ейәнсура районы Мәжит ауылында тыуа. Өфөләге 1-се һанлы республика интернат-мәктәбендә уҡый. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Күмертау ҡалаһында уҡытыусы була. Башҡортостан мәғариф белемен камиллаштырыу институтында, 2007 йылдан алып 2014 йылғаса Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. Мәктәп йылдарынан уҡ шиғырҙар яҙа, әкиәттәр сығара, хикәйәләр ижад итә. 1993 йылда уның «Сәләм», аҙаҡ «Умырзаяларҙы өҙмәгеҙ», «Салауат», «Яҙ килде» ише балалар өсөн китаптары баҫыла. Башлыса балалар әҙәбиәтендә эшләй – шуға өс томдан торған «Балалар әҙәбиәте антологияһы»н башҡортса һәм рус телендә әҙерләп нәшер итте (2011 – 2014 йылдар).

Тәржемә менән дә шөғөлләнә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы.

 

ӘҘИБӘНЕҢ ОЛО ХЕҘМӘТЕ

 

Беҙ, ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙың түрә булыуын өнәмәйбеҙ. Улар ваҡсыл, иҫәпсел... Ә бөгөн, әлеге ҡатмарлы заманда яҙыусылар союзын һаҡлау өсөн шундай пунктуаль кешеләр кәрәктер ҙә.

Мин быны, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина тураһында уйланғас, әйтәм. Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы 2007 – 2014 йылдарҙа Союзда эшләне, союз эшен ойоштороу, уны һаҡлау өсөн күп көс түкте, әйткәндәй, ул шул эште булдыра ла ала ине. Был юҫыҡтан ҡарағанда, шәхестең һәр төр эшмәкәрлеге лә беҙҙең өсөн мөһим. Йәки әҙибә ижад сифаттары балалар антологияһын төҙөргә, башҡорт балалар яҙыусылар ижадын теҙеп, төпсөрләп барларға тотонғандыр.

Бөгөнгө көнгә «Балалар әҙәбиәте антологияһы»ның 1, 2, 3 томдары ла баҫылып сыҡты. Антологияға барлығы 200-ҙән ашыу әҙиптең әҫәрҙәре, әҙип тураһында биографик аңлатма-аннотация ла бирелгән. Был – олоғара хеҙмәт, өҫтәүенә, ул башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителә. Һәм шул эште Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина бер үҙе башҡара! Рус теленә байтаҡ әҫәрҙәрҙе ул үҙе үк ауҙара.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина– арҙаҡлы балалар әҙибәһе, уның «Мәрйендәр» (1993), «Гөр-гөрөлдәк» (1995), «Башҡортомдан батыр юҡ икән» (1998), «Серле ҡумта» (2001), «Әсәйем ҡояш икән» (2011), «Дүртенсе мөғжизә» (2015), «Илебеҙ беҙҙең ожмахтай» (2020) китаптары донъя күрҙе сыҡты, балалар әҙәбиәтендә әҙибәнең матур урыны бар.

Һәр кем балалар яҙыусыһы була алмай. Бында бәғзеләрҙең балалар тураһында яҙыуы мөмкин, ә бала булып, шул балалар теле менән улар хаҡында үҙ кеше булып һөйләй алыу һәләте кәрәк. Минеңсә, был һәләткә әҙибә эйә.

Балалар психологияһын аңлау өсөн бәлки улар араһында ҡайнарға, күңелеңде шуға һалырға кәрәктер. Яҙыусы оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләне, Кумертау, ғөмүмән, Башҡортостан уҡытыусылары уны яҡшы белә. Ижадын, баланың фекерләү үҙенсәлектәрен, йәш баҫҡыстарын иҫәпләп эш итә: яҙыуы кескәйҙәргә донъяны асҡанда психологик эҙмә-эҙлекле анализ алымдарын уңышлы ҡуллана.

Бәләкәй бала хискә бирелеүсән, иғтибары тиҙ генә бер әйберҙән икенсеһенә күсә. Шуға тәрбиәүи процесс баланы башҡаларҙың фекерен, шөғөлөн хөрмәт итергә өйрәнеүгә нигеҙләнергә тейеш. Мәҫәлән, «Беренсекәй» әкиәтендә Беренсекәй тигән себеш һәм уның туғандары тыуып бөткәс тә, әсәһе Сыбар тауыҡ уларға һөнәр өйрәтә башлай: «Ҡорт-ҡорт, ерҙән шулай тибенеп, бөжәктәр ашағыҙ, тамағығыҙ булыр туҡ, ауырыуҙар булыр юҡ!..»Беренсекәй ялҡау, һөнәр үҙләштергеһе килмәй. Аттың һоло ашағанын күреп, һоло суҡып ҡарай, быҙау менән һөт эсмәк була, көсөк менән һөйәк кимерергә уйлай. Ләкин эт абалау менән әсәһе янына йүгерә. Шунда ғына әсәһен, яҡындарын хөрмәт итә, улар ҡушҡанды тыңларға кәрәк икәнде аңлай: «Үҙ әсәйем янында тормош йәмле,» – тип ҡысҡыра, әсәһе ниндәй һөнәр күрһәтһә, шуны отоп алырға тырыша.

«Һағыҙаҡта ҡунаҡта» әкиәте лә хәрәкәт, ярҙамсыллыҡ, бер-береңә ихтирамлы булыу хистәре тәрбиәләй. Әлисә төшөндә һағыҙаҡтарға ҡунаҡҡа бара. Һағыҙаҡтарҙың һәр береһе үҙенә тәғәйен эш менән мәшғүл: берәүҙәре бала-сағаларҙы ашата, икенселәре, өйгә терәп, яңы торлаҡ төҙөп ята, өсөнсөләре һунарға йөрөй. Һунарсы һағыҙаҡтар ризыҡтарын ишек төбөндә көтөп тороусы һаҡсыларға тапшыралар ҙа, тағы осалар.

Кешенең шәхес булып үҫеүендә үҙ-үҙен эмоциональ яҡтан уңай баһа менән ҡабул итеүе мөһим роль уйнай. Төрлө эш, өлкәндәрҙең ыңғай мөнәсәбәте балаға хис-тойғоло, әхлаки яҡтан бөтөн булып үҫергә булыша. Бындай балалар яҡындарын ярата, наҙлы мөнәсәбәт ҡора. «Күршеләр» хикәйәһендә Фәриҙәне әсәһе күрше Разифа әбейҙең хәлен белешергә ебәрә. Разифа әбейҙең сырхап ултырғанын күреп, Фәриҙә самауырға саҡ-саҡ көсө етеп, сәй ҡайната. Тәмле сәйҙән бер аҙ хәл кергән әбей: «Хоҙай рәхмәте төшкөрө, әлдә күршем бар!» – тип маҡтай. Был оло һүҙ ҡыҙ күңелендә ышаныс, дәрт уята.

Һәр геройҙың уңай һәм кире яҡтары бар. Әгәр берәй кеше психологик кризистан уңышлы сыға икән– был шәхестең үҫешендәге еңеү. Тормош ауырлыҡтары кешенең ихтияр көсөн нығытыуға булыша. Был үҫеш сифаттары ла Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина әҫәрҙәрендә сағыла. «Әсәйем ҡояш икән» хикәйәһендә Әмир – иркә, наҙлы малай, әсәһе менән генә донъя көтә. Бында баланың психилогик портреты дөрөҫ һүрәтләнгән.

Этик нормалар, ҡағиҙәләр йыйылмаһы һәр халыҡ мәҙәниәтендә йәшәп килә. Шуларҙан сығып, яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина үҙ әҫәрҙәрендә балаларҙың үҫмер психологияһына ярашлы ситуацион проблемалар күтәрә. Геройҙы төрлө проблемалар алдына ҡуя, ә ҡотолоу юлын персонаж үҙе һайларға мәжбүр. Изгелек һәм ялағайлыҡ ҡапма-ҡаршы категориялар булып сығыш яһай.

Бала үҙен, үҙенең эшсәнлеген уңай ситуацияға яҡынайтырға тырыша һәм шунлыҡтан өлкәндәр донъяһының мораль, этик нормалары балала әхлаҡи сафлыҡ тәрбиәләй ҙә инде. Әкиәттәр аша бала мәҙәни белем туплай, тел үҙенсәлектәрен үҙләштерә, төрлө сығанаҡтар менән таныша.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина әҫәрҙәре лә тел йәһәтенән аңлайышлы, халыҡсан, еңел уҡыла. Авторҙың шиғыр, хикәйәләре балаларҙың фекерләү даирәһен киңәйтергә булыша. Әҫәрҙәр өгөт-нәсихәт бирмәйенсә, төрлө ситуациялар аша донъяның әле үҙенә таныш булмаған проблемаларын күҙаллай, мәғлүмәт ала, еңеүсе һәләтен үҫтерә. Бындай әҫәрҙәр баланы әхлаҡи мотивтар ҡуйырға әйрәтә. Әҙибәнең китаптарының береһе шуға ла «Дүртенсе мөғжизә» тип атала. Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә донъя күргән был китап – балаларға мөғжизәле бүләк. Урыҫ телле балалар ҙа, башҡорт балалары менән бер рәттән, башҡорт халҡының мәҙәниәте, әҙәбиәте, мөхите менән танышасаҡ, халҡыбыҙҙың бай рухи ҡиммәттәрен барлаясаҡ.

Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның анау тиклем фиҙаҡәр ижади эшсәнлеге тағы ла юғарыраҡ баһаға лайыҡтыр!

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.