Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тәлғәт Сәғитов



Тәлғәт Сәғитов

(1943)

 

Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов 1943 йылда Башҡортостандың Ишембай районы Маҡар ауылында тыуа. Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында уҡый.

Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында ул бер ни тиклем партияның Башҡортостан өлкә комитетында эшләп алды. Һуңынан «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан журналистары союзы рәйесе булды. Бер ара Башҡортостан Яҙыусылар союзында ла эшләй, Башҡортостан радиоһы һәм телевидение тапшырыуҙар комитеты рәйесе була. Шунан һуң ул Башҡортостандың мәҙәниәт министры, «Башҡортостан» газетаһының баш мөхәррире вазифаларын биләй.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

 

БЕҘҘЕҢ ӨЛКӘ КЕШЕҺЕ

 

Ул әле һаман да сибәр... олпат.

Быға, моғайын, уның ҡарағайҙай оҙон, һомғол буй-һынылы булыуы тәьҫир итәлер. Әле башҡорт азатлыҡ хәрәкәте, ХХ август башындағы хәлдәр, унда Ишембай, Маҡар яғы егеттәре ҡатнашыуы хаҡында уйлайым. Зәки Вәлиди, Әмир Ҡарамыш, заманында Башсовнарком рәйесе Гәрәй Ҡарамышев, Әүхәҙей, Сөләймән Ишмырҙиндар. Тәлғәт Ниғмәтулла улы ла шул яҡтан, Маҡар ауылы егете: дәрәжәле, мөләйем йөҙлө, һәр ваҡыт эшкә әҙер. Былай ул бигүк йылмаяҡ, шаян кеше лә түгел, ни тиһәң дә, башҡорттоң бер дәүләт эшмәкәре бит инде. Заманында башҡорт иленең етәксе органы – коммунистар партияһы Башҡортостан өлкә комитетында, Башҡортостан хөкүмәтендә эшләне. Илебеҙҙең иң мөһим, иң ҡырҡыу мәсьәләләрен хәл итешкән, шул мәсьәләләрҙе хәл итешеүҙең уртаһында ҡайнап йәшәгән кеше.

...Тәлғәт Ниғмәтулла улы... Уның менән аралашабыҙ, бына нисә йыл инде. Ул бит беҙҙең өлкә кешеһе, гел мәҙәниәттә етәксе вазифалары биләне, шуға уның ҡул аҫтында ла эшләргә тура килде.

...Тәлғәт ағайҙы 1975 йылдан, Өфөгә килгәндән алып беләм. Әле 1977 йылда Рәми Ғариповты оҙатыуыбыҙ иҫтә. Шул саҡта Тәлғәт Сәғитов йәш кенә обком эшмәкәре. Һөйкөмлө бит үҙе, сөм ҡара сәстәре елберҙәп тора, ул буй, ул һын. Шул ағай яратҡан шағирҙың үлеменә беҙҙән дә нығыраҡ ҡайғыра төҫлө.

Шунда күрҙем уны, Тәлғәт Сәғитов чиновниктар араһында күҙгә иң ныҡ бәрелеп торғаны. Аҙаҡ, 1985 йылда, ҡабат уның ҡулына барып эләктем бит. Ул хәҙер – Башҡортостан дәүләт радио һәм телевидение комитеты рәйесе. Уға тиклем обкомдан һуң «Һәнәк» журналы редакторы, Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе булған.

Эш эҙләп йөрөйөм, яҡташым, радиокомитет рәйесе Рәид Миндебаев комитет рәйесенә шылтыратты, рәйес Миндебаев кабинетына үҙе үк килеп инде.

– Балаларың нисәү?

– Өсәү.

– Шул өс бала менән хәҙер Өфөгә күсеп килергә йыйынаһыңмы?

– Эйе.

– Йөрәк етмәй.

Шулай бер генә һүҙ әйтте радио һәм телевидение комитеты рәйесе.

Үҙен дәрәжәле, дәүләт етәксеһе итеп тота белә; был һыҙат, ахырыһы, етәксе кешеләргә тәбиғәттән биреләлер. Уйлаһаң, ул был саҡта шул ҡырҡ йәшкә яҡын ғына булғандыр, үҙе лә ике бала атаһы, ҡатыны Фәрзәнә ханым, сәнғәт институты уҡытыусыһы.

Тиҙҙән тағы комитет рәйесе кабинетына инергә яҙҙы. Әлеге лә баяғы шәхси йомош менән, Өфөгә килгән ауыл балаһының шул бер йомош инде: Минһажев урамынан ҡатыным Әлфирә ауылда шәл бәйләп етмеш алтынсы ағас йортто һатып алғайныҡ. Унда художник Рәшит Нурмөхәмәтов тыуған; йорттоң яртыһы 35,6м2. Ә ул ваҡыттағы көнкүреш буйынса законда яҙылғанса һәр кеше башына 8м2 файҙалы майҙан булырға тейеш. Шунһыҙ Өфөлә пропискаға индермәйҙәр. Ғәләмәт ҡаты закон. Аптырағас, Тәлғәт Сәғитовҡа мөрәжәғәт иттем.

Етәксе кеше миңә һынап ҡарап-ҡарап ултырҙы ла Киров район башҡарма комитетының рәйесе Михаил Зайцевҡа шылтыратты. Улар һин дә мин һөйләшә.

– Михаил Алексеевич, минең ҡаршымда йәш кенә арыу бер егет ултыра... Эйе, комитетта хәбәрсе булып эшләй ул. Өмөтлө.

Улар әллә ни ҡәҙәр йөрөп булдыра алмағанды өс минутта хәл итте лә ҡуйҙы.

...Тағы ла осраштырҙы беҙҙе яҙмыш, бер юлдан йөрөйбөҙ бит. Тәлғәт Сәғитов хәҙер «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, ә мин газетаға яҙышам. 1989 йылда «Ниндәй илдә йәшәйем мин?» тигән мәҡәлә яҙғанымды хәтерләйем. Тағы «Рәсәй һәм мин» тигән уйланыуҙарға ҡоролған яҙма алып барҙым.

Яҙғандарымды баш мөхәррир үҙе тикшерә, мине янына ултырта. Ҡараһам, уҡып сыҡҡан, ҡабырғаға төҫһөҙ ҡәләм менән һыҙған, юлдар аҫтына ла тулҡынлы һыҙыҡтар яһаған. Бәхәсләшәбеҙ: ул үҙенекен ҡайыра, мин үҙемдекен... Фәлсәфәүи фекерҙәр яҙылған бит. Мин әлеге лә баяғы башҡорт йәмәғәтселеге күҙлегенән ҡаты-ҡаты әйткән урындарҙы ҡалдырыу яғындамын, ә ул «был урынын йомшартырға, теге урынын...» Ни әйтһәң дә, элекке обком кешеһе, чиновник тип эстән йәнем көйә. Ул да философ, әллә ниндәй уҡымышлы һүҙҙәрен әйтә. Беләм бит инде, оҫта оратор... Әле радио һәм телевидение комитетында эшләгәндә лә халыҡ алдында йөкмәткеле итеп сығыш яһап ебәрә торғайны. Урыҫсаға ла, башҡортсаға ла шәп, халыҡты ауыҙына ҡаратып ҡуя.

Әйтәйем, был минең теге ике мәҡәләне лә газетала баҫтырҙы, бындай осраҡтағыса ғәҙәттә уларҙы кәрзингә ташламаны йә башҡа баҫмаға илт инде, тип кәңәш бирмәне.

Ул саҡта радионан һуң Яҙыусылар союзында, «Ағиҙел» журналы редакцияһында эшләнем, Тәлғәт Сәғитов тураһында ла ишетеп торам. 1988 йылда республикабыҙ йәштәре гәзите «Йәшлек» сыға башланы, уҡыусыларға һөйөнөс. Ә шул һөйөнөстөң артында күпме тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр ятҡанын хәҙер генә беләбеҙ. Уңаса Башҡортостанда башҡорт телендә йәштәр гәзите булдырыу өсөн шул обком кешеләре – Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов менән Зөфәр Мөхтәр улы Тимербулатовтар йөрөгән икән. Тәлғәт Ниғмәтулла улы әйтә була:

– Күршебеҙ Татарстанда йәштәр өсөн татар телендә «Татарстан йәштәре» газетаһы сыға, Башҡортостаныбыҙҙа ла күптәр уға яҙыша, ә ниңә беҙҙең үҙ аллы республикабыҙҙа башҡорт телендә үҙ йәштәре газетабыҙ булмаҫҡа тейеш?!

Башҡортостан йәштәре үҙ илендә, үҙ телендәге газетаны уҡығыһы килә, уларҙы үҙ телендәге яңылыҡтар нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра, туған телдә ижад итеүсе шағирҙар, прозаиктар үҙ әҫәрҙәрен тәүләп ошо баҫмала баҫтыра.

Ысынлап та, «Йәшлек» гәзите тотош республикабыҙ йәштәре тормошона яңы талпыныш, йәш ижади көстәргә яңы һулыш бирҙе.

...Күп осраҡта түрәләр ҡаты ҡуллыға әүерелә, өҫтәл төйә. Ә ижади шәхестәр менән улай ғына эшләп булмай бит.

Минеңсә, Тәлғәт Ниғмәтулла улы төрлө хәл-әхүәлдәрҙә һәр саҡ юғарылыҡта торған шәхес булып ҡалды, яҡтарҙы һыуындыра белде. Йоҙроҡ төйөп түгел, ә башҡа саралар менән эш итте. Һәм шул уҡ ваҡытта һис тә үҙенекенән сигенмәне. Ҡул аҫтында эшләгәндәр менән бер ваҡытта ла әшнә, дуҫ булып китмәне. Был – чиновник, ағутаның төп сифаттары.

1998 йылда Тәлғәт Сәғитовты икенсе ҡат мәҙәниәт министры итеп ҡуйҙылар. Был йылдар эсендә күп әйбер үҙгәрҙе, донъялар алмашынып бөттө, ә Тәлғәт Сәғитов һаман да шул уҡ, һаман да беҙҙең менән. Әҙәбиәттән, мәҙәниәт даирәһенән айырылмай. Гел тәнҡитле, эшлекле ҡарашлы, бер ваҡытта ла башҡалар кеүек әшнәләшмәй. Был нилектән икән, әллә ул әҙәмсә ҡыланмаймы, һаман үҙенең түрә юғарылығынан тороп һөйләшәме? Шунан уның матур ғаилә башлығы икәнен белдем, балалары уҡыған, ҙур урындарҙа эшләй... Был да шәхестең кимәле, уның хеҙмәте, тормошо емеше бит, тим.

...Тәлғәт Сәғитов образын тулыраҡ асыу ине маҡсатым. Аңлайым, яҙмала кешене тулы, ысын көйө сағылдырыу мөмкин түгел. Һеҙ бер ваҡытта ла шәхесте тулы, уның булмышына тиң итеп күрһәтә алмайбыҙ – бөтәһе лә яҡынса. Бына тормоштағы Сәғитов әле мин яҙғанымсамы? Юҡ. Мин бары уның шәхесен асыуға саҡ ҡына яҡынлаштым.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.