Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Мәрйәм Бураҡаева



Мәрйәм Бураҡаева

(1943)

 

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева 1943 йылдың 27 мартында Башҡортостандың Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, 1960 – 1965 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты студенты. Шунан һуң уҡытыусы була, Өфөгә күсеп, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында, «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләй. Шул йылдарҙа очерктар, хикәйәләр баҫтыра. Тәүге күләмле әҫәре – «Һүнмәҫ йондоҙҙар» повесы. Шунан «Шишмә» исемле повесть яҙа, балалар өсөн дә әҫәрҙәр тыуҙыра. Ул бигерәк тә мораль-этик мәсьәләләрҙе, балаларҙы милли рухты тәрбиәләү мәсьәләләрен күтәрә. Шул юҫыҡтан уның «Арғымаҡ», «Көҙгө ысыҡ» китаптары фәһемле.

Мәрйәм Бураҡаева үҙе кеүек яҙыусы ул-ҡыҙҙар – Илгизәр менән Зөһрәне үҫтерҙе.

 

ТӘҮГЕ МӨХӘББӘТ

 

Мәрйәм Бураҡаева китаптары менән танышҡас, башҡа ҡыҙыҡ ҡына уй килде: ниңә беҙ, прозаиктар, тора-бара хикәйә яҙыуҙы ташлайбыҙ? Ижадыбыҙҙың инеш башы булған шул хикәйәләр һағындыра. Уларҙа – беҙҙең иң мөҡәддәс хистәребеҙ, иң хыялый күңел осоштарыбыҙ... Беҙ әленән-әле уларға әйләнеп ҡайтырға, шул осоррҙағы формаларҙы, илһамлы аһәңде иҫкә төшөрөргә, үҙебеҙҙең бөгөнгө ижадыбыҙҙа файҙаланырға тейешбеҙ бит. Иманым камил, бының файҙаһынан башҡа зыяны булмаҫ ине! Һәм шуныһы ғәжәпләндерә: бәғзе бер ижадсыларҙың башланғыс ижады артабанғыһынан көслөрәк тә булып сыға... Ә беҙ шул хикәйәләргә, бәләкәй, әһәмиәтһеҙ жанр типме икән, ҡул һелтәп киткәнбеҙ – тәүге һөйөүебеҙҙе юғалтҡанбыҙ. Ғәҙәттә был «хыянатты» тәүге һөйөү ҙә, бөтөн ижад та киләсәктә ғәфү итмәйәсәк.

Миҫал өсөн, уҡыусының күҙ алдына баҫһын өсөн, был тәңгәлдә мин Ғәлим Хисамов, Роберт Байымов, Динис Бүләков, Тайфур Сәғитов һ.б. ижадын атай алам. Ижад шишмәләре башында ниндәй хикәйәләр яҙа ине улар! Һуңынан тәүге һөйөүҙәренә хыянат иттеләр. Әллә хикәйә – йәшлек аһәңе генәме, аяныслы яҙмышлы тәүге мөхәббәте генәме?

Мәрйәм Бураҡаеваның «Көҙгө ысыҡ» (1991) йыйынтығына ингән тәүге хикәйәләрен дә иҫ киткес ләззәт менән уҡыным мин, айырыла алманым, теленә, шиғри аһәңенә һоҡландым. Эйе, Мәрйәм Бураҡаева ижадын өп-өр яңынан астым үҙемә. Беҙ башлыса Мәрйәм апайҙы «экологик» повестар яҙыусы, методист-уҡытыусы, «Тормош һабаҡтары» дәреслеге авторы тип беләбеҙ, ә ул – хикәйәсе икән...

Эйе, уның хикәйәләре – шиғри нәҫерҙәр, улар бер кемдекенә лә оҡшамаған. Минеңсә, Мәрйәм Бураҡаеваның бөтә художестволылыҡ һәләте – ошо әҫәрҙәрендә. «Көҙгө ысыҡ» хикәйәһе – үҙе шиғыр, мин уның ситенә «мөхәббәт поэмаһы» тип сыймаҡлап та ҡуйғанмын. «Таң еле бул – тәҙрәне асырмын, моң булып кил – йырыма ҡушырмын, ләйсән булып яу – ялан аяҡлап, сәстәремде туҙҙырып ҡаршылармын тамсыларыңды». Әҙибәнең теле халыҡсан (йәки ул халыҡ телен халыҡҡа ҡайтара): «Һауытын тотоп ҡына ашаттығыҙмы? Ҡуңырҡайым инәһе кеүек ығыш, туйҙымы икән?» Әҙибә ауыл ҡатыны характерын да оҫта бирә: «Бына иҫәр, – тип шелтәләне Шәмсиә үҙен-үҙе ҡайтып барышлай. – Ете ят ир эргәһендә ни тип ҡыҙара-бүртенә баҫып торам һуң, сәскә һөйләп. Әҙәпһеҙ».

«Һөйгән йәр бер була» хикәйәһендә Тәнзиләнең Ғайсаға булған һөйөүе һушты ала. Эйе, ошо илаһи мөхәббәт хаҡында уҡығанда тамаҡтар кибеп китә. Ғайса – сирле, ә Тәнзилә – йәш. Ғайса үҙ хәлен белә, тик Тәнзилә уйынан ҡайтмай... Ә ғүмере осонда Ғайса: «Һин үкенмәйһеңме? Мин һине аҙ ғына булһа ла, бәхетле итә алдыммы?» – тип һорай Тәнзиләнән. Тәнзилә яңғыҙ булһа ла үткәндәренән илһам алып йәшәй. Мәрйәм Бураҡаева геройҙары – шундай хыялый, хисле, хәтерле заттар. Уларҙа ни саҡлы рух көсө бар!

«Ай ҡояштан нурҙар ала» хикәйәһендә бейеүсе Ғәйшә, бейеп пенсияға сыҡҡас, ауылына ҡайта. Ҡала кешеһенә элекке һөйөклөһө Нурлығаяздың ҡыланыштары ла ят һымаҡ; ләкин Ғәйшә ауылға ғына түгел, «ғәмһеҙ йәшлегенә, алһыу таңдарға, айлы төндәргә, шаян Инйәргә, табандар зыулағансы бейегән уйындарға ҡайтҡан...»

Мәрйәм Бураҡаева хикәйәләре ябай сюжетҡа ҡоролған, уларҙа мажара, шаҡ ҡатырғыс боролоштар, интригалар юҡ, бары шиғриәт кенә. Шуныһы менән уҡыусыны арбай, әсир итә.

Әҙибә әле күп ваҡытын йәмәғәт эшенә сарыф итә. Башҡорт мәктәптәре өсөн «Тормош һабаҡтары» дәреслеге ижад итте. «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге, «Аҡ тирмә» клубы эшен ойоштороусыларҙың береһе булды, башҡорттоң 1988 – 1995 йылдарҙағы яңы күтәрелеше уртаһында ҡатнаша. Милли хәрәкәттә ҡатнашыуы ла Мәрйәм апайҙың тынғыһыҙ тәбиғәтенән килә булыр. Мин эшләмәһәм, был эште кем эшләр, халҡым ихтыяжын беҙ ҡайғыртмаһаҡ, кем... тип яна тоғро йөрәк. Дан уның был фиҙакәр ҡаһарманлығына! Һуңғы ваҡытта яҙыусы «экологик повестар» – «Шишмә», «Аҡ балыҡ»ты яҙҙы. Уларҙа тыуған йәнтөйәктең сафлығын һаҡлау мәсьәләләре ҡуҙғатыла. Ә «Һүнмәҫ йондоҙҙар» повесы геологтар тормошо тураһында. Дөйөм алғанда, был өс повесты шартлы рәүештә «производство әҙәбиәте» тип нарыҡларға ла мөмкин. Тойомлауымса, «Һүнмәҫ йондоҙҙар» әҫәре әҙибәнең һөйөклө ире, билдәле ғалим Диҡҡәт Бураҡаевҡа арналған, шуға ул ихлас килеп сыҡҡан да... Тәүге һөйөү онотолмай ул! Ә хикәйә – башҡорт прозаһының йөҙөк ҡашы, иң «мөхәббәтле» жанры бит.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.