Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Роберт Байымов. АҒЫШЛЫ ДОНЪЯ – МОҢҺОУ РОМАН



Роберт Байымов

(1937 – 2010)

 

Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов 1937 йылдың 10 ғинуарында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, 1954 – 1957 йылдарҙа уҡытыусы, ә 1957 – 1959 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә.

1959 – 1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡый, ә 1965 – 1968 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында аспирантурала... Филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. 1968 йылдан һуң Башҡорт дәүләт университетында доцент, профессор була. Филология фәндәре докторы. Бик күп ғилми хеҙмәттәр яҙа, башлыса прозаны тикшереүсе була. Үҙе лә хикәйәләр, повестар, романдар яҙа. Уның «Яуап бирер көн», «Каруан килә Бағдадтан» исемле романдары киң билдәле, ә милли хәрәкәтебеҙ етәксеһе Зәки Вәлиди эшмәкәрлегенә арналған «Сыбар шоңҡар» тарихи романы өсөн республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.

 

ҺАҒЫШЛЫ ДОНЪЯ – МОҢҺОУ РОМАН

 

Заманының олпат философы бер мәл ҡапыл ғына: «О, кеше! Күпме генә шатлыҡ-һөйөнөстәрең бар һинең был донъялыҡта!» – тип ҡысҡырған, имеш. Олпат абыҙҙы тирә-йүндәгеләр, әлбиттә, аңламаған.

Ысынлап та, Роберт Байымовтың «Яуап бирер көн» романындағы Зиннурҙың, Әсмәнең, Ғәлиәхмәттең, уның ҡатыны Әминәнең ниндәй генә бәхеттәре бар, ниндәй ҡыуаныс-кинәнес күрҙе улар ҡояштың күҙ асып-йомған араһы ғүмерҙәрендә. Ғәлиәхмәттең атаһы, хәсис бәндәләр хаслығы арҡаһында, утыҙ йәштә ҡан ҡоҫоп үлде, әсәһен Сәйфетдиндәр мәсхәрә, хур итте, Ғәлиәхмәт үҙе лә май эсендәге бөйөрҙәй йәшәнеме? Яңы тормош өсөн көрәште, яуҙарҙа алышты, ауылды емереклектәрҙән күтәрҙе – үҙе рәхәтлек кисерҙеме, ғүмере һуңында йән тыныслыҡтары таптымы? Ә моңһоулыҡ, һағыш сағылышы Әминә? Бәхетле итә алдымы уны беҙҙең йәмғиәт, беҙҙең заман, ире Ғәлиәхмәт?

«Ниндәй генә шатлыҡ-йыуаныстары бар әҙәм балаһының был донъяла?.» Иң тәүҙә тәбиғәт балаһы булған кеше тураһында тәрән уйланыуҙарҙан, ыҙалы кисерештәренән һуң урғылып сыҡҡандыр аҡыл эйәһенең был ауаздары. Күкрәгенә һыймағанға, тышҡа бәргәндер һыҙланыуы.

Уны аңламағандар. Әйтергә кәрәк, ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнмәү, ғөмүмән, яҙмыштан, идеалдарҙан алданыу, тотош йәмғиәтебеҙҙә ойоу осоро, өнһөҙлөк, һуҡырлыҡ күпме дауам итте?! Тантаналы марштар, ҡотлау һүҙҙәре, маҡтау йырҙары зиһенебеҙҙе ҡайһылай томаланы, аңыбыҙҙы ағыуланы...

«Яуап бирер көн» әҫәрен уҡығас, күңелдә ошондай фекерҙәр урғый, күҙ алдынан ҡабат тарихтың совет осоро һынланып үткәндәй итә. Күҙ алдына бөтөнләй яңы әҫәр килеп баҫа. Уны «Ағиҙел» журналы варианты менән сағыштырыу мөмкин дә түгел. Талапсан әҙип ҡыҫҡартҡан, яңы главалар өҫтәгән һәм ғәжәйеп йыйнаҡ, көслө тәьҫир ҡеүәһенә эйә, ысын мәғәнәһендә эпик ҡоласлы әҫәр тыуған. Әҙәбиәтебеҙҙә ауыл тормошон яңыса ҡараштар күҙлегенән, яңы йоҫоҡтан тороп тасуирлаған тәүге ҡарлуғас был. Ғөмүмән, ошо яғы, моңһоу һулышы менән, интеллектуаль кимәле һәм рухы, тарихҡа үҙенсәлекле мөнәсәбәте һәм ысын табыш булырҙай айырым художество саралары менән ул романистикабыҙҙа үҙенең лайыҡлы урынын биләне.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.