Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





зим Шафиҡов. ХАЛҠЫН ТАНЫ ШӘХЕСТӘ



Ғәзим Шафиҡов

(1939 – 2009)

 

Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡов 1930 йылдың 1 октябрендә Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкектә хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуа. Ғаиләләре менән Башҡортостанға ҡайтҡас, Хәйбулла районында Аҡъяр урта мәктәбендә уҡый, унынсы класты Өфөлә тамамлай. Башҡорт дәүләт университетын бөтөргәс, «Ленинсы» газетаһында, Башҡортостан радио һәм телевидение тапшырыуҙары комитетында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Һуңынан Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, 1981 – 1983 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.

Ғәзим Шафиҡов студент сағынан уҡ проза, шиғриәт, драматургия өлкәһендә шөғөлләнә, арҙаҡлы публицист булараҡ таныла. Уның «Операция», «Иҫке фатир», «Ҡара юрға», «Һәҙиә», «Бында минең илем», «Мәмерйә» исемле пьесалары сәхнәлә уйнала, «Рожденные в седле», «Поющий оттепель», «Водораздел», «Песнь Шульган-таша», «Формула Канта» ише шиғри китаптары баҫыла. Прозала «Расстрел», «Тень Чингисхана» романдары донъя күрә. Ә «И совесть, и жертвы эпохи» публицистик китабы өсөн әҙип 1992 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын ала.

Ғәзим Шафиҡов – русса ижад итеүсе әҙип, башҡортса ла белә. Шуға ул бик күп башҡорт яҙыусылары әҫәрен урыҫсаға ҡайтарҙы. Шулар араһында Мостай Кәрим шиғырҙары ла айырым урын алып тора.

 

 

ХАЛҠЫН ТАНЫ ШӘХЕСТӘ

 

«Мөғәллимдәренә ҡарап, шәкерттәрен күр», тигән оло бер уҡымышлы. Уҡытыусыларҙа, тәрбиәселәрҙә илдең көнө, киләсәге сағыла. Уларға ҡарап беҙ, халыҡтың дәрәжәһен таныйбыҙ, ныҡлығын беләбеҙ, көсөн сырамытабыҙ. Үҙенең баһаһын тойған, тойҙора алған ололоҡло абыҙҙары, киң күңелле, тәрән аҡыллы тәрбиәселәре булған милләт ныҡ, уның киләсәге өмөтлө.

Ғәзим Шафиҡовтың тәрбиәселәре кемдәрҙер, әммә шуныһы бәхәсһеҙ: улар ололоҡло кешеләр, арҙаҡлы заттар булғандыр. Шәкертенә ҡарап, мөғәллимен бел, шәхескә ҡарап, халҡын таны...

Эйе, меғөллим менән шәкерт, шәхес менән халыҡ бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән. Шәхесте халыҡ күтәрә, халыҡты – шәхес...

Ысынлап та, халыҡтың йөҙөн, көсөн, булмышын, ҡотон таныу өсөн ошондай – Ғәзим Шафиҡов ише – шәхестәр кәрәктер...

Шағирҙың баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр культура һарайында үткән ижад кисәһе ирекһеҙҙән ошондай уйҙарға тартты. Был көндө тәржемәсе, публицист, шағир һәм эҙләнеүсе үҙ ижадын һөйөүселәр менән осрашырға, улар менән аралашырға, бәхәсләшергә килгәйне. Әлбиттә, шағирҙың ҡайнар һүҙе радио, телевидение аша ишетелеп тора, газеталарҙа революция ҡаһармандары, репрессия ҡорбандары хаҡында эсселары баҫыла. Шулай ҙа ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеүгә, күҙгә-күҙ ҡарашып аңлашыуға ни етә?|

Кисәне асыусы Яҙыусылар союзы идараһы председателе урынбаҫары Ҡәҙим Аралбаев: «Ошондай ауыр заманда Ғәзим кеүек батыр шәхестәребеҙ булыуы күңелдә өмөт уята. Улар беҙҙе ҡыйыулыҡҡа өндәй, киләсәккә ышанысыбыҙҙы нығыта», – тине.

Әүәл-әүәлдән илдең арҙаҡлы уландары, сая ҡыҙҙары афәттәргә ҡаршы ҡалҡыр, яуҙарға күкрәк киреп сығыр булған. Бөгөнгө буталсыҡ заманда ла ҡыйыу ирҙәр, аҡыллы йәндәр кәрек. Халыҡ, ил уларға ҡарай, уларҙан фәһем ала. «Беҙҙең арала шундай заттарҙың йәшәүе, ғөмүмән, һөйөнөслө күренеш, – тип белдерҙе кисәлә шағир Рауил Бикбаев. – Ғәзим бүтәндәр, алыҫ, яҡын халыҡтар араһында ла илен лайыҡлы кәүҙәләндерә».

Заманында Р. Бикбаев, дуҫына арнап, «Эйәрҙә» шиғырын яҙған булған. Китабын баҫтырғанда цензор Ғ. Шафиҡовҡа арнауҙы һыҙып ташлаған... Залда ошо әҫәр тулыһынса яңғырай:

Һелкетһә лә мине көндәр,

Һығып алып билдәремдән,

Янда әле һеҙ барында

Ҡоламаным эйәремдән.

Ғәзим Шафиҡов – тәржемәсе, шағир, публицист ҡына түгел, драматург та. Был кисәлә ижадының ошо яғын Башҡорт академия театры артистары Рәмзиә Хисамова (Һәҙиә) менән Рәфил Нәбиуллин (Ғөбәй) һынландырҙы. Улар «Һәҙиә» спектакленән өҙөк күрһәтте. Автор әйтеүенсә, был әҫәргә ул СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова үтенесенән һуң тотона. Пьеса әле театр сәхнәһендә бара.

Билдәле булыуынса, шағир йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша, әҙәбиәт һөйөүселәр янында йыш була. Уның ҡыҙыҡһыныу, аралашыу даирәһе, ғөмүмән, ынтылыштары киңлеге, төрлөлөгө хайран итә, Р. Шафиҡовтың бөтә нәмәлә лә эше бар, уға бөтәһе лә кәрәк. Ул бөтә нәмә менән ҡыҙыҡһына.

Был кисәлә ижадсыға ҡәҙер күрһәтеүселәр күп булды. Шағир Ирек Кинйәбулатов, йырсылар Ғәли Хәмзин менән Флүрә Килдейәрова, ҡурайсы Азат Айытҡолов, ҡобайырсы Розалия Солтангәрәева, баянсы Ринат Мөхәммәтов, думбырасы Риф Сөләймәнов, ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов, клуб етәксеһе Сәфәр Йәнтүрин, нәфис һүҙ оҫтаһы Әнисә Яхина... Шағирға оло хөрмәттәрен, йыйылыусыларға үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте улар.

Ысынлап та, халыҡтың йөҙөн, көсөн, ғәмен таныу өсөн ошондай шәхестәр кәрәктер... Улар үҙҙәрендә уның асылын сағылдыра, уның ынтылыштарын, теләктәрен белдерә. Улар ил әйтер һүҙҙе әйтә, ил даулар уйҙы бүтән илдәргә, телдәргә еткерә. Ҡыйыулыҡ, түҙемлек – уларға... Дәрт-дармандары ҡайтмаһын!

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.