|
|||
Рәшит СолтангәрәевРәшит Солтангәрәев (1935 – 2000)
Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев 1935 йылдың 25 декабрендә Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, китапханасы була, Башҡорт дәүләт университетында уҡый. 1959 – 1965 йылдарҙа телевидениела мөхәррир, ә 1965 – 1970 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» газетаһында әҙәби сотрудник, бүлек мөдире. 1970 йылда Яҙыусылар союзы тәҡдиме менән «Уфанефть» идаралығына эшкә төшә, аҙаҡ тағы «Совет Башҡортостаны» газетаһында бүлек мөдире, һуңынан – «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир урынбаҫары, бүлек мөдире. Рәшит Солтангәрәев башлыса прозаик, бик күп сәсмә әҫәрҙәр авторы, шулай уҡ публицистика өлкәһендә уның «Ер һәм йыр», «Яҙмыш» китаптары баҫылды. Ә нефтселәр тормошона арналған повестары өсөн 1978 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелде. Рәшит Солтангәрәев – башҡорт хикәйәһе маһиры, уның нефтселәр тормошо тураһында «Беҙ йәшәгән ер» исемле романы ла бар. Һайланма әҫәрҙәренең өсөнсө томы шулай уҡ автобиографик документаль повестан тора.
СолтангӘрӘй донъяһы
Булмышта Солтангәрев донъяһы бар... Мин нисә йылдар инде уны төҫмөрләйем, үҙем өсөн, уҡыусым өсөн асырға ынтылам. Әгәр ҙә аса алһам, кешеләргә уның ысын матурлығын иҫбат итәсәкмен. – Хамбал килә-ә-ә! Шул тауышты ишетеү менән, ер өҫтөн ябып, башаҡ йыйып йөрөгән бала-саға, көтмәгәндә килеп сыҡҡан эттән өрккән һарыҡ шикелле, турайып баҫып, һәр береһе хәүефле күҙҙәрен тирә-яҡҡа йүгертте. – Хамбал килә-ә-ә!.. «Хамбал» хикәйәһе (1989 йыл емеше), минеңсә, Рәшит Солтангәрәевтың «характер хикәйәләре» төркөмөнә инә. (Был төркөм шартлыса «Уны Абдрахманов тиҙәр», «Ҡиәмәтлек кейәү», «Эт күңеле», «Тәүбә», «Үтәлмәгән васыят», «Азат итеүсе», «Характер», «Томан» хикәйәләренән тора булыр). Солтангәрәев үҙ алдына ғәҙәттә характер тыуҙырыу маҡсатын ҡуя. Уның ижадының бер үҙенсәлеге – бәләкәй күләмле сәсмә жанрҙа оло характерҙар тыуҙыра алыу һәләте. Үҙегеҙ ҡарағыҙ, «Хамбал»дағы Хамбал ниндәй колоритлы образ. «...эйәренә бөксәйеп ултырып ала ла, ташып торған аҡай күҙҙәре менән тирә-яҡҡа ҡараңғылап бара. Башын бормай, тик күҙҙәрен генә йүгертә. Ул үҙе ҡолаҡҡа ҡаты, етмәһә, күрәғарау...» «Күҙе ҡып-ҡыҙыл, үҙе аҡайған, йөҙө балауыҙ һымаҡ һары, кәүҙәһе кәксәйеп, аяҡтары тағы ла ҡамытлана төшкән. Малайҙар һөрәнләп кире йүгерә: «Хамбал ҡоторған, Хамбал – шумашиш!..» Хамбал – «полевой охран», аслыҡтан миктәп башаҡ йыйырға сыҡҡан бала-сағаны баҫыуҙан ҡыуалай, өс бала әсәһе һалдат ҡатыны Миңниса бахырҙың башын, ун ҡаҙаҡ бойҙай өсөн, төрмәгә тыға, үҫмерҙәр Нурулла менән Байбулаттың да, тоҡсай он өсөн, баштарын ашай. Өҫтәүенә, һуйыл менән ҡан эскеһеҙ итеп туҡмай (Хамбалға кеше туҡмау кинәнес кенә). Килмешәктәргә ауылдың йәме, убаның ҡото – йәшел тирәкте ҡырҡтырып ебәрә... Хамбал илен дә, йәнен де һатып ебәрер ине, хәленән килһә... Иленә, еренә хаслыҡ ҡылып йәшәүҙән йәм тапҡан хамбалдар, һәр замандың үҙ Хамбалы тыуа тора, тип тамамлай әҙип үҙ әҫәрен. Хамбал – ул Хамбал ише бихисап эт заттарҙың йыйылма образы, үҙе бер символ. «Хамбал» – ҙур дөйөмләштереү ҡеүәһенә эйә хикәйә. Автор бында әҙәби тип тыуҙырыу дәрәжәһенә ирешә, тормошобоҙҙағы «хамбализм» күренешен аса. Хамбал башҡорт прозаһында Әпкәләй, Фәтхи һалдат, Ниязғол бай, Емеш, Төлкөсура, Ҡараһаҡал, Алтынсәс – Ҡәҙриә, Гөлбоҫтан, Оло инәй ише образдар менән йәнәш тора. Был төркөмдән «Уны Абдрахманов тиҙәр» хикәйәһе – шулай уҡ нәҡ Солтәнгәрәйсә әҫәр. Бында Абдрахмановтың тулы ҡанлы образы тыуҙырыла. Абдрахманов – баҙыҡ характер, бер ни тиклем алабарман да, ҡупы ла. Автор уға үҙенең холоҡ һыҙаттарын да өҫтәгән һымаҡ тойола миңә. Тағы: прозаик үҙе лә алабарманыраҡ геройҙарҙы үҙ итә төҫлө, сөнки әҫәрҙәренең төп геройы итеп йышыраҡ шундай заттарҙы һайлай. Үҙе төшөп ҡалғандарҙан түгел, үҙе ҡупы, шыттырырға яратыусы Әхмәтзәки («Тыуған яҡҡа ҡайтыу»), этенең йөнөн тунаусы Нурғата («Һарығолаҡ»), яҙмышына үсле Ямалиев («Көтөү»), ситтән ҡайтҡан Ғөбәйҙулла («Тыуған йорт»), хәҙер музыкоманға, фәйләсүфкә әйләнгән Мотаһир («Айлы соната»), йылғыр шофер Хәмзә («Тәүбә»), хәҙер ник әйткәненә үкенеүсе Шакирйән («Ҡиәмәтлек кейәү») – шундай образдар. Уларҙың күбеһе нефтсе (әйткәндәй, Солтангәрәев нефтселәр хаҡында бик күп хикәйәләр, повестар яҙҙы. Үҙе лә улар араһында эшләп-ҡайнап алды, нефтселәр тураһындағы китабы өсөн хатта оло дәүләт премияһы – Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы ла яуланы), көтөүселәр, тракторсылар, ремонтсылар, шоферҙар хаҡында яҙҙы әҙип, ә Абдрахманов – нефтсе. Маҡтансығыраҡ кеше – үҙ һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән бәндә. Быраулау вышкаһы туҡтағас, уны, хатта ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡабат эшкә көйләй. Хәүефһеҙлек, тормош ҡағиҙәләре менән дә иҫәпләшмәй, тик уныңса булһын! Була бит тормошта шундай тиҫкәре, үҙ һүҙле, әммә ихлас, ҡыйыу бәндәләр! Солтангәрәев шуларҙың береһен ала ла уҡыусыға күрһәтә (гүйә, бер ҡаянан скульпторҙай, һын юна). Бихисап абдрахмановтарҙың береһен һынландырып, Абдрахманов – символ аша абдрахмановтар тураһында беҙгә бәйән итә… «Ҡиәмәтлек кейәү»ҙәге «ҡәҙимге, алабарман, былағай, тик эскерһеҙ» Шакир ҙа, тәү ҡарашҡа, еңмеш-ҡупы Абдрахмановтың бер һыңары. Гөлйөҙөм ҡарсыҡты улың ҡайтып килә тип алдай ҙа аҙаҡ оло кешене ник ҡыйырһытҡанына үкенеп йөрөй. Эстән һыҙа... Ул да алабарман, ләкин язалана. Һуңынан үҙен үҙе ҡәһәрләп тә, аҡлап та маташа. Солтангәрәевтың күп геройҙары ғәҙәттә һуңынан үҙҙәрен үҙҙәре хөкөм итә: «Тәүбә»ләге эскесе Хәмзә шофер һуңынан тәүбә итә, «Тыуған йорт»тағы Ғөбәйҙулла ла ситтә йөрөүенә үкенә, хатта ҡыҫыр бисәһе Вәсиләне үҙе ташлап киткән Мотаһар ҙа («Айлы соната») хәҙер язалана, һап-һау көйө ысын сирле (күңел сире) кешегә әүерелә... Солтангәрәев геройҙары алабарманлана – кире дүнә, алдай-алдана, ғүмер осонда иһә барыбер уларға ҡылған өсөн хаҡ түләргә, хаталар өсөн яуап тоторға тура килә. Улар аяуһыҙ язалана, күңел тетрәүҙәре кисерә... Әллә автор гел генә геройҙары тормошоноң ошондай һынылышлы мәлдәрен һайлап алып тасуирлаймы? Бәлки, шулайҙыр ҙа, сөнки кеше иң хәтәр мәлдәрҙә генә үҙен тулыһын «аса» бит... Солтангәрәев үҙ алдына характер тыуҙырыу маҡсатын ҡуйыу менән бергә ошо характерҙарҙың күңел донъяһын, психологияһын да асыуҙы ниәт итә. Хәйер, кеше психологияһын асмайынса тулы ҡанлы характер ҙа тыуҙырып булмайҙыр ул. Характер менән психология йәнәш йөрөй, бер-береһенән айырылғыһыҙ була. Рәшит Солтангәрәев «характер хикәйәләре»ндәге кеүек «яҙмыш хикәйәләрен»дә лә нескә психолог булараҡ сығыш яһай. Һуңғы шартлы төркөмгә миҫал рәүешендә түбәндәге хикәйәләрҙе индерергә мөмкин: «Көҙ», «Аҙаҡ», «Яғылмаған мейес», «Яңы донъя», «Уғрылар», «Оло юлдың туҙаны», «Тышта ямғыр яуа», «Ҡылынмаған гонаһ», «Айлы соната», «Ишкәкһеҙ кәмә», «Еҙ батмус». Икенсе төрлө уларҙы тормош (яҙмыш) драмалары ла тип атарға булыр ине, сөнки үҙҙәрендә үҙәктә – бәндә яҙмыштары, ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре, бигерәк тә ҡатын затының ҡабартып күрһәтелгән драмаһы... Башҡорт әҙәбиәтендә, ғөмүмән, әҙәбиәттә ҡатын-ҡыҙ яҙмышын төрлө юҫыҡта һүрәтләгән әҫәрҙәр бихисап. Улар – әҙәбиәттең төп хикәйәләү предметы. Ҡатын-ҡыҙ, тормош шишмәһе, донъя асылы, Солтангәрәев «ҡатындары»ла төрлө-төрлө яҙмышлы, төрлө-төрлө сырайлы, ҡылыҡлы, шулай ҙа улар күбеһенсә һағышлы, моңһоу заттар, көйһөҙ, бәхетһеҙ әҙәмдәр. Ҡайһы бер ҙә прозаик иғтибарын тик шундайҙар ғына тарта микән тип тә ҡуяһың. «Аҙаҡ»тағы Таһира ла, «Көҙ»ҙәге Тимербикә лә, «Яғылмаған мәйес»тәге Кәфиә лә, «Яңы донъя»лағы Гәүһәр ҙә, «Тышта ямғыр яуа»лағы Гөлшат та, «Уғрылар»ҙағы Ҡәмәриә лә, «Оло юлдың туҙаны»ндағы Мәрйәм дә, «Ҡылынмаған гонаһ»тағы Нәҡиә лә, «Айлы соната»лағы Вәсилә лә, «Еҙ батмус»тағы Фәриҙә лә ергә бәхет өсөн генә тыуғайны бит, бәхет тип йән аттылар, көрәштеләр, тик һуңғы сиктә барыбер бәхетһеҙ булдылар. Ҡатын-ҡыҙҙың, тол ҡатындың әсенешле яҙмышы – Солтангәрәев прозаһының үҙәгендә. Был хикәйәләрҙә – әсенешле лә, үкенесле лә бәндә яҙмыштары, беҙҙең үкһеҙ-көйһөҙ тормошобоҙ, кешеләрҙең хәтәр һуғыш йылдарын, унан һуңғы ҡотһоҙ һәм хәҙерге ауыр замандарҙы кисереүе… Солтангәрәев ижады – ошо тормоштоң, беҙҙең быуын кисергән ошо замандың бер сағылышы ул. Китап битендәге сағылышы. Икенсе төрлә әйткәндә, беҙҙең тормошто Солтангәрәев хикәйәләре аша белергә мөмкин. Хәйер, киләсәк быуын уҡыусыһы заманыбыҙҙы Солтангәрәевты уҡып та төҫмөрләр. Бында беҙ Солтангәрәев донъяһының тағы бер һыҙатын-биҙәген сырамытабыҙ. Солтангәрев – нәгеҙ үҙ заманының йылъяҙмасыһы, ул нишләптер башҡа прозаиктар шикелле тарихи әйберҙәргә, киләсәкте күҙаллаған фантастикаға тотоноп китмәне. Ул хатта мажаралы прозаны үҙ итмәне, ә Носов, Янбаев, Чехов, Шукшин ише тормоштоң ғәҙәти, һәүетемсә, көнкүреш, мораль-әхлаҡи яҡтарына нығыраҡ әһәмиәт бирҙе. Ошо ғәҙәтилектә мөғжизә тапты, ошо ғәҙәтилек аша сағыу тормош картиналарын, ғәҙәти кешеләрҙең характеры аша оло типтар тыуҙыра алды. Солтангәрәев – үҙ заманын тасуирлаусы яҙыусы. Был, бәлки, әҙәбиәттә уның тәғәйен үҙ урынын табыуылыр. Хәйер, кем нимәгә маһир – шуның менән шөғөлләнеүе зарур. Солтангәрәев прозаһы, сағыштырып әйткәндә, лирик проза ла түгел, ә аяуһыҙ реалистик проза. «Ҡаты» проза. Геройҙары ла битлек кеймәгән, ҡырыҫ, алабарман-киҫәүһеҙ заттар, нефтселәр, көтөүселәр, тракторсылар, шоферҙар. Агрономдар, йырсылар. Улар интеллигент түгел, дөрөҫөрәге, интеллигент булып ҡыланмайҙар... Яһалма әҙәп, ике йөҙлөлөк ят уларға. Ни бар, нисек бар – күҙ алдында. Шар ҙа мар, шаталаҡ, иҙеүҙәре асыҡ, әммә ихлас, ғәҙел йәндәр. Киҫкен, яп-яланғас кеүектәр, характерҙары уҡыусы алдында ярылып ята. Улар килделе-киттеле һөйләшә, абына-һөрлөгә, ҡылғандарына үкенә, тәүбә итә, тик ҡыланмай. Гонаһтары ла ихлас... Тәмле-татлы телле түгелдәр, күп тә һөйләмәйҙәр. Шул арҡалалыр, бәлки, әҙиптең үҙ стиле лә ҡатҡыл, ҡырыҫ – бөҙрә түгел. Ул йыш ҡына хикәйәләүҙә лә йәнле һөйләү телмәренә төшөп китә, тура булмаған тура телмәр (несобственно-прямая речь) стилен үҙ итә. Миҫалға «Азат итеүсе» хикәйәһен алайыҡ. Ул тотошлай (башынан ахырынаса) ошо стиль менән яҙылған. Солтангәрәев прозаһын шулай уҡ «ирҙәр прозаһы», «ҡырыҫ проза» тип атарғамы?.. Солтангәрәев донъяһын ҡырыҫ ирҙәр, алабарман, бер ҡатлы, еңмеш, эскерһеҙ бәндәләр, моңһоу йөҙлө, көйһөҙ яҙмышлы ҡатындар донъяһы тип нарыҡларғамы?.. Солтангәрәев прозаһын, әлбиттә, Тургенев, Куприн, Бунин, Айытматов, хатта Чехов лирикаһы (юлайҡан башҡорт яҙыусыһы ижадына бигерәк тә классик урыҫ прозаһының тәҫьир итеүен билдәләп китәйек. Чехов, Лесков, Горькиҙан башлап күптәрҙең тәьҫирен үҙендә тоя, сағылдыра башҡорт әҙибе. Шул уҡ ваҡытта, әҫәрҙәрендә урыҫ һүҙҙәрен йыш ҡулланһа ла, урыҫ мәҙәниәтенә табынһа ла, Солтангәрәев башҡорт мөхите емеше, башҡорт фольклорының, әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең күп быуатлыҡ үҫеш һөҙөмтәһе, ижады ла ошо ерлектә барлыҡҡа килгән) менән сағыштырыу мөмкин түгел. Солтангәрәев донъяһында «Ася» йә «Олеся», «Ал яулыҡлы тирәгем» йә «Туй», «Ауылым юлы» шикелле лирик повестар юҡ. Хикәйәләре лә Шукшиндыҡылар менән ауаздаш, уларҙа Шукшиндағыса көнкүреш хәлдәре, әхлаҡ проблемалары, ир-ҡатын мөнәсәбәттәре, ауыл күренештәре, Шукшиндағыса бер ҡатлы, алабарман, еңмеш, маҡтансыҡ, сәйерерәк заттар... Шулай ҙа Солтангәрев әҫәрҙәрен, башҡаларҙыҡы менән сағыштырып, тар кәртәләргә, ғәҙәти әҙәби ҡанундар, темалар, төрҙәр эсенә индереп бөтөп булмай; нисек кенә тимә, Солтангәрәев ижадын ғилми тәғлимәттәр күҙлегенән генә баһалау үтә яһалма һәм ситен бер эш булыр ине. Үрҙә, әллә яңылыштан, әллә Солтангәрәевты башҡа әҙиптәрҙән айырып күрһәтеү өсөн, «ул – лирик проза вәкиле түгел» тинек. Уйлап ҡараниһәң, лирикаһыҙ әҙәбиәт буламы? Солтангәрев донъяһында ла драма менән трагедия, сатира менән юмор, лирика менән фантастика, шартлылыҡ, хатта мажара бергә үрелгән. «Яҙмыш хикәйәләре»нә генә күҙ һалһаҡ та, бында «Оло юлдың туҙаны», «Еҙ батмус», «Ишкәкһеҙ кәмә», «Айлы соната» ише «лирик хикәйәләр»ҙең үҙ аллы төркөмө хасил итер... Был әҫәрҙәр барыһы ла мөхәббәт хаҡында. «Айлы соната» менән «Еҙ батмус», мәҫәлән, мөхәббәткә гимн дәрәжәһендә... Солтангәрәев донъяһында бындай мөғжизә-һәйкәлдәр аҙ түгел. Улар, әлбиттә, халҡыбыҙҙың бай теле, яҙыусы үҙе ирешкән әҙәби оҫталыҡ саралары ярҙамында ҡойола. Әҙиптең картина тыуҙырыу һәләтенә, ул ҡулланған ҡайһы бер әҙәби сараларға ғына күҙ һалып үтәйек. «Әле йылға бик тәрән, төпһөҙ, хатта шомло күренә. Алыҫ күктең шәүләһе төшкәндер. Ә ай шул уҡ. Уларға ҡараған да тынған» («Еҙ батмус»). Солтангәрәев һис шикһеҙ һаран телле портретист, әммә маһир портретист. Шул уҡ ваҡытта ул картина тыуҙырыу, пейзаж оҫтаһы ла. Мин тәфсирләп аңлатма биреп тормайым, үрҙәге хикәйәнән йәнә бер өҙөк кенә килтерәм. Әйҙә, уҡыусы үҙе күрһен. «Мөхәррәм тыңламаны. Ташты һыуҙағы айға ырғытты. Еҙ батмус ҡапыл сәсрәп китте. Әйтерһең, әле генә алтын кеүек балҡып торған батмус утлы ярсыҡтарға әүрелде лә юҡ булды ла ҡуйҙы». Күҙ алдына баҫамы тотош картина?! Был өҙөк сағыу пейзаж картинаһы ғына түгел, ә деталь-символ да. Һыу битендәге ай – еҙ батмус та, Фәриҙә менән Мөхәррәмдең мөхәббәте лә селпәрәмә килә. Дәһшәтле һуғыш уты сәсрәтә вата был «еҙ батмус»ты! Был мөхәббәт – илаһи тойғо хәтерҙә, күңелдәрҙә йәшәргә генә ҡала... Солтангәрәев ошолай үҙе артынан уҡыусыны ла һағыштарға сорнай, үҙенең геройҙары менән һине лә һыҙландыра, үкендерә, әрнергә мәжбүр итә. Был – сәнғәт. Уҡыусы геройҙар ыңғайына кисерешә, һыҙлана... «Лирик хикәйәләр» мөхәббәтте данлай, уҡыусыны тормоштоң ығы-зығыһынан айыра. Юғары күтәрә, көслөрәк, рухлыраҡ, матурыраҡ итә. Сәнғәттең бер тәғәйенләнеше, бәлки, ошолор. Солтангәрәев донъяһында гиҙгәндә тағы ла бер ике төркөм әҫәрҙәргә күҙ һалып уҙаһы ине. «Хәтирә хикәйәләре», «фәлсәфәүи хикәйәләр». Беҙҙең әҙәбиәттә, ғөмүмән, әҙәбиәттә «хәтирә хикәйәләре» күп тыуа. Бигерәк тә башланғыс ижад осоронда был «жанр»ға йыш мөрәжәғәт итәләр... «Хәтирә хикәйәләре» йәки хикәйәне тик хәтирәгә генә ҡороп ҡуйыу, бәлки, ысындан да әҙиптең үҫеш баҫҡыстары ғыналыр ул... Әлбиттә, бөгөнгө Солтангәрәевтың кисәге көнө лә булды. Кисәге Солтангәрәев «Һалдат ҡатыны», «Аҡ тирәктәр», «Еҙ батмус» шикелле «хәтирә хикәйәләре» яҙҙы. Уларҙы мин «йомшаҡтар» иҫәбенә индереп атамайым, әлбиттә, кисәге Солтангәрәевтың уларҙан күпкә ҡайтышыраҡ әйберҙе – йәки һис шикһеҙ «үҫеш баҫҡыстары» булды... Бер әҙип тә тәүҙән үк «даһи» әҫәрҙәр тыуҙыра башламай, ә тәбиғи үҫеш баҫҡыстарын үтә, шымара, оҫтара. Бөгөнгө Солтангәрәев, ысын Солтангәрәев ул – 1995 йылда баҫылған «Рәшит Солтангәрәев. Һайланма әҫәрҙәр». Был китапҡа, яҙыусының ғына түгел, ә бөтөн әҙәбиәтебеҙҙең матур ҡаҙанышы булған был йыйынтыҡҡа, ысынлап та, художниктың һайлап ҡына алынған ынйы-гәүһәрҙәре туплап бирелгән. 1935 йылғы ижадсының иң йәш хикәйәләренән 1964 йылда баҫылған «Шкаф»ы, 1970 йылда яҙылған «Еҙ батмусы» ғына индерелгән. «Шкаф»та, «Еҙ батмус» та, «Көҙ», «Яза», «Яңы донъя», «Эт күңеле», «Үтәлмәгән васыят», «Аҡ тирәктәр» әҫәрҙәре лә шартлы рәүештә «фәлсәфәүи хикәйәләр» инде ул. Уларҙа автор йәшәйештең фанилығы, донъяның үҙгәреүсәнлеге, ваҡыттың аяуһыҙлығы, кеше ғүмеренең ҡиммәте хаҡында уйлана. Ерҙә бөтә нимә яҡынса, сағыштырмаса. Бәхет тә, һөйөү-һөйөшөү ҙә иртән яуып кис ирер ҡар бөртөгө төҫлө. Фәриҙә менән Мөхәррәмдең («Еҙ батмус») бәхетен дә ай күрҙе, ҡояш алды, Айытбайҙы ла («Көҙ») тормош ныҡ һемәйтте, Гәүһәрҙең дә («Яңы донъя») әлеге бәхете ысын түгел һымаҡ. «Үтәлмәгән васыят» тағы Әхмәҙулла сирҙән йығылғас тәүбә итә лә ни – оҙаҡҡамы. Кеше тәбиғәте шундай: абынһа, иҫенә төшә, аяғына баҫып, шәбәйеп китһә, көйһөҙ көнөн дә, анттарын да, үҙенә игелек итеүселәрҙе лә онота. «Эт күңеле»ндә кеше эт яҙмышы тураһында баш вата, үҙенеке менән эт көнөн сағыштыра (әйткәндәй, Солтангәрәев донъяһында хайуандар образына, улар тормошона ҙур урын бирелә. Шул уҡ «Эт күңеле», «Яза», «Һарығолаҡ», «Һуңғы һунар», «Йондоҙҡашҡа» хикәйәләрен алайыҡ. Уларҙы «хайуандар хаҡында хикәйәләр» төркөмө тип айырып-бүлеп булыр ине). Солтангәрәев бында ла Солтангәрәев булып ҡала. Эт хаҡында, йәгеҙ, беҙҙең әҙәбиәттә кем шәп яҙған? Ә бүре хаҡында («Яза»), ә ат хаҡында («Йондоҙҡашҡа»)?.. Ғөмүмән, шуны билдәләргә кәрәк, әҙәби әҫәр тормоштоң үҙе һымаҡ күп яҡлы: унда трагедияһы ла, комедияһы ла, драмаһы ла, лирикаһы ла бергә ҡатышҡан. Солтангәрәев донъяһында ла драманы ла, сатира менән юморҙы ла, фәлсәфәне лә табырға мөмкин. Хатта «фәлсәфә хикәйәһе» тигәнебеҙ шул уҡ «лирик хикәйә» йә «яҙмыш хикәйәһе» булып сыға. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, Солтангәрәев башлыса традицион классик проза вәкиле. Уның да күберәк драматик өлкәһендә эшләгән уҙаманы. Ул һуңғы сиктә, мажара, детектив, фантастика, шартлылыҡ алымдары менән файҙаланһа ла, улар менән артыҡ мауыҡманы, ә үҙ юлына тоғро ҡалды. Ул – аяуһыҙ реалист, күберәген прозаның классик алымдары менән эш итеүсе. Яңы осорҙа әҙәбиәтебеҙҙә урын ала башлаған фантастика йәки детектив, мистик хикәйә, мажаралы повесть, хатта енәйәтте асыуға ҡоролған әҫәрҙәр уның тәбиғәтенә ят. Улар Солтангәрәев донъяһында айырым урын таба алманы. Солтангәрәев донъяһында, уның ҡарауы, сатира һәм юморға, хатта драматургияға һәм публицистикаға лайыҡлы урын табылды. Рәшит ағай тәбиғәте менән күңелсәк, юморист кеше. Сәғит Агишҡа тартым зат… Уның ише бихисап-биниһая көләмәс һөйләп көлдөрә, уның һымаҡ башҡорт әҙәбиәтенең атаҡлы хикәйәсеһе. Уныҡы кеүек хикәйәләре ыҡсым, тос, картиналы, характерҙарға бай. Ғөмүмән, Рәшит Солтангәрәевты «яңы осорҙоң Сәғит Агишы» тип атарға булыр ине, ләкин атамайыҡ, Солтангәрәев үҙенә башҡа шәхес, мәҫәлән, өлкән ҡәләмдәшенән айырмалы рәүештә, сатирик һәм юмористик хикәйәләр яҙманы. Шулай ҙа... берәү-икәү бар икән. Бер, әммә берәгәйле «Татар менән башҡорт» һәм «Тыуған яҡҡа ҡайтыу». Һәм «Туй көнөндә», «Кешеләр» повесы... Уларҙы «ирониялы хикәйәләр» тип атарға булыр ине. Бында реалистик ваҡиғалар шартлылыҡ, хатта мажара менән ҡатыша. Ирония менән подтекс көслө. Уларҙан юмор һулышы бөркөлә. Хатта, әйтер инем, донкихотлыҡ еҫе аңҡып китә: персонаждар ҡайһы берҙә ел тирмәндәре менән һуғышыусыларға ла оҡшап ҡала. Автор етди мәсьәләләр хаҡында шаярыу ҡатыш һөйләй. Суверенитет хаҡында етдиләп һөйләһәң, ул ҡоро мәҡәләгә лә тартыр ине, ә художник икенсе юлды һайлай. Стиле лә йәнле һөйләү теленә яҡын, бер ҡатлы геройҙар сатаҡ-ботаҡ һөйләшә... Әҙип ошолай әҫәрҙәренең халыҡсанлыҡ һыҙаттарын да көсәйтә булыр. «Татар менән башҡорт» та, «Тыуған яҡҡа ҡайтыу» ҙа оҙон хикәйәләр. Солтангәрәев, ғөмүмән, олоғая киләме оҙонораҡ хикәйәләргә әүәҫләнде. Һуңғы әйберҙәренән «Көҙ» ҙә, «Оло юлдың туҙаны» ла – ошондайҙарҙан. Был, бәлки, хикәйә жанрына тотош бер яҙмышты «һыйҙырыу» ғилләһелер. Йәки хикәйә Солтангәрәев өсөн оло тормошто яҡтыртыу, кешенең оло ғүмерен һынландырыу формаһы. Бәғзе берәүҙәр романға тотонһа, уға бының өсөн хикәйә лә етә. Хәйер, беҙ Рәшит Солтәнгәрәевтың матур повестар («Йылы ямғыр», «Аҡ умырзая», «Таш болан», «Тау», «Осто бөркөт», «Кешеләр») яҙыуын да беләбеҙ. Әйткәндәй, ошо һуңғы «Кешеләр» повесы менән Солтангәрәев яңы, егерме беренсе быуат башҡорт прозаһын башлап ебәреүсе булды. Был ироник, фантасмагорик әйберендә ул тормошҡа бөтөнләй яңыса – солтангәрәевса булмағанса ҡарай, тормошто ул ижадына хас булмағанса аллегорик, әкиәти юҫыҡта аса, ярым шартлы, ярым мажаралы, ярым гротеск алымдары менән һүрәтләй. Күрәһең, киләсәктә әҙәбиәтебеҙ ошо юл менән дә үҫешер. Рәшит Солтангәрәев – яңы прозаны башлаусы, әлбиттә, был ҡәҙимге традицион проза түгел инде. Рәшит Солтангәрәев тағы нефтселәр тураһында «Беҙ йәшәгән ер» исемле күркәм роман да ижад итте. Ниңәлер башҡорт тәнҡит ғилемендә «Беҙ йәшәгән ер» йомшағыраҡ әйбер, Солтангәрәев кимәленә барып етмәгәнерәк әҫәр тигән фекер нығынған. Ғәҙәттә, Солтангәрәевтың оҫта хикәйәсе булыуын иҫбатлау өсөн ошо романды миҫал итеп килтерәләр: имеш, ул – хикәйәтсе, ә роман жанрында әллә ни уңышҡа өлгәшә алманы. Минеңсә, «Беҙ йәшәгән ер» бик тә күркәм, бик тә һөйкөмлө әйбер, жанрҙың бөтә ҡалыптарына ла тап килгән роман. Мин үҙем уны мауығып уҡыным (уҡыусыны мауыҡтыра алыу – әҫәрҙең төп мотивы һәм төп шарты). Роман ҡыҙыҡлы, әүрәтеп алып барған сюжетҡа ҡоролған, матур һутлы телле, унда баҙыҡ образдар, күҙ алдына баҫҡыс, оҙаҡ онотолмаҫлыҡ картиналар бирелгән. Шуны ла өҫтәйек, роман эшселәр темаһын яҡтыртыуға арналған бит, производство темаһын аса, шул осорҙағы (1986) бөтә совет әҙәбиәтендәге «производство романдары» рәтенән. Ә Солтангәрәй, ғәҙәтенсә, шул темала ла үҙенең художниклыҡ һүҙен әйтә алды, производствосы әҙиптәрҙең ялҡытҡыс яҙыу шауҡымына (яҙыу манераһына) бирелмәй, ысын сәнғәт әҫәре тыуҙырҙы. Әхмәҙиә ҡарт образы, Ғәли Басариев, Бикбаев, Таңһылыу образдарын ғына алығыҙ! Ниндәй колоритлы, халыҡсан һындар! Билдәле ғәлимә Гөлнур Нәбиуллина үҙенең «Рәшит Солтангәрәев прозаһының поэтикаһы» тигән китабында (Өфө, 2007 йыл) роман хаҡында бына нимә тип яҙа: «…әҫәрендә сәйәси, фәлсәфәүи һәм эстетик мәсьәләләрҙе күтәреп, совет осорондағы реаль тормош ваҡиғаларын һүрәтләп, административ-команда системаһының кешене бер төрлө уйларға, эшләргә мәжбүр иткән эш алымдарын ҡырыҫ дөрөҫлөктә яҡтырта»… «…был әҫәре 80-се йылдар уртаһына тиклемге ижадына йомғаҡ яһау, һығымта сығарыу кеүек ҡабул ителә. Сөнки 80-се йылдарҙың икенсе яртыһынан алып уның ғүмер ахырынаса ижадының фәлсәфәүи характеры, күтәрелгән мәсьәләләренең тәрәнлеге ошо хаҡта һөйләй». Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Зиннур Нурғәлин иһә: «Беҙ йәшәгән ер» романы – бөгөнгө әҙәби процеста мөһим күренеш рәүешле ҡаралырға хаҡлы әҫәр. Унда замандың үткер проблемалары күтәрелә. Был йәһәттән уны ике, хатта өс планда ҡарарға булыр ине. Тәүгеһе кеше менән тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәт, тәбиғәттең фәнни-техник революция осоронда кеше мәрхәмәтлегенә мохтажлығы. Икенсеһе – бөгөнгө ауылдың социаль-экономик үҫеш проблемаһы. Ошо күҙлектән әҫәрҙә әҙәбиәттә шартлы рәүештә бүлеп йөрөтөлгән ике тема тығыҙ берлектә һүрәтләнә тиер инек. Ул эшселәр синыфы темаһы һәм ауыл тормошо. Шуның менән бергә уның һәр ҡайһыһы заманса үткер яңғырай, бөгөн барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәләләргә сумдыра. Өсөнсөһө иһә – йәмғиәттә тәрән үҙгәрештәр яһау ихтыяжы килтереп тыуҙырған догматик фекерләүгә һәм күҙ йомоп эш итеүгә ҡоролған көндәлек тормош практикаһы. Ул, үҙ нәүбәтендә, романдағы тәүге ике йүнәлештең берлеген дә хасил итә», – тип яҙҙы. Рәшит Солтангәрәев «Теге донъя, был донъя» (уның спектакле 1994 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт драма театрында сәхнәләштерелде), «Көтөү», «Иргә барам, бисә алам» пьесалары авторы ла. Ә шулай ҙа Агиш та, Солтангәрәй ҙә – хикәйәселәр. Мәшһүр хикәйәселәр! Башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк ижадсылары! Хикәйә – уларҙың яратҡан жанры, ысынбарлыҡты һынландырыуҙа иң төп, иң ҡулай формаһы. Рәшит Солтангәрәевтың, мәҫәлән, публицистикала ла хикәйәсе булып ҡалыуын нисек аңларға? Уның публицистик мәҡәләләре, очерктары ла – шау хикәйә; хикәйәсе барыбер үҙенекен итә, тип яҙғайным инде мин яҙыусының мәҡәләләрҙән төҙөлгән «Яҙмыш» китабы тураһында. Шуға ла был яҙмала «Яҙмыш» китабына кергән «Азат итеүсе», «Характер», «Томан» очерктары хикәйә жанрына ҡарай тип алынды. Был да әҙәбиәтебеҙҙә үҙенә күрә бер күренеш бит. Солтангәрәев арҙаҡлы прозаиктарыбыҙҙың береһе генә түгел, ә баҙыҡ публицистарыбыҙҙың береһе лә. Ә шулай ҙа... барыбер Солтангәрәев – хикәйәсе. Маһир хикәйәсе. Уның «Эт күңеле», «Айлы соната»һы, «Мине Абдрахманов тиҙәр»е, «Ҡиәмәтлек кейәү»е, «Яза»һы, «Тыуған яҡҡа ҡайтыуы»ы, «Татар менән башҡорт»о, «Буржуй»ы, «Көҙ»ө әллә ҡайҙан «мин Солтангәрәев хикәйәһе» тип ҡысҡырып тора. Уларҙы бүтәндәрҙеке менән бутау мөмкин түгел, улар – Солтангәрәевтыҡылар! Ошо түгелме ни ижадсы бәхете, ошолар түгелме ни бәхетле яҙмышлы әҫәрҙәр?!. Ер йөҙөнә бәхетле яҙмышлы ижадсы булып тыуырға ғына мөмкин, ә, тыуғас, көсәнеп бәхетле булып китеп булмай. Солтангәрәев тә бәхетле яҙмышлы ижадсы булып килгән был донъяға. Был – уның өлөшөнә төшкән көмөшө. ...Хикәйәләр... Хикәйәләр диңгеҙе... Башҡорт әҙәбиәтендә бик, бик күп күркәм хикәйәләр бар. Шулар араһында – Солтангәрәев хикәйәләре. Гүзәл хикәйәләр... ...Әҙиптәр донъяһы. Һәр әҙиптең үҙ донъяһы. Башҡорт әҙәбиәтендә бик күп донъялар бар. Шулар араһында – Солтангәрәев донъяһы... Мөғжизәле донъя... Мин һаман уны асырға, уның асылына төшөнөргә ынтылам.
* * * 1979 йыл башында университетта проза секцияһы ултырышы булды. Йәштәрҙең ижады тикшерелде унда. Үҙемдең хикәйә йораты хаҡында һүҙ әйткән өс кеше иҫтә ҡалған. Ким Әхмәтйәнов, мәҫәлән, «Һөйләмдәрең йыр куплеттары ише парлы-парлы, фекер бутала», – тигәйне. Булат Рафиҡов арала берҙән-бер йылы һүҙ әйтеүсе булды: «Төп геройҙың характеры төҫмөрләнә биреп ҡуйған». Рәшит Солтангәрәев иһә «хикәйә»не лә, «хикәйәсе»не лә пыран-заран килтерҙе лә: «Иң тәүҙә иң тәүге ике битте алып ташларға», – тип белдерҙе. Йәнәһе, инеш мөһим түгел, шундуҡ төйөнләнештән башлау хәйерле. Рәшит Солтангәрәев үҙе, ғәҙәттә, төйөнләнештән башлай. Уның хикәйәләре тәүҙән үк уҡыусыны үҙенә «һурып ала», ахырынаса «ысҡындырмай»... Алдымда – уның Башҡортостан китап нәшриәте 1991 йылда баҫып сығарған «Яҙмыш» исемле очерктар һәм публицистика китабы. Ә мин ни эшләп хикәйәләр тураһында сурыта башланым һуң әле? Әҙиптең «Характер» (агроном Мөнир Сәлишев тураһында), «Азат итеүсе» (яугир игенсе Мирхәким Ишмөхәмәтов хаҡында), «Томан» (халыҡ йырсыһы Абдулла Сол<
|
|||
|