Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Ирек Кинйәбулатов. Заман ауазы



Ирек Кинйәбулатов

(1938 – 2016)

 

Ирек Лотфый улы Кинйәбулатов 1938 йылдың 15 июлендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында тыуа. 1957 йылда Иҫке Бәпес урта мәктәбен тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. Өс йыл диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1961 – 1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡый. «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләй, аҙаҡ китап нәшриәтендә мөхәррир, Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры.

Ирек Кинйәбулатов – лирик шағир. Уның «Баҫыу юлы», «Сыйырсыҡтар бала осора», «Һөйөү иртәһе» шиғри йыйынтыҡтары баҫыла. 2008 йылда «Ғүмер китабы» әҫәре өсөн уға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.

 

Заман ауазы

 

Ҡайһы бер нәмәләрҙе алдан уҡ асыҡлап китеү урынлы булыр.

Ирек Кинйәбулатов тигән шағирҙы етмешенсе йылдар башынан уҡ беләм, бүтәндәрҙең дә уйын ишеткән бар ине: етди шағир.

Әлеге көнгәсә әҫәрҙәре менән танышлығым урыҡ-һурыҡ булды, бер, алтмыш йәшен тултырғандамы, шағир йыйынтығын да тотторғайны: унда ла уҡырға, ныҡлап танышырға форсат тыуманы һәм, ниһайәт, үҙем өсөн оло бер донъя астым – Ирек Кинйәбулатовтың шиғриәт донъяһы! Һәр кем аңлайҙыр, бындай асыштар бик ҡиммәт тора: баҡтиһәң, Ирек Кинйәбулатов үҙенең тиҫтерҙәре Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбай, Хәсән Назар, Мәүлит Ямалетдин, Әсхәл Әхмәтхужа, Сафуан Әлибайҙар ҡоронан, имеш, ул ҡор юғарылығының бер үҙенсәлекле вәкиле...

Әйткәндәй, был тиҫтер шағирҙарҙың ижады, тормошҡа мөнәсәбәте, хатта асыштары ла бер-береһенә бик яҡын, улар шул уҡ осорҙо йырлай, шул уҡ заман ярып үтә был шиғырҙар йөрәген.

Ирек Кинйәбулатовтың тәүге шиғри йыйынтыҡтарын тотоп ҡарағанымды иҫләйем: «Баҫыу юлы» (1970), «Сыйырсыҡтар бала осора» (1973)... Һәм хәтеремдә: күңелемдән шағирҙы иген баҫыуҙарын данлаусы, баҫыу йырын һуҙыусы тип атағайным. Ысынлап та, етмешенсе, һикһәненсе йылдарҙағы Иректе баҫыуҙар йырсыһы тип атарға мөмкин. Ул игенсенең ҡулдарына, уның хеҙмәтенә дан йырлай, устарына икмәк тәме йоға, уның баҫыуҙарында мотор шауы гөжләй, башаҡ сыңы ишетелә.

Баҫыу юлы – минең сабый сағым,

Йәшәүемдең тәүге аҙымы.

Һин йәшәүгә башлап ут ҡабыҙҙың,

Хыялдарҙың бөтмәҫ аҙағын

Бирҙең миңә, –

тип башлай шағир үҙенең был йылдарҙағы программа әҫәрен – «Баҫыу юлы»н.

Ә шулай ҙа әсәм ҡулдарынан

Осоп киткән хатты эҙләнем.

Таптым.

Уны иң яҡыным күреп,

Ҡулды йәйеп, ергә йығылдым...

Ҡамыллы ҡыр шул саҡ атайымдың

Яңаҡтары төҫлө тойолдо, –

тип тамамлай. Сабый бала баҫыу битен фронттан ҡайтмаған атаһының бите тип ҡабул итә.

Йәшлектә лә шағир ошондай ҡәҙерле табыштарға, ҙур әҙәби дөйөмләштереүҙәргә юлығып ҡуя.

Был йылдарҙа шағир, аңлашыла ки, бик күп мөхәббәт әҫәрҙәре ижад итте.

Йәнем хәҙер нисек түҙер икән,

Башҡа һыймай фараз итеүе;

Ҡалған ғүмер – һине юғалтыуым,

Ҡалған ғүмер һинән китеүем.

Бөтә шағир ҙа мөхәббәт шиғырҙары яҙа, бөтә шағирҙар ҙа ғашиҡ була, был – тәбиғи. Һәм мөхәббәт – тормоштоң үҙе, уның үҙәге, ул һис шикһеҙ шиғриәттең дә бар булмышын барлыҡҡа килтерә.

Һиңә минең тыным етмәй,

Ҡулым һуҙам – ҡулым етмәй;

Ғүмер буйы бара торған

Тик бер аҙым юлым етмәй.

Тағы:

Һин бит миңә һүнгән йондоҙ ише,

Нурың да юҡ, юҡ бит ялҡының;

Янғанда ла, беләм, миңә түгел,

Бик алыҫта яндың, балҡының.

Шағир раҫлауынса, уның йөрәге ғүмер буйы һөйөп туймай, ғүмер баҡый мөхәббәтен яҙып тынмай. Әйтерһең дә, уның өсөн был донъя тотош мөхәббәттән, мөхәббәт ыҙаларынан һәм ҡыуаныстарынан тора.

 

* * *

Бына «Һөйөү иртәһе» китабы (1988) тотош мөхәббәт лирикаһынан торамысы тиһәм... Ул дәртле шиғырҙарҙан башлана икән. Шағир илдең иртәләренә һоҡлана, хеҙмәт һөйөүсән кешеләрен маҡтай, йәшәүгә – ал тандарға мәҙхиә йырлай.

Донъя матур. Хатта ун йәшәп тә

Һаман килер, һаман йәшәгең,

Бөтә донъя йәшәү менән мәшғүл,

Тауҙар йәшел меңәр йәштәге.

Шағир йәшәүгә, тормошҡа дан йырлай, йәшәү сәме, йәшәүҙе һөйөү йәшәһен тип йәшнәй. Һис шикһеҙ шиғриәт йәшәүгә дәрт-ҡеүәт биреүсе йыр ул, һәр шиғри әҫәр тормошто раҫлай, кешеләргә ҡанат ҡуйырға тырыша. Шул юҫыҡтан ҡарағанда, шиғриәттең туранан-тура бер бурысы кешене йәшәүгә өндәү, йәшәүҙе йырлау, шиғриәт кешеләргә дәрт-дарман бирергә, илаһи илһам уятырға тейештер. Был – шағирҙың бер кредоһы. Ғөмүмән, ошо быуын шағирҙары барыһы ла йәшәүҙе ярата, тормошто өҙөлөп һөйә. Был яҡтан ҡарағанда, улар һис шикһеҙ Мостай Кәрим шиғри традицияларының вариҫтары. Шағирҙар Ер шарының яҡты яғында йәшәүселәр. Эйе, шиғриәт – ул, ысынлап та, дәрт, ярһыуҙыр, кешеләргә илһам биреүсе илаһи ҡөҙрәттер, ул кешенең, тормоштоң йәшлегелер.

«Хәйерле иртә!», «Шәмбе өмәһе», «Ваҡыт оса ярһып», «Ҡыуанам»... шиғырҙарының исеме үк уларҙың йөкмәткеһенә тоҫмал.

Мин донъяға бер йәшәргә тыуҙым,

Күңелемә йыям көн йәмен;

Йыйғанымды тотош ҡайтаралһам,

Ерҙә бер йәшәүгә көймәмен.

Шағир-трибун, ул Маяковскийса сәхнәнән бар тауышҡа иленә, хеҙмәт шауы менән ҡайнаған халҡына йыр йырлай. Яйлап булһа ла, әҫәрҙән әҫәргә, китаптан китапҡа әҙиптең тауышы асыла, һүрәтләү алымдары күргәҙмәле, уҡыусыға әйтер һүҙе тос була бара.

Көн ауышып килә. Ниҙәр эҙләп

Һуҡмаҡтарҙы ҡат-ҡат тапаным?

Тапҡанымды күпме юғалтһам да,

Юғалтҡанды ҡабат тапманым.

Был инде бөтөнләй икенсе интонация, шиғыр хәҙер етлеккән, өлгөргән, ул үҙ намыҫына мөрәжәғәт итә, йәшлектә еңел-елпе эҙләп елгә ауҙарған да көндәрен... Хәҙер инде, ир ҡорона инеп, заман йөгөн алып иңенә, хәҡиҡәт күҙенә тура ҡарай, иле алдында яуап тота.

Инде шағир ижадының хаҡ юлына сыҡты, ауыҙ тултырып иң кәрәкле, иң яуаплы һүҙҙе лә әйтергә тейеш. Хәҙер заман ҡарай уның күҙҙәренә, иртә ауып ҡалған индәштәре өсөн дә ул яуап тоторға бурыслы лаһа! Ил эсендәге ваҡиғалар, заман шәхес алдына ҡуйған һорауҙар хәҙер уға төбәлгән, ул заманы алдында яуап тота, иң-иң кәрәкле һүҙҙе әйтә. Илде борсоған, заман ҡуйған һорауҙар уға ла тынғы бирмәй. Ҡәҙимге кешеләрҙең барыһы кеүек, Ирек Кинйәбулатов та һуғыштан һуңғы ауыр һынауҙарҙы үтә, һәр саҡ заманы менән бергә атлай... Сиҙәмселәр менән бергә, «Икмәк булһа, йыр ҙа булыр» тип, игенселәр менән баҫыуҙарҙа айҡаша.

Эйе, шағир замандаштарынан айырылмай, шиғырҙарында уларҙың уй-кисерештәрен сағылдыр.

Бик күп тиҫтерҙәре иртә ауа, шағир уларға төбәп арнауҙар яҙа. Әнүр Вахитов, Рәми Ғарипов, Вафа Әхмәҙиев... Һәм, әйтергә кәрәк, Ирек Кинйәбулатов тора-бара шул арнауҙар маһиры булып китә. Унан башҡа шәп арнау яҙған тағы кем бар шиғриәтебеҙҙә? Ирек Кинйәбулатов ҡына! Әлбиттә, күптәр яҙҙы арнауҙарҙы, тик уға еткергәндәре юҡ әлегә... Иҫләгеҙ Рәшит Солтангәрәевтың шағир тураһындағы көләмәсен!

Шуныһы характерлы: арнауҙа шағир шәхестең иң сағыу ғына бер һыҙатын тотоп ала һәм шунан һуң уның матур һынын әүәләй. Ул скульптор кеүек...

Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: Ирек Кинйәбулатовтың һикһәненсе, туҡһанынсы йылдарҙағы ҡайһы ғына шиғырын алып ҡарама, унда замандың көр тауышы ишетелә. Ул – үҙ-үҙенә ышанған, үҙен был ерҙең лайыҡлы улы, хужаһы итеп тойған кеше, тауышы үҙенең тиҫтер шағирҙары ҡоро тауышынан һис айырылмай – шул уҡ асыҡ, тере тауыш, шиғыр техникаһы инде ҡойоп ҡуйылған. Йырлай ҙа йырлай йырсы.

Һинең шундай матур сағың ине,

Минең шундай батыр сағым ине...

Йә булмаһа:

Аҡ ялдарын сайҡай ямғыр-толпар,

Кәрәк түгел ҡамсы һуғаһы.

Ямғыр ҡойоп үтә. Йәйғор ҡалҡа –

Аҡ толпарҙың алтын дуғаһы.

Тағы:

Юғалғанын ғүмер буйы эҙләп,

Табалмаған йәл бер кешеләй,

Бушҡа уҙған көндәремде уйлап,

Әллә ниндәй хистәр кисерәм.

 

* * *

Ирек Кинйәбулатов донъяһының көмбәҙҙәре бейек, тиҫтер шағирҙар ҡоро илендәге кеүек, офоҡтары киң. Шул донъяның ауаздары саф, бар тарафҡа тора яңғырап. Мин ул ауаздарҙы ишетәм, шағирҙың көр тауышын ишетәм, һәр шиғыры уның сыңрап тора, даға сыңы кеүек, моң түгә, йүгән сыңы кеүек... Әйткәндәй, башҡорт шиғриәтенә хас атрибут-символдар Ирек Кинйәбулатов илендә лә бар: дала моңо, ҡылған тулҡыны, бөркөттәр саңҡыуы; башҡорт шиғриәтенә хас тыуған халҡың яҙмышын уйлап һыҙланыу шағир йәнендә лә бар, әммә, минеңсә, Ирек Кинйәбулатов халҡының ауыр үткәндәренә әллә ни баҫым яһамай, башҡорттоң яу сабыштарын Ҡәҙим Аралбай, Рауил Бикбаев, Тимер Йосоповтар һымаҡ йәйелеп китеп бәйән итмәй. Әллә тыйнаҡһыҙлыҡ һанай, әллә ул да был мәсьәләлә Мостай Кәрим юлынан бараһы булырмы? Әлбиттә, ижад кешеһенән тегене яҙмағанһың, быны яҙғанһың тип, нимәлер талап итә алмайбыҙ, бында бары уның ижад үҙсәнлеген генә билдәләйбеҙ; Ирек Кинйәбулатов та башҡорт балаһы, уға халҡының зары зар, уның үткәндәре ҡәҙерле, ул да Рәсәй һаман беҙгә ышанмай тип һанай.

Шиғриәт, бәлки, ысынданда йәшлек юлдашылыр. Был хаҡта Рафаэль Сафин да әйтә биреп ҡуйғайны, йәшлектә шағир үҙе бик күп әҫәрҙәр тыуҙырҙы, әйтәһен ул, минеңсә, ваҡытында әйтеп өлгөрҙө, һәм, иң мөһиме, мин уның ижад эволюцияһын асыҡ тойҙом, шағир китаптан китапҡа, әҫәрҙән әҫәргә үҫте, уның тауышы нығынды. Дөрөҫөрәге, тауышы асыла, таҙара, көрәйә барҙы.

Алыҫтарға тағы юлға сығам,

Сәфәрҙәрҙе килмәй һанағым;

Күҙҙәремә ниңә моң һарыла,

Ниңә кибә әле тамағым.

Тағы:

Был тормошта йәшәүемдең сере,

Бөтә мәғәнәһе – яратыу;

Мөхәббәттең барлыҡ ҡайнарлығын

Тик-тик тыуған ергә таратыу.

Ирек Кинйәбулатов һикһәненсе, туҡһанынсы йылдарҙа шиғриәттең әлеге юғарылығына етте, йәшлек үтте, шиғырҙары артта тороп ҡалды. Шағирҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре ҡалды. Улар шағирҙың барлығын, булғанлығын иҫбатлап йәшәй. Ирек Кинйәбулатовтың шиғырҙары көр тауышлы, тулы ҡанлы; уның әҫәрҙәре уның ҡоро шағирҙарҙыҡынан һис тә ҡайтыш та, кәм дә түгел.

Әйткәндәй, Ирек Кинйәбулатов шиғриәттең бөтә төр үлсәмдәрен үҙ итһә лә, башлыса традицион шиғырсы, классик ҡалыплы шағир булып ҡала, ул бүтәндәр кеүек әллә ниндәй эксперимент, тәжрибәләр яһап маташманы, авантюризмды үҙ итмәне, ә классик юҫыҡта ижад итте. Был – хөртме йәки шәпме? Тағы быныһы ла ижадсының үҙенең ирке, үҙенең булмышы, минеңсә.

 

* * *

Эйе, үҙем өсөн яңы бер донъя – Ирек Кинйәбулатов шиғриәте донъяһын астым, ул илдең һауаһын һуланым, һыуҙарына сумдым, ялҡындарында ялҡынландым. Рәхмәт был илгә, рәхмәт халҡымдың талантлы, даланлы балалары хеҙмәтенә... Улар иңендә икән башҡорт шиғриәтенең бөгөнгө намыҫы һәм выжданы.

...Шағир ниңә башын шиғырға һалған, ул бүтән һәнәр белмәй ҙә, бүтән уның ҡулынан да килмәй. Ирек Кинйәбулатовтың да бар булмышы, минеңсә, шиғырҙан тора, ул шиғыр менән йәшәй, бар табынғаны шул һүҙ...

Эй шиғриәт, һинең менәң йәшәп,

Торам ҡайсаҡ һинән ҡырҙараҡ;

Һинең менән күпме ҡанатланһам,

Һинең алда күпме ҡыҙарам.

Ирек Кинйәбулатов әҙәби сараларҙа ҡатнаша, ул шиғырға ҡағылған бөтә нәмәгә лә мөкиббән китә... Шиғриәттән башҡа йәшәй алмай, ул бүтән шөғөлдө белмәй ҙә... Ул – поэмасы түгел, ул – шиғырсы. Уның бөтә белгәне, бәхете – шиғыр. Әлбиттә, күп ижадсылар һымаҡ тамаҡ ялы тип күп урындарҙа тир түкте, әммә табынғаны, бар тапҡаны шул һүҙ булды. Һәм, иң мөһиме: ул – шағир, ул шиғри бәхет тапҡан шағир, үҙенең бөтә булмышы менән ижадсы... Ҡырмыҫҡалы балаһы – был ергә шағир булып тыуған булған һәм ул үҙен башҡорт шиғриәтендә, үҙенең тиҫтер шағирҙары ҡоронда шағир итеп таныта, раҫлай алды.

Шул түгелме ижадсы шатлығы, ижадсы бәхете?

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.