|
|||
Марат Кәримов. ЮМОР ОҪТАҺЫМарат Кәримов (1930)
Марат Нәби улы Кәримов 1930 йылдың 9 ғинуарында Башҡортостандың Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, башта Ырымбур өлкәһендәге Желтое татар-башҡорт педагогия училищеһында, аҙаҡ Башҡортостандың Йылайыр педучилищеһында уҡый. Уҡытыусы була, комсомол район комитетында эшләй, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1954 – 1956 йылдарҙа Мәскәүҙә Үҙәк комсомол мәктәбендә уҡый, журналистика факультетын тамамлай. 1964 – 1968 йылдарҙа «Пионер» журналы, ә аҙаҡ «Һәнәк» журналының баш мөхәррире. Марат Кәримов башлыса лирик, сатира һәм юмор өлкәһендә киң танылыу таба. Уның бик күп шиғри китаптары, шулай уҡ проза әҫәрҙәре халыҡ һөйөүен яуланы. Әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары өсөн уға 2003 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.
ЮМОР ОҪТАҺЫ
Һәр ваҡыт юмористарға, йор телле, ирәбе күңелле кешеләргә һоҡланып ҡарайым. Уларҙан көнләшәм дә... Юмор эйәһе булыу, уйын-көлкөгә маһирлыҡ ҡайҙан килә икән. Әллә бында тәбиғәттең берәй ғилләһе бармы, әллә кеше шулай булып тыуамы? Сатириктарҙы ҡайҙа яһайҙар икән, юмористар ҡайҙан килеп сыға? Башҡорт әҙәбиәтендә лә сатира һәм юмор оҫталары һирәк кенә. Шайехзада Бабич, Зөлфәр Хисмәтуллин, Сулпан Иманғол, Мар. Сәлим, Ғәли Ғатауллин, Закир Әкбәров, Нажиә Игеҙйәнова, Агиш Ғирфанов, Сәғит Агиш, Рәдиф Тимершин, Риф Мифтахов –уларға ҡарап, көнләшергә генә ҡала. Юмор эйәһе булған кеше бүтән төрлөлөр, ул хәләтте бер нисек тә аңлатып биреп булмайҙыр тип уйлайым. Шундай талантҡа эйә кешеләр әл дә бар, әл дә улар беҙҙең арабыҙҙа йөрөп ята, ижад итә. Шундай илаһи һәләт эйәләренең береһе, башҡорт юморы оҫтаһы Марат Кәримов тураһында булыр бөгөн һүҙебеҙ. Яңыраҡ уның «Һайланма әҫәрҙәре»нең өсөнсө томы баҫылып сыҡты. (Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2009 йыл). Китап шау сатирик һәм юмористик хикәйәләрҙән төҙөлгән. Ҡыҙыҡ икән ул юмористик шәлкемдәр! Уларҙы бер нисек тә ҡәҙимге хикәйәләр, новеллалар менән бутау мөмкин түгел – юмористик хикәйәләрҙең стиле, теле үҙенә башҡа күрә төрлө, унда ғәҙәттә «башты иҫәргә һалыу» булырға тейеш, автор ғәҙәтенсә һүҙ уйната, телмәрҙең подтексы менән эш итә, һүҙ ғали йәнәптәренең шуҡлыҡ, шаянлыҡ ҡатламдарын аса... Ә ирониялы интонация? Ғәҙәттә тотошлай ирония менән яҙылған әҫәрҙәр бар, ә ирониялы проза яҙыу – иң оло оҫталар өлөшөнә генә төшкән көмөштөр. Марат Кәримов нәҡ әнә шундай һәләткә эйә: уның телмәре ыҡсым, шығырҙағыса һәр һүҙе ниндәйҙер маҡсатҡа хеҙмәт итә, ғөмүмән, ул һүҙ менән ювилерҙарса эш итә. Бәғзе бер ағай-эне һүҙҙе тултыра ла тултыра, оҙонораҡ, ни саҡлы күберәк яҙһаң, шул саҡлы яҡшыраҡ була тип уйлай... Ә Марат Кәримов үҙенең юмористик хикәйәләрендә ғәҙәттә кешенең характерын асыуҙы маҡсат итеп ҡуя, деталь эҙләй. Бер нисә һүҙ менән генә кешенең теге-был һыҙатын табып алырға, шуны уҡыусыға еткерергә ашҡына. Уның маҡсаты – кешенең күңелен асыу, бер үк ыңғайҙан кеше булмышындағы, ҡылыҡтарындағы көлкөлө һыҙатты табыу, шуны уҡыусыға ҡабартып күрһәтеү. Һәр хикәйәлә көлкөлө ситуация тыуҙырыу, бер әтнәкәһен табыу бик тә ауыр шөғөл бит ул! Кешенең көлкөһө килмәгән, бар донъяға йәне көйгән мәле була, ҡайһы бер кешене бөтөнләй көлдөрөп булмай! Ә Марат Кәримов уны көлдөрә, уның һәр репликаһы артында ниҙер бар, ниҙер йәшерелгән була, ул барыбер теге йәки был ситуацияның ниндәйҙер көлкөһөн – тоҙон таба. «Төймә» хикәйәһе. Студентка Ләмзиә ядро физикаһы буйынса лекция тыңлай, оло профессор пинжәгенең төймәһе төшөүен күрә. Ҡатын-ҡыҙ затынан булараҡ, шул төймәне тағып ебәргеһе килә, лекция тыңламай, ә лекция буйына шул төймә хаҡында уйлап ултыра. Таныш хәл-әхүәлдәр. Профессорҙың бөтә булмышын тикшереп сыға, хатта уға кейәүгә сығырға булып бөтә; ул бай, аҡсалы йәшәр ине, ә шулай ядро физикаһынан имтиханға әҙерләнеп ултырмаҫ ине. Хыялдар, хыялдар... Ләмзиә профессорға кейәүгә лә сығып бөттө, уны ҡартайтты, бар байлығын үҙләштерҙе, аҙаҡ үҙе йәп-йәш егеткә кейәүгә лә сығып китте... Хыялдар. Әкәмәттең әкәмәте аҙаҡта булған икән (хикәйәнең тоҙо) профессорҙың төймәһе бар имеш, уны бары пинжәгенең икенсе яғы ҡаплап торған! Һәр хикәйәнең бер әтнәкәһе булырға тейеш, һәр әҙәби әҫәрҙең мәғәнәһе шунда йәшерелгән. Ғәҙәттә мәҫәлдәрҙә, миҫалға, ул иң аҙаҡта бирелә, ә «Экскурсия» хикәйәһендә лә шулай... Баш ҡалала экскурсия үткәреүсе тыңлаусыларын битәрләп үткәрә экскурсияһын. Битәрләп бөткәс тә, ваҡыт та бөтә, экскурсия ла тамам. Йәки бына Гоголдең «Ревизор» әҫәре сюжетына оҡшаш сюжетҡа ҡоролған «300 техник» хикәйәһе. Ауылға зоотехник ебәрәләр, телеграмма «300 техник» тип килә. Имеш, колхозда семинар үткәрәләр. Колхоз рәйесе йәһәт кенә клубты, ашхананы ремонтлата һала, йылдар буйы төҫ күрмәгән китапханаға йән керә, ә ахырҙа колхозға бер зоотехник килеп төшә! «Ҡала ҡомағы» хикәйәһе. Эйе, нәҡ сатирик хикәйәһе! Уны бүтәнсә йә «хикәйә» генә тип атап булмай. Ул үтә лә һаран тел менән яҙылған, һәр һүҙ үҙ урынында, һәр әҙәби деталь ниндәйҙер бер маҡсатҡа буйһона! Хәнәфиҙең таш баҙы бар, ҡалала бик-бик һирәк күренеш. Бөтә кеше Хәнәфигә бәрәңгеһен һала. Беҙҙең герой ҙа шулай эшләй, тик аҙаҡ биш тоҡ бәрәңгеһенең береһен дә ҡайтарып ала алмай – Хәнәфигә барам тиһәләр, тегеһе мең төрлө сәбәп таба, теге тоҡтар тәки Хәнәфиҙә тороп ҡала. Радиола эшләгәндә «Шаян тулҡындар» рубрикаһында Марат Кәримовтың хикәйәләрен бирҙек. Шунда «Беренсе командировка» исемлеһе хәтерҙә ҡалған. Дөрөҫөрәге, уның сюжеты... Һуғыштан һуңғы осорҙа дәүләт халыҡты заемға яҙҙыра, һалым һала, элекке недоимкаларын түләтә. Ә кешеләр үҙҙәре ас... Аҡсаң булмаһа, күҙ терәп торған һыйырыңды етәкләп алып сығып китәләр. Көләмәскә оҡшатыбыраҡ яҙылған шул хикәйә оҙаҡ күңелдә йөрөнө. Әйтәләр бит, шағирҙың берәй шиғырын иҫлә, әҙиптең берәй әҫәрен онотма!.. Марат Кәримов был юлы «дәүләт эше менән йөрөйөм» тигән уполномоченныйҙан көлә. Уңарса хужабикәнең туғанының исеме лә «Дәүләт» икән. 1933 йылда аслыҡта Дәүләт юғала. Аҙаҡ ауылға йөрөүсе уполномоченныйҙар «Дәүләткә йомортҡа кәрәк» тип килһәләр, аҡылы еңеләйгән апай: «Ә минең Дәүләтемәме?» – тип, бөтә әйберен сығара ла бирә, сығара ла бирә. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тарих. Сатирик Марат Кәримов алдаҡсы етәкселәрҙе, күҙ буяусы эшем эйәләрен, прогулсыларҙы, эт ялҡауҙарын сатира утында көйҙөрә, бер ҡатлы Сәлим кеүек хыялыйҙарҙан еңелсә юмор менән көлә. Был китапҡа ингән сатирик һәм юмористик хикәйәләрен әҙип 1967 – 1971 йылдарҙа яҙған икән. Илле йәштәр тирәһендә ижад иткән әҫәрҙәр. Ул саҡта Марат Кәримов «Һәнәк» журналында баш мөхәррир ҙә булып алды, оҙаҡ йылдар телевидениела тир түкте, Яҙыусылар союзының сатира һәм юмор секцияһын етәкләне. Шағирҙар сәхнәгә сыҡһа, әлбиттә, шиғыр уҡый, әлбиттә, «һүҙ – Марат Кәримовҡа» тиһәләр, шағир юмористик шиғырҙарын уҡый, ә тыңлаусының шул әҫәрҙәрҙе тыңлап эсе ҡатып бөтә. Бөтә ерҙә лә Марат Кәримовты юморист тип беләләр, уның менән былай ғына аралашҡанда ла унан юмор, көлкөлө һүҙ, төртмә һүҙ көтәләр. Йәнәһе, Марат Кәримов гел генә көлөп, балҡып йылмайып торорға тейеш! Кешеләр аяуһыҙ, тамашасы бер ҡатлы! Ысынлап та, Марат Кәримов, кәйефе ниндәй саҡ булһа ла, көлөргә, көлдөрөргә тырыша, йәнәһе, үҙенең асылына хыянат итмәй! Мәҫәлән, «Һайланма әҫәрҙәре»нең беренсе томына (2007) ул етди шиғырҙарын тупланы, юҡ, унан барыбер юмор көтәләр, шағирҙан юмор талап итәләр. «Ә, Марат Кәримов, әҙһ юморист шағирмы, юмористик әҫәрҙәрме?..» Шулай итеп, шағир барыбер үҙенең әүәлге ҡалыбынан, уҡыусы һуҡҡан ҡалыптан ҡотола алмай йәки уҡыусы уның етди, фәлсәфи шиғырҙарын ҡабул итмәй булып сығамы?!. Марат Кәримов, йәнәһе, юморист булып тыуған, юморист булып танылған, үлгәндә лә ул юморист булып үлергә тейеш! Бына шағирҙың «Һайланма әҫәрҙәре»нең икенсе томы сыға. Унда уның нәҡ юмористик шиғырҙары тупланған. Бына был, исмаһам, Марат Кәримов, юморист Марат Кәримов! Ә мин уның өсөнсө томы хаҡында ғына фекер йөрөтәм. Бында ла шул уҡ Марат Кәримов бит, юмористик хиәйәләр яҙа. Ябай, ҡәҙимге хикәйәләр түгел, нәҡ юмористик һәм сатирик хикәйәләр! Бында ла әҙ тип үҙенең асылына хыянат итмәй, бында ла ул йәмғиәтебеҙҙәге кире күренештәрҙән асы көлә, әрәмтамаҡтарҙы, ялҡауҙарҙы әсе сатира утына баҫтыра. Инде нисәмә йылдар юморист Марат Кәримов башҡорт юморына арыу-талыу белмәй хеҙмәт итә. Һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш, һирәктәр тарафынан баһаланған шөғөл эйәһе – юморист, башҡорт әҙәбиәтенең ысын юмор оҫтаһы ул!
|
|||
|