Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Йылдар ята беҙҙең арала?»



Йылдар ята беҙҙең арала?»

Мөхәббәт шиғырҙары күп (миҫал өсөн – «Бөгөн тағы һине осраттым да…». «Айым да бар, ҡояшым да…», «Әй буйына икәү килгәйнек беҙ…»), уларҙа шағирҙың дауыллы хис-тойғолары, күңел ярһыуҙары сағыла. Шағир «Ҡая өҫтөндәге болото «ҡайнай» ти, икенсе бер урында яуҙа ятып ҡалған ағайҙарын болот менән сағыштыра.

– Ағайҙарым! – тиеп алданғанмын,

Ялан тулып болот килгәндә.

Былары – әҙәби оҫталыҡҡа ҡағылған миҫалдар… Шағир сағыштырыуҙар, эпитеттар менән ғәжәп оҫта эш итә, «юҡтан» ғына образ тыуҙыра, һүҙ уйната, һәр әйберҙән бер «әтнәкәһен», бер образын килтереп сығарырға ынтыла.

Тыуған ерем, һиңә һөйөү һүҙен

Сәйнәмәмен инде һағыҙҙай…

Үҙ шиғырҙарында ул төрлө шиғри үлсәүҙәргә иғтибар итә, төрлө жанрҙарҙы тергеҙә: балладалар, шиғырҙар, парсалар, ҡобайырҙар, әйтештәр, хатта ҡиссалар, нәҫерҙәр, хикмәттәр тыуҙыра. Ә кисерештәре – ярһыу. Тимер Йосопов – ярһыу хис-тойғолар шағиры, үҙенең иң мөдәккәс кисерештәрен, һыҙланыуҙарын шиғыр менән әйтеп бирә. Был яҡтан художник психолог булараҡ сығыш яһай, күңел әрнеүҙәрен, кисерештәрен уҡыусыһына шулай – «эҫе көйө» еткерә. Бер әҫәрендә «Сығып ҡына китер инем, Ғаләм ишеге булһа…» тип тә ебәрә. Ергә ятып туларға ла әҙер.

Ергә ятып бер тулайым әле,

Һыпырылһын һағыш ҡау кеүек.

«Ярһыуҙар» уның яҙ миҙгеленә арналған шиғырҙарында айырыуса ныҡ һиҙелә; сөнки яҙ – уяныу, ашҡыныуҙар мәле, ташҡындар ташҡан саҡ.

Йылға таша, йылға шаша,

Үрә тора тулҡындары.

Аҡтарылып та китә

Күңелдәрҙең юшҡындары.

(«Ташҡын»)

Мин әле Тимер ағайҙың ашҡынып та, талпынып та университет сәхнәһендә яҙ тураһында шиғыр уҡыуын да иҫләйем.

Былар бөтәһе лә шағир образын тулыландыра, уны күрмәлекле итә, иҫтә ҡалдырырға булыша.

 

* * *

Тимер Йосоповтың шиғриәт иле – ысыҡ төшкән болонда ҡояш ҡыуып йөрөү, болотһоҙ кистә тулған айҙы ҡаршылау… Унда, оҙон үлән кисеп, ысыҡ һыуына сыланып, хис-моңға сорналып шаярырға, ай менән ҡояш араһында уйнарға мөмкин. Болондоң хуш еҫе, яҡты иртәләрҙең хозурлығы һушты ала, тыуған яҡ елдәре иркәләй… Бында бөтәһе лә яҡын, ҡәҙерле. Ирәйеп йөрөйһөң, тыуған яҡ һауаһын күкрәктәрең киңәйеп киткәнсе һулайһың.

Тимер Йосоповты тыуҙырған донъяла һандуғастар һайрай, кәкүк саҡыра, ирекһеҙҙән һин үҙең дә йырлай башлайһың. Был илаһи ил һине лә ижадсы итә. Әҙиптең пейзаж лирикаһы төҫтәргә, буяуҙарға ифрат бай. Иң мөһиме, ундағы биҙәктәр яһалма түгел, улар ысыҡтай саф, һауаһы ыуыҙҙай татлы. Бында бөтәһе лә тәбиғи, үҙебеҙҙең бала саҡтан күреп өйрәнгән ауыл өйө, ай урағы, ҡояш салғыһы, тыуған тупһаға ҡағылған даға, ҡолға осона эленгән ат башы һөйәге.

Имән төпкәйенә ултырҙым мин,

Имән төпкәйҙәре күләгә,

Башы менән һауаларға ашҡан –

Аҡ болоттар килеп урала.

Һәм кинәт кенә, был имән төпкәйендә, бәлки, ултырғандыр олатайымдың атаһы, ти шағир. «Уның да был донъяла булғандыр хатаһы»… Имән төбөнә ултырыу шағирҙы шанлы үткәндәргә алып ҡайта, тарих хаҡында уйҙарға тарыта. Эйе, ихтимал, Тимер Йосоповтың олатаһы ла ул ихтилалда ҡатнашҡандыр: «Йылдар ята минең иңемә», – тип белдерә шағир, күҙҙәрендә – теге яу усаҡтарының ялтырағы… Ата-бабалар ирек тип даулашҡан. Тимер Йосопов – шиғриәттә лә, тормошта ла Салауат батырҙың яуҙашы, уның ҡан яҡташы. Салауаттар ирек даулап яу сапҡан яҡтарҙан ул, Әнйәк һыуын эскән, Әй болондарында тол еңгәһенең бесән сабыуын күҙәтеп торған.

Тау битендә еңгәм бесән саба,

Бар көсөнә киреп ҡоласын.

Салғыһы ул, талмаҫ ҡанатмы ни,

Ә үҙе бит, гүйә, ыласын.

Нисә йылдар инде тол йәшәй бит,

Түҙем генә бирһен кешегә.

Ауыр һүҙҙәр әйтеп өндәшмәгеҙ,

Һүҙһеҙ ҙә бит йөрәк күшегә.

Туҡта, еңгә, арып-талғанһыңдыр,

Бирсе әле миңә салғыңды.

Миңә ҡарап бер хәтерлә, еңгә,

Ағай менән йөрөгән сағыңды.

Ҡоласымды, әйҙә, кирәйемсе,

Баҫылғандай булһын һағышым.

Ер битенә салғы менән яҙҙым,

Бер ҡатындың хәтәр яҙмышын.

Әйткәндәй, шағир менән беҙҙең яҡта ныҡ ғорурланалар. Ниңә икән? Шағирға беҙҙә айырым мөнәсәбәт… Әллә һәр тарафҡа үҙенең билдәле, ғорурланырлыҡ кешеһе кәрәкме икән? Быны аңлауы һәм аңлатыуы ҡыйын; был, бәлки, беҙҙең яҡтарҙың әүәлдән кәмһетелеп килеүенәндер? Яуҙарҙан һуң сәсәндәрҙең телен киҫкәндәр, нисәмә быуат батыр исемен атауҙы тыйғандар. Улайға китһә, Пушкин, Лермонтов исемдәренә табу һалынмаған даһа!

Икәүләшеп үткәйнек беҙ

Ысыҡ төшкән болондан.

Ай эләккән,

Сыға алмай

Һинең ҡуйы толомдан.

Бәлки, шул шиғриәткә эйәреп, беҙҙең яҡташтар күңеленә тулышҡан хистәр бәреп сығалыр, нисә йылдар тыйылып торған быуа йырылалыр…

Тимер Йосопов шиғриәтендә хис-тойғо ташҡыны айырыуса ярһыу, унда утлы өйөрмәләрҙе күрергә, икмәк тәмен тойорға мөмкин; усаҡ яҡтыһында олатайҙарҙың үткәндәр хаҡындағы хәтирәләрен тыңларға була. Үҙенең ҡабатланмаҫ пейзаж лирикаһы менән бергә әҙип тарихҡа мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, «Улымды оҙатып барам» поэмаһы. Был – тарихи сюжетлы поэма.

Ундай поэмаларҙы беҙҙә, миҫалға, Ғәлимов Сәләм яҙған: «Бала», «Шоңҡар» поэмалары. Хәҙер башлыса эске сюжетҡа ҡоролған ассоциатив поэмалар тыуа. Минеңсә, шиғриәт үҙе тоташлайы менән тәбиғәт, тормош тураһындағы йыр, ысын шиғриәт үҙе үк тормошто ҡағыҙҙа яңынан тыуҙырыу; тормоштағы ваҡиғаларға, булмыштың үҙенә авторҙың мөнәсәбәте! Һәр ысын шағир донъяға үҙ ҡарашын белдерә, был донъяны үҙенсә генә аса, булмыштың төп тенденцияларын тотоп ала. Шул яғы менән дә ижадсы – фәйләсүф!

Бер шиғырында ул үҙен «Сәсәтмәгеҙ мине – йөк атын» тип белдерә. Зинһар өсөн, һабантуйҙа телмәр һөйләтмәгеҙ, үтенәмен, һеҙҙән һорайым, ти… Ысынлап та, әүәл дә шағир телмәр һөйләргә яратманы, халыҡ алдында лаф орорға яратманы. Был – уның тәбиғәте. Тимер Йосопов мәҡәләләр яҙырға ла әүәҫ булманы. Әҙәбиәт донъяһында ябай мәҡәлә яҙырға маһирлығы булмаған әҙиптәр бихисап. Нишләйһең, был да уларҙың булмышынандыр. Редакцияларҙа эшләне, хатта Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары булды… Ә иллеһе тулыр-тулмаҫтан профессиональ яҙыусылыҡҡа күсте. Ижадсы теүәл генә итеп, туғыҙҙа эшкә йөрөй алмай, ул тәртәгә инмәгән тай-тулаҡ һымаҡ. Ләкин беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ, бында Хрущев әйтмешләй, кем эшләмәй – шул ашамай. Ә шағирҙар ялҡау, эшлекһеҙҙәрме ни?

Берүк минән телмәр һөйләтмәгеҙ,

Сәсәтмәгеҙ ҡыуып йөк атын.

Ысынлап та, ниңә унан юҡты таптырырға, ниңә йөк атын бәйгегә баҫтырырға? Ул үҙ йөгөн тандырға тарта бит. Беҙҙә Кире бейә бар ине. Уға тарта тип йөктө тейәйҙәр генә, берәй белекһеҙе шәбәйтләп ҡыуһа, сыбыртҡыһын алып тартһа, теге атлап барған еренән туҡтай ҙа ҡуя. Шунан алға ла, артҡа ла китмәй.

 

* * *

Малай инем, үҙ-үҙемде

Торманым һис тә аяп.

Төкөрөк төшкөһөҙ һыуыҡта

Йүгерҙем ялан аяҡ.

Сәңкеп һыҙлаған аяҡты

Баҫтым ҡыҙған мейескә.

Аяҡтарым янып бара,

Янып бара усаҡтай.

(«Ялан аяҡ йүгерҙем»).

Улар – һуғыш осоро балалары, ағайҙары, аталары – яуҙа. Яуҙар баҫылғас та, улар яу ҡырынан ҡайтмаған ағайҙарын оҙаҡ юҡһынды, юҡһынып шиғырҙар яҙҙы. Шулай улар, үҙҙәре һис ағай була, донъя йөгөн иңдәренә ала алмай ҡаңғырҙы. Бәғзеләре шулай мәңге шиғриәттең малайы булып ҡалды.

Тимер Йосоповтар быуыны – Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибай, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбай, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Мәхмүт Һибәт, Миәссәр Басыров, Булат Рафиҡов, Ғәлим Дәүләди, Вафа Әхмәҙиев, Ким Әхмәтйәновтар – һуғыш осоро балалары. Ағайҙары, аталары – яуҙа. Улар – яуҙа, ә былар – тылда. Тылда ла яуҙан кәм булдымы ни?

Яуҙар баҫылғас та, улар яу ҡырынан ҡайтмаған атай, ағайҙарын юҡһынды, уларға арнап шиғырҙар яҙҙы.

Ғүмерем буйы

Атай кәңәшенә сарсаным…

ти шағир. Ул ғүмере буйы үҙенең апайҙарына – тол еңгәләргә дан йырланы. Уларҙың әсе яҙмышын күреп-тойоп берсә һыҙланды, берсә ярһыны, уларға ул үҙенең иң-иң әрнеүле, иң-иң тетрәткес әҫәрҙәрен арнаны.

Хәтеремдә айлы төндәр,

Тулған ат йөҙә ине.

Апай йырлай.

Уның йыры

Үҙәкте өҙә ине.

«Апайым хаҡында шиғырҙар» шәлкемен дә ул һөйөклөләренә арнай.

Апай, һине көтәм, һағыныуҙарым

Сайпылырлыҡ булған күңелдә.

Апай, һине көтәм, һағыштарым

Мөлдөрәмә тулған күңелдә.

. . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . . .

Шул ағайҙарҙың күптәре

Был донъяла юҡ икән.

Тауыштары күкте телә,

Йөрәккәйем ут икән:

– Апайыңды миңә бир!

– Апайыңды миңә бир!

(«Ҡабарған саҡ»)

Ә бер шиғыры «Кем һуҡты?» тип атала. Малайҙар араһында шундай уйын бар – «Кем һуҡты?».

– Әй, кем һуҡты?

– Кем һуҡты?

– Ана, Ғилмитдин һуҡты!

– Һөйләмә әле юҡты!

Тере ҡолға – тораһың һин,

Ҡағалар шул ҡаҡҡанды…

…«Һуҡҡанһың», – тип бәйләнгәнмен

Бер ғәйепһеҙ әҙәмгә.

Киң донъяға һөрән һалам:

– Әй кем һуҡты?

Кем һуҡты?

Кәрәкте биргәс, көләләр:

– Һөйләмә әле юҡты!

Эйе, тормошта «ҡағалар шул ҡаҡҡанды», бер уңмағанға эләгеп кенә тора, «тормош бирә кәрәкте».

Ә Тимер Йосопов, бәхете, шул малайлыҡтан сыға алды, ниһайәт, илендә шиғриәт донъяһында бөтә яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға йөрьәт итте. Ул оҙаҡ ваҡыт Рәми ағай, Мостай ағай, тине, Рауил, тине, шиғриәттә улар арҡаһына оҙаҡ ышыҡланды... һәм, ниһайәт, йөрьәт итте.

Ҡай саҡ туңып ҡалтырайым,

Ҡай саҡ яна эстәрем.

Аяҙ көндө көткәйнем дә,

Бойоҡ килде кистәрем.

Болоттарҙы ярып барған

Ҡояш микән,

Ай микән,

Ашыҡтым мин юлдарым да,

Килеүҙәрем яй микән?

Хәҙер, уны шиғриәтебеҙҙең малайы ғына түгел, ә солтаны ла тип атайбыҙ. Әлбиттә, шағир тыйнаҡ, Аҡмулла ла үҙен «мин һүҙҙең ҡоло ғына бит» тип нарыҡлаған. Тимер Йосопов үҙе тураһында:

Намыҫ, тиеп алыштығыҙ,

Һеҙ – юғары, мин – түбән... – тип әйтә.

 

* * *

Тимер Йосоповты сәсән тиҙәр... Тимер Йосоповтың шағирлығы хаҡында уйлағанда, тағы шуға иғтибар итәһең: ул үҙ шиғырҙарын яңғыратып яттан һөйләй… Тауышы көр, Хоҙай уға тауыш та, сәсәнлек тә биргән. Һәм уның уй-теләге, хис-тойғоһо тыңлаусыларҙың йөрәгенә барып етә!

Үҙ шиғырҙарыңды яттан һөйләү маһирлығы – шулай уҡ һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш – ул үҙ һүҙеңдең бәҫен белеү ҙә… Меңәрләгән тамашасы һинең әҫәреңде спектаклдәй күреп тамаша ҡыла. Һәр шиғыры – үҙе бер тамаша, үҙе бер спектакль дә.

Әүәл дә мәшһүр сәсән һүҙе кеше йөрәгенә, тыңлаусы күңеленә барып еткән. Минеңсә, бында тағы бер мөһим әйбер бар. Тимер Йосопов шиғырҙары халыҡсан, халыҡҡа яҡын, милли рух менән һуғарылған. Уларҙа күңелебеҙгә яҡын образ-символдар: йүгән сыңы, ат тояҡтары тупылдауы, азатлыҡ ораны яңғырауы – ата-бабаларҙың ирек өсөн күтәрелеүе… Ҡыйырсыҡ ай, ысыҡ төшкән үлән… Тимер Йосопов шиғырҙарында хисле йөрәк тибешен, йәшел тәбиғәт йәмен тояһың. Уның һыҙланыуҙары һинекенә әйләнә, пейзаж картиналары күҙ алдына баҫа. Шағир бәғзеләр ише көсәнмәй, шиғырҙы яһамай, буш фәлсәфә лә һатмай… Шағир һәр кемгә бала саҡтан таныш билдәләр, метафоралар менән эш итә: икмәк еҫе, тол ҡатындың салғы яныуы… Малайҙар һыу төшөргә бара, ҡайһы бере йығылып китә – һалам аяҡ! Бөтәһе лә таныш, бала саҡтан күреп күнеккән күренештәр: киске ауыл өҫтө, мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөн, тауҙар өҫтөнә ай ҡалҡыуы… Ғөмүмән, ай – Йосопов шиғриәтендә иң актив образ-билдәләрҙең береһе, һәр ваҡыт яңыса һынлана.

– Һау булығыҙ!

Илдән ҡуҙғалдылар.

Шыңшып илап торғас аҙ ғына,

Вагон эргәһенән сабып барып,

Эт ташланды поезд аҫтына.

…Юғалтыуҙар күрҙем,

Рәми ағай,

Юям инде ҡай саҡ түҙемде…

Вагон эргәһенән сабып барған

Шул эт һымаҡ тоям үҙемде.

(«Рәми Ғариповтың һөйләгәне»).

Шағир шиғыр ятлай... Бәғзеләр шиғырын уҡый алмай тора. Шиғырыңды яттан һөйләү – ул тамашасыны ихтирам итеү, һүҙҙең ҡәҙерен белеү ҙә.

Тыуған ергә ҡайттым, тыуған ергә,

Донъя яҡты,

Беҙгә ҡояш ҡарай.

Көҙгөң кәрәк түгел,

Һөйгән йәрем

Тын йылғаға ҡарап сәсен тарай.

Тағы:

Яҡты эҙҙәрегеҙ ҡалды,

Йәшәнегеҙ мән белеп,

Киттегеҙ һеҙ,

Тауҙар ҡалды,

Тауҙар ғына мәңгелек.

Был өҙөктәр шағир яҙмаһының стилен, ҡалып-формаһын сағылдыра кеүек.

Бер баҡҡанда

Айым тулы ине.

Ҡыйылып та тағы ай ҡалҡа,

Йылдар аша

Һинең моңһоу йөҙөң

Һорғолт бушлыҡтарҙа сайҡала.

Уның үҙенә генә хас стиль-интонацияһы бар. Шағир төньяҡ-көнсығыш яҡҡа ғына хас идиомалар, тапҡыр һүҙҙәрҙе йыш ҡуллана, ҡай саҡ фразеологизимдарҙы, һүҙбәйләнештәрҙе үҙе лә ижад итә.

Эй сабый саҡ иртәһе,

Яҙҙарҙың да иркәһе.

Ерле юҡҡа ҡабарған мәл –

Һыу күтәрмәй һеркәһе.

Икенсе урында:

Эй сабый саҡ иртәһе,

Елдәрҙең дә иркәһе,

тип ебәрә. Йәнә шағир әҙәби телебеҙгә әйле һөйләше лексикаһын, синтаксисын актив индереүсе лә… Әҙәби телебеҙҙе ул үҙ яғы тел ҡатламы менән байыта.

 

* * *

Телмәр тотҡан саҡта

Эш өҙөлә,

Киң ҡырҙарҙа бешә арыштар.

Үтте хәҙер байрам кәйефтәре,

Ил хәстәре – минең иңемдә.

Тимер Йосопов шаулап, фәстереп телмәр һөйләргә әүәҫ түгел, уның тәбиғәте баш баҫып йөк тартыусы атҡа тартым: ул үҙ эшен, үҙ бурысын, үҙенең алыҫ маҡсаттарын – етәһе ерен белә, ул – эш аты. Ижадында ла шуны ҡыуа. Бының матур һөҙөмтәһе булараҡ, яңыраҡ, башҡорт шиғриәтендә тәү башлап шағирҙың дүрт томлыҡ һайланма әҫәрҙәре – шиғырҙар йыйынтығы баҫылды.

 

* * *

Башҡорт шиғриәтендә маһирҙар бихисап. Шулар араһында – Тимер Йосопов… Әй буйынан, Салауаттар, Рәмиҙәр яғынан… Ошо шағирҙар араһынан, бәлки, бары Тимер Йосопов тигән йырсының ғына бөгөн «Китап» нәшриәтендә дүрт томлыҡ һайланма йыйынтығы баҫылып сыҡҡандыр, ғәләмәт бит әй: дүрт том шиғыр! Был, ғөмүмән, башҡорт шиғриәтендә әлегәсә булмаған күренеш: ҡотлайыҡ, маҡтанайыҡ, ҡәрҙәштәр! Шиғырҙары ла ниндәй бит әле! Күләм үҙе үк тора-бара сифатҡа күсә, тиҙәр, был – физика законы… Әҫәрҙәреңдең ишле, күләмле булыуында ла бер мәғәнә бар бит! Тимер Йосопов илле йәшенән өйҙә ятып, өмөттәребеҙҙе аҡланы: ул ижадын ысын мәғәнәһендә профессиональ юҫыҡҡа һала алды, иң актив эшләгән әҙәбиәтебеҙҙең береһенә әйләнде. Яҡташымдың әйткәне барҙыр, шиғырҙы баҫылып ултырып яҙырға, эшләргә кәрәк, ә урамда йөрөгәндә шиғыр яҙҙым тиеү ҡоро ҡупайыу ғына ул. Тимер Йосопов – ысынлап та, профессиональ шағир, һүҙ бәҫен, хеҙмәт ҡәҙерен белгән шәхес, шиғриәттең халыҡ алдындағы яуаплылығын тойған яҙыусы. Бары шундай уңған, выжданлылар ғына дүрт томлыҡ әҫәр яҙа ала. Беҙҙе шулай бай, һиммәтле итеүсе шағир ул Тимер Йосопов атлы уҙаман.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.