Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тимер Йосопов. ШиғриӘтебеҙҙең йӨк аты



Тимер Йосопов

(1938 – 2013)

 

Тимер Йосоп улы Йосопов 1938 йылдың 31 майында Башҡортостандың Дыуан районы Әбсәләм ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Өлкөндө урта мәктәбен тамамлағас, Ҡыйғы район газетаһында, Һатҡы ҡалаһында йөк ташыусы булып эшләй. 1962 – 1967 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты студенты. Университеттан һуң Бөрйән районы Асҡар ауылында уҡыта. Өфөлә «Пионер» газетаһында, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.

Тимер Йосоповтың тәүге китабы «Икмәк еҫе» тип атала. «Йылдар сылбыры», «Хәтеремдең тере ҡуҙҙары» – бихисап шиғри йыйынтыҡтары, ә «Беште инде ер еләккәйҙәре» китабы өсөн ул 1998 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ. Унан һуң ул шиғри шәлкемдәр, поэмалар ижад итте. 2003 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде.

 

ШиғриӘтебеҙҙең йӨк аты

Апаҡайым үҫкәйне,

Еләк һымаҡ бешкәйне…

Толомон ел ишкәйне лә

Теҙҙәренә төшкәйне.

Тимер Йосоп ҡайһы ваҡыт миңә тол еңгәләре, яуҙан әйләнеп ҡайтмаған ағайҙары йырсыһы һымаҡ тойола. Эйе, уның әҫәрҙәрендә тол ҡалған еңгәләрҙең, апайҙарының ауыр яҙмышы һүрәтләнә, шағир уларҙың күңелен йыуатырлыҡ, шул дәүерҙең аһәңен бирерлек интонация таба, шул әрнеү ауазын бәғерҙәрҙе телерлек тип әйтеп тә бирә.

Тау битендә еңгәм бесән саба,

Йырҙар менән баҫа һағышын.

Ер битенә әллә яҙамы һуң

Хас дошманға булған ҡарғышын.

Бындай шиғырҙар шағир ижадының бик күп өлөшөн тәшкил итә һәм уның шиғриәтенең төп әһәңен билдәләй һымаҡ. Бындай шиғырҙар, мәҫәлән, «Кем һуҡты?», «Ҡабарған саҡ», «Бесән өҫтө», «Усаҡ яна» ише, «Тиңдәштәрем» әҫәрҙәре йөкмәткеһен билдәләй. Миҫалға «Тиңдәштәрем» шиғырында ул балалыҡтары яу йылдарына тура килгән тиҫтерҙәре яҙмышы тураһында уйлана, хатта уларҙы исемләп тә атай.

Ысынлап та, шағырҙың үҙенең бала сағы ла шул дәшһәтле йылдарға тура килгән, уның аңы, донъяға ҡарашы, уның инаныстары нәҡ шул йылдарҙа формалашҡан; шуның өсөн дә уның ижадында был осор төп урынды алып тороуы аңлашыла һәм, әйтергә кәрәк, шағирҙың иң уңышлы, иң тетрәткес әҫәрҙәре лә нәҡ шул заман тураһында…

Минең үҙемдең дә шиғри кисәләр ҙә шуға шаһит булғаным бар: шағир шул әҫәрен яттан һөйләй башлаһа, зал тына, ауылдаш апайҙарҙың, һуғышты кисергән ололарҙың күҙенә йәш тулыша. Шағир тағы шул шиғырҙарын тәьҫирле, тетрәткес итеп уҡый ҙа белә, уның ауазы һәр ҡолаҡҡа, һәр күңелгә барып етә.

Ҡайтманылар ағайҙарым,

Һыҙылып таң атҡанда,

Еңгәләрем һикереп торҙо,

Елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.

Ағайҙарым яуҙа ауҙы,

Ҡурсылап еребеҙҙе.

Еңгәләрем һеҙҙе көтә,

Һаҡлай нигеҙегеҙҙе.

Һуғыштан һуңғы тамаҡ ашҡа, өҫ кейемгә туймаған дәүерҙә нәҡ шул еңгәләр илде күтәрҙе, усаҡты һыуытманы, яуҙа ятып ҡалған иштәренең нигеҙен һаҡланы. Тимер Йосопов та, атаһы яуҙа ятап ҡалып, ошо осорҙа ҡанат нығытҡан быуын вәкиле һәм, аңлашыла ки, уның йырҙарында ла нәҡ шул дәүер сағыла һәм, мин тағы әйтер инем, уның художниклыҡ бурысы ла нәҡ шул дәүер тураһындағы һүҙе уҡыусыға лайыҡлы итеп еткереү ҙә булды.

Бер ҡараһаң, Тимер Йосопов ысындан да шаулы фанфарҙар ҡабыҙыусы, барабандар ҡағыусы шағир түгел, ул тормошобоҙҙоң ал да гөл булыуы тураһында буш һүҙ һөйләмәй, уҡыусыны ялтыраҡ биҙәктәр менән дә алдамай. Юҡ, ул буш вәғәҙәләр бирергә теләмәй. Уның тауышы һаҡ, халыҡтың көндәлек тормошо хаҡында тыйнаҡ, халыҡ көнкүрешенә хас тапҡыр деталдәр аша хәбәр теҙеү.

Үтте хәҙер байрам кәйефтәре,

Юҡҡа саба-саба арыуҙар.

Йүгерә-атлай сығып трибунаға,

Телмәр тотоп,

Борсаҡ ярыуҙар.

Тик ҡәһәрем ташҡан шыр ҡыуыҡҡа,

Ҡыҫыр вәғәҙәләр ҡолона.

(«Сәсәтмәгеҙ йөк атын»)

Тағы, «Бура бурағанда» шәлкеме. Үҙенең формаһы, бирелеше-төҙөлөшө, йөкмәткеһе менән Мостай Кәримдең «Европа-Азия» шиғырҙар гөлләмәһен хәтерләтә. Бында шағир халҡыбыҙҙың бура бурау өмәһен, уға бәйле күренештәрҙе барлай. Уның тиңдәштәре – бура һуғып үҫкән малайҙар, имеш; хәҙер улар бура күтәрә, тормош нигеҙен ҡора. Ырыҫ билдәһе тип, өтәләнеп, тәңкә һалалар өрлөк аҫтына… Был нигеҙ, был йорт ырыҫлы булһын тигәнгә ишара. Аҙаҡ был малайҙар, инде ир ҡорона ингәндәр донъябыҙ нигеҙен нығыта, уны ырыҫлы итергә ашҡына.

Маҡтау аты һинең өсөн ҡырыҫ булыр,

Бура ҡалҡа – донъяларҙа ырыҫ булыр.

Шағир өйҙән өйгә күсенә, күптәргә ул өйҙәш кенә булмаған, бар теләге һөйөклөһө йөрәгенә өйҙәш булыу икән, илдең нигеҙен ҡотайтыу икән.

Юлайҡан шағирҙың мөхәббәт лирикаһы тураһында ла әйтеп үтәйек, сөнки үҙенең «Йырҙарым» әҫәрендә автор, минеңсә, ижадының төп өс йүнәлешен шулай билдәләй:

Һеҙ бит минең бөтә йыуанысым,

Һеҙ иманым ғүмер юлымда.

Һылыуҙарҙың моңо, күк күкрәүе,

Ҡылыс зыңы булһын йырымда.

«Һылыуҙарҙың моңо»…

Тыным менән тартып алғым килде

Яҙғы күкрәүҙәрҙе, йәшенде.

Һары һыуҙар менән ағыҙһамсы

Ағалмайса ҡалған йәшемде.

«Быйыл яҙҙар бигерәк һуңлап килде» ти шағир, ләкин ярһыуҙар, күңел талпыныштары уға ҡабат кире ҡайтҡан…

Ә икенсе бер шиғырында («Яҡын күрҙем һине, һеңлем кеүек…») «ҡыйын икән ағай булыуҙары һыу һөлөгө кеүек ҡыҙҙарға» тип ебәрә.

Ҡаяларға килеп өндәштем мин:

«Һағыштарҙан мине арала.

Нишләйем һуң, мин бит ағай кеше,



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.