|
|||
Булат Рафиҡов. Беҙҙең заман БӘпӘнӘйеБулат Рафиҡов (1934 – 1998)
Булат Заһрый улы Рафиҡов 1934 йылдың 4 авгусында Башҡортостандың Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Юлдаш ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1950 – 1954 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педучилищеһында уҡый. 1954 – 1959 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты студенты. Тәүҙә үҙе уҡыған Юлдаш мәктәбендә уҡытыусы, аҙаҡ «Ленинсы» газетаһында – хеҙмәткәр. «Совет Башҡортостаны», «Пионер», «Ағиҙел» баҫмаларында эшләй. 1980 йылда – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы секретарь, ә 1988 йылдан «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Булат Рафиҡов башлыса прозаик булараҡ танылды. Уның бихисап хикәйәләре, повесть, романдары бар. Әлбиттә, башта шиғри йыйынтыҡтары ла баҫылды. Булат Рафиҡов – маһир публицист та, зирәк аҡыллы «Лоулла», «Йыһан азаматтары» ише фантастик китаптары авторы ла. «Сал ҡылған», «Ахырызаман көткәндә» романдары... Ул бик күп һәм үҙенсәлекле жанр – тарихи фараздар ҙа яҙҙы. Ә «Ҡараһаҡал» тарихи романы өсөн республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһын алды.
Беҙҙең заман БӘпӘнӘйе
Башҡорт халҡының Бәпәнәй атлы арҙаҡлы улы булған. Яҙыусы Булат Рафиҡовтың Бәпәнәй исемле сағыу образы бар. Бәпәнәй абыҙ – ун һигеҙенсе быуат башҡорт йәмғиәтенең киң билдәле заты, 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙы әҙерләүселәрҙең һәм күтәреүселәрҙең береһе. Ғилеме, аҡылы менән генә түгел, ә ҡулына ҡорал алып, ил уландарын артынан әйҙәүсе. Абыҙдан халыҡтың рухи етәксеһенә, старшиналыҡтан ғәскәр сардарына әйләнгән, баш күтәреүсе башҡорттар исеменән Ырымбур экспедицияһы начальнигы В. Н. Татищев менән һөйләшеүҙәр алып барған. Булат Рафиҡов «Ҡараһаҡал» романында тасуирлағанса, «оҙонса ҡаҡса битле, сандыр кәүҙәле кеше ине ул. Әйткән һүҙе һис шикһеҙ үтәлеүгә ныҡ күнеккәндер, юғиһә, үҙен ул тиклем иркен, ышаныслы тота алмаҫ ине...» Бәй, был Булат Рафиҡовтың үҙе түгелме? Ул да кәүҙәгә йоҡа. Тотош тарамыш. Ҡәтғи һүҙле, киҫкен, әммә ғәҙеллек яҡлы. Уның янында теләһә нәмә һөйләү, йәмһеҙ ҡыланыу ситен. Уның күҙ ҡараштары ла, әҙәби геройы Ҡараһаҡал-малайҙыҡылай, йыландың үҙен үлтерә алыр... – Оят түгелме һеҙгә данлы Юрматы оранын шулай һәр ҡыуаҡ төбөндә ҡысҡырырға! Хаҡығыҙ бармы шуға?! – тип ҡаты иҫкәртә абыҙ бүтән башҡорт ырыуы вәкилдәре менән ыҙғышырға етешкән юрматы егеттәрен. Булат Рафиҡов та (бөгөнгө башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен әйҙәүсе) – шундай талапсан, эшлекле һәм алтын аҡыллы инсан. Ул егерменсе быуат һуңында тыуған яңы хәрәкәтте етәкләй, боронғо юрматы еренең, бөтөн төбәктәрҙең именлеге, тереклеге өсөн көрәшә. Уның ярандары башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуҡтарын ҡайтарырға тырыша, ерҙе һатыу итеү әйберенә әүерелдереүгә ҡаршы, әүәлге башҡорт ырыуҙары ерендә шул ырыу вариҫтары ғына түгел, ә бүтән милләт вәкилдәре лә һыйышып тыныс йәшәһен, тип бара. Заводтар ерҙе файҙаланған өсөн урындағы халыҡҡа хаҡ түләргә, ер-һыуҙарҙы самаһыҙ тәләфләмәҫкә тейеш. Тәрән аҡыл эйәһе Бәпәнәй үҙ халҡының тәрбиәсеһе лә, мәғрифәтсеһе лә булған. «Үҙен ул түҙемлеләр иҫәбенә индерә ала. Ҡыуаҡандары, тотош башҡорт иленең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында көн-төн уйларға... әҙер». Уның тирмәһе ҡайһы берҙә ҡан бабалар мәктәбен, ҡайһы саҡта хан һарайын, бүтән мәлдә дәһшәтле сардар станын хәтерләтә. Ихтилалдың буласаҡ йәш башлығы Ҡараһаҡал да була унда. Ул да абыҙ тирмәһендә ҡәҙер-хөрмәт күрә, абыҙ мәктәбен үтә, донъя ағышына шунда нығыраҡ төшөнә, заман елдәренең ҡайһы тарафтарҙан иҫеүен тоҫмаллай. Нәҡ Бәпәнәй башында, нәҡ башҡорт зыялы ағалары күңелендә Ҡараһаҡалды башҡорт ханы итеп күтәреү уйы ярала! Ҡараһаҡалды тыуҙырыусылар, шул хәтәр дауҙарҙы әҙерләүселәр – улар, бәпәнәйҙәр. Ил ағалары, йәмғиәт идеологтары. Кәрәк саҡта үҙҙәре лә яу саба. «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Булат Рафиҡов кабинеты ла ошо Бәпәнәй тирмәһе төҫлө. Унан да кеше өҙөлмәй. Яҙыусылар, рәссамдар, артистар, студенттар, ғалимдар, журналистар, сәйәсмәндәр бында йыш ҡунаҡ. Йәше-ҡарты тигәндәй. Кем генә ниндәй генә йомош менән һуғылмай. Хатта Өфөлә туҡтар-ҡуныр урын тапмаған да, эшенән ҡыуылған да, бүтәндәрҙән яҡлау көтмәгән, ире ҡыйырһытҡан бисара ҡатын да килә. Бәпәнәй абыҙ һымаҡ, яҙыусы, мөхәррир, талымһыҙ журналист хаҡлыҡ-ғәҙеллек юллаусы, халыҡ тормошоноң бар хәстәре менән ҡайнай. Ҡайнарға мәжбүр. Ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙеү эше, төрлө төбәктәге ҡоролтайҙарға йөрөү... Мәктәптәрҙә балалар менән осрашыу, төрлө түрәләрҙең ишеген шаҡыу... Әле Юрматы ырыуы фестивален үткәреү мәшәҡәте, әле журналға яҙылыу мәле етә. Был тирмәлә күп мәсьәләләр хәл ителә. Ҡулъяҙмалар уҡыу, уларҙың яҙмышын хәл ҡылыу... Йәмғиәтебеҙҙең бөтөн мәсьәләләре, бар яҡтары... Баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында туған телдәге китап, гәзит-журнал яҙмышы, әҙәбиәтебеҙҙең, сәнғәтебеҙҙең иртәгәһе көнө... Халҡыбыҙҙың тереклеге мәҙәниәтебеҙ үҫешенә туранан-тура бәйле, туған телебеҙ көнитмеше иһә бигерәк аяныслы бөгөн. Сәйәсәт, иҡтисад, рухи тормош өлкәһенә ниндәй алмаш килә? Йәш кадрҙар – Булат Рафиҡовтың иң төп, иң мөһим хәстәрлектәренең береһелер. Бөгөнгө көндә башҡорт йәмғиәтен борсоған һорауҙарҙың да иң кәттәһе – ул башҡорт этносын Ер йөҙөндә һаҡлап ҡалыу. «Бәпәнәй абыҙ башында – башҡорт ырыуҙарын бер йоҙроҡҡа туплау уйы. Уның тәрән инаныуынса, тик шул шарт менән генә башҡорт халҡы үҙ-үҙен донъя йөҙөндә һаҡлап ҡалыр, ә Аллаһы Тәғәлә һәр халыҡҡа, һәр йән эйәһенә биргән бик тә тәбиғи хоҡуҡты юғалтыу үтә лә еңел. Ил ағалары араһында «яҙмыштан уҙмыш юҡ» тигәнгә һылтанып, ҡымыҙ эсеп, ҡурай тыңлап, тирмәлә ҡырын ятыуҙы өҫтөн күреүселәр ҙә, урыҫ дворяндары иҫәбенә эләгеү өсөн динен, телен, ҡан-ҡәрҙәштәренең ерен һатырға әҙер тороусылар ҙа ишәйә барған мәлдә – айырыуса...» («Ҡараһаҡал» романынан.) Нәҡ беҙҙең заман күренештәре бит былар! Ун һигеҙенсе быуаттағы ыҙалар, һыҙланыуҙар бөгөн дә беҙҙең йәнебеҙҙә. Ахырыһы, халыҡ йәшәгән осорҙа уның йәшәйеше өсөн шомланыу, ҡурҡыу бөтмәҫ. Шомланыу, хәүефләнеү генә етмәй, ә көрәшергә, көн дә ниндәйҙер эш ҡыйратырға, бала үҫтерергә, ашау-эсеүҙе ҡайғыртырға, кейем-һалым йүнәтергә, тотош ил-йортто нығытыуҙы үҙ өй-ҡураңды бөтәйтеүҙән, ишле мал бағыуҙан, ишле ғаилә аҫрауҙан башларға, эскелекте, шул өрәкте өркөтөргә кәрәк арабыҙҙан, ти бөгөнгө абыҙдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ. Улар ҙа Бәпәнәй юлын ҡыуа булыр. Бәпәнәй үҙ тирмәһендә йәш Ҡараһаҡалды, уның юлдаштарын донъя айышына төшөндөрһә, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең иртәгәһен ҡайғыртыуҙы үҙенең намыҫ эше итеп һанай. «Ағиҙел» журналы иң башта үҙ биләүендә бәләкәйҙәр өсөн «Аҡбуҙат» («Бәпембә») журналын тибрәтте, шунан йәштәр өсөн «Шоңҡар» журналын буй еткереште. Яңы баҫмаларҙы тыуҙырыу, ҡырағай баҙар шарттарында «Ағиҙел»дең үҙен һаҡлап ҡалыу, ғөмүмән, баш мөхәррирҙең һәләтенә, булдыҡлылығына ла бәйләнгән. Бында ижадсы, мөхәррир ҡомары ғына етмәйҙер, ә финансистарса фекерләй белеү ҙә, баҙар тирбәлешен тойоу ҙа зарурҙыр. Булат Рафиҡов финанс мәсьәләләрен аңлай. Күп әҙиптәрҙең, мәҫәлән, математиканы өнәп бөтмәүе билдәле, иҫәп-хисап үҙе үк ниндәйҙер кимәлдә хыялдың, ижадтың асылына ҡаршы бит. Пушкин да математикала һай йөҙгән, тиҙәр. Ә шағир Державин министр булған. Драматург Гавел, Арпад Генц – президенттар. Наил Ғәйетбай – министр урынбаҫары, Ғәлим Хисамов – министр... Булат Рафиҡов мөхәррир булғансы күп йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзында идара секретары вазифаһын атҡарҙы. Йәғни аппарат эшендә мәшғүл ине, өҫтәл артында түрә булып ултырҙы. Кәрәк булған өсөн! Унда ла кемдер эшләргә тейеш булған өсөн! Өҫтәл артында ултырҙы, документтар тултырҙы, докладтар, хаттар, мөрәжәғәттәр яҙҙы. Башҡортса, урыҫса. Ул филология факультетының урыҫ бүлеген бөтөргән. Өҫтәл артында күп ултырҙы ул, Яҙыусылар союзының партия ойошмаһы етәксеһе лә ине. Йыйылыштар уҙғарҙы, ялҡынлы сығыштар яһаны. Әҙип, оратор. Әлбиттә, уны өнәп етмәүселәр ҙә булғандыр. Ҡырын ҡараусылар, көнләшеүселәр. Бәпәнәй абыҙды күрә алмаусы ырыуҙаштар ҙа етерлек була. Тел сарлаусылар. Сөнки эш мәлендә ҡаты ҡуллылыҡ та, әсе тел дә кәрәк. Шунһыҙ эш бармай... «Әйҙә, йышыраҡ тел сарлаһындар шулай, бәлки, башҡорттоң, эйәрҙә ултырған һымаҡ уҡ, өҫтәл артында ла ултыра белергә тейешлеген тиҙерәк аңларҙар», – тип белдерә Бәпәнәй. Ул хаҡлы. Әлбиттә, Бәпәнәйҙең дә, Булат Рафиҡовтың да арттырып ебәргән саҡтары ла булғандыр. Был да хас кеше тәбиғәтенә. Кеше затына, урыҫсалап әйткәндә, антипатия, симпатия тигәндәре лә ят түгел. Быны үҙгәртеп булмай, ашатлауы ла ҡыйын. Һин кешегә йә симпатия, йә антипатия менән ҡарайһың. Был бөтә әҙәмдәргә лә хас. Ләкин, минең күрә-баға йөрөүемсә, яҙыусылар, түрәләр араһында Булат Рафиҡов – үҙенең симпатия-антипатияларынан бик юғары күтәрелә алған зат. Был шәхестең ҙурлығынан, күңел хөрлөгөнән, рух бөйөклөгөнән килә. Һиңә бөтә кешеләр ҙә оҡшап бөтмәүе ихтимал. Булат Рафиҡов хатта үҙе өнәп етмәгән кешеләрҙең хеҙмәтен дә ғәҙел баһалай белә, күңеле теләгенә ҡаршы барып, үҙе әйтмешләй, «социаль ғәҙеллекте» тоғро яҡлай. Бындай мәлдә ул, булат ҡоросолай, ҡаты, килешмәүсән. Үҙенә лә аяуһыҙ. Уның ҡараштарына тоғролоғо, ғәҙеллек һаҡсыһы, яҡлаусыһы була алыуы һоҡланыу уята! Былда – ололоҡ билдәһе, һирәктәр һыҙаты. Шунан ул үҙе тирәһендә йә үҙенең ҡулы аҫтында төрлө ҡарашлы, төрлө ҡылыҡлы әҙәмдәр эшләүенән өркмәй. Үҙемдән һәләтлерәк, талантлыраҡ, шәберәк бәндәләр мине баҫып китер, урынымды тартып алыр, әҙәбиәттә юғарыраҡ, өҫкәрәк үрләр, тип ҡурҡмай. Һәр хәлдә, шуны һиҙҙереп, теңкәгә теймәй. Ул үҙе талантлы, үҙе шәп, үҙе оло – шуға шыртламай. Бөйөктәр менән – бөйөк, ололар менән – олоса, кеселәр менән кешесә кеселекле итеп һөйләшә. Әлбиттә, Булат Рафиҡовты, юморист Рәшит Солтангәрәев кеүек, мәҙәксе-импровизатор тип атап булмай, ул – талғын уйлы, сабыр хәрәкәтле, баҫалҡы, һалмаҡ тәбиғәтле уҙаман. Тәрән, киң даръя төҫлө. Ул күберәк уйлы, һағышлы көнлө. Йыш ҡына ҡырыҫ, бойоҡ. Ғөмүмән, тормош үҙе ҡырыҫ, хатта аяуһыҙ бит. Кеше лә шулай. Һикереп төшмәй, яндырайланып, теге йәки был шөғөлгә тотонмай, ә самалай, икеләнә. Ысын философ ҡына икеләнә, ҡайһы берҙә үҙенең хаҡлығына ла шикләнеп ҡуя. Йәш саҡтарында уны үтә тәүәккәл дә булған, тиҙәр. Йоҙроҡ һуғышына әүәҫләнгән, төрлө авантюраларға барған. Революционер булған инде. Өлкән бер шағирға, заманында, мин фәләнсә халыҡ дошманын фаш иттем, тип маҡтанған кешегә, халыҡ шағиры аты тағырға йыйынғас, студент тиҫтерҙәре – йәш әҙәбиәтселәр менән Мәскәүгә, Үҙәк Комитетҡа хат яҙа. Үҙ имзаһын да ҡуя, «милләтсе» ҡушаматы ла ала, университеттан да саҡ ҡыуылмай ҡала. Бары игелекле бәндәләр ярҙамында ғына уҡыуын дауам итеп, ҡыҙыл диплом менән ослай... Уны, тиҫкәре студентты, «Ленинец» гәзитенең телле-тешле хәбәрсеһен, обком секретарҙары Нуриев, Сайранов, Ахунйәновтар ҙа белгән, «Башҡортостан пионеры» гәзите мөхәррире итергә самалағас, Шакиров үҙе «милләтсе»нең үрләүҙәренә сик ҡуйған. Булат Рафиҡов үҙе ише дыуамал заттар, ярһыу рухлы шағирҙар Миәссәр Басиров, Рәми Ғариповтар менән дуҫлашҡан, бергә «разведкаға» йөрөгән. Бөгөн дә (дыуамаллығы ҡайтып, олпатлана, ҡырыҫлана төшкәс тә) уны эш өсөн көйгән, ил яҙмышы өсөн борсолған, халыҡ хәстәрен ҡайғыртҡан азаматтар уратҡан, тип әйтә алам. Ысынлап та, һин миңә дуҫыңды ата – мин һинең кемлегеңде әйтермен. Булат Рафиҡов – Бәпәнәй шикелле, үҙенең бөтөн булмышы менән ил улы, күңелендә ил тойғоһон йөрөтөүсе. Ил хәстәрен хәстәрләүсе, ил һыҙланыуҙары менән һыҙланыусы зат. Үҙенә халыҡтың иң баҙыҡ һыҙаттарын туплаған абыҙ, аҡһаҡал. Үҙендә халҡыбыҙҙың олпатлығын, тәрән уйлана, хаҡ баһалай белеү һәләтен һынландырған, ваҡиғаларҙы дөрөҫ күҙаллау, замана елдәрен зирәк тоҫмаллау ҡеүәһенә эйә зыялы. Фәлсәфәсе. Халыҡтың рухи әйҙәүсеһе. Мин, ырыуҙар хәрәкәте әҙиптең рухландырыусы, ойоштороусы сифаттарын тағы ла сағыуыраҡ балҡытты, уның үҙен дә ныҡ үҫтерҙе, тим. Булат Рафиҡов, сығынсы атҡа оҡшап, алға ла сабып китмәне, ауыр йөгөн дә ташлап ҡасманы. Яй, талымһыҙ йөк атына оҡшап, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ күрһәтте. Ныҡлыҡ. Иң мөһиме, йәмәғәт эшенә көсөн, ваҡытын, һаулығын йәлләмәне. Яҙыласаҡ ҡайһы бер романдары яҙылмай торҙо. Ҡасмаҫтар, тине. Уның ҡарауы, хәрәкәтте етәкләүсе, халыҡты рухландырыусы, әйҙәүсе кәрәк. Бөгөн кәрәк! Замана шулай талап итә! Дәүер үҙенә тәғәйен шәхесте әүәләй. Тыуҙыра, үҫтерә. Кеше етәксе, тәрбиәсе, әйҙәүсе булып тыуырға, яҙыусы-шағир булып яратылырға тейеш. Инә һөтө менән инмәгән, тана һөтө менән инмәй. Хоҙайҙан булмаһа, талантты күкрәк көсө менән генә табып, ғөмүмән, ижадта тамаҡ йыртып алдырып булмай. Булат Рафиҡов – тыумыштан ижадсы, тәрбиәсе, әйҙәүсе. Ул ергә философ йөҙөндә яралған. Художник сифатында. Шуға уның бынамын тигән «Ҡараһаҡал», «Ахырызаман көткәндә», «Көнгәк» тарихи романдары, «Эйәрләнгән ат», «Тәңреләр һәм төркиҙәр», «Үлсәү йондоҙлоғо» тарихи фараздары тыуа. Философик әҫәрҙәр. Ошо яҡтары менән башҡорт әҙәбиәтенең һөйөнөслө яңылыҡтары. Хатта, Булат Рафиҡов – «тарихи фараз» тигән яңы жанр яралтыусы ла, тиергә мөмкин. Эйе, нәҡ ошо әҫәрҙәр йөҙөндә башҡорт тарихи романының абруйы үҫте, уҡыусылары артты. Фараздар әҙәбиәттең үҫеш кимәлен билдәләне, уның офоҡтарын тағы ла киңәйтә төштө. Мәҫәлән, «Тәңреләр һәм төркиҙәр» – тотошлайы менән фәлсәфи әҫәр. Унда Орхон-Йәнәсәй руник яҙмаларының ҡайһылай ижад ителеүе фараз ителә. Дүртенсе – алтынсы быуаттарҙағы ваҡиғалар тере күҙ алдында. Бер ниндәй яҙма-аңлатма документтар юҡ тиерлек, ә художник юҡ ерҙә аҡ ҡағыҙҙа үҙенең донъяһын тыуҙыра. Беҙгә, уҡыусыларға, ят та, серле лә донъя ҡапҡаларын аса. Уҡыусы, тарих яратыусы, рәхим ит таш быуаттар дәүеренә! Уҡыусы, фантастика, мажаралар үҙ итеүсе, рәхим ит Булат Рафиҡовтың йыһандарҙы айҡар йондоҙҙар иленә! ...Булат Рафиҡовты беҙ «халыҡ улы, үҙенең булмышында халҡыбыҙҙың бихисап баҙыҡ сифаттарын сағылдырыусы» тигәйнек. Тағы бер дуҫым-бауырҙашымдың фекере хәтерҙә яңыра. Ул, Булат Рафиҡов менән һөйләшеү халҡым менән һөйләшеү һымаҡ, тигәйне. Булат Рафиҡов менән аралашыу, – эйе, халҡың менән аралашыу ул. Ундай заттар үҙҙәрендә халыҡтың үҙен һынландыра. Ғәҙәттә, уларҙы мин «милләттең тәрбиәселәре» тип атайым. Улар халыҡтың иртәгәһе көнөн булдыра, тыуҙыра, әҙерләй. Ә иң мөһиме: шундай тәрбиәселәре, абыҙҙары булған халыҡ – үлемһеҙ. Башҡорт халҡының Бәпәнәй атлы арҙаҡлы улы булған. Яҙыусы Булат Рафиҡовтың Бәпәнәй абыҙ исемле сағыу образы бар. Башҡорт халҡының, шөкөр, бөгөнгө көн Бәпәнәйе – Булат Рафиҡовы бар.
* * * «Ахыры заман көткәндә» китабына Булат Рафиҡов «Эйәрләнгән ат» тигән тарихи фаразын да индергән. Ул инеш өлөштән, эпилогтан һәм ун ике киҫәктән тора. Жанры яғынан тарихи роман тип тә атарға булыр ине, тик беҙ ун биш-егерме табаҡлы әйберҙәрҙе генә роман ҡалыбына һалып өйрәнгәнбеҙ. Әйтерһең дә, хикмәт күләмдә. Хикмәт фекерләүҙә, формала, тарихи ҡараштарҙа, һығымталарҙа ла баһа... Әҫәрҙең күп планлылығында, тормошто, дәүерҙе киң, тулы ҡанлы итеп һүрәтләй, һынландыра алыуҙа. «Эйәрләнгән ат»та ике сюжет һыҙығы йәнәш бара. Береһе – Эстонияла, Рогервик портында, шунда элекке пугачевсылар тотҡонлоҡ ыҙаһы кисерә. Икенсе планда – Ҡаратау төпкөлөндә йәшәгән башҡорт һунарсыһы Аҡмал ҡарт тормошо. Ул әбейе менән, йәшереп кенә, Салауат батырҙың Етембай исемле улын аҫрай. Ике сюжет һыҙығы арҡан ише бер-береһенә үрелеп килә, бер-береһенән айырылмай, әҫәр уртаға ярылмай. Уларҙы берләштереүсе уртаҡ күренеш – Юлай менән Салауат батырҙың, уларҙың тоҡомон дауам итеүселәрҙең аяныслы яҙмышы, әҫәрҙең бар кәттәһе лә ошонда. Әсе яҙмыштар! Халҡыбыҙҙың һыҙланыуҙарына, хәтәр әрнеүҙәренә, йөрәк яраһына әйләнгән ғүмерҙәр... Хәйер, эш жанрҙа, күләмдәме ни?! Автор үҙенең әҫәрен «тарихи фараз» тип атай. Айырым тарихсылар, ҡәләмдәштәр «яҙмалар тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй» тип бәйләнмәһен өсөн шулай эшләй. Фараз... Тарих мең дә ете йөҙ ҙә туҡһанынсы йылдың алтынсы март көнөндә булып үткән йәки булыуы ихтимал ваҡиғалар. Пугачевсылар – сал Балтик диңгеҙе буйында. Яр эргәһенә мөһабәт мол һалыу өсөн диуарҙар эсенән таш соҡойҙар; шул ташты ҡул арбаларында диңгеҙ буйына ташыйҙар. Һыңар аяҡтарына бәйләнгән сынйыр бығауҙарҙың осо арбаның үҙенә беркетелгән. Таш диуарҙар эсендә – мөһабәт кешеләр, ғәскәрҙәрҙе хәтәр яуҙарға күтәргән, бөтөн батшалыҡтың нигеҙен дер һелкеткән титан заттар... Әрмән рәссамының билдәле һүрәте бар. Һылыу ҡыҙҙар, сая ирҙәр тауҙар фонында бейей. Алда – сәхнәлә бейеүселәр, артта – тауҙар иле. Мөһабәт ҡаялар, мөһабәт кешеләр... Ғорур, олпат кешеләр гүйә ошо хәтәр, буй еткеһеҙ Арарат тауҙарына олғаша, ошо тау-ҡаялар менән бергә ҡатыша. Кешеләр ҙә ғорур тауҙар һымаҡ... Рәссам ошо фон ярҙамында монументаллеккә ирешә; кешеләр тураһында фәлсәфәүи поэма бәйән итә төҫлө. Булат Рафиҡов та ғәййәр рухлы кешеләрҙе таш диуарҙар араһында һүрәтләүгә өлгәшкән. Американдар ҡуйған «Спартак» фильмын иҫкә төшөрөгөҙ. Ҡолдар тау аҡтара, таш ҡаяларҙы бер урындан икенсеһенә күсерә. Тау күсерер батырҙар! Әҙип, кешеләрҙе тауҙар, таш диуарҙар янында күрһәтеп, монументаллеккә ынтыла. Гүйә, таштарҙан мөһабәт кешеләр һынын юна. Был тарихи фаразды фәлсәфәүи әҫәр тип нарыҡларға ла мөмкин. Был беҙҙең һынлы сәнғәтебеҙҙә лә, әҙәбиәтебеҙҙә лә танһыҡ һыҙат. Сәхнә, театр сәнғәтендә лә уға һыуһағанбыҙ. Хореографиябыҙҙа, мәҫәлән, боронғо мифологияға нигеҙләнгән картиналар, ритуал, йола бейеүҙәрен тергеҙергә мая етерлек... Булат Рафиҡов йәшәү мәғәнәһе, яу-күтәрелештәрҙең асылы, халыҡтың яҙмышы хаҡында уйлана. Илдәр, халыҡтар низағы, хаҡ һәм нахаҡ дауҙар хаҡында бәйән ҡыла. Тасуирлау офоҡтары Уралдан Балтик ярҙарынаса тартыла, Башҡортостан, Рәсәй, Эстляндия илдәрен айҡай. Һулыштары иркен ошо даръяларҙа йөҙөүсенең... Тормош айыштары тураһында уйланып түбәндәге фараздарға ла юлыға: «Тормош әләменә «Көслөнөкө донъя!» тип яҙылған икән, унда бөтә нәмә шик-шөбһәнән, хәүеф-хафанан, күршенең нимә эшләгәнен ҡойма тишегенән күрергә тырышыуҙан, алдаҡ-мәкерҙән туҡылған булыр». Бәндә яҙмыштары ошолайыраҡ күҙ алдына баҫтырыла. «Ә мөҡсиндәр, ҡолой-балтастар әлеге ваҡытта өйҙәрендә бик эре ҡиәфәттә йомшаҡ мендәрҙәрҙә ултыра. Улар – таш һуҡмаҡта. Һуҡмаҡта, йомшаҡ мендәр ҙә кешенең теге донъяға барғанын белдереүсе тышҡы билдә генә. Тик был ваҡ нәмә түгел – һинән нимә ҡалыуы: һуҡмаҡмы, мендәрме, улдармы, ҡолдармы...» Юлай менән Салауат та үҙҙәренең тоғро улдармы, әллә ҡолдармы булып ҡалыры хаҡында баш вата. Юлай һуңғы һулышынаса, инде ейәндәрем үҫеп еткәндер, оҙаҡламай беҙҙе таш ҡапсыҡтан ҡотҡарырға килер тип ышана. Салауат ирҙең дә өмөттәре һүнмәгән: улдары, бәлки, терелер, үҙҙәре артынан яуҙаштарын эйәртеп килеп тә етерҙәр әле. Бер улын ҡатындары, яҡындары менән батша янаралына биргәндәр тип ишеткәйне, икенсе уғланын үҙ ҡулдары менән Ҡаратау шырлығында һунарсы Аҡмал ҡартҡа тоттороп китте. Ҡараттарҙан («каратель») ҡаса ине, аяҡ аҫты ҡырпаҡ ҡар ине... Улдары – ғәзиз йәндәре ниндәй көнгә дусар икән? Ир булыпмы, ҡол һынындамы үҫерҙәр? Хәтәр яфа! Тән язаларынан да былайыраҡ йән яраһы... Тарихи фараз ошо йән ғазаптары хаҡында. Был уны ошо яғы менән трагедия жанрына ла яҡынайта. Ул ахыр сиктә бер Юлай менән Салауаттың ғына хафаһы түгел, ә халҡыбыҙ йөрәгенең хәтәр бер яраһыла... Һәр яу-дауҙан, һәр күтәрелештән һуң илдә яза-ғазап дауылы ҡупҡан, эркелеп тә, алҡынып та ҡан даръялары аҡҡан, көл-күмергә әйләндерелгән ауылдарҙың көл-саңы һауаларға ашҡан. Аҫыу-киҫеү, яугирҙәрҙе ҡаҙыҡҡа ултыртыу, уң йә һул ҡабырғаларынан дарға элеп ҡуйыу... Иң-иң әсеһе – ҡарт-ҡороно, бала-сағаны ҡоллоҡҡа ҡыуыу. Батыр балаларын баярҙарға таратып сығып уларҙан бахыр маңҡорт тәрбиәләү, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын кафыр офицерҙарға мал һымаҡ өләшеп биреү. XVIII быуат – Европала мәғрифәтселек дәүере, ә ҡырағай Рәсәйҙә ҡолдар һаталар, кешеләрҙе тауар күреп алмаштыралар. Рәсәйҙә кеше һатыу, кешене байҙарға бүләк итеү. Башҡа халыҡтарҙы йотоу – ассимиляциялаштырыу. Ер йөҙөнән уларҙың тоҡомон юҡ итеү!.. Бындай геноцид, бындай ҡырағайлыҡ булған бүтән дәүерҙәрҙә лә, бүтән мәмләкәттәрҙә лә. Тик бының XVIII быуатта, Фонвизиндар, Грибоедовтар, Пушкиндар Рәсәйендә, үҙен мәҙәниәтле тигән илдә булыуы башҡа һыймай. Салауаттың улдары ла әсәләренән тартып алына, баярҙарға, янаралдарға өләшеп бирелә. Ҡайҙа улар хәҙер, ниндәй булып үҫтеләр икән? Ҡолмо, янаралмы икән улар, баяр итеген таҙарталармы, батша бойороғон үтәп, ошо уҡ башҡорттоң үҙенә ҡаршы яу сабалармы, ошо уҡ башҡорт күтәрелештәрен ҡанға батыралармы? Яҙмышы аяныслы ул бисараларҙың! Яҙмышы ҡыҙғаныс был халыҡтың! Үҙе тапҡан-үҫтергән балаларына үҙе баш түгел, үҙ балаларынан үҙе афәт күрә. Роман-һеләүһен әле килеп Аҡмал ҡартты ярырға, ҡан туғаны Етембайҙы упҡынға этергә әҙер... Һәр етди әҫәр кеүек, «Эйәрләнгән ат» та һүҙ сәнғәтебеҙҙә яңы күренеш булырға дәғүә итә. Үҙе менән әҙәбиәтебеҙгә күп яңылыҡтар алып килә, уға яңы һыҙат-биҙәктәр өҫтәй. Унда символика, шартлылыҡ көслө. Миҫалға, бер үк көндә, 6 мартта, свейгтар Рогервикка баҫып инә, пугачевсылар тотҡонлоҡтан ҡотола, ошо ук көндә һунарға тип Аҡмал ҡарт ыҙмаһына Эҫем завуты түрәләре килеп тула. Ниндәй һунарға бит әле! Салауаттар казематтарынан сыға алғанмы-юҡмы, ә автор сыҡҡан, ти. Салауаттың ике улы Ҡаратау төпкөлөндә осрашҡанмы-юҡмы, ә автор ысын, ти. Ғөмүмән, был әҫәр тотошлай шартлылыҡҡа, фараз итеүгә ҡоролған. Эйәрләнгән ат та, ҡасандыр Рогервикка килеп сыҡҡан һыбайлылар ҙа – символик образдар. Ә Аҡмал ҡарттың боронғо рухтарға, тау, урман эйәләренә, урман хужаһы – атыласаҡ һәм атылған айыуға мөрәжәғәт итеүҙәре... Яҙыусы геройҙарының дини ҡараштарына ҙур иғтибар бүлә. Уларҙа – мосолманлыҡ ҡараштары менән мәжүсилек йолалары бергә ҡатышҡан. Әҫәр туҡымаһында ла ул шулай буталған. Хәйер, әле лә башҡорттар ярым мосолман, ярым мәжүси түгел микән... Мәжүсилек һыҙаттары боронғо аң-ҡараштарҙы, мифологияны тергеҙә. Был әҫәрҙең фәлсәфәүи ҡеүәһен дә тәрәнәйтә төшә булыр. Хәйер, үҙ халҡы мифологияһы менән ҡыҙыҡһыныу хәҙерге әҙәбиәткә хас күренеш. Был тәңгәлдә бигерәк тә Сыңғыҙ Айытматов китаптары үҙенсәлекле. Улар символикаға ҡоролған йә символиканы, мифологияны ныҡ файҙалана. Ошолар ярҙамында әҙип әҫәрҙең монументаллегенә, фәлсәфәүилегенә ирешә. «Эйәрләнгән ат» тарихи фаразы ла нәҡ ошо яҙыусы ижадын иҫкә төшөрҙө... «Эйәрләнгән ат» үҙенең тәрән психологизмы, ил көнкүрешен, көнитмешен, кәсебен нескә тасуирлауы, теле-интонацияһы менән дә халыҡсан. Ысын прозаикты шунһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы ла ситен. Уның бер үк ваҡытта етди тарихсы ла, тәрән психолог та, аҡһаҡал философ та, уйнаҡ хисле шағир ҙа, үткер социолог та булыуы фарыз. Автор Юлай, Аҡмал ҡарттың, Салауаттың «эсенә инеп ултырып» һөйләй, улар булып уйлай. Әҙип уларҙың уй-кисерештәрен, ыҙаларын-һыҙланыуҙарын тасуирлай. Ошолай тәрән психологизмға өлгәшә, халыҡ эстетикаһын, аң-ҡарашын да сағылдыра. Аҡмал ҡарттың көнкүреше, кәсебе сағыу һүрәтләнгән. «Ҡарашы ятҡырып өйөлгән дадан умарталарына төштө – ана шуларҙы бүкән итер. Дүрт һыбайлыға – дүрт эйәр. Ҡулдарына – ҡарағат, еләк япраҡтарынан, мәтрүшкәнән бешерелгән сәй. Алдарына сеүәтәгә һалып кәрәҙле бал ҡуйыр». Әҫәрҙең теле хаҡында һүҙ ҡуҙғатмай, ошоно ғына әйтәйек. Булат Рафиҡов тарихи әҫәрендә тарихи һүҙҙәрҙе йыш ҡулланһа ла, улар менән, мәҫәлән, Ғәли Ибраһимов кеүек артыҡ мауыҡмай. Әҫәр бөгөнгө уҡыусы өсөн яҙыла бит. Историзмдар – тарихи фон өсөн генә. Теле шыма, образлы. Һүҙҙәрҙе автор устарында мәрйендәр һикерткәндәй уйната, телмәрҙе үҙе теләгән юҫыҡҡа борғослай. Әҙәби оҫталыҡ йәһәтенән дә бер генә осраҡҡа туҡталғы килә. Булат Рафиҡов ваҡиғаларҙан бер мөғжизә таба йәки художестволылыҡ һығып сығара белә. Хатта шуға маһир ҙа. Эҫем завуты түрәләренең Ҡаратауға, Аҡмал янына һунарға килеү ваҡиғаһы. Әгәр унда Роман-һеләүһен, Роман-яндырай үҙ белдеге менән алға сығып, айыу өңөнә барып менмәһә, бер ниҙә булмаҫ ине. Ғәҙәти ваҡиға, ғәҙәти һунар үтер ҙә китер ине. Етембай ҙа яңылыштан яндырай ағаһы ыңғайына өң эсенә ҡоламаҫ, икәүҙе ситтән күҙәткән Аҡмал ҡарт та: «Нишләнең, яуыз! Бер туғандар бит һеҙ! Салауаттыҡылар!» – тип ҡысҡырмаҫ ине. Шунан башлана ла инде мәхшәр... Быны яҙыусы шулай эшләй, махсус рәүештә! Шунан һуң башлана ла инде... Янарал, «Салауат» исемен ишеткәс, сығырынан сыға. Һунарсы төйәге туҙҙырыла. Аҡмал ыҙмаһы урынында көл-күмер ҡойоно ғына ҡубып ҡала. Икенсе сюжет һыҙығы, бөтөн әҫәр шулай тамамлана. Тағы ла Пугачев дауынан һуң шикелле көл ҡойоно, ҡарт һунарсының күмер өйөмөнә күмелеп ҡалған һөйәктәре... Таланған, туҙҙырылған төйәк. Көл-күмергә әйләндерелгән, ер менән тигеҙләнгән башҡорт иле... Аҡмал ҡарт та, Салауат исемен әйтеп, төйәгенә һалып шул оранды, законды боҙған бит. Баш күтәргән! Баш күтәргәндәрҙе, ғәҙәттә, баҫтыралар... Ҡаратау шырлығында йәнә бер башҡорт күтәрелеше баҫтырылды. Күтәрелеш тамам (әҫәр ҙә). Артта – көл-күмер өйөмө, бихисап шаһиттарҙың ғәзиз һөйәктәре... Яндырылған ауылдар, тапалған йәйләүҙәр, ҡоллоҡҡа ҡыуылған, иленән айырылған балалар, ҡатындар. Батырҙарҙың ҡатындарын карат офицерҙарына өләшеп бирәләр, батырҙарҙың балаларын баярҙарға таратып сығалар. Уларҙан маңҡорт яһамаҡсылар, уларҙы бахыр итеп үҫтермәкселәр... Был мәсхәрә, был хаслыҡ һуҙыла ла һуҙыла. Һаман да, бөгөн дә дауам итә. Һаҡ булығыҙ, абай булығыҙ, ҡан-ҡәрҙәштәр!
|
|||
|