Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Эш мәлендә кеше матур була шул. Әминә һоҡланыуын йәшерә алманы».



«Бәлки, һеҙ кәрәкле эш эшләйһегеҙҙер, – ти Сәйфетдин бай комсомолдар башлығы Ниғмәткә. – Ана бит, тирә-яҡты күтәрҙегеҙ. Халыҡ ҡуҙғалһа, теләгәнен эшләй инде ул, ҡаршы торормон тимә... – Сәйфетдин, әйтергәме-юҡмы тигәндәй, икеленеп торҙо ла, тәүәккәл өҫтәп ҡуйҙы. – Тик бына нимә аңлашылмай, мырҙам, мин, ярай, бай ҙа булайым, ти. Ләкин һеҙ бит хәллерәктәрҙең дә тамырын йолҡаһығыҙ, ерҙең төп хужаларын ауылдарҙан ҡыуаһығыҙ. Ике аты, бер һыйыры, ун балаһы булған Әшрәф ҡарттың ни ғәмебе бар? «Подкулачник» тип, ғүмер буйы һалабаш төшөрөп, балыҡ тотҡан Әхсәнде лә ауылдан һөрәһегеҙ. Кем менән башҡарырға итәһегеҙ ундай ҙур эштәрҙе?»

Партия райкомы секретары Ниғмәт Сабирович та синфи дошман Сәйфетдин дә нимәләлер хаҡлы булған бит тип уйлай. Сәйфетдин, «ата ялҡау ярлы Ғәфләтулланы күпме «тырыштырма», хужасыл бәндә итеп булмай, ярлы тип кенә, колхоз ялҡауҙарға таянырға тейеш түгел», – тиеүе менән хаҡлы түгелме ни?

Социалистик реализм ҡанундары буйынса фекер йөрөтһәк, был идеяларҙы, был өҙөктө беҙ, буржуаз фәлсәфә менән һуғарылған тиер инек, ә цензура уны үткәрмәҫ ине... Шәхес культы осоро бойороҡ-ихтыяри хужалыҡ итеү, идара итеү донъяһын тыуҙырҙы. Үҫмер йәшенән йәне-тәне менән Октябрь революцияһы эшенә бирелгән, ауылда комсомол ойошмаһы төҙөгән, Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе ҡоллоҡтан йолоп алышҡан Ғәлиәхмәт (әҫәрҙең үҙәк геройы) ҡасан да үҙе үк байҙарса ҡоро ҡысҡырыныу, екеренеү менән эш итә башлар, ауылдаштарын эшкә генә ҡыуа белергә өйрәнеп алыр тип, кем уйлаған? Кисәге батыр яугирҙән, ауылдың тәүге комсомолынан туғандары биҙер, ҡырыҫлығынан, һөмһөҙлөгөнән бар ауыл ыҙаланыр тип кем башына килтерер? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шәхес культы, бойороҡ алымдары менән хужалыҡ итеү аҫыл идеяларҙы йәмһеҙгә әйләндерҙе, саф, игелекле Ниғмәт кеүек ирҙәрҙе ҡоро бюрократтарға, юғарылағыларҙың бойороҡтарын өнһөҙ үтәп ултырыусы чиновниктарға әүерелдерҙе. Кисәге революционер Ниғмәт Сабирович ауылдаштарым тип янған Фазлетдиндәрҙе план, директива үтәмәгән өсөн партиянан ҡыуҙырырға әҙер. Йомшаҡ урынын һаҡлау хаҡында ул ерҙе талатырға, болондарҙы тотошлай һөрҙөрөп ташлатырға ла риза. Был аяныслы хәл, ләкин хәҡиҡәт...

Роберт Байымов сюжет ағышы мәлендә йыш ҡына үткәндәргә әйләнеп ҡайта. Шуның арҡаһында автор йыйнаҡлыҡҡа, фекерҙе асығыраҡ әйтеп биреүгә өлгәшә. Тормош алға бара, һуғыш үтә, әммә һағыш ҡала – Ғәлиәхмәт хәтирәләрендә үткәндәр «йәшәй».

Яҙыусының хеҙмәт хаҡындағы һүҙе йөрәккә үтә. Хеҙмәт поэзияһын һүрәтләү – ул оҫталыҡ сағылышы ла бит әле. Кешене хеҙмәт аша күрһәтә белеү үҙе бер ижад ҡыуанысы ул. Әлбиттә, кешене биҙәнеү түгел, ә хеҙмәте матурлай, тип туранан-тура әйтмәй яҙыусы, ә былай һүрәтләй:

«Үҙен ирмен тигән ир, ағай, улай үтенескә эшләмәҫ, – тигән булды Әминә сәмләндергәндәй. – Әллә ҡулыңдан килмәйме?

Мырҙабайға шул етә ҡалды. Бишмәтен сисеп ташлап, Әминә ҡулындағы балтаны алды... Бер нисә һелтәүҙә ҡырыҫ ир йыуан йыла ағастың ботаҡтарын ботап, бәләкәй санаға тейәрлек итеп турап та ҡуйҙы.

Эш мәлендә кеше матур була шул. Әминә һоҡланыуын йәшерә алманы».

Йәнә шуныһы: әҙип ниндәй һөмһөҙ бәндәлә лә яҡшы яҡтарҙы күрә-күрһәтә белгән.

Роберт Байымов, ғөмүмән, һағышлы, донъяны моңһоу итеп һүрәтләй, шунлыҡтанмылыр, роман айырыуса зиһенде биләй, хискә тарыта. Минеңсә, ыҙалы, хафалы тормошто моңһоу итеп тасуирлау – әҫәрҙең иң отошло яғы.

Уҡыусы алдан Әминәнең инде был донъяла булмауы тураһында белә. Был хәл баш осондағы күктең йәшен алдынан ғына була торған торошон хәтерләтә. Көслө ел сыҡҡан, тәбиғәт, өнөн сығармай, ҡойон ямғырҙы көтә... Оҙаҡламай йәшен йәшнәйәсәк. Тәбиғәттең дә, әҫәр донъяһының да көсөргәнешле торошо... Әминә юҡ инде. Тормош һаман да шулай уҡ төҫһөҙ, тыуған колхоздың да тиҙ арала ғына мандып китеүенә өмөт юҡ. Ғәлиәхмәт ҡарт көнөндә япа-яңғыҙы үҙенә толҡа тапмай ҡаңғырып йөрөй. Бер йәме, ғәме юҡ кеүек был тормоштоң. Әҙәм затының шулай ерҙә бер йыуанысы ла юҡ микән ни? Ысын бәхет булдымы ул? Дөрөҫ йәшәнеме ул? Ни өсөн һуңғы көндәрҙә йән тыныслыҡтары тапмай? Ни өсөн ғүмер осонда ысын яуап тотоу мәле етте? Мамыҡ мендәрҙә аунайһы урынға хөкөм алдына баҫырға тейеш кеше... Әҙ көрәштеме ни Ғәлиәхмәт яҡты киләсәк, бәхетле ҡартлыҡ өсөн? Һуғыштан һуң, уныңса, тормош бөтөнләй башҡаса ағыр, донъя яуызлыҡтан, бысраҡлыҡтан арыныр, гел ыңғайға торор, үлем-ҡырылыш, әҙәм тоҡомоноң бер-береһенә хаслыҡ ҡылыуы онотолор төҫлө ине. Килдеме кешеләргә шундай көн?

Етмәһә, ошондай ауыр уйҙарын күтәргән Ғәлиәхмәт янында ише – Әминәһе – юҡ.

Ошо ир–ҡатын мөнәсәбәттәре аша Р. Байымов Ғәлиәхмәт образын, Әминә күңелен аса. Былар менән бергә Ниғмәт Сабирович һәм Фазлетдин образдары ла прозабыҙға яңы биҙәк өҫтәй. Ғәлиәхмәт, Ниғмәт, Фазлетдин образдары яҙыусының ҙур уңышы, бәхетле табышы ул. Фазлетдин яңы үҙгәртеп ҡороу осоро етәксеһе. Уҡыусы уға ышана. Ғәлиәхмәт бер һөрлөгә, унан йәнә тороп баҫа, ғүмере буйы бер сиктән икенсе сиккә һуғыла. Ул Григорий Мелиховтың бер һыңары булһа, Байымовтың Ниғмәте тормош юлын революционер булып башлап, партия комитетының беренсе секретары кимәленә күтәрелһә лә, ғүмерен бюрократ, хатта үҙ фекеренән яҙған мещан булып тамамлай. Ғүмере һуңында унын ҡылған ҡылыҡтары, үтелгән юлы, туған халҡы яҙмышы хаҡында ыҙаланып уйланыуы намыҫы ҡаршыһында яуап тотоу түгелме ни?

Бына шуға моңһоу ҙа, яманһыу ҙа, хисле лә, көслө лә был роман.

 

* * *

Йәмәғәтселек фекерендә Х быуат ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн Фаҙлан яҙмалары ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ул башҡорттарҙы тарихта танытҡан тәүге документтарҙың береһе.

Әле студент йылдарында уҡ был сәйәхәт хаҡында әҙәбиәттә кем беренсе һүҙҙе әйтер икән тип уйлай торғайным. Бының өсөн көнсығыш әҙәбиәтен белергә, шул көнсығышлыҡ рухы менән дә һуғарылырға кәрәк!

Университетта көнсығыш әҙәбиәтенән Роберт Байымов уҡытты. Һәм, әлбиттә, Әхмәт ибн Фаҙландың «етенсе климат»ҡа сәфәре хаҡында нәҡ ул әҙәби әҫәр яҙҙы: алдыбыҙҙа 2012 йылда сыҡҡан «Каруан килә Бағдадтан» тигән роман! Был – бәлки, мәҙәниәтебеҙ өсөн Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҙмаларҙы Ирандың Мешхед ҡалаһында табып алыуына бәрәбәрҙер?

Әлбиттә, был – бер ҡатлылыҡ: ниңә үҙеңде башҡалар алдында ҡат-ҡат иҫбатларға? Көслө ҡәүемдәр үҙ аллы йәшәй, башҡаларға иҫе лә китмәй, сөнки улар ерҙә кемдеңдер мәрхәмәте буйынса түгел, ә ер, һыу, һауа ирке менән тереклек итә... Ләкин хәҙерге ғилемлек заманында халҡыңды әүәлегсә ҡылыс менән түгел, ә ҡәләм менән танытырға кәрәктер. Бөгөнгө фәндә, сәйәсәттә тарихтағы эҙең, тамырҙарың тураһында яҙма документ менән раҫла!

 

* * *

«Күҙ күреме йәйрәп ятҡан һыу даръяһы буйлап ҡабарыңҡы тулҡындар бер түбәнгә, бер юғарыға ҡалҡа-һикерә кескәй карап-ҡыйыҡтары алға үрмәләй. Даръяның ике яғында ике донъя: караптарҙың уң яғында күк йөҙөндә офоҡта дәһшәтле болоттар ҡуйыра, ә һулда – асыҡ зәңгәр күк ҡабағында нурлы ҡояш...»

Илсе каруаны. Сәйәхәтсе – юлда. Ни алып килер ул алыҫ илдәргә, ни көҫәйҙер, ниндәй һығымталар сығарыр был сәфәренән, тағы, быуаттар үткәс, уның тарих төпкөлөндә яҙып ҡалдырғандарын бүтән халыҡтар нисек ҡабул итер, уларға ниндәй баһа бирер?

Ғәрәп илендә «Уңыш байрамы» шулай һүрәтләнә: «Сағыу төҫлө келәмдәр, парса һәм алтын, көмөш әйберҙәр менән бик ҡупшы биҙәлгән. Шунда уҡ ҙур-ҙур һауыттарҙа ярышта ҡатнашҡан емеш-еләк – быйылғы уңыш үрнәктәре. Ян-яҡта, мәжлес тирәләй күҙҙең яуын алып торған рауза, ләлә, йәсмин бәйләмдәре, затлы кәсәләрҙә – ҡыҙыл яҡут төҫлө шарап... Муллыҡ, гүзәллек...»

Әлбиттә, ул көнсығышты белә, унда тыуған хәтирәләрҙе, әҙәби сюжеттарҙы романында оҫта файҙалана. Ғәрәп ярымутрауында исламғаса ғәрәптәр үҙҙәре лә мәжүси булған, тәбиғәт күренештәренә, балбалдарға, күп аллаларға табынған. V быуаттағы Иран иле Парса-Фарсы иле булған, уға хәтлемге замандарҙа ошо тарафтарҙа зороастризм дине – ислам дине нигеҙе – хакимлыҡ ҡыла. Әҙип тарих ҡатламдарын аҡтара, һаман төпкөлгәрәк төшә бара. Әйткәндәй, зороастризм дине тураһында, уның төп аллаһы Аһура Мазда хаҡында беҙҙә Ғәлим Хисамов «Аһура Мазда» исемле роман да баҫтырғайны. Унда әҙип шул аллаһтың ерҙәге илсеһе Заратустраның боронғо башҡорт иленән булыуы, ҡасандыр Уралда йәшәүе, шунан һуң Парса-Фарсы яғына сығып китеүен әйтә. Ғөмүмән, әүәл көнсығыш ҡәүемдәр – башҡорттар, фарсылар ныҡ ҡатышып йәшәгән, тормоштары, йәшәүҙәре уртаҡ булған, хатта тамырҙары ла бер тип һанай әҙиптәр.

Эйе, тарихсылар етмәгәнгә яҙыусылар барып етә. Роберт Байымов та көнсығышты, уның йәшәү рәүешен тасуирлай, әүәлге Урта Азия, Яҡын Көнсығышта хакимлыҡ иткән тәғлимәттәр тураһында бәйән итә: исламдың әһәмиәте, зороастризм, мәжүсилек... Уларҙы башҡорт халыҡ ижады, тарихы ҡомартҡылары менән сағыштырып ҡарай. Фәндә шумер яҙмалары, Иран халыҡтарының «Авеста» әҙәби ҡомартҡыһы тәүгеләрҙән иҫәпләнә, ә беҙҙең «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостары ла тәүтормош осорон – кешелек тарихы башланғыс осорон тасуирлай бит. «Урал батыр» менән «Авеста»ла ла уртаҡ образдар, ауаздаш геройҙар күп, уларҙың ҡылығы, тәртибе (мәҫәлән, Тереһыуға мөнәсәбәте, үлемһеҙлек тураһында фәлсәфәһе) бер үк булып килеп сыға. Был ҡомартҡылар бер тамырҙан, хатта бер үк тарихи осорҙарҙы һүрәтләй.

Әлбиттә, үҙҙәрен ғилемле, цивилизациялы тип атаған ҡәүемдәр беҙҙе оҙаҡ телһеҙ ҙә, яҙмаһыҙ ҙа, мәҙәниәтһеҙ ҙә – ҡырағай ҙа тип килде. Йәғни Уралды, Урал алды далаларын буш ятҡан ерҙәр тип һананы, шунда килеп ултырҙы, беҙҙе ут-ҡылыс ярҙамында тау-таш ярыҡтарына ҡыуаланы, ә Октябрь түңкәрелешенән һуң урыҫ булмағандарҙы наҙанлыҡтан ҡотҡарырға тотондолар: әүәлге иҫке төрки яҙмаһын юҡҡа сығарып, үҙҙәренсә кириллицаға күсерә һалдылар. Шулай боронғо асылыбыҙға яҡын көнсығыш ҡомартҡыларыбыҙҙан, үҙ йолаларыбыҙҙан, боронғо тарихыбыҙҙан яҙҙыҡ. Нәҡ ошо асылыбыҙ, үҙ булмышыбыҙ тамырҙары тураһында һөйләй ҙә инде Роберт Байымовтың «Каруан килә Бағдадтан» әҫәре. Дөрөҫөн әйткәндә, көнбайыш әҙәбиәттәрендә тарихи ваҡиғалар күптән әҙәбиләштерелеп бөтөлгән, йәки француз, немец, итальян, инглиз тарихы күптән әҙәбиәттә үҙенең сағылышын тапҡан. Мәҫәлән, Жюльетта Бенцони тигән француз әҙибәһе үҙенең киң билдәле «Катрин» романдар шәлкемендә ун дүртенсе быуат француз яуҙары тураһында яҙа. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә был эш яңы башлана ғына, яңы тыуа беҙҙә «тарихи» проза. Уларҙы беҙ тарихи романдар, тарихи-документаль әҫәрҙәр, тарихи-революцион романдар тип атаныҡ.

...Роберт Байымовтың «Сыбар шоңҡар» романы ла шул исемлекте дауам итә булыр. Ни тиһәң дә, башҡорт тарихын яңынан тергеҙеүсе әҙиптәргә «афарин» тиеп әйтеүҙән башҡа һүҙ юҡ: дан уларҙың ижадына. Алда – «күтәрелмәгән сиҙәм».

Роберт Байымовтың «Каруан килә Бағдадтан» романы ла шул «тарихи» прозабыҙға матур бер биҙәк, тос өлөш булып тора тип әйтә алабыҙ хәҙер: афарин, әҙип ынтылыштарына! Әлегәсә беҙ шулай тарих төпкөлөнә тәрән үтеп баға алдыҡ микән? Х быуат. Әхиәр Хәкимдең «Думбыра сыңы»ндағы Һабрау сәсән XIV–XV быуаттарҙа йәшәгән... Роберт Байымовтың төп геройы – ғәрәп илсеһе бик тә йәш, бик тә тәккәбер әҙәм, дәғүәләре лә оло. Хәйер, шунһыҙ был ғалим-ғөләмә зат шундай юлға сыҡмаған да булыр, шундай тарихи яҙмаларҙы тыуҙыра алмаған да булыр ине. Әхмәт ибн Фаҙлан ғәрәптәрҙән башҡа ҡәүемдәргә юғарынан тороп ҡарай (бик тә дөрөҫ тотоп алынған). Был яҙыусы Роберт Байымовтың ысын психолог булыуы тураһында һөйләй. Ул башҡаларҙы төрлө боттарға табынған, тәбиғәт күренештәренә, тауҙарға, ер-һыу эйәләренә баш эйеүсе ҡырағай, ныҡ артта ҡалған халыҡтар тип һанай.

Әхмәт ибн Фаҙлан менән бергә ғәрәп хәлифәте илселегендә фарсы Файзада-зәдә, башҡорт Алтыр бей менән әүәл Болғар мәмләкәтендә көн иткән Төрки Текин да бара. Әхмәт ибн Фаҙлан үҙе илселектә сәркәтип кенә, ә уның етәксеһе – Сусан Эр Рассси, шулай ҙа Әхмәт ибн Фаҙлан ҡулында – ҡәләм. Ҡулында ҡәләм тотҡан әҙәм илселектә иң хәтәр ҡораллы кеше бит... Тарихта, аяуһыҙ ваҡыт ғали йәнәптәре иҫәбендә бик тә әһәмиәтле, бик тә шанлы ваҡиғалар ғына теркәлә шул. Ваҡыт үҙе бик тә һынамсыл, кәбәк менән ғәрәбәне ғәҙел айыра, кешеләргә, уларҙың эштәренә бик тә теүәл бирә баһаны... Тарих, ҡарағыҙ, был ғәрәп илселегенән бары ябай бер сәркәтипте генә иҫендә ҡалдырған, ә ҡалған геройҙар – роман персонаждары – әҙиптең хыял емеше генә.

Яҙыусы-ғалим, тарихсы-фәйләсүф фарсы Файзада-зәдә менән бик тә оҙайлы, бик тә мөһим әңгәмәләр ҡора. Ул әңгәмәләрҙә зороастризм дине менән ислам диненең яҙмышы, айырмаһы, баһаһы тураһында, хатта исламдың төп китабы «Ҡөрьән Кәрим»гә инеп киткән Зөлҡәрнәйен – Александр Македонский хаҡында риүәйәттәр бәйән ителә. Уларҙан күренеүенсә, Зөлҡәрнәйендең мәжүси-мәджиктәргә йәки улар янында көн иткән башҡорттарға ла ниндәйҙер мөнәсәбәте лә бар, имеш. Былар, әлбиттә, фараз; шул уҡ ваҡытта башҡорт яҙыусыһы һәр деталдә, һәр тарихи күренештә үҙ халҡына мөнәсәбәтле булған һыҙаттарҙы юллай... Быныһы тәбиғи. Тағы... Арыҡ бей (шулай уҡ Төрки Текин) менән оҙон юлдағы әңгәмәләрҙә автор Болғар иле тарихына күҙ ата, ул мәмләкәтте төҙөгән, уның төп халҡы булған башҡорттар, башҡорт ырыуҙары хаҡында ла урынлы һүҙ ҡуҙғата, бик тә ҡыйыу фекерҙәр әйтә. Былар бөтәһе лә ғилми яҡтан ҡарағанда дәлилле ҡараштар, әммә бәғзеләр күҙлегенән бигүк бәхәсле лә тойолоуы ихтимал булған фекерҙәр... Шул яғы менән был әҫәр – киләсәктә тикшереүселәргә бик тә кәрәкле күрһәтмәләр бирәсәк.

* * *

Беҙ ибн Фаҙландың башҡорттарға, бүтән дала халыҡтарына һауалы мөнәсәбәте хаҡында әйткәйнек инде. Был ғәмәлдәр романды йәнләндерә, йәки роман персонаждарын тарих томаны эсенән терелтә. Әгәр ҙә әҫәр тарих, булмыш хаҡында өҙлөкһөҙ бәхәстәр юҫығында ғына барһа, нәфис әҙәбиәт уҡыусыһын ялҡытыр ине. Башҡорттарҙың ғәрәп илселәрен нисек ҡабул итеүе, ҡаршы алыуы, улар араһындағы бәхәстәр әҫәрҙе йәнләндерә, ғәрәп сәйәхәтсеһенең сәфәре, ысынлап та, шулай булған тип ышандыра. Оло йылғаларҙы илселәр нисек йөҙөп сыға ла башҡорттар нисек кисә? Һәр деталь, һәр картина шулай тулы ҡанлы, аныҡ итеп хикәйәләнә. Миҫалға башҡорт һыбайлылары илселәрҙе арттан оҙаҡ оҙата бара, ситтән генә күҙәтә. Йәки ҡапыл яугирҙар илселек (унда өс мең ат, биш меңләп кеше) юлын киҫеп сабып килеп сыға... Былар бит «төркиҙәрҙең иң уҫалдары», улар үҙ сиктәренә берәүҙе лә үткәрмәй.

Хәлифәт илселеге, башҡорт иленең бер генә осон киҫеп үтеп, Болғар иленә етә, әммә унда ла үҙенә йүнле мөнәсәбәт күрмәй. Сөнки Болғар иленә тәғәйен (Бағдад хәлифәте биреп ебәргән) аҡса юғала, талана... Был тарихи фактмы, әллә автор уйҙырмаһымы? Әгәр ҙә шулай икән, мәслихәт: нәҡ ошондай «уйҙырмалар» – яҙыусы уйлап сығарған мажаралар әҫәрҙе тулыландыра, уның уҡыусыны ышандырыу ҡеүәһен үҫтерә; нәҡ шундай «табыш»тар әҙәби оҫталыҡ мәртәбәһе тип баһалана.

Күп, бихисап улар яңы романда, әҙип ғәрәп сәйәхәтсеһе сәфәрендә йәнле-ҡыҙыҡлы деталдәр таба – былар бөтәһе лә романдың бәҫен күтәрә. Башҡорт уҡыусыһы, ниһайәт, үҙ иленә бынан меңәр йылдар әүәл дәүерҙәр аша баға, афарин. Ниһайәт, тарихыбыҙҙың яңы бите әҙәбиәт һөйөүселәр алдында асылды.

Әйткәндәй, эпилог та бик урынлы, уҡыусы өсөн фәһемле. Бындай һыҙат ҡайһы бер урыҫ, сит ил романдарына хас сифат. Бында инде роман жанры, уның булмышы хаҡында яңы һүҙ башланып тора. Әлбиттә, был үҙе үк яңы һөйләшеүҙе талап итә.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.