Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Рафаэль Сафин



Рафаэль Сафин

(1932 – 2002)

 

Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин 1932 йылдың 16 февралендә Башҡортостандың Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Бәләкәйҙән гармунда уйнаған үҫмер, тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, 1947 йылда Өфөгә килеп, музыка училищеһына уҡырға керә. Аҙаҡ дүрт йыл Мәскәүҙә М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡый. 1957 – 1961 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» газетаһында бүлек мөдире. 1962 – 1973 йылдарҙа иһә – «Ағиҙел» журналы редакцияһында шиғриәт бүлеге мөдире. Ә 1974 – 1983 йылдарҙа – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары.

Рафаэль Сафиндың шиғырҙары 1950 йылдан уҡ республика газеталарында баҫыла, 1956 йылда «Тормош ҡушыуы» тигән тәүге йыйынтығы донъя күрә. 1960 йылда «Мин белмәйем тыныс һөйөүҙе» китабы сыға. Киләһе йылына Мәскәүҙә «Весна на Юрюзане» китабы баҫыла.

Рафаэль Сафин ҙур драматург та. Уның «Йәнбикә», «Тилекәй», «Ғәзизәкәй балдыҙ», «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән пьесалары буйынса спектаклдәре театр сәхнәләрен биҙәй.

Рафаэль Сафин Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

 

Халҡы ҡарашы... моңонда

 

Әй буйындағы Биҙәртау башында һабантуй. 1967 йылда булһа кәрәк. Мәсетле районында башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре уҙҙы. Уны райкомдың икенсе секретары ауылыбыҙ кешеһе Мансур Әхмәтшин ойошторҙо. Беҙгә композитор Заһир Исмәғилев етәкселегендә йырсы Ғәлиә Солтанова, бейеүсе Ратмир Бәҙретдинов, яҙыусыларҙан Рәйес Низамов, рәссамдарҙан Әхмәт Лотфуллин, журналистар Дәүләт Мәһәҙиев, Леонард Йәнбирҙин килгәйне. Арала шағир ҙа – Рафаэль Сафин бар. Бөгөнгөләй иҫемдә, артистар ике машинаны – борттарын йәнәш ҡуйып күләгәлә сәхнә яһаған. Уны халыҡ һырыған. Һабантуй ҡыҙа ғына, көрәш башланмаған. Заһир ағай: «Башҡортостандың атаҡлы шағиры, Әй егете Рафаэль Сафин», – тип иғлан итә. Сәхнәлә костюмлы, төҙ буйлы ыҫпай ағай. Ҡулымда яңы ғына донъя күргән усҡа һыймалы «Һоҡланыу» китабы, күргәнем бар, хатта ауылдың китап магазинында тотоп та ҡарағайным. Авторын – Рафаэль Сафинды – тышлыҡтағы фотоһын күреп тә танып торам. Шиғырын уҡый. Шунан, хәҙер ул конферансье урынында, тамашаны алып бара:

– Әрмән вальсы!

Халыҡ шарлап көлә. Сәхәнәлә – ҡып-ҡыҙыл оҙон күлдәкле Ғәлиә Солтанова апай. Уны ла Әй һандуғасы тип атайбыҙ. Үҙе халыҡ көлгәнгә оялғандай ҙа итә. Уңарса «Әрмән вальсы» түгел, ә «Сәрмән вальсы» икән. Конферансье үҙен-үҙе төҙәтә:

– Сәрмән вальсы!

Әй буйҙарына йыр ағыла. Рафаэль Сафин да Әй буйынан, Ҡыйғы районынан. Өфөлә танылған, ҙур шағир. Ҙур шағир тигәс тә, ҡарт түгел. Ауыл сәхнәһендә уның «Ҡыр ҡаҙҙары», «Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе» шиғырҙарын ятлағандары бар. Әле ул «Гармунсы» әҫәрен уҡый. Тауышы моңло, сәхнәгә килешле. Әләйһә ҡайһы бер шағирҙар сәхнәнән шиғыр уҡый белмәй, ә ул – сәхнә кешеһе, күп халыҡ алдында сығыш яһаусы.

Һуңынан оло илебеҙҙә авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың «Аҡ торналар» шиғыры ныҡ популярлашты. Гел аптырашта ҡала инем: ауаздаш ике шиғырҙы (әлбиттә, торна менән ҡыр ҡаҙы бер үк ҡош түгел, шулай ҙа...) ҡайһы шағир алдараҡ яҙҙы икән? Икеһендә лә һыҙланыулы ауаздар, икеһендә лә бер үк оҡшаш мотивтар ярылып ята бит. Шул яғынан ҡарағанда, ике автор ҙа бер үк осор кешеләре, ауыр һуғышты иңдәрендә татыусы замандаштар, имеш.

Һуңынан ижады менән нығыраҡ танышҡас, шағирыбыҙҙы моңһоу лирик, ялҡынлы трибун яҙыусыһы булыуын аңланым. Күптәр үҙен йәшлек шағиры, мөхәббәткә дан йырлаусы тип атаны. Хатта әҙәбиәт һөйөүселәрҙең бер осрашыуында Рафаэль Сафин үҙе лә шиғриәтте йәшлектең ише, емеше, уның һыңары тип белдерҙе. Ҡыҙҙар уның шиғырҙарына ғашиҡ ине, уны ятлап йөрөнөләр: шундай кисерештәр, ғашиҡтарҙың үҙҙәре генә ҡабатлар моңланыр юлдар яҙған ул.

Алты йәштә ҡулға гармун алдым,

Ун алтыла йөрөнөм «ҡыҙ атып»...

(«Гармунсы» поэмаһынан)

.......................................................

Хоҙай һине, ахыры, һине шулай

Һоҡланһындар өсөн яратҡан.

Яратҡан да,

ситтән ҡарап тороп,

Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.

(«Гүзәл ҡатынға»)

Бындайҙы әле берәү ҙә былай итеп әйткәне юҡ бит. Меңәрләгән шағир, мөхәббәт тураһында меңәр шиғри юлдар бар ерҙә, ә Рафаэль Сафин кеүек тағы кем шулай һүрәтләй мөхәббәтте?!

Быны мөхәббәтте тәрән аңлаусы, уны инде мөхәббәт профессоры булараҡ кеше генә, ғөмүмән, философ шағир ғына яҙа ала булыр, тим.

Философ, шиғриәт уҙаманы булып киткән шәхестең уҙаҡташтары хаҡында ла иҫкә төшөрһәк... Уның дуҫтары, ҡорҙаштары, уның тиҫтерҙәре Рәми Ғарипов менән бергә уҡыған, Марат Кәримов менән дуҫтар, Абдулхаҡ Игебаев менән тиңдәштәр, Туфан Миңнуллин, Илдар Юзеев, Рәйес Низамов, Миәссәр Басиров, Әнғәм Атнабай... Төрлө яҙмыштар, төрлө-төрлө һуҡмаҡтар. Бары уларҙың бөтәһен дә ижад, «илһамланып төнөн янар йондоҙҙарға» әүерелеү берләштерә. Кеше булараҡ бигүк бәхетле яҙмыштар ҙа түгел, бары яныу тәмен, ижад татын татыусылар.

Алдаштарҙы, буғай, донъя мине,

Аҙаштырҙы, буғай, йыш ҡына...

Нишләйһең, был да уларҙың өлөшөнә яҙған көмөш.

Шул тәңгәлдә шағирҙың «Йәнбикә»һе тел осона килә:

Баҙарҙарға барһаң, аҡ тула ал,

Хаҡҡынаһын үҙем түләрмен;

Әжәлдәрең етһә, әйт үҙемә,

Йәнбикәм, Йәнбикәм,

Һинең өсөн үҙем үлермен.

Быныһы инде бик тә етди, бик тә хәтәр.

Был – халыҡ йыры, шағир ижадында халыҡсанлыҡ балҡышы. Бынан һуң был юлдарҙы яҙыусыны нисек итеп лирик ҡына тип атайһың, был уның яҙғандарының халҡы моңона, халҡы фекеренә әйләнеүе сағылышы.

Йәнбикә тигәс, «Йәнбикә» исемле пьеса хәтергә төшә, тәнҡитсе әйтмешләй, драматик поэма... Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, шиғриәт ул драма, ә Рафаэль Сафин – драматик шағир... Һыҙланыусан, уҡыусыһын, тамашасыһын һыҙландырыусан автор. Драматург. Беҙ уның «Тилекәй», «Йәнбикә», «Ғәзизәкәй балдыҙ», «Ҡыр ҡаҙҙары» ише пьесаларын беләбеҙ, улар буйынса бай-һутлы телле (хәҙергеләре кеүек ярлы, ҡойто телле түгел) спектаклдәрен театрҙарҙа ҡарағаныбыҙ бар. Рафаэль Сафин сәнғәт тип йән атыусы, театр менән йәшәүсе ижадсы. Шуға уның татар драматургтары Туфан Миңнуллин менән (шағир ҙа) Илдар Юзеевтар менән дуҫ, әшнә булыуы аңлашыла булыр. 2015 йылда Марат Кәримов, Мәүлит Ямалетдин, Наил Ғәйетбай менән бергә Ҡазанға Туфан Миңнуллиндың 80 йыллығын билдәләргә барҙыҡ. Шунда Марат ағай: «Туфан дуҫы янына Рафаэль Сафин ҡорҙаштың тыуған яғынан ашҡынып килдек, ике художниктың, дуҫтың рухын бында иҫкә алабыҙ», – тине. Әйткәндәй, миңә Марат Кәримов менән бергә Рафаэль Сафинды үҙ тыуған ауылы Йыланлыға һуңғы юлға бергә илтеп ҡуйырға ла яҙҙы бит. Ул йылда (2002) үҙем дә ҙур ҡайғы кисергәйнем: тормош юлдашым Әлфирәне юғалттым. Ныҡ ҡайғылы сағым, шулай ҙа яҡташты сатнама декабрь һыуығында Ҡыйғыға халыҡ шағиры менән икәү генә еткерҙек. Әлбиттә, бергә улы Аяз да, килене, ейәне лә, Гөлли апай ҙа бар ине. Һәм тағы 2015 йыл... Шул тантанала беҙ башҡорт шағиры рухы менән дә осрашҡандай булдыҡ... Эйе, ул Ҡазанды яратты, Ҡазандағы дуҫтары өсөн өҙөлөп торҙо, Ҡазан ҡыҙҙарына ғашиҡ ине, шулар хаҡында шиғырҙар ҙа яҙҙы.

Инде: «Ҡазан, Ҡазан, Ҡазан!» – тиеп,

Һағыштарым ҡағыр ҡанатын;

Яҙмыш шулай мине һынай, буғай,

Әллә ысынлап, әллә шаяртып?

Ҡазанға ғашиҡ ине, Өфө тип ярһыны, ә тупрағы барыбер тыуған яғына, Әй буйындағы Йыланылға яҙҙы. Нисә йылдарҙан һуң ул ҡабат...

Уйылам инде, уйылам,

Йырға-моңға тулышам...

Үҙәктәрҙе өҙөрлөк моң

Ағыла Әй буйынан.

.................................

Ҡайттым һиңә, ҡайттым, Ыласынташ... –

Ҡоласым – таш, тимә. Ташыңды

Мамыҡ түшәк итеп ятайымсы,

Күкрәгеңә ҡуйып башымды.

Юрауы юш килде шағирҙың.

Тыуған тупраҡта тыныс йоҡла, яҡташ.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.