Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Мөкәрәмә Садиҡова



Мөкәрәмә Садиҡова

(1931)

 

Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы Садиҡова 1931 йылда Башҡортостандың Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Алты йәшендә әсәһе менән атаһы үлгәс, балалар йортонда тәрбиәләнә. Һуңынан Өфө ағас эшкәртеү заводында эшләй.

1949 йылда Башҡорт дәүләт театр училищеһына инә. Ошонда уҡығанда шиғырҙар яҙа, радиокомитетта диктор була. Театр училищеһынан һуң Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында ситтән тороп уҡый.

Мөкәрәмә Садиҡова оҙаҡ йылдар «Башҡортостан пионеры» газетаһында, Яҙыусылар союзында әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы мөдире булып эшләй. 1959 йылда уның «Таныштар» хикәйәләр йыйынтығы баҫыла. 1962 йылда «Бәхет эҙләгәндә» тигән драмаһы сәхнәлә ҡуйыла. Артабан уның «Ерәнсәс», «Был йөрәккә ни кәрәк?», «Гөлгөнәм-бергенәм» ише пьесалары Башҡортостан менән Татарстан театрҙары сәхнәһендә ҡуйыла.

 

МУЛ ҺЫУЛЫ ЙЫЛҒА

 

Йылдар үткән һайын ул баҫалҡылана. Уйҙары етдиләнә, кисерештәре тәрәнәйә...

Оло йылғалар ҙа шулай бит. Юлдары кескәй, йырлы шишмәләрҙән баш ала. Дәртле, сәмле шишмәләр яйлап мул һыулы, тәрән йылғаларға әүерелә.

Яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡованың моң-ауаздары ла төрлөләнә, ижад емештәре һәлмәкләнә. Әҙибә инде тормош, йәшәйеш тураһында тәрәнерәк уйлана, донъяның хәүеф-хәтәрҙәрен нығыраҡ тоя. Ошо кисерештәр һөҙөмтәһендә уның бихисап күркәм хикәйәләре, баҙыҡ повестары донъя күрҙе. «Таныштар» (1959 йыл), «Йондоҙ һәм сәскәләр» (1963), «Алтынтауҙағы ант» (1975), «Сәмреғош ҡанат ҡаға» (1979), «Үрҙәргә артылғанда» (1981), «Юл төшкәс» (1986) – бөтәһен дә һанап сығыу мөмкинме ни? Иң мөһиме, М. Садиҡова был әҫәрҙәрендә үҙен етди прозаик итеп танытты.

«Сәмреғош ҡанат ҡаға» повесы, әйтергә яраһа, яҙыусының иң ихлас, иң сағыу әҫәрҙәренең береһе. Әҙибә бында иң элек халыҡсанлыҡҡа өлгәшә алған, халҡының йәшәйеш рухын күрһәткән, йәки үҙ «Садиҡова донъяһы»н асҡан.

Әҫәрҙең төп героиняһы Зөбәржәт сабый саҡта әсәһенең Сәмреғош тураһындағы әкиәтен тыңлай. Аҡъял батыр юлдаштарының хаслығы арҡаһында төпһөҙ мәмерйә эсенә ҡолай. Ошо ят донъя эсенән уны изге ҡош Сәмреғош ҡотҡара. Азатлыҡҡа һыуһаған йәнгә ул ирек бүләк итә, ул уға яҡты көн нурын күрһәтә... Зөбәржәт-бала ҡасан да бер ошо илаһи ҡошто осратырға теләй. Ул теләк яйлап уның хыялына, ғүмере маҡсатына әйләнә.

Ҡағылып-һуғылып, үгәй әсәләрҙең береһенән икенсеһе ҡулына күскән йәтимә ҡасан да бер аяҡҡа баҫырға, үҙ иркен яуларға, бәхетле булырға тейеш. Ул быға хаҡлы! Ергә килгән һәр әҙәм заты, улай ғына ла түгел, һәр йән эйәһе бәхеткә, әҙәмсә тормошҡа хоҡуҡлы. Кеше бәхет өсөн, йән эйәләре йәшәү өсөн тыуа...

Зөбәржәттең ата-әсәһе ғүмер баҡый хәлле кешеләргә бил бөккән, артабан колхоз тип янған. Шулай ҙа улар һаман мандып китә алмай. Һаман да бәхетле, яҡты ал таң атмай. Өҫтәүенә, әсәһе, бисара йән Бибисара иртә вафат булып ҡуя. Атайһыҙ йәтим – ярты йәтим, әсәйһеҙ йәтим – үкһеҙ йәтим. Ҡыҙыу холоҡло атай ҙа, алмашынып торған үгәй әсәйҙәр ҙә әсәне – изге йәнде – алмаштыра алмай...

Кем белә, бәлки, сабыйҙың Сәмреғошо әсәһе Бибисара үҙе булғандыр, әсә ҡыҙына үҙе хаҡындағы әкиәтте бәйән ҡылғандыр? Зөбәржәт үҙ Сәмреғошонан яҙа. Уны кем алмаштырырға тейеш? Яңы Совет власы, яңы мәктәп, яңы ҡоролош! Ысынлап та, йәш илдең йәш балаһын йәш ил үҙ ҡосағына ала, үҙенсә тәрбиәләй, аяҡҡа баҫтыра, кеше итә.

Әҙибә повеста үҙ героиняһының шәхесе формалашыуын, ҡараштары нығыныуын күҙәтә. Әҙибә геройын иң тәүҙә халыҡ эстетикаһы, ауыл мөхите нигеҙендә тәрбиәләй. Шул уҡ ваҡытта был баланың күңеле партия идеологияһы менән һуғарыласағына шик юҡ. Әммә был уны халҡынан айырмаҫ.

Форма яғынан әҫәр Зөбәржәттең үҙ Сәмреғошон, үҙ бәхетен, үҙ азатлығын эҙләүгә ҡоролған. Зөбәржәт үгәй әсәләр иҙеүенән, хәйерселектән ҡотолорға, ниһайәт, бөтә буйына турайып баҫырға, әҙәм булырға ынтыла. Шәхес формалашыуы оҙайлы процесс, әҫәрҙә бихисап ваҡиғалар теҙелеп киткән. Прозаик уларҙы нәҡ ошо бәхет эҙләү алымы менән бер-береһенә бәйләй алған. Ғәҙәттә бындай күп ваҡиғаларҙы бер-береһенә теҙеү, унан йыйнаҡ сюжет ҡороуы бик ҡыйын. Бәхеткә ҡаршы, автор уңышҡа ирешкән: йыйнаҡ, бер ынтылыш менән һуғарылған әҫәр тыуҙырған. Һәр главаның башында йә һуңында әҙибә (хикәйәләүсе – Зөбәржәт) Сәмреғошто – үҙен бәхетле итәсәк ҡошто иҫләй. Теге йәки был бәләгә тарығанда ҡапылдан ошо ҡош пәйҙә булыр ҙа уны ҡотҡарыр кеүек!

Хыял, илаһи хыял! Ул бала күңелендә йәшәй. Уны ҡанатлы, көслө итә.

Шуныһы ғәжәп: яҙыусы таныш темаһын, өйрәнгән мөхите хаҡындағы ваҡиғаларҙы әҫәрҙән-әҫәргә, бәғзе берәүҙәр ише китаптан-китапҡа һуҙмай. Берәү булһа, бала саҡ хәтирәләре хаҡында тотош шәлкем (повестар шәлкеме) яҙыр ине. Мөкәрәмә Садиҡҡова ғәҙәттә үҙен-үҙе ҡабатламай. Һәр әҫәрен, үҙе әйтмешләй, яңы остан башларға, илһамының һәр талпынышында яңы буяуҙар табырға тырыша. Һәр китабының темаһы ла, һүрәтләү мөхите лә, фекерҙәре лә яңы, бүтән була. Мәҫәлән, «Алтынтауҙағы ант» йәш йөрәктәрҙең мөхәббәтенә, ә «Үрҙәргә артылғанда» повесы, «Гөлгөнәм-бергенәм» драмаһы әхлаҡ мәсьәләләренә, әҙәп темаһына арналған. Уларҙың һәр береһенә айырымлап-тәфсилләп туҡталып китеү зарурлығы юҡ. Шуға «Сәмреғош ҡанат ҡаға» тураһындағы һүҙҙе генә дауам итке килә. Хәйер, был һүҙ әҫәр хаҡында ла түгел, ә әҙибәнең ижады, уның ижад сығанаҡтары – Алтынтау шишмәләре тураһында.

Яңыраҡ яҙыусының тыуған яҡтарында булырға, уның бала саҡ шишмәләренән ауыҙ итергә тура килде. Мөкәрәмә Садиҡованың ижады әҙәби түңәрәктәрҙә, Әҙәбиәт институтында түгел, ә Йәрмәкәйҙә, Алтынтау битләүҙәрендә башланған икән. «Сәмреғош ҡанат ҡаға» ошонда тыуа. Әйткәндәй, йәрмәкәйҙәр китаптың күп прототиптарын әле һаман да яҡшы иҫләй, хатта күреп белә. Повесть геройҙары ошонда көн иткән, ошонда танылған, бәхет өсөн көрәшкән.

Буласаҡ әҙибә үгәй әсәләре, туған-тыумасалары ҡулында үҫә. Хәс тә «Сәмреғош ҡанат ҡаға» повесындағыса... Шунан Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһы фронтҡа китә. Мөкәрәмә балалар йортонда тәрбиәләнә, Бәләбәй училищеһында уҡырға хыяллана. Ләкин яҙмыш уны Өфө ҡалаһына илтә. Бында тәүҙә ағас эшкәртеү заводында эшләй. Һуңынан театр училищеһында, Әҙәбиәт институтында уҡый.

Етегән шишмәләрҙә ете улаҡ,

Сылтыр-сылтыр аға көмөш һыу;

Беҙ китәбеҙ инде, һеҙ ҡалаһығыҙ –

Шул саҡтарҙа бигерәк яманһыу.

Йәрмәкәйҙә «нәҡ беҙҙең шишмәләр хаҡында татар әҙибе Ғүмәр Бәширов «Етегән шишмә» йырын яҙған» тип һөйләйҙәр. Булыр. Йәрмәкәйҙәге Алтынтау шишмәләре тураһында шиғыр яҙмау хилафлыҡ булыр ине. Мөкәрәмә Садиҡова бына уның кешеләре хаҡында яҙҙы. Ошо кескәй шишмәләрҙән башланған ижад юлы уны оло һыуҙарға илтте. Әҙибә Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡандан һуң «Башҡортостан пионеры» гәзитендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләне. Бер-бер артлы китаптары – ижад емештәре донъя күрә торҙо. 1962 йылда Сиҙәм театры (хәҙерге Сибай театры) уның «Бәхет эҙләгәндә» тигән драмаһын сәхнәгә ҡуйҙы. Аҙаҡ «Ерәнсәс», «Был йөрәккә ни кәрәк?», «Гөлгөнәм-бергенәм» драма әҫәрҙәре тыуҙы. Уларҙы Башҡортостан менән Татарстан дәүләт театрҙары сәхнәләштерҙе. Беҙ Йәрмәкәйҙә булған көндәрҙә һәүәҫкәр артистар яҡташтарының яңы «Аҙашма юлдарымда» драмаһын әҙерләп ята ине. Ауылдаштар быға бик һөйөнгән. Ошо тыуған төбәктәрҙән башланған ижад юлы, эҙләнеүҙәр осоро дауам итә. Алтынтау шишмәләре тынмай сылтырай, йүгереп-талпынып алҡын иҙелгә – Ағиҙелебеҙгә ашҡына.

...Уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ ҡына бит. Заманында Мөкәрәмә Садиҡова әҙәбиәтебеҙҙәге бер-нисә бөртөк кенә ҡатын-ҡыҙ әҙибәләребеҙҙең береһе ине. Башҡорт прозаһы йөгөн ирҙәр менән бер ҡатарҙан тороп тартты. Тормошта ҡатын-ҡыҙҙың хәстәрлектәре, мәшәҡәттәре былай ҙа етерлек. Өҫтәүенә, улар ижад итә. Ҡатын-ҡыҙ әҙибәләрҙең тормош мәшәҡәттәре, ығы-зығы эсендә юғалып ҡалмауы үҙе үк оло батырлыҡ!

Ғөмүмән, Мөкәрәмә Садиҡованы бөгөн әҙәбиәтебеҙҙә бер кем менән дә бутап булмай. Уның китаптарын еңел-елпе әйберҙәр менән сағыштырыу йә ижадын өнһөҙ килеш урап үтеү бөтөнләй мөмкин түгел.

...Йылдар уҙған һайын ул олпатлана, ижад емештәре теҙелгән тәлгәше һәлмәкләнә. Моң-ауаздары төрлөләнә, йәшәйеш тураһында ыҙалыраҡ, хафалыраҡ итеп уйлана.

Оло, мул һыулы йылғалар ҙа шулай бит.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.