|
|||
хиәр ХәкимӘхиәр Хәким (1929 – 2003)
Әхиәр Хәким (Әхиәр Хәсән улы Хәкимов) 1929 йылдың 23 авгусында Башҡортостандың Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылында тыуа. Тыуған ауыл мәктәбендә уҡый, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1946 йылда Дәүләкән педучилищеһына инә, уны бөткәс, уҡытыусы була, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса урта мәктәбендә – директор. 1956 – 1961 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында уҡый, аҙаҡ М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институтында аспирантураға инә. Уны тамамлап фән кандидаты дәрәжәһе ала. Башта «Ағиҙел» журналында, аҙаҡ Мәскәүҙә «Литературная газета»ла бүлек мөдире вазифаһында... Башҡорт әҙәбиәте, Мостай Кәрим ижады буйынса «С веком наравне» ғилми китабын яҙа. Етемешенсе йылдар башында уның «Осар ҡоштар», «Күпер», «Бәйге» ише повестары баҫыла. Һуңынан «Ҡуштирәк», «Һауыр ҡумта», «Думбыра сыңы», «Ҡош юлы», «Өйөрмә», «Дауылдан ҡотолоу юҡ», «Каруан» кеүек бик күп романдары донъя күрә. Әхиәр Хәким Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
ДИПЛОМАТ Ниндәйҙер бер йыйылышта әҙәбиәттә быуындар алмашыныуы, йәш көстәрҙе үҫтереү хаҡында һөйләне Әхиәр ағай. Уның сығышы миңә үҙенең ихласлығы, кешелеклеге менән тәьҫир итте. Ул нисектер әҙәбиәтте, төрлө быуындарҙы ҡайғыртып, күңеленә яҡын итеп әйтте. Был – әллә Мәскәүҙә йәшәп ятҡан башҡорт әҙибенең тыуған яҡты һағыныуы, һағышының ташыуы булды микән тип тә уйланым. Шунда ниңәлер уны күңелемә яҡын, үҙемдең кешем тип атаным, шул кешегә тартылдым. Белмәйем. Был билдәле шәхес менән дуҫлашырға, унан ниндәйҙер ярҙам көҫәү теләге булдымы, әллә ижадта үҙемә яҡын зат, фекерҙәш эҙләүем ғәләмәте инеме? Кеше тәбиғәтенә теге йәки был бәндә менән дуҫлашырға маташыу тигән тойғо ла хас бит. Бәхетемә, Әхиәр Хәким теләгемде ыңғай ҡабул итте: беҙ аралаша башланыҡ. Күрәһең, кеше меңдәр араһынан күңеленә яҡын, иш затты, фекерҙәште эҙләйҙер: улар тормошҡа, ваҡиғаларға бер төрлөрәк ҡарай, теге йәки был күренешкә бер үк баһа бирә. Әхиәр ағай Өфөгә ҡайтты. «Башҡортостан» ҡунаҡханаһынан Мәскәүгә осорға йыйына, дипломатына минең тәүге «Бәлә» китабын һала. Юҡ, башта китапты һелкеп ҡарай, рыяһыҙ ғына: «Ауыр, миңә – йөк», – ти. Аптырайым: ун табаҡлы китап-йөк һәлмәк буламы? Ишеткәнем бар ине, Әхиәр Хәким – барин, байҙарса ҡылана, ҡанында боронғо башҡорт тархандары ҡаны аға икән... 1991 йылда ҡыш проза секцияһы ултырышынан һуң ағай-энене өйгә саҡырҙым. Минһажев урамында ауыл өйҙәре күп, тышта саҡ ҡына буранлап тора. Шофер беҙҙең адресты белә, ул Лидия еңгә менән Әхиәр ағайҙы беҙгә килтерергә тейеш. Көтәбеҙ. Бер заман ағай һуҡранып инеп килә: «Ҡаршылап та тормайһың, Ринат... Өйөңдө саҡ таптыҡ!» – Эй, – тине шунда бер ҡәләмдәш. – Әхиәр ағай – кантон, етәкләп-оҙатып йөрөтөргә кәрәк! Ысынлап та, Әхиәр ағай әсе телле, уҫал зат ине. Бигерәк тә йәш сағында. Ҡыйыу фекерҙәр әйтә, йыйылыштарҙа уҫал итеп сығыш яһай. Хәтеремдә: татар әҙиптәре Мостай Кәрим беҙҙең әҙәбиәт вәкиле лә ул, тигәс, Әхиәр Хәким, түҙмәне: «Бөтәһе лә шулай, ти... һеҙ ҙә»... Эйе, әҙәбиәткә ҡағылған мәсьәләләрҙә принципиаль булды, үҙ фекерен ярһып яҡланы. Шул уҡ ваҡытта ул бөтә булмышы менән башҡорт зыялыһы, башҡорт әҙәбиәте кәүҙәләнеше лә. Үҙенең ҡылыҡтарында, ижадында, үҙен тотошо-һөйләшендә, уйҙары ағышы тәртибендә Әхиәр Хәким башҡорт халҡының иң яҡшы сифаттарын туплаған олуғ шәхес. Башҡорттоң аҡыл соғоло, уй ағышы, тәртибе, әҙәбе, таланты уның йәшәйешендә, эшмәкәрлегендә тулы сағылды, минеңсә. Әхиәр Хәким ғалим да, шағир ҙа, әҙип тә. Шул уҡ ваҡытта уның бөтә был сифаттарын бер һүҙ менән генә дипломат тип атарға мөмкин! Әхиәр Хәким ысын мәғәнәһендә бүтән халыҡтар араһында башҡорттоң илсеһе булды: оҙаҡ дәүер, ғүмеренең иң аҫыл йылдарында, «Литературная газета»ның СССР халыҡтары әҙәбиәте бүлеген етәкләне. Шунда бихисап СССР халыҡтары яҙыусылары менән аралашты, ғөмүмән, СССР халыҡтары әҙәбиәтенең Мәскәүҙәге бер вәкиле ине. Был дәрәжәгә, әлбиттә, тик дипломат кеше генә ирешә. Әхиәр Хәким, ни әйтһәң дә, башҡорт әҙәбиәте күренеше генә түгел, ул СССР әҙәбиәте илсеһе... СССР халыҡтарын берләштереп тороусы, уларҙың рухи донъяһын бәйләүсе зат. Ни өсөн бөтә Советтар Союзында нәҡ башҡорт әҙибен шул урынға тәғәйенләгәндәрҙер? Нәҡ башҡорт әҙибенә, башҡорттоң соғол аҡылын, сабырлығын үҙендә һынландырған кешегә тапшырылған был бурыс. Башҡорт батыры Алдар Иҫәкәевты ла урыҫ хөкүмәте XVIII быуатта Ҡаҙағстанға илсе итеп ебәрә, башҡорт дипломаты шунда ҙур уңышҡа өлгәшә, халыҡтарҙың бергә үҙ-ара аңлашыуына булышлыҡ итә. Әхиәр Хәким дә Мәскәү алдында, СССР, Рәсәй хөкүмәте алдында шундай уҡ ҙур хеҙмәт күрһәтте! Аҙаҡ уға Максим Горький исемендәге Рәсәй дәүләт премияһы бирелде. Нәҡ башҡорттоң әҙәплеге, быуаттар төпкөлөнән килгән аҡылы сағылды Әхиәр Хәким эшмәкәрлегендә – дипломат. Нәҡ кешеләр менән аңлаша, килешә белеүе, аралашҡанда түҙемлек күрһәтеүе уға үҙ вазифаһын атҡарырға мөмкинлек тыуҙырҙы. Ә Советтар Союзында ҡырҡ ата балаһы, ҡырҡ холоҡло әҙип бар. Уларҙың һәр береһе менән уртаҡ тел табып, аңлашып, килешеп эшләү фарыз... Совет халыҡтарын бергә туплауҙа күп көс сарыф итте башҡорт дипломаты Әхиәр Хәким. Үзбәкстан башлығы, Украина хөкүмәте етәксеһе, ҡаҙаҡ халыҡ яҙыусыһы, Мәскәү түрәһе – ул уларҙың һәр береһенең күңеленә яраҡлы асҡысын тапты. Әхиәр Хәким барыбер сабыр, ипле холоҡло. Был йыуаш, мәжнүн тигәнде аңлатмай. Ул барыбер башҡорт: күңелдәген, һиңә килешәме, юҡмы, әйтмәй ҡалдырмай; ул бигерәк тә башҡорт мәнфәғәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләргә, әҙәби әҫәрҙәрҙе тикшергәндә аяуһыҙ, башҡорт илен кәмһетеүселәргә, үҙҙәрен милли яҡтан өҫтөнөрәк ҡуйырға теләгәндәргә. Йәш кенә көйө Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, унда полк улы («сын полка») булып йөрөгән. Бәлки, шуғалыр ҙа бөгөн беҙ уны барыһынан элек «хәрби проза» вәкиле тип атайбыҙ: Әхиәр Хәким үҙенең иң яҡшы әҫәрҙәрен – «хәрби» повестарын ошо үҙе кисергән темаға яҙҙы: «Күпер», «Бәйге», «Аҡһаҡ бүре», «Туй» повестары. ХХ быуаттың етмешенсе йылдарында башҡорт ерлегендә ҡалҡып сыҡҡан әҙип булды Әхиәр Хәким. Үҙенең нәҡ ошо үҙенсәлекле повестары менән дә башҡорт, совет әҙәбиәте тарихына инеп ҡалды ул, киләсәк тә уны нәҡ ошо әҫәрҙәре менән хәтерләрҙәр. Башҡорт булараҡ, Әхиәр Хәким ҡанлы тарих биттәрен дә аҡтарыусыларҙың береһе ине. Тәнҡит хаҡлы рәүештә уны башҡорт тарихи романын тыуҙырыусыларҙың береһе тип нарыҡланы: «Һауыр ҡумта», «Думбра сыңы», «Каруан», «Өйөрмә», «Дауылдарҙан ҡотолоу юҡ» романдары халыҡтың төрлө осорҙағы тормош ҡатламдарын аҡтара, тарихҡа тәрәнерәк үтеп инергә булыша. «Каруан» романында әҙип башҡорт илсеһе Алсынбайҙың Көнсығыш илдәрендәге сәфәрен тасуирлай. Сит-ят яҡта ла Алсынбай үҙенең иле, халҡы вәкиле булыуын онотмай. Әҫәрҙә сағылдырылған төп фекерҙең береһе былай: каруан илдән илгә, халыҡтан халыҡҡа ғилем, көнкүреш хаҡында белем илтә, ул халыҡтарҙы бәйләй, улар араһында аралашып йәшәүҙе, яҡшы күршелекте көҫәй... Әхиәр Хәким үҙе лә көнсығыш менән ныҡ бәйләнгән шәхес ине, Урта Азияла уның әсәһе, туғандары йәшәгән, шунда үлеп ҡалған, ҡанһыҙ утыҙ етенсе йылғы репрессия шауҡымы уның нәҫел-нәсәбен дә аямай. Совет йылдарында Әхиәр Хәким Урта Азияға Мәскәү вәкиле хоҡуғында бара, мәҫәлән, Ташкенттағы мөстәҡиллеккә арналған бер тантанала ошолай итеп тә сығыш яһай: «Хөрмәтле үзбәк туғандар, һеҙ Рәсәйҙән айырылдығыҙ, ә һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ башҡорттар һаман шул ил эсендә. Моғайын, беҙҙе һәр төрлө бәләләрҙә ташлап ҡуймаҫһығыҙ ул». Был тағы ла XVIII быуаттарға ишара түгелме? Башҡорт ихтилалдарында ҡатнашыусылар ҙа сараһыҙҙың көнөнән, еңелеп барғанда Урта Азияға ҡасҡан, шунда һыйыныу эҙләгән. Әхиәр Хәкимдең бик тә үҙенсәлекле, бик тә фәһемле ике әҫәре бар: «Пандора ҡумтаһы» менән Ғөмәр Хәйәмдең тормош сәхифәһенә арналған «Яңғыҙ юламсы» повестары. Был әҫәрҙәр уның ижадында бер яҡ ситтәрәк тора. «Хәрби» повестар ҙа, «тарихи» әҫәрҙәр ҙә түгел улар. «Пандора ҡумтаһы», Рәшит Солтангәрәевтың «Кешеләр» повесы кеүек, ярым мажараға, ярым лирикаға ҡороп яҙылған ниндәйҙер фәлсәфәүи фантасмагория. Был әйберҙәр – яҙыусыларҙың форма, йөкмәтке йәһәтенән эҙләнеүҙәре емешелер. Ғөмүмән, әҙәбиәт тормош кеүек бик тә ҡатлаулы, бик тә ҡатмарлы күренеш: ысынбарлыҡты сағылдырыу юлдары, саралары ифрат күп. Бәлки, киләсәктә беҙҙең әҙәбиәтебеҙ тормошто һүрәтләүҙә ошо юҫыҡтан китер: мистика, әкиәт, фантасмагориялар аша тормошто тасуирлау... Шул яҡтан ҡарағанда, XXI быуат әҙәбиәтендә был ағым көсәйер тигәндә, ике әҙипте ошо яңы быуат яңы башҡорт әҙәбиәтен башлаусылар тип тә әйтербеҙ. Әхиәр Хәкимдең тағы бер үҙенсәлекле әҫәре бар: «Ҡуштирәк» романы. Уны «хәрби», «тарихи», «фантасмагорик» әйберҙәргә индереп булмай, «Ҡуштирәк»тә хәҙерге тормош ироник рәүештә һүрәтләнә. Ирония әҫәрҙең бөтә туҡымаһын һуғара. Нодар Думбадзеның «Мәңгелек мәл», Сервантестың «Дон Кихот» әҫәрҙәре ироник тел менән яҙылған. Ғөмүмән, ирония, ирония менән яҙа алыу ул әүәл-әүәлдән иң оҫта яҙыу, иң оҫта телмәр өлгөһө тип һаналған. Әхиәр Хәким ана шундай иронияға һәләтле әҙип ине, башҡорт әҙәбиәтендәге һирәк кенә ироник әҫәрҙәрҙең береһен ул яҙҙы. Эйе, Әхиәр Хәким, күңелен бөтә донъя әҙәбиәте ҡаҙаныштары менән байытҡан, хәҙерге башҡорт әҙәбиәте классигы булды, күп өлкәлә яңы асыштар яһаусы, көнсығыш йолаларын көнбайыш йолалары менән байытыусы, шулай үҙенең көнсығыш әҙибе булыуын да онотмаусы шәхес ине. Ғөмүмән, ул көнсығыштан – көнбайышҡа табан, көнбайыштан – көнсығышҡа күпер һалыусыларҙың береһе. Үҙ геройы Алсынбайы һымаҡ башҡорт илсеһе ине. Был мәҡәләлә тағы ҡайһы бер сетереклерәк күренгән әйберҙәргә лә туҡталып китергә мөмкиндер, тим. Кеше, ғөмүмән, бик ҡатмарлы күренеш, хаҡ менән нахаҡ тигәнең һәр беребеҙ ҙә үрелеп бара. әгәр беҙ ошо хаҡта ихласыраҡ, асығыраҡ итеп һөйләшһәк, шәхесте тулыраҡ асырбыҙ, хәҡиҡәткә яҡыныраҡ килербеҙ төҫлө. Ғөмүмән, хатта публицистикала ла реаль геройҙың, шәхестең булмышын тулыһынса асып бөтөп булмай. Мин «Алсынбай»ымды барыбер йөҙ процент объектына тап иттереп һүрәтләй алмайым, мин яҙмала бары уның булмышына, характерына ҡулымдан килгәнсә яҡын ғына киләм. Хатта фотограф та быны эшләй алмайҙыр, тим. Хәйер, Әхиәр Хәким дә тәнҡитте бик ауыр кисерә торғайны. Рәшит Солтангәрәев та, Мостай Кәрим дә шундай ине тип әйтә алам. Рәсүл Ғамзатов та, Яҙыусылар союзы рәйесе булғас, хәҙер тәнҡиттән азат кешемен тигән бит. Нилектән килә был яҡынлыҡ? Әллә эске һиҙемләүме, күңелдең серле бер ебеме бәйләй кешеләрҙе? Хәйер, бына әйтеп тә, аңлатып та бөтөп булмай, был, бәлки, психология өлкәһенә ҡарайҙыр. Бында мин әҙәбиәттә быуындар бәйләнеше, мөнәсәбәте хаҡында һүҙ йөрөтәм. Рухи донъябыҙ өсөн, тәрбиә өсөн, традицияларҙы һаҡлау, уларҙың күсәгилешлеге өсөн, бәлки, бының да әһәмиәте ҙурҙыр? ...Әлбиттә, Әхиәр Хәким ағайҙы һағынам, юҡһынам: уны миңә әҙәбиәткә фатиха биреүселәрҙең береһе лә һанайым. Үҙ ҡулындағы әҙәбиәт эстафетаһын ҡулыма тапшырып китте. Әлбиттә, мин прозала уны дауам итеүсе... Тағы беләм: күптәр, бик күп уның һабаҡташтары быны әйтә алыр ине. Әхиәр ағайҙың йомшаҡ тауышын, ашыҡмай ғына хәбәр теҙеүен һағынам. Ул бик тә ипле, минең өсөн игелекле кеше булды, миңә һәр төрлө уңыштар теләне, ә, бәлки, ул миңә мөнәсәбәтендә лә дипломат булғандыр – шулай тип тә уйлап ҡуям: унан һуң мин ҡалам, уның юлын дауам итәм, унан һуң уның тураһында яҡшы һүҙ һөйләүсе лә буласаҡмын бит, уны шәп кеше тип, ғөмүмән, иҫкә алыусы кеше буласаҡмын. Бында, әлбиттә, бер ниндәй ҡара эслелек тә юҡ – һәр кешенең үҙенән һуң яҡшы һүҙ, иҫтәлек ҡалдырғыһы, үҙе артынан дауам итеүсеһен билдәләгеһе килә. Әхиәр ағайҙың яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен тоям: ул миңә яҡшы итеп, үҙ итеп ҡарай ине. Мәҫәлән, күптәр «мине Мостай яратты» тиҙәр, юҡ, мин улай уҡ тимәйем, ундай шәхестәр күберәк йәмәғәт кешеләре: улар тейеш булған өсөн, әҙәп йөҙөнән генә «яраталар», йәки әҙәп һаҡлайҙар. Әхиәр ағай иң мөһиме: минең көсөмә ышанды, буғай. Минән арыу мал сығырын һиҙә кеүек ине. Мин үҙем дә игелекле һабаҡ алыусы булдым: уның әҫәрҙәрен, бигерәк тә «хәрби» повестарын яратып уҡып барҙым, бер нисә ҡат улар тураһында матбуғатта һүҙ әйттем (ә хәҙерге быуын улай уҡ рәхмәтле була белмәй). Мәскәүҙән ҡайтыуын көтә, ҡайтһа, ҡаршы ала инем, тик ул беҙҙең өйҙә, теге саҡта, бер ҡат ҡына булды, бүтән килмәне. Килмәне лә, бер ҡабат та Мәскәүҙәге фатирына ла алып ҡайтманы. Алып ҡайтырға өлгөрә алмағандыр, тим. Ғөмүмән, үкенесле был донъя. Кешеләр килә, китә, аҙ ғына арауыҡта осрашып, танышып, яҙһа, дуҫлашып ҡала. Мин үҙемде уның дуҫымын тип атарға баҙнат итмәйем: ул миңә атай йәшендә ине. Бәлки, уға атай кеүегерәк, уҡытыусым кеүегерәк итеп ҡарағанмындыр. Ә ул мине нисек итеп ҡабул итте икән? Тағы уның менән әллә ни күп тә аралаша алманыҡ: ул – Мәскәүҙә, мин – Өфөлә. Бары шул күңел яҡынлығы ғына инде. Бер Яҙыусылар йортонда осраштыҡ. Ҡартайған, кәүҙәһе лә балаларҙыҡылай еңеләйеп, ҡуранысланып ҡалған: күтәреп үк алдым. Эй өйөрөлтәм; берәү: «Ҡуй, оло кешенең һөйәктәре мурт була», – ти... Ә ағайым көлә. Беҙҙең мөнәсәббәттәребеҙ шундай ине. Хәҙер йылдар ашаһынан уға өндәшәм: яуап өнө юҡ; йылдар ашаһынан уны һағынам: яғымлы, яҡын сырайы күҙ алдым да ғына. Уны ярата, үтә лә үҙ итә, үҙемдең яҡыным тип ҡабул ҡылам. ...Әхиәр ағайҙы хәтергә төшөрһәм, күҙ алдыма теге дипломат килеп баҫа. Ағай «Бәлә» китабын һелкеп ҡарай ҙа: «Ауыр!» – ти. Беләм, юлсыға янсыҡ та йөк шул. Тағы алыҫ сәфәргә сыға ағайым! Тағы хушлашабыҙ, тағы аймылыша яҙмыштар, беҙ бер үк һуҡмаҡты тапаусылар бит...
* * *
«Йәйҙең миҙгел түбәһенә үрләп, йәйрәп балҡыған көндәре. Тымыҙыҡ иртә. Шәфәҡ аҡһылланып, йыраҡтағы тау теҙмәләре артынан ҡояш күренеүгә, Күккүл өҫтөндә, алтын да көмөш тәңкә һибелгән төҫлө, иренсәк тулҡындар емелдәп уйнай башлай. Таң ысығынан дымланған япраҡтарҙан гәлсәр тамсылар тама, тертләп уянып, сәскәләр асыла, беленер-беленмәҫ елдән урман талғын ғына тирбәлеп ҡуя». Ун йылдан артыҡ инде йәйҙәрен һәр иртәлә «Ҡош юлы» романының төп геройы Мансур ошо мөһабәт күренеште таң ҡалып күҙәтә. Инде күпте кисерһә лә, ул үҙе бер ҙә бирешмәгән, ошо хозур иртә кеүек тыныс күңелле кеше һымаҡ. Ошо мәғрур тауҙар кеүек, һаман да мөһабәт, көс-ҡөҙрәте етерлек. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премиялары лауреаты Әхиәр Хәкимов менән ана шул роман геройы араһында ла тәрән бәйләнеш, рухи берлек бар һымаҡ. Әҙип үҙе лә киң билдәле әҫәрҙәре тыуғансы тормош баҫыуы бураҙналарын аҙ ярманы, борма-борма юлдарҙан, һикәлтәләр аша елдереп кенә үтмәне. Утлы яу ҡырҙарын урап, ғәрәсәт-һәләкәт күреп, «Ҡош юлы» әҫәрендәге Мансур һымаҡ, ул да аяуһыҙ алыштың әрнеү-иңрәүҙәрен дә, һөйөнөстәрен дә татып иленә ҡайтты. Ахырыһы, шулай донъяның әсеһен-сөсөһөн иртә аңларға, шундай иртәләрҙе күберәк күрергә яҙғандыр уға. Был буласаҡ әҙип, тәнҡитсе, прозаик өсөн бик тә мөһим түл йыйыу осоро ине, киләсәктә ошо тормош тәжрибәһе ижадсыға бик кәрәк буласаҡ... К. Симонов әйтмешләй, ут эсенән тере сыҡҡан художник бәхетле, ләкин әҫәр яҙыу өсөн, тормошто өйрәнеү хаҡына утҡа кермәйҙәр, ил һағына баҫмайҙар. Әхиәр-яугир, буласаҡ йылъяҙмасы, яуҙарҙан тере ҡайтыуы менән дә мең бәхетле ине. Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылы егете 1946 йылда Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Шунан һуң Үзбәкстанда уҡытыусы, ә 1953 – 1956 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса урта мәктәбендә директор булып эшләй. 1956 – 1961 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Уны тамамлағас, М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты эргәһендәге аспирантурала ҡала. Филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала. Ә. Хәкимовтың тәүге китаптары әҙәби күренештәргә баһа биреүгә, уларҙы тәфсилләп тикшереүгә бағышланған: «Литература и современность» (Уфа, 1967), «С веком наравне» (Ташкент, 1971). Ә. Хәкимовты бик уңай ғына тәнҡитсе тип раҫлап та булмай, әммә ул үҙ ижадында хәҡиҡәткә тура ҡарарға, әҙәбиәткә лә, йәш ижадсыға ла ғәҙел мөнәсәбәт күрһәтергә тырыша. Мәҫәлән, уның 1966 йылда яҙылған «Киләсәк бөгөн башлана» тигән мәҡәләһендә башлап яҙыусылар ижады тураһында һүҙ бара. Тәнҡитсе әле бөрөләнеп кенә килгән сәскәләр хаҡында ниндәй тәрән, төплө фекерҙәр әйткән! Мәҡәләлә телгә алынған йәштәрҙең күбеһе бөгөн билдәле яҙыусылар. Беҙ Әхиәр Хәсән улын етди ғалим тип танырға өлгөргәйнек инде, алдағы йылдар яңы һөйөнөс килтерҙе: «Ағиҙел» журналында Хәкимовса ғына яҙылған повестар күренә башланы. 70-се йылдар башында башҡорт әҙәбиәтенә, әйтерһең, яңы һулыш өрөлдө. «Гөлбикә», «Йәйғор», «Бәйге», «Осар ҡоштар», «Күпер», «Туй», «Аҡһаҡ бүре», «Эшелон» әҫәрҙәре уҡыусыны хис-тойғолар, ҙур яҙмыштар иленә алып инде. Башта тәнҡитсе булараҡ танылғандарҙың (Роберт Байымов, Әнүр Вахитов, Ғайса Хөсәйенов) берҙәй оҫталыҡ менән прозала ла эшләп китеүе әҙәбиәттә ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә күренеш. Күрәһең, талантлы әҙип үҙ ҡоласын, рухын мәҡәләләрҙә, ғилми тикшеренеүҙәрҙә генә сағылдырып бөтөрә алмайҙыр. Шәхес үҙен бөтә яҡлап асырға, һынландырырға ынтыла, яңы юлдар, формалар эҙләй. Ғалим Әхиәр Хәкимов беҙҙе үҙенең хистәре, хыялдары иленә алып керҙе, мул һыулы прозаһы даръяһына «батырҙы». Һәр уҡыусы теге йәки был яҙыусының ижадын үҙенсә аса. Тәнҡитсе һүҙен, йәмәғәтселек фекерен ишетеп түгел, ә үҙе әҫәр менән йөҙгә-йөҙ ҡалып. Хәкимовты, мәҫәлән, мин 1978 йылда астым. Был – «Туй» повесы ине. Башта ул «Алтынсәс» тип аталды. Әҫәр ҡайһы яғы менәндер Василь Быковтың хәрби повестарын хәтерләтә, һуғыш осоронда Хәйбулла яраланып, бер аҙ ваҡыт ауылда ял итеп китә. Шунда Мәликә-Алтынсәс менән мөхәббәттәре бөрөләнә. Тылдағы кешеләр яҙмышы тураһындағы был повесть бер тында, поэма кеүек уҡыла. Ысынлап та, илаһи хис-тойғоларҙан туҡылған шиғриәт емеше ине ул. Әхиәр Хәкимов үҙ повестарында ғәҙәттә бер ваҡиғаны ала һәм ошо ваҡиға аша геройҙың эске донъяһына инә. Уның өмөт-ынтылыштарын, кисерештәрен, һыҙланыуҙарын тасуирлай. Тел оҫтаһы булыуы менән бергә, бында әҙиптең психолог һәләте асыҡ күренә. Ә. Хәкимов моң һәм фекерҙе камил ҡушыуы менән шағир булһа, кеше күңеленә үтә алыуы менән психолог. «Күпер» повесында ла бер ваҡиға алына, бер төп герой... Яҙыусы ваҡиғалар теҙмәһен бирмәй, күп образдар алмай, хатта һуғыш тураһында фәлсәфә лә һатмай, бары тик күперҙе дошман ҡулынан азат итеү ваҡиғаһы аша бөтә һуғышты, уның дәһшәтле йөҙөн аса. Әхтәм образы аша совет һалдатының дөйөмләштерелгән образы күҙ алдына баҫа. «Аҡһаҡ бүре» повесының форма үҙенсәлеге хаҡында, кеше менән тәбиғәт мөнәсәбәттәре нисек хәл ителеүе тураһында төплө фекер алышырға булыр ине. Шуныһы бәхәсһеҙ: Хәкимов повестары әҙәбиәттә яңы күренеш булды, уға яңы темалар, геройҙар, яңы алымдар алып килде. Был тәңгәлдә йәнә яҙыусының позицияһына, уның ваҡиғаларҙы ниндәй күҙлектән баһалауына, уларҙы ниндәй ҡараштан тороп һүрәтләүенә иғтибар итеү мөһим, һәр яҙыусы күренештәрҙе үҙ күңеле аша үткәрә, үҙ ҡараштарынан сығып тасуирлай. Бында һүҙ әҙиптең фекерләү үҙенсәлеге, ҡараштары, һуғышҡа, тыл кешеләренә, ил яҙмышына, хатта башҡа халыҡтарҙың, миҫалға, немец эшсе-крәҫтиәндәренең, һуңғы һуғыштағы роленә мөнәсәбәте тураһында бара. Ә. Хәкимов башҡорт әҙәбиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһын асыуҙағы элек барлыҡҡа килгән ҡалыптарҙан ситләште, һуғышты, тылды, яуҙағы һәм тылдағы кешене үҙенсә яҡтыртты. Уны һуғыш темаһын күтәргән Динис Исламов, Әмир Чаныш, Ғәзим Аллаяров, Ибраһим Ғиззәтуллин, Әхтәм Ихсан һ.б. менән бутау мөмкин түгел. Яҙыусы үҙ повестарында башҡорт әҙәбиәтендәге хәтһеҙ повестарҙың күп һүҙлелегенә, композиция тарҡаулығына, сюжеттың бер ҡатлы ҡоролоуына, телдең ярлылығына ҡаршы сыға. Шунан һуң ул һуғышты ҡоро итеп, һалдат күңелен шиғриәтһеҙ итеп тасуирлауҙы кире ҡаға. Әҙип бөгөн – күп романдарҙың авторы. «Һауыр ҡумта» романы башҡорт ырыуҙарының XIV – XV быуаттарҙа Алтын Урҙа хандарына ҡаршы көрәшен сағылдырһа, «Думбыра сыңы» Һабрау сәсән яҙмышын һүрәтләй. «Ҡош юлы» романы (1989) геройҙары (Мансур менән Нураниә) яҙмышы аяуһыҙ һуғыш яландарында, немецтарҙа ҡоллоҡта ғына түгел, ә тыныс көндәрҙә лә хәтәр. Яҙмыштары ҡыйралырға, донъялары селпәрәмә килергә торғанда, ил-йорт, балалар хаҡына яңынан турайып баҫырға үҙҙәрендә көс табалар. Колхоз ауылы тормошоноң һуғыштан һуңғы осорон сағылдырған «Ҡуштирәк» романы ла Хәкимовса ғына яҙылған әҫәр. Әлегәсә беҙҙә шундай йылы юмор менән тормош һәм заман күренештәренә ғәжәйеп бер пародия формаһында яҙылған сәсмә әҫәр юҡ ине. Һуңғы осорҙа яҙыусы «Өйөрмә» (1990), «Дауылдарҙан ҡотолоу юҡ» (1994), «Каруан» романдарын (1997) тамамланы (романдарҙың барыһы ла авторҙың үҙе тарафынан урыҫсаға ауҙарылған). Уларҙа башҡорт халҡының боронғо замандарҙан алып Октябрь революцияһынан һуң милли-азатлыҡ хәрәкәте, башҡорттарҙың әле аҡтар, әле ҡыҙылдар яғында һуғышыуы, Сталин репрессияһы осоронда интеллигенция, халыҡ яҙмышы тасуирлана. Бигерәк тә «Каруан» романы фәһемле. Унда ваҡиғалар ике планда – ике тарихи осорҙа бара: XIV быуатта һәм XX быуатта! Һәм әҙип ошо айырым-айырым ике сюжет һыҙығын оҫта бергә бәйләй алған. Ғөмүмән, яҙыусы тынғыһыҙ ижад донъяһында ҡайнай, йәшәйештең яңынан-яңы ҡатламдарын аҡтара. Мәшһүр яҙыусы, замандашыбыҙ Әхиәр Хәкимов, ысынлап та, күп яҡтан үҙенең «Ҡош юлы» романы геройы Мансурға оҡшаш. Ул да гүйә яуҙарҙа баш һалған йәштәштәренең ғүмерен дауам итә, улар өсөн дә йәшәй һәм эшләй, уларҙың өмөтөн тормошҡа ашыра, хыялын ысынбарлыҡҡа ялғай. Донъяға, заманға, киләсәккә улар күҙе менән баға. Әйтергә кәрәк, әҙип үҙенә халҡыбыҙҙың күркәм кешелек сифаттарын, моңон йыйған, уның уй-хыялдарын ысынбарлыҡҡа яҡынайтырға ынтылған кеше. Күңелендә, булмышында халҡы, заманы сифаттарын йөрөткән рәссам ғына халҡын, заманын тулы сағылдыра, кәүҙәләндерә алалыр. Шундай шәхес кенә халҡы исеменән һүҙ йөрөтөргә хаҡлылыр.
* * * «Ошо ваҡыт, килә ятҡан ҙур яуҙың алғасҡыһы кеүек, ауылға өҙөп-өҙөп һалҡын ел һуғылды, көн һүрелде, ә баяғы болот, йәйелгәндән-йәйелеп, бөтә күҡ йөҙөн аймай башланы. Ана шунда инде, ҡыялатып үтмәҫме был ҡойон, тиеберәк өмөтләнгән Ҡуштирәк ҡырмыҫҡа иләүенә әүерелде. Тир түгеп, күкрәк көсөн сарыфлап үҫтергән барлы-юҡлы ризыҡты нисек тә һаҡларға, бирмәҫкә аяуһыҙ өйөрмәгә!» Аяуһыҙ Өйөрмә ҡосағына бирмәҫкә, аяп-аралап ҡалырға тейеш ине бит үҙенең хеҙмәт емешен, түккән ҡандары, кисергән ыҙалары хаҡын тойорға-аңларға яуаплы ине Революция... Ә ул Өйөрмә барыбер килде. Революция уны аңлай-таный алманы, хатта тәүҙә үҙенең туған балаһы тип тә уйланы, буғай. Был әллә Революцияның әүәлге хаталары өсөн түләүе булды, әллә... Һәр хәлдә ошо утыҙ етенсе йылғы мәшхәргә ҡәҙәр ҙә бөйөк боролош аҙ ҡорбандар бирмәне, аҙ бәрелеп-һуғылманы бит. Нужа һурпаһын арыу уҡ һемергән бәғзе бер бәндә «баштан үткәргәнде уйлаһаң, ғәләмәт инде ул, иҫләмәһәң генә, йөрөйһөң» тигән, имеш. Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә» романын уҡығac, уйламаҫ ерҙән уйланаһың, тетрәнмәҫ күңел тетрәнә. Илебеҙ тарихындағы шомло утыҙ етенсе йылдар өйөрмәһе һине яңынан үҙенең ҡосағына йолоп ала. Арттырыуһыҙ-шаштырыуһыҙ ғына әйткәндә лә, ошо йылдарҙа халыҡ, культура, ғәҙеллек муйынына элмәк ташланды бит. Асылда халыҡтың иң көслө, иң аңлы, аҡыллы вәкилдәрен ҡырыуға йөҙ тотолдо, сәнғәт туҙҙырылды, әхлаҡ аяҡ аҫтына һалып тапалды. Бигерәк тә аҙ һанлы халыҡтарҙың культураһы оло һәләкәткә дусар ителде, яңы ғына быуынға ултырып килгән милли кадрҙар ҡыйратылды. «Өйөрмә» романында төп һүҙ – башҡорт әҙәбиәтенә, быуындарын саҡ нығытҡан яңы культура өҫтөнә ябырылған афәт хаҡында. Ошо уҡ ваҡытта романдың маҡсаты-ҡоласы киңерәк – әҫәр халыҡ яҙмышын һүрәтләү, типик характерҙарҙы ошо замандың типик шарттарында һынландырыу кимәленә күтәрелә алған. Үҙенең оҙайлы ғүмерендә бихисап ыҙалар күргән халыҡ яңы ҡыҫымға – ҡыйралышҡа юлыға. Иң тәүҙә бында Сталин репрессияларының милли республикаларҙа «милләтселектең тамырын йолҡоу» флагы аҫтында барыуын билдәләү зарур. Тотош интеллигенцияға (ул туған халҡының киләсәген ҡайғыртҡан өсөн) «милләтсе» мөһөрө тағыла. Әҙип, ошо күренеште тасуирлап, репрессия штабының идеологияһын да, эш итеү алымдарын да аса. Яңы осор политиктары һәм тәнҡитселәре фекеренсә, туған халыҡтың тарихын һынландырыу яҙыҡ эш икән! Яңы әҙәбиәт яңы осорҙо ғына һүрәтләргә тейеш! Һәм тик ыңғай яҡтан ғына! Ә. Хәкимов бер әҙәби мөхит менән генә сикләнмәй, даулы йылдарҙағы ауылды ла, ҡалалағы ауыр тормошто ла – халыҡ көнкүрешенең киң һәм күп яҡлы картиналарын күрһәтә. Хатта ошо йылдар тыны биткә бәрелгәндәй итә, шул замандың ҡойоно күңелде сорнап-өйөрөп ала. Шик-шөбһә, шомлолоҡ ҡосағына тарыйһың. Тирә-әйләнәлә лә йылғыр комсомолдар, тын алышыңды тойоп, кәрәкле ергә еткереп торған шымсылар. Һәр шикле бәндә Советтың дошманы һымаҡ тойола. Күршеләрең дә аҫтыртын рәүештә генә Советтарға ҡоротҡослоҡ әҙерләп ятыусыларҙы аңдый... Эске дошмандың психологияһын белә улар. Ниңә бәғзе бәндәләр гел үҙ хужалыҡтарында булаша? Советтарҙы өнәп бөтмәйҙәр инде. Өс ат, ике һыйыр тотоусылар кем һуң? Дөйөм хужалыҡҡа ылығырға ашыҡмайҙар, яңыса тормошто, большевиктар власын хуш итмәйҙәр инде. Келәттән ике ус орлоҡ урлап тотолған ҡатын да хас дошман. Бүтәнсә нисек булһын: Совет дәүләте милкенә ҡул һуҙған! Бригадир ҙа, Фазыл да шулай фараз итә, ә <
|
|||
|