Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Муса Ғәли



Муса Ғәли

(1923 – 2004)

 

Муса Ғәли (Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев) 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһынан иртә етем ҡалған Муса олатаһында тәрбиәләнә. 1937 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфөлә бер йыл медицина мәктәбендә уҡый, ә 1939 йылда Дәүләкән педагогия училищеһына инә.

Муса Ғәли 1942 йылда һалдатҡа алына, 1943 йылдың көҙөндә Белоруссия фронтына ебәрелә, яралана. Һуғыштан ҡайтҡас, мәктәптә уҡытып ала. 1948 – 1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында студент. 1952 – 1959 йылдарҙа «Пионер» журналында, унан һуң Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.

1963 – 1965 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Тәүге шиғри китабы 1953 йылда сыға. Уның байтаҡ әҫәрҙәре Мәскәүҙә урыҫ телендә лә баҫылды. Бигерәк тә «Диңгеҙҙәр аша һөйләшеү» йыйынтығы әһәмиәтле. Уның «Ҡояш еле», «Ағиҙел йыры», «Июнь кистәре», «Тауҙар саҡыра» поэмалары киң билдәле. 1979 йылда әҙәбиәт алдындағы оло хеҙмәттәре өсөн күренекле лирикҡа республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.

 

ЙЫһан менӘн серҙӘш ул

 

Булды инде, булды һүтелгәнем,

Ҡарашыңдан хатта иҫергәнем;

Һығылып төшмәһәм дә, был тормошта

Һүрән булдым, ахыры, – кисер, йәнем.

«Һүрән булдым...» Ысынлап та, уны белгәндә-күргәндә шағир шаҡтай оло, аҙымдары һүрән, хәрәкәте яй, ҡараштары үтә уйсан ине. Бәлки, уның бөтә булмышы уҡ уйсанлыҡ сағылышы булғандыр. Бәлки, был ысын ижадсы-философ тәбиғәтелер: самалай, фекерләй. Ниңә тик йоҫоҡҡа ярһып, бушҡа тоҡанып китергә? Киреһенсә, сабыр бул, тойомла. Юғиһә ул артист-клоун түгел дә.

Артабан шул уҡ шиғырында: «Мин мөккиббән инем был йәшәүгә, Күреп көҙҙә ҡоштар күсенгәнен, – тиәсәк. – Үҙ йәнемде ҡыйнай инем, хатта Бер аҙашҡан көсөк өсөн дә мин». Әһә, нескә хисле шағир көҙҙә ҡоштар күсенгәнен күрә-моңлана, хатта аҙашҡан көсөккә лә иғтибар итеп һыҙлана...

Былар бөтәһе лә шағир хисиәте, уның булмышы-иманы.

Окоптарҙан окоптарға күсеп,

Ҡалай үҫә ине йәшәү сәме;

О ул йырҙар!

Бары һалдат әйтер

Уларҙағы үлмәҫ өмөт көсөн.

Окоп йырҙары, фронт юлдары... Уларҙы ла кисергән бит шағир. Ысынында ергә һалдат булып тыумаһа ла, тиҫтерҙәре Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡолдар менән Дәүләкән педагогия училищеһын тамамлап, балалар уҡытырға ғына йыйынғайны бит улар. Башҡа төшкәс, ут-һыуҙы күрҙеләр, тыуған илгә ҡайтҡас, күңелдәрендәге моң-һағыш йыр булып тышҡа сарпылды, аҡ ҡағыҙ битенә күсте.

Шиғриәт юлы оҙон, шиғриәт тәбиғәте төрлө төҫлө биҙәкле. Муса Ғәли шиғриәте, әлбиттә, романтик рухлы, интеллектуаль-философик юҫыҡлы ижад ине. Унда йыһан бейеклеген-бөйөклөгөн дә, «Ҡош еле» поэмаһындағыса серҙәр тулы сикһеҙ космосты ла, кешенең шул киңлек, сикһеҙлек менән бәхәсен дә, ут йөрәкле ҡаһарман осоусыны ла, бүтән, хатта символик образдарҙы ла, танырға, мөмкин. Романтик рух, күтәренкелек тигәндә, уның киң ҡоласлы «Диңгеҙ аша һөйләшеү», «Июнь кистәре», «Хәтер һуҡмаҡтары» ише поэмалары ла хәтергә төшә.

...Былай шәхсән үҙем шағир менән бигүк яҡын да түгелбеҙ, яҡташлыҡ та юҡ. Хатта Муса Ғәлиҙе остазым да тип атай алмайым – ул шағир, ә мин сәсмә әҫәрҙәр яҙам, ләкин кешелек булмышыбыҙ, холҡобоҙ тиәйемме, яҡын. Ул тыйнаҡ, әҙәпле кеше, батып-сумып бармай, бүтәндәргә иғтибарлы, ятты тыңлай белә. Ата-әсәйем йәшендә, минең өсөн атам, әсәм хоҡуғында. Сабыр, йәнә асыҡ-яран да түгел. Ғөмүмән, ипле, моңсан, хатта бойоғораҡ та... Эйе, өйөндә лә булырға, унда, редакцияла эшләгәнемдә шиғыр уҡыуын да тыңларға яҙҙы. Шиғыр тиһәң, шыма, үҙе шиғыр уҡырға йыйынһа, ярһый башлай.

Егерменсе, һин атомлы быуат,

Ҡалай шанлы, үлмәҫ асыштарың,

Күктәр ярған гөрһөлдәүең менән

Һин үҙеңде үҙең алҡышланың.

...................................................

Егерменсе!

Уттарыңа сәсәп,

Емереп, тапап үттең ышанысты;

Күкрәктәргә тулған шатлыҡтар ҙа,

Һағыштар ҙа бергә буталышты.

Шағир үҙе лә хәтәр быуат шаһиты бит, шул быуат уның, уның тиҫтерҙәре – минең атам-әсәйемдең дә йөрәген ярып үткән, хаҡ яҙмышына әйләнгән. Улар быуыны – минең ата-бабаларым. Бөтәһен дә кисергән шағир, барыһын да әҫәрҙәрендә уҡыусыһына ла тойҙорта, кисерттерә. Мин уны Өфөлә күргәндә-белгәндә инде ул олпат, дәрәжәле уҙаман ине... Ул дөрөҫөндә трибун шағир булды, тантаналарҙа, шиғри кисәләрҙә мөнбәрҙәргә менә. Ә тәбиғәте менән лирик шағир, философ, илгиҙәр юламан бит. Йән һөйгәне өсөн йән атыусы зат.

Уны быуынының вәкиле, элекке яугир тип Өфө ҡалаһы байрам демонстрацияһы трибунаһына мендерҙеләр, иҫләйем, уның шиғриәтебеҙ илсеһе итеп Ҡазан, Мәскәүгә ебәрҙеләр, сит илдәргә сәфәрҙәргә сығарҙылар, йылы юлъяҙмаларын күп уҡыным. «Тауҙарҙан ҡайтҡан моң» (Грузияға сәфәр), «Һеҙҙе эҙләйем, тере ептәр» (Монголия сәфәре), «Ҡәнәфер сәскәләре» (немец иленә сәйәхәт)...

Ул күп интеллектуаль әҫәрҙәр, поэмалар, ҡурайсыңдар ижад итте, ят яҡтарға – хатта сит илдәрҙә уның күп таныштары бар. Был сәфәрҙәр, дуҫтар хаҡында тәҫьораттар уның шиғырҙарында ла «йәшәй».

Төнгө Ҡазан буйлап яңғыҙ уҙам,

Тартыла ла күңелем ҡылдары;

Бер һөйләшһәң икән Туфан менән,

Ҡыҫһаң икән Хужа ҡулдарын.

......................................................

Тауҙар аша осоп, беҙ ҙә, Рәсүл,

Һинең торналарға юлыҡтыҡ;

Сал Гунибта, усаҡ яғып, беҙҙе

Йөрәгеңә ҡыҫып йылыттың.

Мостай Кәрим менән мин фәҡирең

Тауҙарыңа сәләм юлланыҡ.

Кавказ менән Урал араһы – мәңгелек йыр. Босфор, Эгей диңгеҙе... Төрөк ҡыҙы Айма... «Франция дәфтәре», «Монголия дәфтәре», «ГДР ерендә осрашыу», «Словакия дәфтәре», «Яҡут эскиздары» шәлкемдәре... Тағы үзбәк шағиры «Әсхәт Мохтарҙы һағыныу» шиғыры. 2017 йылда майҙа Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында әзербайжан балалар шағиры, фән докторы Заһит Хәлил аға үҙемдән уның хәлен белешеп торғайны. Үкенес, шағир вафаты... Мин фатирында ауырып ултырған сағын да күрҙем. Уның менән бергә, эйе, тыуған яғыбыҙ – Мәсетле районында ла 1996 йылда сәфәрҙә йөрөнөк.

1980 йылда Баҡы ҡалаһында словак шағиры – Ладислав Беньо менән башҡорт шағиры Муса Ғәли осраша. Уға тиклем 1944 йылда уҡ словак шағирының яҙмыш юлы Ләмәҙтамаҡ ауылынан башҡорт егете Вафа Әхмәҙуллиндыҡы менән киҫешкән була. Ул саҡта совет офицеры Вафа-Василий Словакияла хәрәкәт итеүсе «Бейек Татр» партизандар отряды командиры, ә Ладислав – отряд штабы начальнигы. Баҡы ҡалаһына Ладислав Беньо Вафа Әхмәҙуллинға арналған шиғырын килтергән, ике мең кеше һыйҙырышлы шығырым тулы залда яңғыратып шуны уҡый. Яҙыусыларҙың бөтә союз ижади конференцияһы бара ул саҡта

...1980 йылда Баҡыла шулай танышып китә башҡорт шағиры Муса Ғәли менән словак шағиры Ладислав Беньо. Һуңғыһы Муса Ғәлиҙе Словакияға саҡыра. 1981 йылда башҡорт шағиры унда шағир дуҫында ҡунаҡта була. Ладислав Беньо менән Муса Ғәли «Бейек Татр» партизан отряды яу юлын баштан-аяҡ ҡабаттан йәйәү үтә. Башҡортостанға ҡайтҡас та, словак ерендәге был танһыҡ осрашыу Муса Ғәлигә тынғылыҡ бирмәй. Үҙенең тәьҫораттары нигеҙендә ул «Тауҙар төш күрә» повесын яҙа. Повесҡа мәғлүмәттәр туплаған мәлдә словак шағирын башҡорт еренә ҡунаҡҡа саҡыра. 1982 йылда Ладислав Беньо Башҡортостанға килә. Мәсетле районында Бейек Татр бөркөтө Вафа Әхмәҙуллин менән осраша.

Өфөлә, Оло Ыҡтамаҡта, Ләмәҙтамаҡта үткән танһыҡ осрашыуҙар...

1995 йылда Муса Ғәлиҙең «Тауҙар төш күрә» повесы китап булып донъя күрҙе.

1996 йылдың 19 ноябрендә Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында, Бейек Татр бөркөтө Вафа Әхмәҙуллин йәшәгән төбәктә тулҡынландырғыс ваҡиға – «Тауҙар төш күрә» китабының исем туйы! Был көндә ауыл мәҙәниәт йортонда әҙип менән китап һөйөүселәр, автор менән уның әҫәренең прототибы Вафа Әхмәҙуллин (повеста ул – Мостафа Ишбирҙин) күрешә! Тулҡынландырғыс та, фәһемле лә, хисле лә осрашыу!

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙең осрашыуы район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Рәүил Үзбәков етәкселегендәге район телевидение вәкилдәре яҡташтары Вафа Әхмәҙуллин тураһында телефильм төшөрә, район китапханаһы директоры Нәзирә Әхтәмова етәкселегендәге китапханасылар фойела автор ҡултамғаһы ҡуйылған «Тауҙар төш күрә» китабын һатыуҙы ойоштора. РОНО мөдире Фуат Ғәләүетдинов, РОНО методисы Марат Ғафаров, район гәзитенән Вәрис Юлдашев, «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе Зыял Шәйхетдинов, уҡытыусы-пенсионер Фәниә Кинйәбаева әҫәр буйынса фекер алыша. Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡытыусылары – уҡытыусы Вафа Әхмәҙуллиндың элекке уҡыусылары һәм Өфө ҡунағы шағир Әхмәр Үтәбай менән ринат Камалдың сығыштары йәм өҫтөнә йәм өҫтәй.

* * *

Тура килгәс, 2013 йылда шағирҙың 90 йыллығына арнап «Китап» нәшриәтендә һайланма әҫәрҙәрен дә баҫтырырға насип итте. Ә былай асыҡлап әйткәндә, Муса Ғәли Мостай Кәримдең иң яҡын дуҫтарының береһе. Күңелле саҡта ла, ҡыйында ла дуҫтар бергә булды. Тарих өсөн быныһын да теркәп ҡуйыу мәғлүм, тим.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.