Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Мөхәммәт Хәйҙәров



Мөхәммәт Хәйҙәров

(1915 – 1999)

 

Мөхәммәт Аллаяр улы Хәйҙәров 1915 йылдың 7 мартында Башҡортостандың Учалы районы Өргөн ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1922 йылда атаһы үлгәс, ете йәшлек Мөхәммәт ауыл байҙарына ялланып көтөү көтә, ә ҡышын Өргөн башланғыс мәктәбендә уҡый. 1927 йылда Учалы крәҫтиән йәштәр мәктәбенә, 1930 йылда Белорет металлургия техникумында уҡырға инә. 1933 – 1936 йылдарҙа ул – Учалы районы «Шахта байрағы» газетаһы мөхәррире, Башҡортостан яҙыусыларының беренсе съезында ҡатнаша.

1935 – 1936 йылдарҙа Өфөлә «Ленинсы» газетаһында эшләй, ғәйепһеҙгә ҡулға алына. Шунан, биш йыл төрмәлә ултырғас, 1941 йылда фронтҡа китә. Һуғыштан һуң 1946 йылда «Совет Башҡортостаны» газетаһында эш башлай. 1949 йылда Башҡортостан уҡытыусылар институтын тамамлай, бер-бер артлы «Ирәндек», «Һүнмәҫ мөхәббәт», «Килмешәк», «Беҙҙең малай», «Азамат», «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар», «Яралы торна тауышы» пьесалары төрлө театрҙарҙа сәхнә түренә менә. Драматург проза өлкәһендә лә ҙур уңыштарға ирешә. Уның айырыуса «Китмәҫ өсөн килдем» исемле романы киң билдәле.

 

КЕШЕ ҮҘЕ ЛӘ – ӨҘӨЛМӘҪ МОҢ

 

– Мөхәммәт ағай, ин тәүҙә һикһән йәш артылышына үрләүегеҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Күп һыуҙар аҡҡан, күпте күреп-кисергәнһегеҙ. Әлеге үрегеҙҙән баҫып ҡарағанда, ниндәй уйҙарға тарыйһығыҙ?

– Үтелгән юл оҙон, ҡатмарлы. Ҡеүәтле һәм ғәййәр йәшлек мәғәнәһеҙ үткән һымаҡ. Ең һыҙғанып эшләр йылдарҙы бинахаҡҡа тотҡон итеп ябыу бүлде. Унан сығып, тын алыуға, утлы һуғыш башланды. Хәйер, ул йылдар эҙһеҙ үтмәне: тормош тәжрибәһе бирҙе. Буласаҡ яҙыусы өсөн уныһы ла ҙур байлыҡ ине.

Мәгәр фронттан ҡайтыу менән ултырып ҡына яҙышыр өсөн урта белем дә юҡ ине бит әле миндә. Шуға өҙөп-йыртып, ситтән тороп уҡырға яҙҙы. Өфөлә Уҡытыусылар институтын, Мәскәүҙә Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамланым. Ғаиләле, бала-сағалы булып киттем. Ғөмүмән, беҙҙен быуынға бөтәһе лә һуңлап, ҙур ҡыйынлыҡ менән килде, тиеүем.

– Шулай ҙа, Мөхәммәт ағай, бер килкегә тыуған бишегегеҙгә – әкиәти Өргөнгә ҡайтайыҡ әле.

– Эйе, Өргөн – тәбиғәттең илаһи мөйөшө. Миңә һуғышта күп илдәр аша үтергә яҙҙы. Украина, Чехия, Германия. Аҙаҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарын, Ҡырымды күрҙем. Һәр ерҙең үҙ йәме, ғәме, иллә мәгәр Өргөн шуларҙың барыһынан да йәмлерәк, күркәмерәк.

Бәлки, шуның өсөндөр ҙә фронттан тура ауылыма ҡайттым. Әсәйем һуғыш алдынан уҡ үлгәйне, өләсәйемде лә ерләнем. Ауылды күрергә тип кенә ҡайтҡайным, һуғыш туҙҙырған төйәгемде күреп, йәнем әрнене, ташлап китә алманым. «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгәндә (Өргөндә йәшәгәндә) – ауылымды, колхозды аяҡҡа баҫтырышыуҙа туранан-тура ҡатнашырға насип итте. Өргөн күлен, урмандарын һаҡлау мәсьәләләрен күтәрҙем.

Ошолар барыһы ла миңә йөрәгем менән яҙмышым аша кисергәндәрҙе яҙырға мөмкинлек бирҙе.

– Өргөн мәктәбендә эшләп алған мәлемдә беҙ бер пионер отрядына хатта һеҙҙең исемде лә биргәйнек... Һеҙ республикабыҙҙағы иң өлкән әҙиптәрҙең береһе генә түгел, ә иң тәүге пионерҙарҙың береһе лә!

– Баштан күп нәмәләр үтте шул. Етемлек. Учалыла асылған крәҫтиән йәштәре мәктәбендә уҡыу, тәүге пионер отрядтарында пионер булып, 1929 йылда Мәскәүҙә пионерҙарҙың I слетында ҡатнашыу... Волостың беренсе комсомолы... Фронтта һуғыштың тәүге сәғәттәренән ахырынаса алғы һыҙыҡта йөрөү...

– Тормош юлығыҙ ғибрәтле ваҡиғаларға бай. Һеҙҙе осоробоҙҙоң аяҡлы тарихы тип атарға ла булыр ине: тәүҙә теремек пионер, унан – ялҡынлы комсомолец, аҙаҡ килеп – тотҡон... Һеҙ – унан ҡотолоп ҡайтҡан һирәк әҙиптәребеҙҙең береһе... Һуңынан ошо темаға арналған роман яҙҙығыҙ...

– «Китмәҫ өсөн килдем» романы ниндәйҙер дәрәжәлә автобиографик әҫәр. Ул үтелгән фәжиғәле юл менән ныҡышмалы ижади процесс йомғағы ла булып тора, минеңсә. Роман – ул минең яҙмыш китабым.

– Һеҙ – үҙенсәлекле прозаик, емешле драматург. Хатта иң башта драматург булараҡ танылдығыҙ...

– Ижадты шунан башлау насар түгелдер. Халыҡ менән асыҡтан-асыҡ, көн һайын, сәғәт һайын һөйләшкем килде. Был йәһәттән, минеңсә, сәхнә әҫәренән дә ҡулайлы юл юҡ. «Намыҫ» исемле тәүге пьесам ҡорос иретеүселәр тураһында ине. «Ирәндек буйында» исемлеһен Башҡорт академия драма театры ҡуйҙы. Халыҡ йылы ҡабул итте. Мостай Кәрим менән Рәшит Ниғмәти тамаша хаҡында ыңғай рецензиялар баҫтырҙы. Мәскәүҙең «Театр» журналы ла спектаклде маҡтап сыҡты.

Тәүге уңыш ҡанатландырҙы. Шул дәрт менән ҡорос ҡуйыусылар тураһында драма яҙҙым. Әҫәрҙе Арыҫлан Мөбәрәков сәхнәләштерҙе. Белоретта эшселәр тормошон өйрәнергә тура килде.

Партияның XX съезынан һуң «Азамат» пьесаһын яҙҙым. Уны академия театры сәхнәләштерҙе, тамашасы шәхес культы проблемаһы күтәрелгән спектаклде ҡыҙыҡһынып ҡараны. Шулай ҙа тамаша оҙон ғүмерле булманы: аҙаҡ ҡуйырға ҡурҡтылар. Шаулап барған тамаша обком фарманы буйынса туҡтатылды.

Һунынан «Килен», «Кейәү балаҡай», «Ҡоҙалар-ҡоҙасалар» исемле комедияларым Салауат, Сибай драма театрҙарында ҡуйылды. Барлығы 12 пьеса. Бөтәһе лә республика театрҙарында сәхнәләштерелде.

Тормош күп яҡлы, кеше яҙмыштары ҡатлаулы. Замандаштарым кисерештәре хаҡында тулыраҡ, тәрәнерәк итеп яҙырға ынтылып, яңы ҡулай формалар эҙләнем. Прозаға тотоноп, ундан артыҡ повесть яҙҙым. Тәүгеләре «Болоттар» менән «Йондоҙҙар» ине. Аҙаҡ, үҙемдең баштан кисергән фронт хәлдәренә ҡайтып, «Тау алмаһы», «Базыяныч», «Уралып аға Урал» повестарын ижад иттем.

– Өргөндә эшләгән дәүерҙә (1981 йылда, ахырыһы) һеҙҙең «Уралып аға Урал» кңтабығыҙ донъя күргәйне. Мин уны уҡыусыларыма ла уҡығайным. Ни өсөн Һеҙ йылға исемен «Урал» (Екатерина II ҡушҡан) тип алаһығыҙ? Халыҡ йылғаны «Яйыҡ» тимәйме?

– Беҙҙең яҡта Яйыҡты «Урал» тип тә йөрөтәләр. Миңә икенсе исеме нығыраҡ оҡшағанлыҡтан, «Урал» тип алдым.

«Әгәр һин булмаһаң» повесы ҡорос ҡойоусыларға арнала. Ә иң яратҡан әҫәрем – «Фәүзиә» повесы. Тәбиғәтте һаҡлау проблемаһын күтәргәне өсөн генә түгел, унда күңелемә яҡын темалар, хистәр сағылыш таба.

– Һеҙҙә эпик фекерләү көслөрәкме, әллә драматургик күҙаллаумы? Ғөмүмән, проза менән драманың һәм прозаик менән драматургтың мөнәсәбәте нисек? Ижадта был ҡайһылай сағыла?

– Драматург булараҡ, мин тәүҙә диалогтар менән эш итергә өйрәндем. Әйтергә теләгәнемдең әҙәби формаһын табырға ла сәхнә ныҡ ярҙам итте. Драма йыйнаҡлыҡҡа, динамикаға өйрәтә.

Ижадымда тәү ҡарамаҡҡа рәсми проблемалар даирәһендә сыуалған һымаҡ күренһәм дә, был сирҙән мөмкин тиклем ҡотолорға, халыҡҡа яҡын булырға тырыштым. Колхоз менән завод тормошон яҙһам да, күберәк шул фондағы тәрбиәүи, әхләҡ мөнәсәбәттәренә туҡталдым. Ҡорос иретеүселәр тураһындағы әҫәрҙәремдә лә үҙәктә – мөхәббәт, ғаиләләге мөнәсәбәттәр.

Сәнғәт, матур әҙәбиәт кешенең рухи донъяһына мөрәжәғәт итә. Әҙәм затын камиллаштырыу – сәнғәттең төп бурысы.

Драматургияны ифрат яратам. Был жанрҙан китергә йыйынмайым да. һуңғы йылдарҙа яҙған «Яралы торна тауышы», «Зөһрә йондоҙо», «Таралһын томандар» пьесаларын Салауат драма театры ҡуйҙы. Өҫтәлемдә тамамланып килгән ике комедиям ята. Уларҙың оҙаҡ яҙылыуына күҙҙәремдең насарланыуы сәбәпсе.

– Мөхәммәт ағай, һеҙҙе Мостай Кәрим менән дуҫ, тиҙәр. Уның менән Өргөн яҡтарын да ҡыҙырғанһығыҙ икән. Тағы яҡташ әҙиптәрегеҙ хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтһәгеҙ ине.

– Мостай минең өсөн тормошта һирәк осрай торған шәхестәрҙең береһе. Төрмәнән сыҡҡас та, миңә бүтәндәр һымаҡ «халыҡ дошманы» тип ҡараманы, элекке, егет саҡта дуҫлашҡан Мостай булып ҡалды. Өргөнгә ҡунаҡҡа килде. Беҙ уның менән бөтә Урал һырты райондарын байҡап сыҡтыҡ. Әйтергә кәрәк, тәбиғәте менән шундай уҡ эскерһеҙ, ярҙамсыл йәнә бер яҡташ шағир үҫеп килә. Мәүлит Ямалетдиновты әйтәм. Ғәзим Аллаяровты ерләнек инде.

– Әңгәмә һуңында, ғәҙәттә ижади хыялдар (киләсәккә пландар) хаҡында белешәләр – мин Һеҙҙән: «Олоғайғас нисек яҙыла?» – тип һорар инем. Ижадсы йәште тоямы йәки йәш ижадҡа тәьҫир итәме?

– Элегерәк, олоғайырмын да яҙыуҙы ташлармын, тип уйлай торғайным. Киреһенсә булып сыҡты. Ҡартайған һайын ижадҡа әүәҫлек арта барҙы.

Шуға өҫтәп, яҙыла башлаған повесть тынғылыҡ бирмәй. Тәүҙә мин уны «Өҙөлгән моң» тип атағайным, тора-бара ул, «Өҙөлмәҫ моң»ға әйләнеп, роман формаһын ала башланы. Сөнки кеше үҙе лә ерҙәге йән эйәһенең өҙөлмәй торған моңо, минеңсә. Уның ғүмере, үлеп ерҙән киткәс тә, эшләп өлгөргән яҡшылыҡтарында, бала-сағаһы йөҙөндә өҙлөкһөҙ дауам итә бит.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.