Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Нәжиб Асанбаев. АСАНБАЕВ ИЛЕ



Нәжиб Асанбаев

(1921 – 2013)

 

Нәжиб Асанбаев (Николай Васильевич Асанбаев) 1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Тәүҙә ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа, Балыҡлы ауылдарында уҡый. 1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумына, аҙаҡ Башҡорт дәүләт педагогия институтына инә. 1940 йылда Йәрмәкәй урта мәктәбендә уҡыта, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Рязандә артиллерия училищеһында белем ала, ә 1942 йылдан – фронтта. 1949 йылғаса армияла була.

Тыуған яҡтарға ҡайтҡас, газеталарҙа эшләй, 1950 йылғаса Октябрьский ҡалаһында, аҙаҡ Салауатта – махсус хәбәрсе. Шул йылдарҙа уның хикәйәләре, пьесалары баҫыла.

1958 йылда «Рәйсә» драмаһы – әҙәбиәтебеҙҙең ҙур яңылығына әйләнә. Һуңынан «Фәйзи», «Һыу юлы», «Аҡ сирендәр», «Зәйтүнгөл» пьесалары яҙыла, ә «Ҡыҙыл паша» әҫәре өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Һайланма әҫәрҙәренең алты томлығы баҫылып сыҡты, драматургҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелде.

 

АСАНБАЕВ ИЛЕ

 

Ул беҙҙең аңыбыҙҙа «Рәйсә», «Фәйзи», «Яралы яҙмыш», «Ҡыҙыл паша», «Зәйтүнгөл», «Аҡ сирендәр» ише пьесалары аша һеңгән, шул пьеса буйынса ҡуйылған спектаклдәр заманында башҡорт, татар сәхнәләрен шаулатты. Дөрөҫө шул, мин драматург та, театр тәнҡитсеһе лә түгел, шуға уның әҫәрҙәре буйынса спектаклдәргә профессиональ баһа бирә алмайым, ә тамашасы булараҡ, шуны әйтәм: халыҡ Асанбай театрына гөрөлөшөп йөрөнө, уның спектаклдәре, ғөмүмән, театр сәнғәте халыҡ араһында бик популяр ине. Хәҙерге уҡыусы хәтеренә драматургтың атаҡлы «Ҡыҙыл паша»һының заманында СССР Дәүләт премияһына тәҡдим ителеүен дә төшөрөп китеү кәрәктер. СССР Дәүләт телевидениеһы шул әҫәр буйынса фильм-спектакль эшләне, пьесаны ҡырҡлаған төрки телле, ғәрәп илдәре һатып алды, аҙаҡ Башҡорт дәүләт драма театрын шул тамаша менән Сирияға гастролгә саҡырҙылар. 1986 йылда нәҡ шул сәфәрҙә Йәғәфәр король ролен башҡарыусы Хөсәйен Ҡудашев үлеп ҡалды. «Зәйтүнгөл», «Аҡ сирендәр»... Шул замандарҙа пьеса авторы Нәжиб Асанбаевты сәскәләргә күмеүҙәр – оноторлоҡмо ни?!

Беҙ «Рәйсә» спектаклендә Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваның нисек иңрәүҙәрен дә, «Ҡыҙыл паша»ла Әхтәм Абушахманов менән Хәмит Шәмсетдиновтың нисек һыҙланыуҙарын да хәтерләйбеҙ. Бәлки, был артистар нәҡ шул тамашаларҙа үҙҙәренең «йондоҙло» ролдәрен башҡарғандыр, сәнғәттә үҙҙәренең мөмкинлектәрен тулыһынса асҡандыр?!

Әле «Яралы яҙмыш»тың, «Миләш-Миләүшә»нең нисек ҡуйылғаны ла күҙ алдымда тора. «Яралы яҙмыш»та Рөстәм Хәкимов – Журба... Эй үткер, эй дәртле егет, кинәнеп уйнай, ирәйеп бейей! Һалдаттарҙың сәхнәлә ҡойон уйнатыуы, елкенеүе, хыялланыуы оноторлоҡмо! Мунсала сабыныуҙары, ҡыҙҙар хаҡында уйҙарға тарыуҙары! Был, әлбиттә, Нәжиб Асанбаевтың үҙенең йәшлеге.

Ул 1921 йылда Баҡалы районында тыуған. 1933 йылда атаһын, хәлле йәшәй, кулак тип, илдән һөрәләр, Нәжибтең ғаиләһе ауыр хәлдә ҡала. Хатта ауылдаштар ҙа ҡырын ҡарай, күҙ өҫтөндәге ҡаштай күренекле был ғаилә ситкә тибелә... Нәжиб бер йыл мәктәпкә бармай, кулак балаһы исемен күтәрә, әсәһе, апайҙары ҡосағына һыйына.

Утыҙынсы йылдар. Йәмғиәттең ҡан йәше аҡҡан осор, шул уҡ ваҡытта яңы тормош ҡорабыҙ тип, дәртләнеп, ҡайнап йәшәгән дәүер. Колхоздар, совхоздар төҙөлә, колхоз-совхоз театрҙары асыла. Баҡалы яҡтарына ла килеп етә был шаулы кампания. Өфөнән, партия өлкә комитетының сәнғәт идаралығынан Исмәғил тигән егет ойоштороп йөрөй ундай театрҙарҙы. Бер заман спектаклгә суфлер кәрәк була, был вазифа уның өлөшөнә төшә. Нәжиб Туҡай, Таҡташ шиғырҙарын яттан белә. Артистар Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» спектаклен сәхнәләштерә. Һуңынан йәштәр үҙҙәре лә спектаклдәр ҡуйып йөрөй башлай, пьесалар юҡ, шуға Нәжиб үҙе пьеса яҙып ҡарай! «Ҡунаҡ» пьесаһы. Аҙаҡ уны «Йәш төҙөүсе» гәзите өс һанында баҫып сығара.

Нәжиб Асанбаев – фронтовик, яу ҡырында дошман күҙенә прицел аша ғына түгел, тура ҡараған, артиллерист булған кеше. Эйе, һуғыш уларҙың быуынының йәнен ярып үтте, уларҙың шәхси биографияһына әйләнде. Хәҙер мин һуғыштан ҡайтҡан шул һалдаттарҙың береһе хаҡында, уларҙың рух ныҡлығы, иле, партия эшенә тоғролоҡтары хаҡында уйлайым һәм шаҡ ҡатам. Идеяға шундай тоғролоҡ, инаныс! Шул көс уларҙы еңеүгә илтте. Һуғыштан һуңғы осорҙа ла улар быуыны алғы сафта атланы.

«Рәйсә». Был спектакль әллә ниндәй иҫ-һуш киткес тә түгел төҫлө, ләкин ул халҡыбыҙ тормошоноң иң төпкөл ҡатламдарын аҡтара, тамашасы ул тамашаға ташҡын ише ағыла.

Шунан һуң «Фәйзи»... Шунан «Һыу юлы», нефтселәр тураһында «Аҡ сирендәр»... Әйткәндәй, Нәжиб Асанбаев күп кенә пьесаларын прозаик Фәнил Әсәнов менән берлектә яҙҙы. Миҫалға «Киң урамдар тар ине», «Ғүмер заяға уҙмай», «Алһыу тандар» һ.б. пьесаларҙы килтерергә мөмкин. Әҙәбиәттә бергәләшеп яҙыу миҫалдары күп, ижад индивидуаль шөғөл булһа ла...

Фәнил Әсәнов менән бергәләп эшләүҙе мин профессиональ ихтыяж менән бергә кеселеклелек, кешелеклелек тип тә атайым. Ул Фәнил Әсәнов тигән прозаикты сәхнә донъяһына алып инеште. Уны сәнғәт кешеһе лә итеште бит!

Нәжиб Асанбаев – маһир сәхнә оҫтаһы, ҡойоп ҡуйған драматург, нисә быуын сәхнә әһелдәре – артистар, режиссерҙар уның менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй. Вәли Ғәлимов осоро, Лек Вәлиев, Рифҡәт Исрафилов, Дамир Ғәлимов, Нәйлә Байкова, Әнүәр Нурмөхәмәтов... Һәм уларҙың барыһының ижадына драматург үҙенсә тәьҫир итте, улар драматург ижадына йоғонто яһаны. Нәжиб Асанбаев драматургияһы уларҙың шәхси ижади потенциалын бойомға ашырырға ярҙам итте, Нәжиб Асанбаев драматургияһында нисәмә быуын артистар ижады үҫте... Ғәҙеллек өсөн әйткәндә, нәҡ Нәжиб Асанбаев ижады беҙҙең башҡорт драматургияһын донъя кимәленә алып сыҡты, ғәрәп, төрки телле илдәрҙә беҙҙең театр сәнғәтен нәҡ уның әҫәрҙәре арҡаһында беләләр.

1958 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры «Рәйсә» спектаклен Ҡазанға алып бара. Премьера шаулап үтә, Ҡаҙан тамашасылары йәш драматургты сәскәләргә күмә. Хәсән Туфан менән Нәби Дәүли уны Наиләһе менән өйҙәренә алып ҡайта.

Ғөмүмән, «Рәйсә» иң бәхетле сәхнә әҫәрҙәренең береһе булды. Уны драмтеатр хатта Урта Азиялағы гастролдәре репертуарына индерҙе. Ташкентта Хәмзә исемендәге Үзбәк дәүләт драма театрындағы спектаклдә драматург үҙе лә ҡатнашты.

«Күктән төшкән бәхет» исемле спектакль дә – бәхетле әҫәрҙәрҙең береһе. Татарстандың Ким Тинчурин исемендәге комедия театрында ул егерме биш йыл буйы барып, биш йөҙ тапҡыр сәхнәгә ҡуйылды.

«Яралы яҙмыш» спектакле 2005 йылда иң яҡшы драматургия әҫәре тип танылды, ә Ҡалмыҡ дәүләт драма театры шул спектакль өсөн 140 театр араһындағы конкурста беренсе урынды алды.

...Әлбиттә, бында Нәжиб Асанбаевтың наградалары, алған исемдәре хаҡында һөйләргә, уларҙы теҙеп теркәп сығырға булыр ине, ләкин кәрәкме ул? Йылдар үткән һайын уҡыусы менән тамашасы күңелендә бары ассоциациялар ғына ҡаласаҡ, бары китап итеп баҫылған әҫәрҙәр ҡараласаҡ. Әҙәбиәтебеҙ тарихында Нәжиб Асанбаевтың әлеге биш томлығы ҡаласаҡ!

I том – 2005 йыл. Был китаптың баш һүҙендә драматург Наил Ғәйетбай былай ти: «... иң ҡыуандырғаны – уның ижады, күңеленән, йөрәгенән һығып сығарған ижад емештәре – пьесалары. Әҙип һәр саҡ үҙенең әҫәрҙәре менән замананың көнүҙәк темаларына ауаздаш булды, кешелекте борсоған, тулҡынландырған һорауҙарға тамашасы менән бергә яуап эҙләргә тырышты. Илленсе йылдарҙа, эшсе темаһы алға сыҡҡанда, бөтә республика нефть ятҡылыҡтарын асып, уны эшкәртеү проблемаларын хәл иткәндә, Нәжиб Асанбаев үҙенең «Рәйсә» һәм «Фәйзи» драмалары менән ҡыуандырҙы. Нефть темаһы был әҫәрҙәрҙең тышҡы үҙенсәлеге булып торһа, пьесаларҙың эске яңғырашы – әхлаҡи-этик мәсьәләләрҙең күтәрелеше. Нәжиб Асанбаев, оҫта драматург булараҡ, үҙ әҫәрҙәрендә тышҡы һәм эске темаларҙы үреп алып бара белде».

Драматургтың I – II томдарына төрлө йылдарҙа яҙылған биш тиҫтәгә яҡын пьеса тупланған.

Һуңғы ике томы публицистиканан тора. Дөрөҫөрәге, публицистика һәм әҙәбиәт ғилеменән. Нәжиб Асанбаев үҙ ғүмерендә бик күп ижад иткән, шулай итеп, алдыбыҙҙа етди публицист һәм киң ҡарашлы әҙәбиәт белгесе һынлана. Нәжиб Асанбаев – ялҡынлы публицист, йәмғиәттәге ваҡиғаларға, үҙгәрештәргә бик тә әүҙем мөнәсәбәтен белдереүсе шәхес. Ул йәмғиәт күренештәренә һис битараф ҡала алмай. Шул уҡ ваҡытта ул – психолог һәм ҙур художник: үҙенең ҡәләмдәштәре, яҡташтары, артистар, режиссерҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тураһында бик күп ижади портреттар авторы. Бында ул үҙ геройҙарының шәхесен, характер булмышын тулыһынса асып бирергә ынтыла.

Нәжиб Асанбаев ҡәләмдәштәре, режиссерҙар, артистар тураһында, яҡташы Даян Мурзин тураһында яҙа, шунан яҡташтарына үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Беҙ мәшһүр драматургтың Әсхәт Мирзаһитов, Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев тураһындағы ялҡынлы сығыштарын һаман да иҫләйбеҙ. Әнғәм Атнабаев тураһында яҙған осорҙа ул «Кызыл таң» гәзите менән хеҙмәттәшлек итте (шул гәзит редакцияһында эшләгән, гәзиттең Салауат ҡалаһындағы үҙ хәбәрсеһе лә булған ул). Шағирға халыҡ шағиры исеме бирәйек тигән ысын кампания асып ебәрҙе Нәжиб Асанбаев ул саҡта.

Һуңғы йылдарҙа Нәжиб ағай ысын сәйәсәтсегә әйләнде, «Башҡортостан» гәзите биттәрендә республикабыҙҙың, уның Tәүгe Президентының абруйын яҡлап сыҡты. Былар бөтәһе лә күҙ алдыбыҙҙа, күңелебеҙҙә, хәтеребеҙҙә. Нәжиб Асанбаев – ялҡынлы публицист, ҡәләмен яугир ҡоралына тиңләп идеологик көрәштең алғы һыҙығына баҫыусы көрәшсе... Уның һәр сығышы уҡыусы күңелендә, хөкүмәт даирәләрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, республикабыҙҙың күп милләтле халҡын туплау өсөн хеҙмәт итә. Нәжиб Асанбаев – Ватаны өсөн йән аямай көрәшеүсе, республикабыҙ Президентын, уның эшмәкәрлеген яҡлап сығыусы оло һүҙ оҫтаһы!

Заманында бик тә әһәмиәтле, бик тә мәртәбәле йөктәрҙе күтәрҙе, оло эштәр башҡарҙы ил аҡһаҡалы. Уның сығыштарына ҡаршы сығырға, уны инҡар итергә берәү ҙә баҙнат итә алманы.

V томға драматургтың һөйөклө ҡатыны Наиләгә арнап яҙған билдәле ун ете мөхәббәт хаты индерелгән, шунда уҡ ҡәләмдәштәре ижадына арналған яҙмалары, әҙәбиәтебеҙ яҙмышы хаҡында уйланыуҙары урын ала. Үҙенең туҡһан йәшенә атлаған әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы, драматургиябыҙ патриархы әҙәби күренештәргә үҙенең мөнәсәбәтен белдерә, һуңғы йылдарҙа сәхнә түренә күтәрелгән пьесаларға күҙ һала. Нәжиб Асанбаев һәр саҡ әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге өсөн янды, йәш быуындың дуҫы булды, был яҙмаларында ла ул йәштәрҙе ҡеүәтләй, әҙәбиәттә талымһыҙ, ҡыйыуыраҡ булырға саҡыра.

Был томдан күренеүенсә, Нәжиб Асанбаев барыбер ҙә мөхәббәт йырсыһы, тормошто яратыусы шағир булып ҡала. Ул ерҙә мөхәббәтте данлай, йәшәүҙе раҫлай, уның мәңгелек тантанаһы хаҡында һөйләй, үҙенең һуңғы яҙмаларында ла һөйөклөһөнә тоғролоғо тураһында белдерә.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.