Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Суфиян Поварисов. Яҡты күңел



Суфиян Поварисов

(1924 – 2016)

 

Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов 1924 йылдың 29 авгусында Башҡортостандың Илеш районы Тыпый ауылында тыуа. Етенсе класты тамамлағас, колхозда эшләй. 1942 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Миномет расчеты командиры була.

Һуғыштан һуң, 1947 – 1949 йылдарҙа Илеш район советында, 1949 – 1951 йылдарҙа Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә уҡытыусы булып эшләй. 1951 – 1955 йылдарҙа Ҡазан дәүләт педагогия институтында уҡый, мәктәптә балалар уҡыта. 1958 – 1960 йылдарҙа «Кызыл таң» газетаһы хеҙмәткәре, ә 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университеты доценты, аҙаҡ профессор. Филология фәндәре докторы. Уның бик күп ғилми хеҙмәттәре бар. Тәүҙә шиғырҙар, поэмалар яҙа, аҙаҡ «Кәрлә йондоҙ» тигән сатирик комедияһы, «Туй бүләге», «Ауылымдың алһыу таңдары» драмалары сәхнәлә ҡуйыла. Проза әҫәрҙәре ижад итә. Уның «Төнгө фәрештәләр», «Биш партизан», «Яратам һине, тормош» ише романдары, Ғәлимйән Ибраһимовҡа арналған билдәле трилогияһы баҫылды, әҙәбиәттәге ҙур уңыштары өсөн әҙипкә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелде.

 

 

Яҡты күңел

 

Йәш сағында уны ут сәсеп бейегән, тиҙәр. Ышанғы килмәй – ул олпат, дәрәжәле... Шулай ҙа оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ыҫпай, туп-тура баҫып йөрөй. Профессор! Уны уҡыусы-шәкерттәр ҙә, уҡытыусылар ҙа ярата, тиҙәр. Ап-аҡ оҙон сәсле, ап-аҡ йөҙлө, эйе, яҡты сырайлы. Имеш, ул университет ректорының иң ихтирам иткән кешеһе...

Суфиян Поварисов. Яғымлы ҡарашлы, йомшаҡ телле кеше. Әҙип, ғалим, кеше! Ысынлап та, ул еңел һөйәкле – бәлки, әүәл бейеүсе булғанғалыр... Бөтмөр, алдына алғанын үтәмәй ҡуймай, һүҙе эшенән айырылмай. Эйе, егәрле, бер үҙенә ете ҡамыт: ул – БДУ профессоры, БДПИ профессоры, ғүмер баҡый шәкерттәргә татар әҙәбиәтен өйрәтте, стилистика өлкәһендә ике йөҙгә яҡын хеҙмәт, ҙур монография, бөтәһе утыҙҙан ашыу китап яҙҙы, прозаик... Башҡорт, татар, урыҫ телендә «Яратам һине, тормош!», «Яңы көй», «Алтын йондоҙло Ләйлә апай», «Кәрлә йондоҙ», «Ер һулышы», «Ғәлимйән Ибраһимов прозаһы стиле», «Ышанам һиңә!», «Ташлама мине!», «Тел – күңел көҙгөһө» китаптары баҫылды. Яңыраҡ «Яҙмыш ҡорбандары» тигән роман яҙҙы, йәнә татар әҙәбиәте классигы яҡташыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимов тураһында трилогия...

Суфиян Поварисов. Йәшләй генә утлы яу юлдарын уҙған, оҫта минометсы булған, иленә еңеү менән ҡайтҡан. Ҡазан дәүләт педагогия институтында уҡығанда татар теленән диктантта алтмыш хәреф хатаһы ебәрә. Шул кешегә киләсәктә профессор булырға, тел байлыҡтарын өйрәнергә яҙған. Эйе, ул Ғ. Ибраһимовтың ғына түгел, күп татар һәм башҡорт әҙиптәренең тел үҙенсәлектәрен тикшерҙе, монографиялар, мәҡәләләр ижад итте. Илеш егете... Тыпый ауылынан... Ниңә, шулай бөтә Илеш егеттәре лә уңған буламы икән? Суфиян Поварисов әле «Кызыл таң»ға, әле «Башҡортостан»да, «Башҡортостан укытыусыһы», «Ағиҙел» журналына мәҡәлә илтә, әле университетта телселәр түңәрәген йыя, романдар яҙа... Уның эш һәләтенә, уңғанлығына иҫ-аҡыл киткес, кешеләр менән кешесә аралашыуына, теләһә ниндәй осраҡта ла кешесә ҡыланыуына аптырарлыҡ... Суфиян Поварисов кешене рәнйетмәҫ, һис уның күңелен ҡайтармаҫ. Эйе, ошо йәштә лә сабыйҙарса оялсан(!), балаларса бер ҡатлы, самими холоҡло. Эйе, ул ижадсы, тәрбиәсе. Ул бер ваҡытта ла кеше менән етәкселек итмәҫ, бәндә өҫтөнән хөкөм сығармаҫ. Эйе, университетта нисәмә тиҫтә йыл эшләү дәүерендә ярты йыл да кафедраға етәкселек итмәне (шулай ҙа уны үҙенең остазы һанаусылар бихисап). Ул кеше өҫтөнән етәкселек итеүҙе, кешегә бойороуҙы йәки уның ихтыярын һындырыуҙы әхләҡһеҙлеккә, намыҫһыҙлыҡҡа һанай. Кем үҙ коллегалары, тиҫтерҙәренә бойора ала?.. Эйе, Суфиян Поварисов әйҙәүсе, хаким түгел, ул әҙип, кешелеклелеге менән, тәртибе, әхләге менән студенттарын, дуҫтарын, яҡындарын үҙ артынан әйҙәй, үҙенә эйәртә. Эйе, уға кешеләр ылығып бара. Сөнки был кеше янында еңел... Ул һине кәмһетмәҫ, күңелеңде ҡырмаҫ, һине кеше тип күрер, кешесә ҡарар... Уның кешелеклелеге, әҙәбе хатта хакимдарҙы туҡтатыр, һөмһөҙҙәрҙе ҡоралһыҙландырыр.

Суфиян Поварисовты әүәл беҙ Илеш йырсыһы («Биш партизан» китабы авторы), «Кәрлә йондоҙҙар» пьесаһы авторы тип белә инек, бөгөнгө Суфиян Поварисов, һис шикһеҙ, романсы. Эйе, Суфиян Поварисовҡа Ғәлимйән Ибраһимов тураһындағы трилогия ысын шөһрәт килтерҙе. «Пәйғәмбәр таңы», «Күктең етенсе ҡатында», «Фажиғә» исемле өс китап! Һәм, һис шикһеҙ, шул трилогия менән уның исеме башҡорт һәм татар әҙәбиәте тарихына инер. Суфиян Поварисовтың ижадсы таланты, телде нескә тойомлауы уны стилистика буйынса ғалим итһә, уның Ғәлимйән Ибраһимовтың телен өйрәнеүе оло шәхес тураһында дан китап яҙыуға килтерҙе, афарин!

Халыҡ өсөн Суфиян Поварисов романсы, телсе-ғалим булһа, замандаштар өсөн ул яҡты сырайлы, яҡты ҡарашлы, яҡты күңелле кеше булып ҡалыр.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.