Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Миҙхәт Ғәйнуллин



Миҙхәт Ғәйнуллин

(1925 – 2001)

 

Миҙхәт Фазлый улы Ғәйнуллин 1925 йылдың 13 ноябрендә Башҡортостандың Бүздәк районы Бәләкәй Өстүбә ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Утыҙынсы йылдар аҙағында ғаиләләре менән Ҡыйғы районының Аҫылғужа ауылына күсәләр. 1942 йылда Миҙхәт хәрби училищеға китә. Һуңынан 2-се Украина фронтында һуғыша.

1947 йылда Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә, 1951 йылда СССР Фәндәр академияһының М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте аспирантураһында уҡый, филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. 1957 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы яуаплы секретары, 1958 йылдан 1961 йылғаса партияның Башҡортостан өлкә комитетында эшләй. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты проректоры, ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Филология фәндәре докторы, профессор. Проза, шиғриәт, бигерәк тә драматургия буйынса тикшеренеүҙәре билдәле. «Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер», «Становление и равзитие башкирской советской драматургии» әҫәре – шулар иҫәбендә.

 

ИГЕЛЕКЛЕК

 

Әҙәбиәтсе, етәксе һәм мөғәллим Миҙхәт Ғәйнуллин шәхесе тураһында уйланым. Түрәләргә табыныуға һәм хәйләгә ҡоролған был донъяла, әлбиттә, ул әүлиә түгел. Ниндәйҙер үпкәселлек, аристократлыҡ (һәйбәт һәм кире мәғәнәһендә лә), ҡайһы бер мәсьәләләрҙә битарафлыҡ та бар унда... Шулай ҙа, минеңсә, уның булмышының иң матур һыҙаты – ул игелеклек, кешеләргә, шәкерттәренә, ҡул аҫтында эшләүселәргә мөмкин тиклем, шарттарына ярашлы, ҡулынан килгәнсә яҡшылыҡ эшләргә ынтылыу.

Эйе, уларҙың быуыны – еңеүселәр быуыны (бында һуғыштан тере ҡайтҡандар хаҡында һүҙ бара). Ошо тойғо, ошо әйбер уларҙың бар яҙмышына тәьҫир итте һәм үҙенең тамғаһын һалды. Улар – һуғыштан еңеп ҡайтыусылар – донъяла иң бәхетле кешеләр ине. Улар үҙҙәрен тыныс тормошта ла «бөтә эш ҡулыбыҙҙан килә» тип тотто. Ошо тойғоларҙы көслө, рухлы иттә. Отставкалағы офицер Миҙхәт Ғәйнуллин да тиҙ арала вуз бөтөрҙө, Мәскәүҙә аспирантурала уҡыны, Өфөгә тағы еңеүсе-йәш фән кандидаты булып ҡайтты. Ул саҡта беҙҙә фән кандидаттары, әҙерлекле белгестәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине бит! Һәм тормош тиҙ арала улар быуыны иңенә оло бурыстар йөкмәтте һәм уларҙы өҫкә үрләтте. 1957 йылдан Миҙхәт Ғәйнуллин – Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе, 1958 йылдан – Башҡортостан партия өлкә комитетының Фән, культура һәм мәктәптәр бүлеге мөдире, ә 1961 йылдан – Башҡорт дәүләт университеты проректоры... Әйткәндәй, бер заман тиҫтәнән ашыу райкомдың беренсе секретары обком ағзаһы Ғәйнуллинды Сайранов урынына идеология буйынса секретарь итеп күтәрергә маташа, тик Ғәйнуллин үҙе генә ризалашмай. Йәки түрәлеккә ынтылмай! Карьера тип ашҡынмай! Университетҡа килгәс тә, РСФСР Юғары мәктәптәр министрлығынан Ғәйнуллинды университет ректоры итергә тырышып ҡарайҙар, әммә был баҫалҡы, аҡыллы кеше баш тарта... Был нимә? Баҙаумы, ҡаршылыҡтарҙан өркөүме? Бәлки, ғилми эштән, ижадтан айырылыуҙан, тотошлай чиновникҡа әйләнеүҙән ҡурҡыуҙыр? Әллә гел икенсе ролдә йөрөргә теләүҙәнме? Бәлки, Миҙхәт Ғәйнуллинға тәбиғәттән хаким булырға яҙмағандыр – тәбиғәт уға был халәтте бирмәгәндер? Түрә, ни тиһәң дә, аяуһыҙ зат, ҡаты ҡуллы була бит... ә Ғәйнуллин...

Уның тураһында «кәрәгенән артыҡ изгелекле» тиҙәр. Ысынлап та, Миҙхәт Ғәйнуллин ипле, кешелекле, кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға тора... Унда ниндәйҙер тәбиғәттән бирелгән әҙәплелек бар. Аристократлыҡ. Быны хәҙерге телдә «интеллигентлыҡ» тип тә ебәрәләр... Миҙхәт Ғәйнуллинда (күп түрәләргә хас булмаған) кешене танып белеү йәки үтәнән-үтә күреү һәләте бар. Был – мөғәллимлек сифатылыр... Миҙхәт Ғәйнуллин уҡыусылар араһындағы булдыҡлы заттарҙы тиҙ күреп ҡала, уларға игелек ҡылырға ашыға. Уларҙы яҡлай, ҡурсалай, түрәләр күрмәгән аҫыл һыҙаттарҙы күрә, түрәләр аяҡ тибер, ишеккә төртөр урында ул ихласлап һөйләшә. Баш баҫып ултырып уйлай. Был да һирәк етәкселәргә, мөғәллимдәргә хас һыҙат. Мәҫәлән, обкомда эшләгән сағында бер төркөм университет талиптары Мәскәүгә хат яҙа. Булат Рафиҡов та – шулар араһында. Сайранов уны уҡыуҙан ҡыуыу тураһында һүҙ ҡуҙғата, ә бүлек мөдире Ғәйнуллин – киң күңелле, «ҙур эсле»: «Булашмайыҡ шул малай-шалай менән! Кисерәйек!»

Кисерә белеү, оло була белеү, үҙ-үҙеңдән, үҙ ваҡсыллыҡтарыңдан юғарыраҡ күтәрелә алыу... Кеше, ғөмүмән, ваҡсыл зат, шул уҡ ваҡытта ул бүтәндең эше йә яҙмышы хәл ителгәндә үҙенән дә юғарыраҡ күтәрелә алһын! Кеше, тәрбиәсе булып ҡал һин, кеше!

Университетта ла Миҙхәт Ғәйнуллин «буфер» ролен аҙ атҡарманы. Ректор Чанборисов та дорфараҡ холоҡло ине: тура әйткәнде, әлбиттә, яратмай, тиҙ тоҡанып бара, шул сағында берәйһен пыран-заран килтереүе лә ихтимал... Әсе телле билдәле телсе ғалимға докторлыҡ диссертацияһын яҡларға барырға белешмә бирмәй йонсота бит, әй. Үҙе шул мәл ялғамы, командировкағамы юллана, урынына проректор Ғәйнуллин ҡала. Ул тота ла бирә докторантҡа шул документты! Оҙаҡламай телсе ғалим Баҡынан диссертацияһын яҡлап ҡайта!

Эйе, был донъяла ҡайһы берҙә мәсьәләне (хатта яҙмышты) бер белешмә хәл итә һәм түрәләр шул хоҡуҡтары менән һатыу итә. Хәҙерге тел менән әйткәндә, бизнес яһай! Сөнки власть ҡулда саҡта ни ҡылмаҫҡа була... Уларға шундай хоҡуҡ бирелгән, эйе, улар шуның өсөн власҡа ынтылған.

Миҙхәт Ғәйнуллин, бәлки, шундай аяуһыҙ булмағаны өсөн беренсе ролдәге түрә була алмағандыр. Эйе, ул обкомдағы бүлек мөдирлегенән дә еңел генә китте, университетта проректорлығы менән дә, хатта шундағы журналистика кафедраһы мөдирлеге менән дә тыныс күңел менән хушлашты. Йәштәргә юл бирҙе һәм ҡайһы берҙә үҙен уҙып киткән шәкерттәренән дә көнләшмәне. Минеңсә, был да – ололоҡ, шәхестең ҙурлығы! Киң күңеллелек, оло йөрәкле булыу! Күҙәтеүемсә, бәғзе бер мөғәллим тәүҙә үҙ шәкертенә һәйбәт була. Ә ул үҫә, «шыта» башлаһа, кинәт ҡарашын да, мөнәсәбәтен дә үҙгәртә… Был – нимә: көнсөллөкмө, әллә «был шәкерт мине уҙып китмәһен» тип өркөүме? Тәрбиәсе, һин аҙағынаса тәрбиәсе булып ҡал! Был – оло мәртәбә: һин һуңынаса үҙеңдең бөйөк миссияңа тоғроһоң. Һуңынаса тәрбиәсе тигән оло дәрәжәңә лайыҡһың! Һин утыҙҙа ла, алтмыш, етмеш йәштә лә – уҡытыусы, ә уҡыусыларың – ун, егерме йәшендә лә, иллеһендә лә – һинең шәкерттәрең. Улар ҙа, иманым камил, ғүмерҙәре буйы һине үҙҙәренең йөрәк түрендә йөрөтөр.

Һанай китһәң, илебеҙ буйынса бөгөн Миҙхәт Ғәйнуллин шәкерттәре күпме икән, хәҙер улар ҡайҙарға ғына таралышҡан икән?! Уларҙың күбеһе яуаплы эштәләр һәм игелекле мөғәллимде, моғайын, онотмайҙарҙыр... Бер ҡәләмдәш хәбәре иҫемдә: ул, яңы китабы сыҡҡас, университетҡа талиптар менән оорашыуға бара. Элекке уҡытыусыларын да саҡыра, тик бер Миҙхәт Ғәйнуллин килә... Аңлашыла, һәр кемдең эше тығыҙ, ләкин ҡәләмдәшен икенсе бер нәмәне лә төшөнә: мөғәллимдәрҙең күбеһе кисәге шәкерттең осрашыуында ҡатнашыуҙы үҙҙәре өсөн түбәнселеккә һанай... Был да Миҙхәт Ғәйнуллин портретына бер штрих.

Эйе, Миҙхәт Ғәйнуллин аҡыллы һәм һәләтле ойоштороусы булды, ысын етәксе. Обкомда эшләгәндә лә, университетта проректор, кафедра мөдире вазифаларын атҡарған йылдарында ла фән, мәғрифәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә оло эштәрҙең башында торҙо. Уларҙың күбеһе онотолған да инде. Халыҡ: «Игелек ҡыл да һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер», – ти. Кешенең, кеше йәмғиәтенең тәбиғәте шундай. Ләкин беҙ ошо оло-оло эштәрҙең береһен – республикабыҙҙа журналистар әҙерләүҙе башлауҙы ғына иҫкә алайыҡ. Шул хаҡта нисәмә йылдар хыялландыҡ! Ниһайәт, Миҙхәт Ғәйнуллин үҙенең арҡаҙаштары менән ошо ҙур бурысты атҡарып сыҡты. Эйе, Ғәйнуллин шәкерттәре – гәзит-журналдарҙа, эйе, театрҙарҙа, мәктәптәрҙә – улар! Был да оло бәхет, оло ҡаҙаныш түгелме!

Эйе, етәксе Миҙхәт Ғәйнуллин барыбер чиновникҡа, номенклатура иҫәбендә торған затҡа әүерелмәне. Гел фәнгә, мәғрифәткә тартылды, ижад тип янды... Кеше, ниндәй генә көслө-ҡөҙрәтле булмаһын, замандың барса йөгөн тигеҙ тарта, энциклопедист була алмай шул. Ломоносов берәү, ләкин ул да Ломоносов заманының ғына шәхесе...

Миҙхәт Ғәйнуллин барыбер башы-тояғы менән әҙәбиәтсе кеше, барыбер фәнгә, мәғрифәткә мөкиббән киткән йән... Профессор, башҡорт драматургияһы буйынса төп белгестәребеҙҙең береһе. Заманында уның драматургия тураһындағы «Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер» китабы (1974) донъяны шаулатҡайны. Аҙаҡ был тынғыһыҙ ғилми эҙләнеүҙәр «Башҡорт совет драматургияһының үҫеш юлдары» исемле китапта (1985) үҙенең тулы кәүҙәләнешен тапты. Миҙхәт Ғәйнуллин күренекле башҡорт драматургы Сәғит Мифтахов әҫәрҙәрен ентекләп өйрәнгән берҙән-бер ғалимдыр әле. «Драматургия С. Мифтахова» тигән монографияһы 1959 йылда уҡ донъя күрҙе. Афзал Таһировтың томлыҡ әҫәрҙәрен Өфөлә, Мәскәүҙә баҫтырыусы ла, Низам Кәрип, Сыңғыҙ Ханов әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереүсе лә ул. Ә Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Кирәй Мәргән, Рәшит Ниғмәти, Назар Нәжми, Әсхәт Мирзаһитов, Нәжиб Асанбаев, Рафаэль Сафин кеүек драматургтар ижады тураһында тәүге һүҙҙе кем әйтте?! Ә кемдәр генә Миҙхәт Ғәйнуллиндың Ғайса Хөсәйенов менән бергәләп төҙөгөн «Башҡорт совет яҙыусылары» белешмә йыйынтығын үҙенең төп ҡулланмаһы итеп ҡул аҫтында тотмай?! Ғөмүмән, Миҙхәт ағай (мин уны «старая гвардия» вәкиле тип атайым) әле лә йәштәреңә биргеһеҙ, актив кеше. Сибайҙан, Ҡазандан, Салауат, Стәрлетамаҡтан килгән театрҙар спектаклдәренә рецензияларҙы кем яҙа?!. Ҡул арты еңел, үҙе лә эште тиҙ, матур атҡара, яҙғаны төплө була. Спектаклдәрҙән тыш шиғри-теҙмә әҫәрҙәргә лә рецензия әҙерләргә өлгөрә... Ғөмүмән, Ғәйнуллин иң башта рецензия оҫтаһы, рецензия маһиры. Рецензия – ғалимдың төп жанры... Иң әүәл ошо жанрҙа ул камиллыҡҡа өлгәште... Пьесаларҙы туплап баҫтырыу, драматургия буйынса антология төҙөү, әҙәбиәт тарихы һәм библиография өлкәһендә бихисап хеҙмәттәр... Мин уларҙың барыһына ла туҡталып тормайым, улар тураһында тәфсирләп яҙылғаны ла бар, маҡсатым – Миҙхәт Ғәйнуллин портретын тыуҙырырға ынтылыу ғына. Әйткәндәй, был портрет та бигүк тулы түгелдер: мин әле уның ҡайһы бер һыҙаттарын ғына тартып сығарҙым, буғай. Миҙхәт Ғәйнуллин портретындағы ул төп штрих – игелеклек...

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.