Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Шакир Янбаев. ЯНБАЕВ ЯЛАНЫ



Шакир Янбаев

(1925 – 2005)

 

Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылдың 29 ноябрендә Башҡортостандың Күгәрсен районы Бикбулат ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1943 йылда, Мораҡ урта мәктәбенең 10 класында уҡығанда армияға алына, һуңынан фронтҡа китә.

Һуғыштан һуң ике йыл Күгәрсен районы мәктәптәрендә уҡытыусы, ә 1950 – 1952 йылдарҙа Өфө музыкаль училищеһында студент, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиоһында диктор һәм мөхәррир булып эшләй.

1952 – 1957 йылдарҙа М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты, аҙаҡ радио һәм телевидение тапшырыуҙары комитетында мөхәррир. Шунан «Ағиҙел» журналы баш мөхәрриренең урынбаҫары вазифаларын биләй. Күренекле башҡорт прозаигы, мәшһүр хикәйәләр авторы. Уның геологтар тормошона арналған «Зәңгәр сатыр», «Беүә буйҡайҙары йәшел тал» исемле романдары булһа ла, әҙип башҡорт әҙәбиәтендә хикәйә оҫтаһы булараҡ танылды.

 

ЯНБАЕВ ЯЛАНЫ

 

Шакир Янбаевтың «Гөлбоҫтан яланы» исемле хикәйәһе бар... Ауыл ҡатындары иртә яҙҙа орлоҡ алырға станцияға юллана. Гөлбоҫтан, араларындағы иң уңғаны, иң ауыр донъя көткәне, ҡайтышлай юлдаштарынан тороп ҡала. Ауылға ҡайтҡас, әхирәттәре төрлөсә фараз ҡыла: бисара, шул саҡлы байлыҡҡа тейенгәс, йөгө менән берәй яҡҡа олаҡҡандыр, тип юраусылар ҙа була. Һалдатка Гөлбоҫтан иһә аслыҡтан, арыуҙан хәлһерәп юлда йән бирә. Иңендәге тоҡҡа, бойҙайҙың бер генә бөртөгөнә лә ҡағылмай... Һуңынан Гөлбоҫтан орлоғо сәселгән яланды халыҡ «Гөлбоҫтан яланы» тип атап алып китә.

Башҡорт әҙибенең был әҫәре ни яғы менәндер Джек Лондондың «Ҡатын ҡаһарманлығы» хикәйәһен хәтерләтә. Унда ла ике ас юлсы, хәтәр аралыҡтарҙы үтеп, кеше йәшәгән ергә ҡайта. Йәш ҡатын Пассук үҙенә тәғәйен ризыҡҡа ҡағылмай, һөйөклөһөнән йәшереп һаҡлай. Ул үлгәс, аҙыҡ ҡәҙерлеһенә ҡаласаҡ, ул, шуның менән туйынып, кешеләр янына барып етер! Аҙаҡ шулай килеп сыға ла...

Мөхәббәткә тоғролоҡ, тиңеңде һөйөү, илеңде өҙөлөп яратыу... Һәм яуаплылыҡ! Шакир Янбаевтың Гөлбоҫтаны үҙенең тамағынан, ғүмеренән ауылдаштарының тамағын, иленең киләсәк көнөн өҫтөнөрәк күрә, ошоноң хаҡына үҙен ҡорбан итә. Ул тәҡдире менән килешә, әммә ил-йорттоҡона ҡул һуҙмай... Яҙыусының күп геройҙары – тылдағы кешеләр, улар үҙҙәре хаҡында ҡайғыртмай, иң тәүҙә бурыстарын уйлай. Көнитмештәре ауыр уларҙың, күбеһенсә улар ярлы, сәйер йә ғәрип заттар. Әҙиптең иғтибарын күберәк шундайҙар йәлеп итә (Малаха, «Күләгәләр» хикәйәһендәге Фидратулла, «Тәҙрә төбөндә тирәк»тә Сулаҡ Сәләхетдин).

Шакир Янбаев, хәтәр фронт юлдарын үтһә лә, күберәген тылдағылар хаҡында, үҙенең күңеленә яҡын бөгөнгө ауыл кешеләре тураһында яҙа.

Эйе, ул шәхес булараҡ, художник булараҡ ауылда формалашҡан, булмышы ауыл (халыҡ) эстетикаһы менән һуғарылған. Йәненә яҡын мөхит, үҙенә үҙ кешеләрҙе һүрәтләргә әүәҫләнгән... «Алтын бағана» хикәйәһендәге Шәмғол ҡарт менән Ғәйникамал ҡарсыҡ уға олатаһы менән өләсәһе һымаҡ, яҙыусы шул кешеләр араһында үҫкән, улар ҡулынан ризыҡ алған. Ул йыш ҡына донъяға ла улар күҙе менән баға, хатта ошо «күҙлек»тән айырыла алмай. Беҙ бында автор ҡарашы менән герой ҡарашының тап килеүен тоябыҙ. Күп ваҡыт прозаик үҙ геройҙарына ситтән тороп күҙ һалмай (әллә онота, әллә теләмәй), уларҙан айырылырга ҡыймай.

Шакир Янбаев геройҙары – «үҙ кешеләр», яҙыусы улар менән ҡатышып йәшәй, шатлығын-ҡайғыһын бергә кисерә. «Сөйөмбикә», «Ике бүләк», «Кәшәүәр», «Ҡарлуғас» һәм башҡа күп әҫәрҙәре бөгөнгө көн темаһына арналған. Шакир Янбаев бөгөнгө заманды тасуирлаусы әҙип, ул заман проблемаларынан айырылып тарихи, документаль йәки фантастик темаларға тотоноп китмәне.

Әле лә иҫтә, алтмышынсы йылдар аҙағында әҙип «Малаха» хикәйәһе менән шаулағайны. Хикәйә «Ағиҙел» журналы уҙғарған конкурста еңеп тә сыҡты, буғай. Әҫәр уҡыусыны ни яғы менән арбаны һуң? Ғөмүмән, ысын Шакир Янбаев үҙе лә нәҡ ошо хикәйәнән башланманымы икән?.. Минеңсә, Малаханың художниктарса бирелгән романтик образы һәм Шакир Янбаевтың һаумал ҡымыҙҙай боҫраулы, аңға, хискә шифа теле менән. Ул – Күгәрсен тарафтарының йомшаҡ, талғын ағышлы теле эйәһе. Ҡыуаҡан һөйләшенең гәүһәр ынйы-һүҙҙәре әҙиптең хәтер һандығына тупланған. Ҡолаҡҡа наҙлы моңдай яғыла, һинең үҙеңде лә моң-хистәр ҡосағына сорнай. Шакир Янбаевтың теле үҙенең моңо, наҙы менән бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙә ғәжәп үҙенсәлекле күренештәрҙең береһелер әле. Ул нәҡ әҙәбисә яңғырай (ҡыуаҡан һөйләше башҡорт әҙәби теленең нигеҙенә һалынған), башҡорттоң оҙон көйҙәренә тартым. Оҙон көй, гүйә Гөлбоҫтан яланы, һуҙыла ла һуҙыла, унда туҡ башаҡтар тулғына. Туҡ башаҡтар бер-береһенә бәрелешеп серле ауаздар сығара, һауала ашлыҡ еҫе аңҡый («Оҙон бер сәғәт» хикәйәһе).

Бәғзе бер тәнҡитселәрҙең «әҙиптәр образдар менән яҙа» тип белдергәне булды. Әҙиптәр тел менән яҙа, тел әҙәбиәттең төп төҙөлөш материалы. Тел ярҙамында образ үҙе тыуҙырыла. Шакир Янбаев, тел менән оҫта эш итеп, үҙенең йәнле образдарын һынландыра, халыҡ тормошоноң баҙыҡ картиналарын сағылдыра. Тел – уның иманы ла, төп ҡоралы ла. 1966 йылдағы тәүге «Үлән өҫтөндәге ысыҡ» китабының тәүге битен асайыҡ. «Иртәнсәктән алып йоҡлап киткәнсе өйҙө күтәреп сыҡҡылай айпашҡан, тыс та тыс һуғышҡан ете малайҙы аралауы еңел булмағандыр әсәйемә». Ш. Янбаев стиленә аныҡлаусыларҙы мул теҙеү, диалогтарҙы ғына түгел, хикәйәләүсе телмәрен дә халыҡтың йәнле һөйләү теленә яҡынайтыу хас. Хәйер, уҡыусы быларына диҡҡәт тә итмәй. Уның өсөн әҫәрҙең мауыҡтырғыс, хисләндергес, фәһемле булыуы шарт. Шакир Янбаев, үҙ әҫәрҙәрендә мажаралы ваҡиғаларға иғтибар йүнәлтһә лә («Йөрәктау итәгендә»), яһалма шаштырыуҙарға йәки шаҡҡатаризмға ынтылманы. Ул ҡәҙимге тормош күренештәрен ала, шулай халыҡтың сабыр булмышын, уның аң-ҡарашын сағылдыра, шул уҡ ваҡытта аҙаҡтан тос һығымталар ҙа яһап ҡуя, тормоштоң теге йәки был ҡанунын аса. «Күләгәләр», «Тәҙрә төбөндә тирәк» хикәйәләрендә тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти ваҡиғалар һәүетемсә генә һүрәтләнә кеүек... Тик оҙаҡламай уҡыусы үҙе лә иҫкәрмәҫтән тормоштоң фанилығы, ҡәҙере хаҡында уйҙарға тарый. Йәшәйеш хаҡында баҫылдырып уйландыра, бәндә яҙмыштарын өйрәнергә булыша, уларҙан һабаҡ алырға саҡыра Шакир Янбаев хикәйәләре.

Янбаев хикәйәләре лә Янбаев хикәйәләре, тинек. Шакир ағай бер нисә повестар һәм романдар ижад иткән уҙаман бит әле. Шулай ҙа, минеңсә, Шакир Янбаевтың булмышы хикәйә жанрында баҙығыраҡ һынланды. Шакир Янбаев – хикәйә оҫтаһы, әҙәбиәтебеҙҙә ул үҙенең йәшәйеш, бәндә яҙмыштары хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған яҙмыш хикәйәләре менән танылыу алды. Бойҙай баҫыуын йә сүпле, йә таҙа, тиҙәр; ләкин иң таҙа тигәнендә лә ҡара һолоһо килеп сыға. Шакир Янбаев әҫәрҙәре араһында ла төрлөһөнә юлығаһың: бәғзеләрендә мәсьәлә үтә тиҙ хәл ителә, бүтәндәрендә сюжет бер хәтирәгә ҡорола ла һәүетемсә генә осланып ҡуя. Был, ғөмүмән, ижадтың, ижадсының асылы. Бөтә мәшһүрҙәрҙең әҫәрҙәре араһында ла йомшаҡтары (башланғыс осор емештәре) осрай. Был хилафлыҡ түгел, ә ижади эҙләнеүҙәр сағылышы, ижади үҫеш баҫҡыстары булыр. Ижадсы эволюцияһы үҙе аңлатып, тасуирлап бирә торған күренештәрҙән түгел бит... Шулай ҙа Шакир Янбаевтың ижад яланын байҡағанда, әҙипкә генә хас һыҙаттарҙы табаһы, уҡыусы иғтибарын да шуларға йүнәлтәһе килә. Ижадсы эволюцияһы тигәндәй, тәүге китаптарында Ш. Янбаевтың үҙенә генә хас йөҙө бик үк төҫмөрләнеп бөтмәне. «Оҙон бер сәғәт», «Һайрар ҡош»та ул һыҙаттар ялтлап ҡына ҡалды. Бына мин Шакир Янбаевтыҡы, тик уныҡы ғына тигән «Мала-ха» хикәйәһе икенсе йыйынтыҡта баҫылды. Әммә барыбер ысын Янбаев алда ине әле. «Гөлбоҫтан яланы», «Йөрәктау итәгендә», «Тәҙрә төбөндә тирәк», «Һыуһындарым ҡанмай үтәмен» менән танышҡас ҡына, уҡыусы прозабыҙҙың Шакир Янбаев төбәгенә килеп сыҡты, буғай. Был хикәйәләр күләмдәре менән генә түгел, характерҙарҙың бирелеше, тормошто киң һәм тәрән һынландырыуҙары менән дә тулыраҡ ине. Ниһайәт, уларҙа психологизм көсәйә төшә, тормош күренештәренә фәлсәфәүи ҡараш ташлана, автор теге йәки был ваҡиғаларға ситтән тороп баһа бирә, үҙ ҡарашын белдерә. «Йөрәктау итәгендә», «Һыуһындарым ҡанмай үтәмен», «Шаталаҡ Шәрғиә», «Сөйөмбикә» – ҡатын-ҡыҙ күңелен төпсөрләп тасуирлаусы әхлаҡи-психологик хикәйәләр, ә «Гөлбоҫтан яланы», «Тәҙрә төбөндә тирәк» яҙмыш хикәйәләре, донъя, йәшәү мәғәнәһе, бәндә яҙмыштары хаҡында уйланыуҙар төйөнө, «Малаха»ла романтик күтәреңкелек, «Инсафһыҙ кейәү»ҙә юмор, «Атай ихтыяры»нда халыҡсанлыҡ һыҙаттары, «Йәшәү һутында» әсе тормош дөрөҫлөгө күңелдәрҙе биләй (Тамсыла даръя үҙе, күҙҙәрҙә шәхестең булмышы баҙлаған һымаҡ, бар әҙиптең дә ижад асылын сағыу әҫәрҙәре билдәләй. Әле һанап үткән хикәйәләрҙә – Шакир Янбаевтың бөтөн тәбиғәте. Уларҙа беҙ яҙыусының һөйөүен һәм нәфрәтен, иманын һәм инаныстарын таныйбыҙ, улар аша ижадсы йөҙөн сырамытабыҙ). «Тәҙрә төбөндә тирәк» үҙенең композицияһы менән дә ҡатмарлы әҫәр. Тик уҡыусы быны тоймай, автор герой тормошоноң әле анау, әле бынау башына барып төшһә лә, ыңғай ҡабул итә. Шакир Янбаев хикәйәлә ғәҙәттә кешенең бөтөн ғүмерен һынландырырға ынтыла. Был бигерәк тә һуңғы осор ижадына хас. «Донъя йөгө», «Тәҙрә төбөндә тирәк» хикәйәләрендә һөйкәлмә эпизодтар, лирик сигенеүҙәр ҙә мулыраҡ.

Шакир Янбаев китаптарын уҡыған һайын гүйә тормош төпкөлөнәрәк үтеп инәһең, йәшәйештең яңынан-яңы ҡатламдарын асаһың. Ҡараңғылыҡҡа юлығаһың, тағы яҡтыға сығаһың. Бер аҙҙан ҡаршыңда икһеҙ-сикһеҙ иңдәр йәйрәй. Һаман юғарыраҡ, юғарыраҡ күтәреләһең. Был киңлектәр, был ялан офоҡтарға тоташҡан икән дәһә! Ҡолаҡҡа бал ҡорттарының бызылдауы салына, сәстәргә еләҫ елдәр ҡағыла. Был яландың ауаздары ла моңло, елдәре лә йомшаҡ, тәнгә, йәнгә танһыҡ икән. Бихисап өндәре ҡолаҡтарыңды иркәләй, төрлө-төрлө төҫлө балҡыштары күҙҙәреңде ҡамаштыра.

Һөйөнөс, байлыҡ бит был. Килер быуындарға фәһем: ер йөҙөндә Гөлбоҫтан яланы йәйрәгән кеүек, башҡорт әҙәбиәтендә лә Шакир Янбаев яланы бар.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.