Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ПУБЛИЦИСТ



ПУБЛИЦИСТ

 

Шағир, драматург, прозаик, публицист... Үҙенең публицистикаһында ла аҡыл эйәһе булараҡ сығыш яһай. Тантаналарҙа, осрашыуҙарҙа, гәзит-журнал биттәрендә йыш ҡына уға әҙәбиәтебеҙ, халҡыбыҙ исеменән һүҙ алырға тура килә. Был бурысты уға ышанып йөкмәтәләр. Мостай Кәрим – Башҡортостан улы, Башҡортостан йырсыһы. Халҡының үткән ғәрәсәтле лә, матур ҙа тарихы, бөгөнгө көнө, киләсәге күңелен биләй. Ул беҙҙең менән йәнәш йәшәгән халыҡтарҙың башҡортҡа мөнәсәбәтенә баһа бирә, уларға ҡарата халҡының да ҡарашын белдерә, уй-теләктәрен еткерә... Рәсәйҙә, Башҡортостанда халыҡтар дуҫлығы, күп төрлө милләт вәкилдәренең һыйышып тыныс ғүмер һөрөүе – әҙиптең генә түгел, халыҡтың да күңел ынтылышы, йәшәү ихтыяжы. Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәр замандың үтә лә ҡырҡыу һәм үтә лә нескә мәсьәләһе булды. Дөрөҫөрәге, иң мөһим мәсьәләһе!.. Аҡыл эйәһе ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫергә, бер-береңдең хоҡуҡтарын ихтирам итергә, сабырлыҡҡа өндәй. Мостай Кәрим сығыштарын тыңлаһаң, берҙән, Башҡортостандағы аҫаба халыҡ ихтыяждарын сикләгән дә һымаҡ (гел башҡортто ғына әҙәпкә өндәгән кеүек), икенсе ҡараһаң, ул Башҡортостан Президенты башҡорт телен дә белергә, Башҡортостандағы бүтән халыҡ вәкилдәре аҫабаларҙың хоҡуҡтарын һис шикһеҙ танырға тейеш, тип белдерә («Президент был боронғо халыҡтың телен, тарихын, йолаларын, рухи донъяһын белергә тейешме юҡмы, тиеү бөтөнләй урынһыҙ»). Иң фәһемлеһе: беҙҙә олоһо, кесеһе, төрлө милләт вәкиле аҡһаҡал һүҙенә ҡолаҡ һала.

Эйе, Мостай Кәрим публицистикала ла философ: бәхәсләшмәй, даулашмай яр һалмай. Уға хатта әрнеү, иңрәү ят кеүек, зарланыуҙы ул өнәмәй, халҡым бөлә, бөтә, тип саң ҡаҡмай, ә яйлап, ултырып, үҙ дәрәжәһен белеп фекер төйнәй. Икеләнә, ярып һалмай, маңлайға бәреп әйтмәй, күкрәк төймәй. Уйлана, самаларын самаға һала – олпат ҡылана. Мостай Кәрим тәбиғәтенә эстән һыҙыу хас («Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Салауат», «Ай тотолған төндә»); ул сарбайлап, сәс-баш йолҡмай, ә эстән һыҡтай, мыжымай, ә әрнеүен үҙенә йома, күҙ йәшен тоҙға ҡатыра... Йәнә: әҙиптең һәр сығышында, һәр бәләкәй репликаһында – аҡыл билдәһе: фекер тос, ябай, кинәйәле әйтелгән. Мостай Кәрим һәр сығышын матур, ыҡсым итеп ҡора, уның һәр һүҙе, фекере уҡыусыға барып етә. Унда аңлашылмаусанлыҡ, буталсыҡлыҡ юҡ. Шиғырҙағы кеүек, һәр һүҙ эшләй, һәр сағыштырыу урынында, ул ниндәйҙер фекергә тоҫмалған йә төп фекерҙе тыуҙырыуға, үҫтереүгә булыша. Әҙип һәр мәсьәләнең төбөнә төшә, тоҙон таба белә, емешен татыта, сәскә-биҙәктәрен күрһәтә. Шуға уҡыусы уның иң ялҡытҡыс социаль күренештәр тураһындағы әңгәмәһен дә йотлоғоп уҡый, ауыҙ асып тыңлай. Мәҫәлән, яҙыусыларҙың ижад кисәләрендәге бер кәлимә һүҙен нисек атарға? Сығышмы, әллә ижади портретмы? Шағир шул бер-ике һүҙ менән ижадсы булмышын аса йә әҫәрҙәре, шәхес тыуҙырған тәьҫорат менән уртаҡлаша.

Мостай Кәрим публицистикаһы (мәҡәләләр, сығыштар һәм интервьюлар) – йәшәйештең төрлө яҡтары тураһындағы аһәңле һүҙ ул. Шиғри һәм образлы һүҙ, тәрән мәғәнәле һәм кинәйәле фәлсәфә. «Башкирское тавро», «Башкортостан, который во мне...», «От поля до поля», «Мерой любви» («Притча о трех братьях», Мәскәү, 1978 й.) һ. б. Төрлө тантаналарҙа, йыйындарҙа, осрашыуҙарҙағы сығыштар... Трибундың сәйәси, социологик мәҡәләләре, сығыштары һәм интервьюлары бергә туплап баҫылғаны юҡ әле, улар гәзит-журнал биттәрендә һибелгән.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.