Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





лимов Сәләм. Ялҡынлы шағир



Ғәлимов Сәләм

(1911 – 1939)

 

Ғәлимов Сәләм (Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов) 1911 йылдың 18 ғинуарында хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Тәгеш ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. 1921 йылда атаһы үлеп, Сәләм ике туғаны менән әсәһе ҡулында тәрбиәләнә. 1924 йылда беренсе баҫҡыс мәктәпте тамамлай, комсомол сафына баҫа. 1924 – 1928 йылдарҙа Арғаяшта икенсе баҫҡыс мәктәптә уҡый. Шунан ике йыл уҡытыусы булып эшләй. 1930 йылда «Башҡортостан» газетаһына эшкә саҡырыла. Редакцияла ике йыл хеҙмәт иткәс, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1937 йылда диплом яҡлағас, Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына эшкә ҡалдырыла. 1938 йылдың көҙөндә СССР Фәндәр академияһының Ленинград ҡалаһындағы филиалына аспирантураға уҡырға ебәрелә. 1939 йылдың 19 июнендә ҡаты ауырыуҙан һуң Ленинградта вафат була.

Шағирҙың 1932 йылда тәүге «Тревога» исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. 1931 йылда яҙылған «Башҡортостан» тигән шиғырын Ғ. Сәләм «Тыуасаҡ йылдар» поэмаһына пролог тип атай. Ғөмүмән, әҙип башҡорт әҙәбиәтендә айырыуса поэма жанрын үҫтереүсе булараҡ танылды. Уның «Шоңҡар», «Бала», «Өс йыр» ише поэмалары быға асыҡ миҫал.

 

Ялҡынлы шағир

 

XX быуат башҡорт әҙәбиәтенең лайыҡлы вәкиле, шиғриәтебеҙ шоңҡары – Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов 1911 йылдың 18 ғинуарында хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Тәгеш ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. 1921 йылда атаһы үлеп, Сәләм ике туғаны менән әсәһе ҡулында ҡала. 1924 йылда беренсе баҫҡыс мәктәпте тамамлай, комсомолға инә. 1924 – 1928 йылдарҙа Арғаяшта икенсе баҫҡыс мәктәпте бөтөргәс, ике йыл уҡытыусы булып эшләй, колхоздар ойоштороуҙа ҡатнаша.

1930 йылда актив селькор Ғ. Сәләм «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. Буласаҡ шағир Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала, аҙаҡ Башҡортостан Тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1938 йылда СССР Фәндәр академияһының Ленинград ҡалаһындағы филиалына фольклор буйынса аспирантураға ебәрелә...

Ғ. Сәләмдең тәржемәи хәле ошолай ябай һәм ҡоро ғына. Эйе, шағирҙың ижад һәм тормош юлы үтә ҡыҫҡа, үтә етеҙ булды. Ошо 28 йыл ғүмерендә үҙе быуаттарға һыймаҫ эштәр атҡарып ҡалдырҙы, туған халҡына аҫыл әҙәби гәүһәрҙәр васыят итте. Ғүмере лә үтә ҡырҡыу, боролошло заманға тура килде: ил, монархия империяһын түңкәреп, яңы тормош ҡора ине... Ғ. Сәләм яңы тормоштоң ялҡынлы йырсыһы һәм байраҡсыһы булды. Бөтә күңеле менән большевиктар тәғлимәтен ҡабул итте һәм уны халыҡ массаларына сәнғәт теле менән оҫта итеп еткерә алды. «Тревога» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығында уҡ (1932) ул яңы тормош, ирекле хеҙмәт темаһын күтәреп сыҡты. «Яңы йыр, йыр кәрәк!» (1931) тип оран һалды йәш шағир бер әҫәрендә.

Ғ. Сәләм йәш Башҡортостан Республикаһының ялҡынлы йырсыһы ине. Был илдең аграрлыҡтан индустриаль мәмләкәткә әйләнеүен, уның яңы көнөн, яңы иртәһен данланы шағир.

Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә

Урал ҡаялары уртаһын,

Ап-аҡ ташҡа баҫып,

Ҡарап торҙом

Республикамдың мин иртәһен!

Ғ. Сәләм, әйтерһең, илен данларға, яңы тормошто йырларға ғына килгәйне был яҡты донъяларға. Күп тикшереүселәр билдәләүенсә, башҡорт поэзияһы күгендә метеор һымаҡ атылды ла һүнде (1939 йылдың 19 июнендә ул ҡаты ауырыуҙан һуң Ленинградта үлә һәм урыҫ яҙыусылары И. Тургенев, М. Салтыков-Щедрин, А. Куприн ҡәберҙәренән алыҫ түгел – имән ағасы төбөнә күмелә). Тик унан һуң ғәләмәт сағыу эҙ ҡалды, китаптары ҡалды: «Тревога» (1932), «Тревоганан һуң» (1934), «Шоңҡар» (1936), «Һөйөү» (1937), «Ҡыҙыл букет» (1939), «Бала» (1940), «Ни өсөн бесәй ҙур бәләгә ҡапты?» (1941), «Һайланма әҫәрҙәр» (1945, 1953, 1962 й.й.). Бына нисәмә тиҫтә йылдар инде шул эҙ юйылмай ҙа, тоноҡланмай ҙа. Йылдар уҙа, дәүерҙәр, ҡоролоштар алмашына, идеологиялар үҙгәрә, ә ялҡынлы шағирҙың талантлы һәм новаторҙарса ижады туған халҡы йөрәгендә йәшәй.

Тын күлдәргә төшкән аҡҡошмо ни –

Уйһыуҙарҙа ята аҡ томан...

Ниндәй йәнле иртә!

Ғ. Сәләмдең буяуҙарға бай, ритмикаһы төҙөк һәм яңғырауыҡлы әҫәрҙәре уҡыусыға танһыҡ. Улар үҙҙәренән-үҙҙәре телгә килә, ятланып тора, сәхнәнән башҡорт теле, башҡорт шиғриәте күренеше булараҡ ғорур һәм башҡа телдәр, шиғриәттәр менән типә-тиң булып яңғырай. Был шиғырҙар рухты күтәрә, йәнгә тантаналыҡ бирә, һәр яңы көн тыуғанда иҫкә төшә. Яңы көндө, яңы тормошто раҫлай, данлай, уға мәҙхиә йырлай Ғ. Сәләм. Ул шиғырҙар башҡорт иленә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү, инаныу менән, республиканың киләсәк көнөнә ҡаҡшамаҫ ышаныс менән һуғарылған. «Бала», «Шоңҡар», «Өс йыр», «Йылдар аша» поэмалары – башҡорт шиғриәтенең матур бер тажы ул; Ғ. Сәләм – башҡорт халҡының талантлы балаһы, моңло бер сазы ул.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.