|
|||
БИӘТ БЕЛГЕСЕӘҘӘБИӘТ БЕЛГЕСЕ
Мостай Кәримдең шиғриәтенә, драматургияһына, проза, публицистикаһына эйәрә килә әҙәби портреттары, тәнҡит мәҡәләләре, әҙәбиәт хаҡында төрлө әңгәмәләре... Әҙәби портреттарҙы әҙәбиәт ғилеменә индерергә мөмкинме? Ысынында уны художник яҙа ала бит... Әйткәндәй, һәр әҙип – ул әҙәбиәт белгесе лә. Ул, профессионал булғас, һөнәренең бөтә нескәлектәрен белә. Ҡулында ҡәләм тотҡас, шул белемен ҡағыҙға төшөрмәй ҡалмай. Мостай ҙа әҙәбиәтсе профессор, әҙәбиәт хаҡында күберәген философ, тәғлимәтсе булараҡ фекер йөрөтә. Алығыҙ «Притча о трех братьях» китабына ингән театр, тәржемә, балалар әҙәбиәте тураһындағы тәнҡит мәҡәләләрен! «Ике башланғыс», «Йырҙар бишеге» мәҡәләләре... Бында ул ғалим, тәғлимәтсе, мәсьәләләрҙең фәлсәфи асылына күҙ ташлаусы. Әлбиттә, әллә урыҫ уҡыусыһы өсөн тәғәйенләнгәс, китапта башҡорт әҙәбиәтенән алынған миҫалдар, исемдәр ҡыҫҡартылған. Минеңсә, миҫалдарҙы башкортсалағыса ҡалдырғанда, мәҡәләләр йәнлерәк тә, предметлыраҡ та булыр ине. Мәҫәлән, 1957 йылда Абдулхаҡ Игебаевҡа, Марат Кәримовҡа, Рәми Ғариповҡа һәм Рафаэль Сафинға төбәп яҙылған «Ҡәләмдәштәргә хаттар»ы бөгөн дә ниндәй ҡыҙыҡһыныу уята! «Балалар әҙәбиәте тураһында»ғы мәҡәлә лә миҫалдары, китаптары, авторҙары исеме менән ҡыҫҡартылмай бирелһә, бөгөн ҡайһылай ҡыҙыҡ, фәһемле булыр ине... Мостай Кәрим үҙенең оҙон ғүмерендә бихисап ижади портреттар тыуҙырҙы. Шуларҙың иң шәбе – Константин Симонов менән Александр Твардовский һәм Баязит Бикбай менән Сәғит Агиш тураһындағыһы «Диңгеҙ ситендә уйланыу»... Константин Симонов күптән донъяла юҡ, шағир-фәйләсүф хәҙер уның менән төштәрендә генә осраша. Өндәге танһыҡ әңгәмәләр, бәхәстәр әле генә булған кеүек. Бында ла төш, өн һымаҡ метафора, мифик символдар, ассоциациялар... Был донъя, теге донъя... Тағы ла авторҙың ғәҙеллеге, нескәләге һоҡландыра. К. Симонов үлгән, әммә М. Кәрим, бәғзе бер ҡәләмдәштәр шикелле, үлгән кешене «минең дуҫым ине» тип иғлан ҡылмай. Быға, моғайын, минең хоҡуғым юҡтыр, ти, «иптәш», «өлкән иптәш» тип кенә атай. А. Твардовский тураһындағы портрет та тетрәтә. Эйе, аңғармаҫтан йөрәкте һығып ала... Ниңә?.. Мостай Кәримгә лә урыҫ шағирының әрнеүе, үртәлеүҙәре яҡын, икәүһендә лә – икеләнеүсе, һыҡраныусы йөрәк. Автор ҙа геройы менән бергә өҙгөләнә: илен һөйгән, һуғышта ҡорбан булған егерме-утыҙ миллион һалдат өсөн ул яуаплымы? Үҙенең тере ҡалғаны, тегеләрҙең ятып ҡалғаны өсөн ул ғәйеплеме? Шулай ҙа... Шул ҡорбандар арҡаһында, бәлки, ике шағир ҙа был һуғыштан тере ҡайтҡандыр, исем-дан алғандыр? Тегеләр үҙҙәрен ҡорбан итмәһә, бәлки... Бәлки, ул саҡта шиғриәт күгендә Твардовский ҙа, Мостай йондоҙо ла балҡымаҫ ине... Йөрәк ҡыҫып-ҡыҫып ҡуя. Мостай күкрәген дә мина ярсығы тишә. Уны табип-академик Богуш ҡотҡара... Шағир башҡорт шиғриәте бәхетенә тере ҡала. Мостай әҙәбиәтебеҙҙе бәхетле итте, үҙе лә бәхетле яҙмышлы ижадсы булды. Күп маҡтау ишетте, дан-хөрмәт күрҙе, исемдәр, бүләктәр алды... Уға, ижадына һәр саҡ ыңғай эмоциялар ярҙам итте... Үҙе өсөн үҙе яулап алды ул был ыңғай хис-тойғоларҙы! Шул арҡала уның ғүмере лә оҙон... Ул Оло инәһе, Кесе инәһе ҡуйынында, уларҙың йылы ҡулдарын, мәрхәмәтле йөрәк тибешен тойоп үҫкән... Уның нәҫеле оҙон ғүмерле... Уның даны, ижады ла оҙон ғүмерле булыр. Эйе, сал быуаттар үтер, быуындар алмашыныр Ер йөҙөндә, аяуһыҙ тулҡындар ярға һуғыр, сая даръя ҡая түшенә йәнселер, һаман тынмаҫ булмышта ҡоро менән һыуҙың был алышы. Һыу бер еңер, бер ҡая битен баҫып китер, томан ҡаплар ҡая йөҙөн... Ваҡыт ҡаяны онтарға тырышыр; ҡая тағы ҡалҡыр, тағы түш кирер. Урал ҡаяһын ваҡыт томаны бөтөнләй сорнай, даръя бөтөнләй күмеп китә алмаҫ, әгәр Ерҙә вә Йыһанда иман бөтмәһә. Бөгөнгө Мостай Кәрим – башлыса мемуарсы... Күп иҫтәлек-хәтирәләре «Ғүмер миҙгелдәре» шәлкемендә (Әҫәрҙәрҙең 4-се томында, Өфө, 1998 йыл), «Притча о трех братьях» китабында тупланған. Мемуар-иҫтәлектәрендә лә фәйләсүф, тел, шиғриәт, драма, юмор маһиры булып ҡала. Хәтирәләрҙә үткәндәр терелә, әүәлге бәндәләр яңынан йәшәй башлай. Хәтер – кешенең юлдашы, хәтер – бигерәк тә аҡһаҡал шағирҙың, аҡыллы башына ғына түгел, эсенә һыймаған ҡартлас фәйләсүфтең йән дуҫы.
* * *
Кеше үҙен бер өлкәлә генә танытып, шәхес, әҙип, философ үҙен бер жанрҙа ғына сағылдырып бөтә алмайҙыр. Шуға ла Мостай Кәрим үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарай, дөрөҫөрәге, әйтер һүҙен төрлө формаға һала, үҙенең булмышын төрлө яҡтан аса. Ижадсы үҙен үҙ ғүмерендә тотошлай, аҙағынаса сағылдырып бөтөрөргә тырышырға тейеш. Мостай Кәрим – шәхес, ижадсы, кеше – шуға ынтыла. Бәлки, киләсәк быуын кешеһе уның шиғырҙарын ҡабул итмәҫ, бәлки, ул әлеге заман шиғриәте урынына бүтән төрлө, төҫлө, ауазлы шиғриәт табыр, бәлки, уны әлегеһенән хөртөрәге менән алмаштырыр... Ул сағында киләсәк уҡыусыһы уның сәсмә әҫәрҙәренә йә драмаларына тотонор. Мәҫәлән, Дәүләт Мәһәҙиев, «Салауат»ты беҙҙең быуын тамашасыһы бигүк ҡабул итмәне, ул – киләсәк заман әҫәре, тигәйне. Бәлки, ул уҡыусыға Мостайҙың публицистикаһы йә әҙәбиәт тураһындағы фәлсәфәһе танһыҡ булыр. Ә, бәлки, ул ҡулына шағирҙың иҫтәлектәрен алыр?.. Ниндәй төрҙәге, жанрҙағы әҫәре булһа ла ҡалыр. Күңеленә хуш килгәнен киләсәк уҡыусыһы үҙе һайлап алыр... Бөгөн Некрасовтың шиғырҙарын уҡыйҙармы? Уның бихисап сәсмә, драма әҫәрҙәре, иҫтәлектәре лә бар. Бөгөн Толстойға йығылып яталармы компьютер заманы балалары?.. Ә боронғо урыҫ әҙәбиәте яҙмышы, боронғо ғәрәп, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте яҙмышы? Мостай бөгөнгөнөкөмө, киләсәктекеләме? Һәр етди ижадсының ҡарашы алға төбәлгән... Мостай Кәрим – шундайҙарҙың береһе. Мостай ише оҫталар менән беҙҙең әҙәбиәтебеҙ, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ йәшәр, ваҡыт һынауҙарына, бәлки, бирешмәҫ. Ни тиһәң дә, урыҫсаға иң яҡшы тәржемәләрендә лә уның шиғриәтенең һуты, һулышы, төҫмөр-биҙәктәре биреп еткерелмәй... Алығыҙ Пушкинды (инглизса яңғырамай), алығыҙ Бабичты, Туҡайҙы! Улар тәржемәлә күп оттора. Мостай яҙмышы был яҡтан отошлораҡ булды, уны руссаға уңышлыраҡ тәржемә иттеләр. Шулай ҙа уның шиғриәтенең бөтә һуты, һулышы, бөтә тәме, биҙәк-төҫмөрҙәре – уның туған телендә, нәҡ башҡортса тәбиғи, үҙенең бөтә көсөндә, аһәңендә яңғырай. Ни хәл итәһең инде, бәлки, шиғриәттең, телдең үҙенсәлеге шундалыр. Мостай – ул башҡорт теленең сағылышы, башҡорт теленең тәбиғәте... Ни тиһәң дә – шулай! Эйе, телебеҙҙең, илебеҙҙең яҙмышы ла Мостай шикелле һүҙ оҫталарының яҙмышына бәйле. Уларҙың әҫәрҙәре йәшәһә, алыҫ йылдарҙың томанын йырта алһа, сал быуаттарҙың сал сәсенә йәбешеп барһа; хәтәр даръялар был Урал һырттарын бөтөнләй күмеп китмәһә, йыһан томандары уларҙы баҫып, сал быуаттар онтап ташламаһа... Яҙмыштар... Тауҙар һәм кешеләр яҙмышы ...Ил һәм тел, әҙәбиәт һәм ижадсы яҙмыштары... Урал тау яҙмышы... Ҡаршыһында – төньяк ҡотоптоң боҙло даръяһы... Йыһан томандары баҫа, баш осонан сал быуаттар уҙа... Юҡ, бирешмәҫкә самаһы Урал тауҙың, бирешмәҫкә ҡуша хәтәр бурысы: ни әйтһәң дә, ул ике ҡитғаны иңдәренә ҡуша тотоп тора бит. Тарҡатмай. Шунда йәшәгән йән эйәләренең, бар тереклектең, йәшеллектең яҙмышы ла уның хәленә бәйле. Оло бурысы...
|
|||
|