Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Сәғит Агиш. РОМАНДАРҘАН БЫЛАЙ ХИКӘЙӘЛӘР.



Сәғит Агиш

(1905 – 1973)

 

Сәғит Агиш (Сәғит Ишмөхәмәт улы Агишев) 1905 йылдың 19 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районының Иҫәнгилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. 1917 йылда Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә инә. 1919 йылда күршеләге Юлдаш ауылындағы икенсе баҫҡыс мәктәптә уҡый. 1921 йылда Ырымбурға асылған Башҡорт педагогия техникумында уҡый башлай. Шиғырҙар, пьесалар яҙа.

1924 йылда Өфөгә килә, сауҙа өлкәһендә эшләй. 1925 йылдан «Башҡортостан йәштәре» газетаһында, «Белем», «Һәнәк» журналдарында эшләй, 1927 йылда «Беҙҙең көлөү» исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫтыра, 1928 йылда «Ҡуш төймә», 1929 йылда «Аҙғын малай» хикәйәләр китаптары донъя күрә. 1932 йылда Башҡорт педагогия институтында уҡый. Уның «Мәхмүтов», «Егеттәр», «Мәзин йортонда» исемле повестары, «Нигеҙ» романы киң билдәлелек яулай.

1975 йылда әҙипкә үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелде.

 

РОМАНДАРҘАН БЫЛАЙ ХИКӘЙӘЛӘР...

 

Сәғит Агиш тураһында уйлаһам йә уның исемен ишетһәм, иң тәүҙә хикәйәләрен иҫләйем... Сәғит Агиш әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыуым хәтергә төшә, уның хаҡында әҙәбиәтсе-уҡытыусыларымдың тәмләп-тәфсирләп һөйләүе, мәктәп класы күҙ алдыма баҫа. Эйе, атаҡлы хикәйәсе тормошома мәктәп йылдарында уҡ килеп инде һәм әле лә ғүмерем буйына оҙата бара.

Сәғит Агиш хикәйәләренең үҙенә генә хас йөҙө, арбар тылсымы бар. Унда башҡорт оло кешеһенең аңы-аҡылы, башҡорт теленең аһәңле моңо... Ҡыҫҡалыҡ бар. Хатта ки, әйтер инем, самаһыҙ ҡыҫҡалыҡ... Унда ғибрәтле вә мөғжизәле, ҡәҙимге һәм һиммәтле тормош картиналары... һуғышҡа саҡлы һәм һуғыштан һуңғы осор һыйланышы... Сәғит Агиш, хикәйәсе булараҡ, иң элек – социолог: ул йәмғиәттәге күренештәргә, уның кеше яҙмышындағы йәмғиәт сағылышына (йә киреһенсә: кеше яҙмышында йәмғиәт сағылышына) нығыраҡ иғтибар бирә. Романтика менән бик мауыҡмай, тарихҡа төшмәй, ә үҙ заманын һүрәтләй, уның күренештәрен, бәндә ҡылыҡтарын төпсөрләп тасуирлай. Хатта персонаж күңелендә лә артыҡ соҡсонмай. Уның геройы башлыса социаль тип (С. Агиш хикәйәләрендә беҙ йәмғиәттең барлыҡ социаль ҡатлам, һөнәр вәкилдәрен дә күрәбеҙ тиерлек), ә хыялый бәндә түгел, болоттар эсендә йөҙмәй: ул беҙҙең арабыҙҙа йөрөп ята, ығы-зығыға бирелә, хаталана, көлә, илай, ҡолай, яңынан тороп баҫа. Йәмғиәт эсендә ҡайнай, уның шатлыҡ-көйөнөстәре менән йәшәй. Ул ваҡлана, төрлө көлкөлө хәлдәргә тарый. Сәгит Агиш геройҙары – мәҙәк заттар, көлкөгә ҡалалар, уҡыусыны ла үҙҙәре менән көлөргә мәжбүр итәләр.

Сәгит Агиш холҡо-ҡылығы менән дә, ижадында ла тиңһеҙ юморист ине. Юмор оҫтаһы. Башҡорт мәҙәниәтендә мәшһүр мәҙәксе булараҡ танылды. Төрлө кисәләрҙә, осрашыуҙарҙа халыҡ уның телмәрен, мәҙәктәрен йығылып ятып тыңлар ине. Сәгит ағай эсте ҡатырғансы көлдөрә белде.

Эйе, Сәғит Агиш – һүҙ оҫтаһы, телмәр маһиры. Йәшерәк сағында ялҡынлы декламатор, олоғайғас, сәхнә ҡото – мәҙәксе, хәтирәсе. Аяҡлы энциклопедия! Уның мәғлүмәтлеге, яҙыусылар, артистар хаҡындағы хәтирәләре... Ул уларҙы үҙенең күңелендә йөрөттө, үткер телендә сағылдырҙы.

Сәғит Агиш тураһында уйлаһам йә уның исемен ишетһәм, ниңәлер иң башта уның менән булған осрашыуҙы иҫләйем. Иң тәүҙә хикәйәләрен уйлайым, шунан теге иҫтәлекле осрашыу ҡаршымда һынлана... Эйе, миңә лә, ун алты йәшлек үҫмергә лә, мәшһүр әҙип менән осрашыу, күрешеү, хатта гәпләшеп алыу бәхете тейҙе!

Бына нисек булды ул. 1970 йыл һуңында ҡыш «Ленинсе» гәзите Өфөгә үҙенең йәш хәбәрселәрен йыйҙы. Уҡыусы балаларҙан мин дә бар инем.

«Ленинсе» гәзитенә саҡырылһам да, күберәген йәнем тартҡан «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында йөрөнөм. Уға йышыраҡ та яҙыша инем... Әле уйлайым: нисек мине ҡыумағандар. Вилләр Дауытов, Сафуан Әлибай, Тимер Йосопов, Марс Әхмәтшин, Рәшит Низамов, Миңлеғәли Яҡупов, Әниф Бикҡолов ағайҙар, Ғәлиә Йыһаншина апайҙар менән көнө буйы редакцияла уралам, хатта өҫтәлгә башты һалып рәхәтләнеп серем итеп алам... Бер заман редакциялағы ағайҙар йүгерешә башламаһынмы! Рәшит ағай мине бүлмәләге берҙән-бер дәү күн креслонан ҡыуалай:

– Төш, төш, Сәғит ағай килә! – Эй ғауғалашалар былар.

Бына бүлмәгә тәпәш буйлы, йыуантаҡ ҡарт килеп керҙе. Мин бит дәү, мөһабәт затты көткәйнем.

Үҙе бер ҡарыш, тауышы тау яра. Инеп килә был, хәбәрен теҙеп килә, мин һиңә әйтәйем, һәр кемгә, һәр күренешкә һүҙ ата, реплика өләшә. Һәр кемгә өлөш сығара инде әй! Сират миңә етте. Күҙемә текәлә. Танымай. Үҙенең ҡул таяғы туҡылдап тора, ауыҙынан һорауҙары ҡойолоп тора.

– Һин кем?

Исем-атымды атайым.

– Профессияңды әйтәм. Ветеринар?

– Эңк...

– Бригадир?

– Эңк...

– Завферма?

– Эңк...

– Кем?

– Уҡыусы!

– Уҡыусы... ха-ха-ха...– Ҡарт шарҡылдап, хатта ки талсыҡҡан күҙҙәренән йәштәр атылып сыҡҡансы көлдө. Бөтөн бүлмә тулды, терелде, хәрәкәткә килде (Коммунистик урамдағы 45-се йорт). – Ыштан төбө туҙҙырыусы! Ха-ха-ха...

Бүкән ҡарт, көлөп туйғас: «Әллә ыштан төбө тултырыусымы»,– тип ҡуйҙы.

Ҡарт бер аҙҙан редакция бүлмәһен бер байҡаны ла ҡул таяғын шап иттереп Рәшит ағай өҫтәленә һалды, әле генә мине ҡыуалап торғоҙған креслоға сүкте.

Талип йылдарымда, мәғлүмәтле шәкерт икәнемде күрһәтергә теләпме, Сәғит Агиштың «Фәтхи һалдат» хикәйәһе тураһында мәҡәлә яҙырға йыйынғайным. Уны, Айытматовҡа оҡшатып, «Океаноподобный (Манас түгел) Фәтхи һалдат» тип атарға самалағайным.

Ысынлап та, йәшлектә әҙәбиәтебеҙҙә донъя мәҙәниәте кимәленә тиңләшерҙәй күренештәр эҙләгәндә ошо «Фәтхи һалдат»ҡа туҡталдым. «Фәтхи һалдат» хикәйәһе үҙенә романдарға һыйыр мәғлүмәтте, даръяларға тиңләшер тормош киңлеген һыйҙырған. Үҙенең уҡыусыға тәьҫир итеү көсө, әҙәбиәтебеҙҙәге әһәмиәте менән ул хатта бәғзе бер романдарҙан былайыраҡ; үҙенә тормош киңлеген һыйҙырыуы менән ысындан да даръяларҙы хәтерләтә. Унда киңлек, иркенлек, тормоштоң тулылығы, заман һыны, рухы. Унда образлы халыҡ теле, халыҡ ҡарашы...

Тағы «Эш самауырҙа түгел» хикәйәһе. «Шартына килһен» новеллаһы. «Ҡунаҡ һәм намыҫ» әҫәре... Ғөмүмән, Сәғит Агиш – хикәйә оҫтаһы. Ул үҙенең хикәйә, ҡыҫҡа новеллалары менән башҡорт әҙәбиәтендә дан алды. Сәхнәләрҙә лә, китаптарҙа ла үҙенең юмор маһиры икәнен танытты. «Мәхмүтов», «Егеттәр», «Мәзин йортонда» ише өс повесын ниндәй генә быуын уҡыусыһы онотолоп уҡымай! Сәғит Агиш йәнә – «Дан» хикәйәһе, «Нигеҙ» романы авторы ла. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1955 – 58 йылдарҙа әҫәрҙәренең 3 томлығы, 1979 – 80 йылдарҙа 4 томлығы баҫылып сыҡты.

Эйе, Сәғит Агиш (1905 – 1973 й.й.) күптән беҙҙең арала юҡ инде – ул, уның исеме китаптарында йәшәй. Уның хикәйәләре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына инде, мәңгегә уҡыусы менән ҡалды. Сәғит Агиш ижады килер быуын әҙиптәр өсөн тәрбиә мәктәбе лә, фәһемле һабаҡ та ул. Сәғит Агиш-хикәйәсе традицияларына таянып, киләсәктә лә бихисап башҡорт хикәйәселәре тыуыр әле. Шулай була күрһен! Башҡорт хикәйәһе шишмәһе ҡоромаһын! Уның инеш башында Сәғит Агиш ише остаздар торған бит..

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.