Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ПРОЗАИК. ДРАМАТУРГ



ШАҒИР

 

Мостай Кәрим шиғриәте – башҡорт һәм донъя әҙәбиәтендә үҙенсәлекле күренеш ул. Уның үҙәгендә – кеше һәм йыһан яҙмышы, кешенең йәшәү мәғәнәһе... Мостай Кәрим – иң тәүҙә фәйләсүф, моңһоуланып та, кинәйәләп тә кеше көнө, донъя хәл-әхүәлдәре, ерҙәге йән эйәләренең булмышы хаҡында уйлана. Бер ҡараһаң, ул йыһан, донъя именлеге, ер һәм кеше тураһында ғына һөйләй кеүек, икенсе юлы турғай хәле, тәҙрәгә ҡунған тамсы яҙмышы хаҡында борсола... Азиянан Европаға сығып барған ҡырмыҫҡаны күреп ҡала. Ҡырмыҫҡа иңенә үҙенән ауыр йөк йөкмәгән... Олимп тауында – аллалар ҡоро, титан Прометей... Уларҙың кешегә, кешенең утҡа – яңылыҡҡа, яҡтылыҡҡа мөнәсәбәте... Шул уҡ ваҡытта ерҙә һоро бер турғай өшөп яҙҙы көтә, ун етеһе тулған Мәрйәм-ҡыҙ бала тәүге илаһи хисте татый... Үҙе әйтмешләй, шағир Ер шарының ҡояшлы яғында тыуған, мәрхәмәтле ҡулдарға юлыҡҡан, яҡтылыҡты, бәхетте генә йырлай... Уның ижады – яҡты шиғриәт («Яр буйында баландар сәскә атҡан, тауҙар һәм туғайҙар хуш еҫ бөркә, урмандарҙы яңғыратып ҡоштар һайрай» – бында сәсмә юлдар шиғриәт миҫалы булараҡ алынды). Ләйсән ямғыры яуа, ергә шифа килә, йәшәү тантана итә... Тыуған яҡ һауаһы һулап туйғыһыҙ, «тупрағын ал да икмәккә һыла...» Мостай Кәрим шиғриәтендә зар, мыжыу юҡ, унда ҡәһәр, ят бауырға нәфрәт-ҡарғыш юҡ. Мостай Кәрим халыҡтарҙың татыулығына, рәсәйҙәрҙең уртаҡ яҙмышлы булыуына инана, шул фекерҙе алға һөрә.

Яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш

Изге һуғыш үткән майҙанда...

Ерҙә мин нисек баҫып торам,

Ниндәй иркен алам һулышты!

Шуларҙың бит бөтәһе өсөн,

Рус туғаным, һиңә бурыслы!

Һин тәм бирҙең минең икмәгемә,

Һин тат бирҙең эскән һыуҙарға,

Ер йөҙөндә күпме халыҡтар йәшәй, –

Туған иттең мине шуларға.

Халыҡтар дуҫлығын йырлау, рәсәйҙәр яҙмышы берлеген белдереү шағирҙы Рәсәйҙә лә, башҡа тарафтарҙа ла таныҡлы итте, әҫәрҙәре күп телдәргә тәржемәләнде. Шулай ҙа ҡайһы бер уҡыусылар, зыялылар россиян-лыҡ идеяларын өнәп бөтмәне, шағирҙы милләт ихтыяждарынан ситләшеүҙә, уның әрнеүҙәрен тоймауҙа ғәйепләне йә башҡа башҡорт шағирҙары менән сағыштырҙы. Шағир үҙе халыҡтар араһындағы ҡараңғы яҡтарҙы, тарихтың аяныслы, хатта ҡанлы биттәрен аңлы рәүештә күрмәүен, әҫәрҙәрендә халыҡтар мөнәсәбәтенең тик ыңғай күренештәрен аңлы һайлап алыуын белдерҙе. Был, әлбиттә, фекерҙәр бәрелеше ине. Урыҫ белгестәре шағирҙың тар милли ҡалыптарҙан ҡотолоуын хуплаһа, күккә сөйһә, үҙеңдекеләр иһә, киреһенсә, үҙ ихтыяждарыңды ҡайғыртмауҙа ғәйепләй.. Минеңсә, һәр яҡ үҙенсә хаҡлылыр, дөрөҫөрәге, һәр кем, һәр яҡ үҙенсә баһаларға хоҡуҡлы; ләкин авторҙан теге йәки был мәсьәләне тегеләй йә былай хәл ит, тип талап итеү ҡыйын. Автор – ижадсы, автор философ, уның үҙ туҡһаны туҡһан, ул үҙе баҡсасы, үҙе алла, уның үҙ ҡанундары. Осоусыны «һин шул коридорҙан сыҡма» тип киҫәтеп була әле, ә ирекле ҡошҡа ни тиерһең...

Шиғырҙарым, һеҙ гонаһһыҙ, беләм.

Һеҙ төштөгөҙ миңә күктәрҙән...

Һәр художниктың – үҙ эстетикаһы, үҙ тәрбиәһе, үҙ ҡарашы, үҙ ҡиблаһы... Мостай Кәрим Ер шарының яҡты яғында тыуған, ижады – яҡты шиғриәт, уҡыусыны рухландырыусы йыр. Шул уҡ ваҡытта ул донъяның бәлә-ҡазаларын тойһа ла, уларҙы ҡабартмай, әҫәрҙәрен ҡан менән буямай йәки йәшәйеште яҡтылыҡ миҫалында һынландыра, уҡыусыны ыңғай кисерештәр менән тәрбиәләй. Хәйер, шағир ижад иманы хаҡында үҙе бына нимә ти:

Заманымдың етеҙ ағышын,

Кешеләрҙең бәхетен, һағышын,

Ҡош һайрауын, урман шаулауын

Бергә ҡушһа ине тауышым –

Йырға күсер ине уйҙарым,

Мин еремде маҡтап туймамын.

Бүтән шағирҙар менән сағыштырыу бар әҙәбиәттә... Ә Уралдың Ирәмәл, Ирәндек, Нәре ҡаяларын бер-береһе менән сағыштырып йәки алмаштырып буламы? Һәр береһе үҙенсә матур, үҙенсә ҡиммәт! Береһе генә емерелһә лә, Урал һиҫкәнер, Европа, Азия ҡитғалары ғынамы – бөтөн Ер шарының тартыу көсө, тартышыу мөнәсәбәте боҙолор... Мостай Кәрим беренсеме, Рәми Ғарипов, Бабич шәберәкме йәки Аҡмулла, Бикбай өҫтөнөрәкме?.. Бикбай, Нәжми шулай яҙған, Ғ. Сәләм, Рәшит Ниғмәти шул хаҡта әйткән... Ә Мостай Кәрим быны әйтмәгән... Йәки ижадсы бөтә нәмә хаҡында ла әйтергә тейешме, йәки һис шикһеҙ уныңса әйтергә тейешме? Миңә, уҡыусыға, нисек Мостайҙы Рәми менән алмаштырырға йәки Мостай урынына Аҡмулланы ҡуйырға? Бының кәрәге лә юҡ. Һәр ижадсы үҙенең үҙлеге, үҙ йыры, үҙенсә көйләүе менән һиммәтле! Ул көй ни саҡлы моңло, ул төҫ ни саҡлы бай икән, мин дә, әҙәбиәт тә, халыҡ та шул саҡлы бай, тормош һөйөнөслө.

Мәҫәлән, Пушкинды «беренсе шағир» тип әйткәндәрен ишеткән бар. Ә Жуковский, Лермонтов, Тютчев нисәнсе? Йәки Мостай Кәрим? Шул уҡ ваҡытта Мостай Кәрим үҙе уҡыусы өсөн Бикбайҙарҙы, Бабичты, Ниғмәти, Сәләмдәрҙе алмаштыра аламы? Шул уҡ ваҡытта «Мостай Кәрим ише тағы бүтән берәй шағир булырмы икән беҙҙә?» (Риф Әхмәҙиев), донъя әҙәбиәтендә? Икенсе Мостай тыумаҫ, хатта уға бик-бик оҡшаш булғаны ла яралмаҫ... Мостай Кәримдең фәлсәфәүи шиғриәте үҙенең мөһабәтлеге, бай ассоциатив образлылығы, кинәйә сағыштырыуҙары менән арбай. Унда ниндәйҙер йыһан самалары, йыһан һулышы бар. Мәҫәлән, Азиянан Европаға сығып барған ҡырмыҫҡа ҡапма-ҡаршы ҡуйыу алымы менән ҡитғаларҙың хәтәрлеген күҙ алдына баҫтырһа, титан Прометей Олимп тауынан Ергә төшә, Ҡаф тауына ҡаҙаҡлана... Салауат өн менән төш араһында – шағир хыялында йәшәй. Ул әллә ҡаяға, әллә замандарҙың ҡанундарына сынйырлап ҡуйылған, алыҫтағы икенсе быуын ҡәрҙәштәре менән, бүтән заман менән әңгәмәләшә, бүтән халыҡ, бүтән идеология вәкиле Екатерина II менән бәхәсләшә (бында «Ташлама утты, Прометей!», «Салауат» әҫәрҙәре шиғриәт өлгөһө булараҡ алына)...

Мин китермен, мине яндырырҙар

Әүәлерәк һинән.

Донъя бит ул. Төрлө саҡ булғандыр.

Рәнйеп ҡалма, имән.

Имән дә ғәҙәти ағас ҡына түгел, ә кешенең ныҡлығы, уның сағылдарҙа үҫкәне лирик геройҙың үҙе менән сағыштырыла. Еңеү ҙә абстракт төшөнсә түгел, ә берсә әсә менән һәйкәл, берсә ай менән ҡояш һынына инә.

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

Мостай Кәрим шиғриәтендә, эйе, беҙҙең өсөн ошо фәлсәфәүи ағым ҡәҙерле. Унда булған был һыҙатты беҙҙең бүтән шағирҙарҙа ла һиҙемләргә мөмкин, тик ул Мостайса түгел.

Кешеләргә ҡарап, ҡайғым арта,

Онотолдо әҙәп-самалар:

Олимп тауына көтөү ебәргәндәр,

Ҡәберлектә бесән сабалар.

Мин бында хәтерҙә ҡалған шиғри юлдарҙы ғына теҙәм.

Ғүмерем минең сәйер уйын булды,

Серле бер йәрәбә – тотоштан.

Алмаш-тилмәш килде таҡ менән йоп,

Отолоуҙар менән Отоштар.

.................................................................

Һиндә ҡалам. Ял итһендәр юлдар

Минең табандарҙан,

Йондоҙҙар ял итһен ҡарашымдан.

Күпме замандарҙан

Тынғылыҡ юҡ дала тынлығына

Минең тауышымдан.

Мостай Кәримдең мөхәббәт лирикаһы ла үҙенсә. Унда сөсөләнеү, «яратам» да «үбәм» тигән һүҙҙәр, тышҡы биҙәктәр юҡ, ә шағир һөйөү хисенең үҙен тойҙора, үҙен бирә йәки мөхәббәт хисенең эске фәлсәфәүи тәбиғәтен аса. Ул әллә мөхәббәттә лә фәйләсүфме?

О мөхәббәт! Күпме йыуаштарҙы

Батыр яһап, солтан ир иттең.

Саҡма таштай ҡаты ҡатындарҙы

Балауыҙҙан былай иреттең.

.........................................................

Төнгө Рига. Төнгө тын баҡса.

Төнгө тымыҡ күлдең буйында...

Мостай Кәрим шиғриәте бай образлы, ғәжәйеп картиналы, өн-ауазы таҙа, яңғырауыҡлы, күп төрлө... Уның образдары, Уралдан уйып алынған ҡая төҫлө, һәлмәк, уның картиналары ап-асыҡ булып күҙ алдына баҫа.

Түбәләргә болот ҡунһа,

Тиҙ китергә ҡунмай;

Түбәләрҙә боҙҙар туңһа,

Тиҙ ирергә туңмай...

Иҫкән саҡта, елдәр унда

Иҫә зәһәрерәк;

Ҡаяларҙы онтап,

Йәшен уйнай хәтәрерәк.

Лирик герой, Ерҙең ҡояшлы яғында тыуһа ла, берсә һабантуйҙан ҡайтып килгән мәҙәк затҡа, берсә сая ир-егеткә әйләнә. Берсә ул имән һынына инә, йә тау һымак болоттарға олғашып тына. Имән ныҡлығы булһа ла, мөхәббәттән һығыла, алыҫта юлы өҙөлә ҡалһа, Башҡортостанына илтеүҙе, ситтә солтан булһа ла, Уралына ҡайтарыуҙы үтенә.

Тамырға – дым, япраҡҡа – нур,

Һин – иманым, һин – көс-кәрем,

Һинән башҡа мин – бисара,

Башҡортостан, һөйгән йәрем!

Ләкин шағир «илем, халҡым, һеҙҙе һөйәм»« тип анттар бирмәй, шул һөйөүе менән бәғзе бер ҡәләмдәштәр ише мәртәбәләрен күтәрергә маташмай. Табынмай. Хәйер, халыҡ, ил шағирҙың йә шәхестең табыныуына мохтажмы?

Халҡыбыҙҙың бөгөнгө һанына, теленең аралашыу даирәһе тарайыуына ҡарап, үҙебеҙҙе кәмһетә алмайбыҙ: башҡорт – меңәр йыллыҡ тарихы, боронғо рухи хазиналары бар халыҡ; шундай түле булған милләт кенә уның шикелле шағирҙарҙы тыуҙыра алалыр... Мостайҙың барлығы беҙҙең әҙәбиәттең бәхете ул, хатта бик боронғо мәҙәниәтле, бөгөн күп һанлы, оло традициялы әҙәбиәттәрҙә лә бындай таланттар һирәк. Йәнә, ҡайһы берҙә: «Ниңә беҙ күп һанлы халыҡ балаһы түгел?» – тип үкенгән дә бар ул, бар. Йәшерен-батырыны юҡ. Китаптар ҙур тираж менән сығыр, күп кеше уҡыр, урыҫ телендә яҙышһаҡ, хатта сит ил телдәренә еңелерәк тәржемәләнер инек, тип тә ҡуяһың. Тәбиғи хәл, әҙәм балаһына хас теләк. Мостай Кәрим йәнен дә семетеп-семетеп ҡуялыр был уй. Ул ҡат-ҡат үҙенең «башҡорт әҙәбиәте вәкиле» булыуын әйтә. Ҡаҙаҡ, татар, урыҫтар, кавказлылар, яратып, үҙҙәренеке итеп һанарға торһа ла, иленән, теленән, халҡынан яҙмай, иманынан айырыла алмай. Хатта ниндәйҙер кимәлдә космополит шағир булған, күберәк кеше яҙмышын, йыһан именлеге, күңел көрлөгө хаҡында йырлаған хәлдә лә. Мостай Кәрим барыбер башҡорт шағиры, башҡорт мәҙәниәте вәкиле булып ҡала. Башҡорт әҙәбиәтенең яңырышы, көнсығышлыҡ менән көнбайышлыҡты ҡушыусы, әҙәбиәтебеҙҙә яңы үҫеш осоро кәүҙәләнеше ул.

 

ПРОЗАИК

 

Мостай Кәримдең халыҡсанлығы уның фекерләүендә (башҡорт фәйләсүф ҡарттары уй-ҡарашы), уның стилендә, телмәрендә, уның образ-картиналарында, һүрәтләү сараларында. Ғөмүмән, уның бөтөн ижады – башҡортса уйлау сағылышы башҡорт эстетикаһы, этикаһы, фәлсәфәһе күренеше. Алығыҙ «Өс таған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ауыл адвокаттары», «Ишеткән-күргәндәр» тигән сәсмә әҫәрҙәрен! Хатта «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндә лә ауыл кешеләре ҡарашы, әҙәбе... «Ярлыҡау» повесы, әлбиттә, Көнбайыш ҡанундарына нигеҙләнеп яҙылған, ә «Өс таған» – тотошлай башҡорт тормошо, башҡорт тел-биҙәге, башҡорт фольклоры һуты менән һуғарылған. Әҫәр хатта башҡорт әкиәтен хәтерләтә. Шул уҡ хөрәфәттәр, легендалар, риүәйәттәр.. Шул уҡ мәҙәк, хикмәттәр, һуғыштан һуңғы йылдар күренештәре. Автор – аңлымы-аңһыҙмы – һине халыҡ ижады, Көнсығыш рухы менән солғай. Мостай Кәрим ише лә башҡорт фольклорын үҙләштергән, шуны үҙ ижадына һеңдергән әҙиптәр һирәктер ул, тип ҡуяһың. Әле етмешенсе йылдарҙа телсе Мөхәммәтхәй Әхмәтов: «Башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә Һәҙиә апай менән Мостай ағай хеҙмәте ҙур», – тигәйне. Йәки Мостай Кәрим ижады хәҙерге башҡорт әҙәби теле кәүҙәләнеше була ала. Бына һиңә космополит шағир! Бына һиңә «халҡымды яратам да һөйәм» тип тәүбә итеүҙән ситләшкән әҙип!

«Өс таған»да ваҡиғалар Ҡылыскүл буйындағы Бөркөтлө ауылында бара, хикәйәләү Ҡалҡанкүл менән Ҡылыскүл хаҡындағы әкиәт менән башлана. Балалар уйыны һәм хыялы һутлы тел менән йәнле һәм мажаралы бәйән ителә. Халыҡсан диалогтар, йәнле һөйләү маһирлығы ярылып ята... Ә малайҙарҙың донъяға ҡарашы, әкәмәт хәлдәргә тарыуы?.. Артабан әҙип был алымды «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабында, Кендек образын тыуҙырғанда файҙаланасаҡ. Мостай Кәримдең бала саҡ иле төрлө төҫтәргә, төрлө семәр-биҙәктәргә бай; ул сихри әкиәт илендә буяуҙар күҙҙе ҡамаштыра, ундағы ауаздар ҡолаҡты иркәләй, ул илдең моңдары йөрәктәрҙе тибрәтә, күңел ҡылдарын нескәртеп, йәнеңде әллә ҡайҙа алып китә. Үҙенең йомшаҡ биләүендә наҙлап бәүетә... Арбай, әүрәтә, хыялыйҙар итә. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» – Мостай Кәрим тыуҙырған бала саҡ иле уҡыусыны ла оҙон йылдар буйы оҙата бара. Был китап – серле донъя, хәтәр яҙмыштар иле. Унда төп геройҙың бөтөн ғүмере, яҙмышы һыйған. Шунда – ил көнө, заман һулышы... Ғөмүмән, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» – киң офоҡло, йыһандарҙы айҡар мөхитте үҙенә һыйҙырған оло әҫәр. Ул башҡорт әҙәбиәтенең иң үҙенсәлекле ҡиммәттәренең береһенә әйләнде.

Автор уны – «китап» тип, ә ҡайһы берәүҙәр «повесть» тип атаны. Был бер ниндәй ҙә повесть түгел, ә китап, тағы ла дөрөҫөрәге – роман. Әгәр ҙә романды синкретик жанр тип таныһаҡ, был китап эсендә бер нисә хикәйә («Әжәлгә дарыу бар икән», «Ике хөкөм», «Мәсхәрә ителгән ҡала»), ике повесть («Аҡйондоҙ», «Искәндәр Әсғәте»), новелла («Ике хат»), хикәйәт («Кавказ батшаның вариҫы»), хикмәттәрҙе («Аҡ ҡарҙағы ҡара күмерҙәр», «Беҙҙе мәңгеләштерәләр») күрербеҙ. Ә «Кеше тыуҙырырға», «Оло инәйем хушлаша», «Бөтәһе лә әйләнә»нең жанрын билдәләүе лә ҡыйын. Былары – әҙиптең үҙ үҙлеге, үҙ жанрҙары. Шундай ҡатмарлы ҡоролошло, жанрҙарҙың төрлө ҡатнашмаһынан хасил был китап. Төҙөлөшө ҡатлаулы булһа ла, эске бер теүәл һәм аңлы логикаға буйһона. Сюжет Кендектең тыуыуынан алып ғүмер ахырынаса үҫешергә тейеш кеүек. Эске яҡтан ҡарағанда, бәлки, ул шулайҙыр ҙа. Тышҡы яҡтан яҙыусы, фабула ағышын боҙоп, аҙаҡтағы ваҡиғаларҙы алға күсерә... Быны уҡыусыны бутау өсөн түгел, ә, фекер ебен бәйләп, ҡайһы бер геройҙы бер ыңғайҙан күрһәтеү, теге йәки был фекерҙе ҡеүәтләү өсөн эшләй. Китап бала тыуҙырыу тарихы менән асыла. Тыуыу – тормош башы. Артабан – үҫеш, быуынға ултырыу... Ләкин бала саҡ тойғоһо һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә – һаман геройҙы оҙата бара, һаман донъяға балаларса хыялый ҡараш, изгелеккә инаныу, яҡтылыҡҡа ынтылыш (Иң аҙаҡтағы бүлектәр – «Беҙҙе мәңгеләштерәләр», «Аҡ ҡарҙағы ҡара күмерҙәр»).

Әҙәбиәттә тәьҫир итешеү, өйрәнеү мәсьәләһе ҡыҙыҡлы. Беҙ ғүмер баҡый кемдәндер нисектер өйрәнәбеҙ, үҙебеҙ ҙә кемделер нимәгәлер күндерәбеҙ. Мостай Кәрим дә халык фольклорынан, Туҡайҙан, Пушкиндән өйрәнгән, уға Көнсығыш менән Көнбайыш тәьҫире көслө. Һәр хәлдә «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» беҙҙә формаһы, һүрәтләнеше һәм рухы, образдары һәм интонацияһы менән яңылыҡ булһа ла, «совет әҙәбиәтендә икенсел әйбер», авар шағиры Рәсүл Ғамзатовтың «Минең Дағстаным» әҫәренең игеҙәге, тиеүселәр ҙә табылды. Улайға китһә, Абовяндың «Әрмәнстан яралары», украин яҙыусыһы Олесь Гончарҙың «Тронка» исемле бик тә лирик, бик тә моңһоу романы бар. Новеллаларҙан торған роман. Ә үзбәк әҙибе Әсғәт Мохтарҙың «Чинар» атлы хикәйә, новелла, повестарҙан торған романы?.. Грузия, урыҫ әҙиптәренең әҫәрҙәре? Шулай ҙа миңә иң оҡшағаны башҡорт шағирының «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре булды. Башҡорт әҙибе күңелемдә беренселекте алды! Әҫәрҙең лиризмы, психологизмы, теле-интонацияһы, фәлсәфәүи тәрәнлеге... Әллә был ялған патриотизммы, тар ҡарашлылыҡмы? Бәлки, күҙ өйрәнгән, йән ереккән үҙ мөхитең булғанғалыр, бәлки, үҙ рухың, фәлсәфәңдер?.. Бәлки!.. Был – нәҡ башҡорт китабы, иҫ киткес үҙенсәлекле шиғриәт өлгөһө, аҫыл сәнғәт күренеше. Образлыраҡ итеп әйткәндә, бихисап һәм төрлө дәүмәлдәге аҫыл таштар балҡышы, биниһая ауаздар яңғырашы! Ул, ысынлап та, Ер шарының яҡты яғында йәшәгән ижадсы тарафынан тыуҙырылған. Шул уҡ ваҡытта унда әрнеү («Ҡалды ғәзиз башым йәш көйгә», «Искәндәр Әсғәте»), ут («Аҡйондоҙ», «Ҡотло ҡул Насип»), илерткес һағыш («Ике хат»), хатта ҡара ҡан («Ике хөкөм») бар: унда йыр, мәҙәк менән, уйын-көлкө менән әжәлде артҡа сиктерәләр («Әжәлгә дарыу бар икән»)... Бәлки, был әкиәттер? Әрнеү, үкенес аша тыуған хыял, күҙ йәше аша йылмайыу?.. Шулай ҙа автор үҙе шул әкиәткә ышана, уҡыусыны ла ышандыра.

Мостай Кәримде «комбайн» тип атаныҡ. «Салауат» менән «Ташлама утты, Прометей!» трагедияларын шиғриәт әҫәрҙәре, «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»ты ла шиғриәт өлгөһө тип ҡуйҙыҡ. Бер уйлаһаң, әҙәбиәттә төрҙәргә, жанрҙарға бүленеш үтә лә яҡынса бит ул. (Беҙҙең был мәҡәләне бүлектәргә бүлеү ҙә бик шартлы). Ысын проза әҫәре – шул уҡ шиғриәт йәки сәнғәт күренеше. Әгәр хикәйә йә повесть сәнғәт емеше була алмай икән, ул ысын әҫәр түгел тигән һүҙ. Әҙәби әҫәр, ниндәй төргә, жанрға ҡарамаһын, һәр саҡ сәнғәт ҡанундарына буйһона... Шулай булғас, Мостай комбайны шиғырын да ура, сәсмә әҫәрен дә һуға... Драматургияһы һөйөндөрә, публицистикаһы зиһенде биләй. Улар ҙа – сәнғәт емеше, ысын оҫта ҡулында ниндәй аҫылташ та сәнғәт әйберенә әүерелә.

«Ишеткәндәр, күргәндәр» шәлкемен ҡарағыҙ (Әҫәрҙәрҙең 4-се томы, 1998 й.)... Ни саҡлы ювелир әҫәрҙәр! Оҫта ҡулы яҙған кескәй хикәйәләр... Уйлаһаң, улар һәр ауылда телдән-телгә һөйләп йөрөгән ябай мәҙәктәрҙе хәтерләтә... Ә оҫта ҡулында сәнғәт емешенә әйләнәләр! Йәнә – «Ауыл адвокаттары»... Ул ҡәҙимге Көнбайыш повесы түгел. Көнбайыш күҙлегенән ҡарағанда, ул – хәтирә йәки хәтирәләр, ҡыҫҡа хикәйә-тарихтар йыйылмаһы. Шул уҡ синкретик жанр. Көнсығыш әҙәбиәтендә әүәл бындай формалар киң таралған булған. «Ғүмер миҙгелдәре» китабын да көнбайышса повесть тип түгел, ә хәтирәләр, хикәйәттәр, хикмәт, мәҙәктәр тупланмаһы тип ҡабул итергә кәрәктер. Был Көнсығыш рухына тап килә.

«Ярлыҡау»ҙы – классик Көнбайыш повесы, тинек, ул – башҡорт прозаһының ҙур уңышы, яңы биҙәге.

Мостай Кәрим, булмышын төрлө формаларҙа сағылдырыу ихтыяжынанмы, айырым хикәйәләр ҙә яҙҙы: «Йәләлетдин атай», «Мунса ташы», «Мылтыҡтан атмаҫҡа», «Алтын шәүлә», «Тымау», «Айыу мажараһы». Тәүгеһе – Көнбайыштан, ә ҡалғаны Көнсығыш традицияларына тарта (мәҙәктәр, әкиәттәр, тарих-хәтирәләр, хикмәттәр)... Хикмәт, ғөмүмән фәлсәфәүи әйбер – һуңғы йылдарҙағы Мостай Кәримдең яратҡан жанры.

Ғөмүмән, бөгөнгө Мостай Кәрим бөгөнгө башҡорт прозаһында беҙ аңлаған традицион прозаик йәки традицион Көнбайыш прозаигы түгел (ә беҙҙең күптәребеҙ бөгөн асылда Көнбайыш прозаиктары бит).

Айырым бер йылылыҡ, һоҡланыу менән әҙиптең «Әлфиә хикәйәләре»н, «Аҡбуҙат» журналында баҫылған кескәйҙәр өсөн хикәйәләрен әйтеп үтергә кәрәк. Ғөмүмән, оҫта бар жанрҙа ла оҫта, ололар өсөн дә, кескәйҙәр өсөн дә яҙа; сөнки ул сәнғәт кешеһе, сәнғәтсә фекерләй, сөнки ул – художник һәм әҙәбиәтте сәнғәт күренеше тип аңлай һәм сәнғәт ҡанундарына таянып эшләй.

 

ДРАМАТУРГ

 

Мостай Кәримдең күп пьесалары, әлбиттә, Көнбайыш тәжрибәһенә таянып яҙылған. Мосолман дине ниндәйҙер кимәлдә театр сәнғәтен сикләп тә торҙо, беҙҙең мәжүси замандарынан тамырланған тамаша күренештәребеҙҙе үҫтермәне. Шулай ҙа йыр-моң, йолаларыбыҙ, тамаша-театр күренештәребеҙ Мостай Кәрим сәхнә әҫәрҙәре туҡымаһына ла үтеп керә. Мәҫәлән, «Ҡыҙ урлау» комедияһында шул уҡ ауыл мәҙәктәре, ауылдағы тамашалар йәнләндерелә. «Йәйәүле Мәхмүт» пьесаһы формаһы нигеҙенә лә халыҡ ижады әҫәренең ассоциатив ҡалыбы һалынған. Ошо ерлектә (моделдә) драматург хәҙерге заман күренештәре тамашаһын ҡора. Ә «Диктаторға ат бирегеҙ!» фарсы... Бында ваҡиғалар тотошлай Шәреҡ донъяһында бара. Ваҡыты билдәһеҙ заман, ым-ишара, шартлылыҡ, символдар... Тотошлай Шәреҡ мөхите, Шәреҡ ҡанундары... Шул уҡ ваҡытта әҫәр үҙе Көнбайыш театры һүрәтләү алымдары, төҫмөр-биҙәктәрен дә инҡар итмәй. Дөрөҫөрәге, шул сиктән сыҡмай!

Әлбиттә, Мостай Кәрим театрының («Әтәстең башынан үткәндәре», «Туй дауам итә», «Яңғыҙ ҡайын», «Ҡыҙ урлау», «Йырланмаған йыр», «Айгөл иле», «Диктаторға ат бирегеҙ!», «Йәйәүле Мәхмүт», «Киске табын») йөҙөк ҡашы – уның «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары. Улар ниндәйҙер кимәлдә боронғо антик, Көнбайыш Яңырыуы, анығыраҡ әйтһәк, Шекспир әҫәрҙәрен дә хәтерләтә, шул тәжрибә-ҡанундарға нигеҙләнә. Әлбиттә, йөкмәтке нигеҙендә милли тормош ята. «Ай тотолған төндә» – шәхес, «Салауат»та – халыҡ, милләт, ә «Ташлама утты, Прометей»ҙа дөйөм кешелек мәсьәләләре алға сыға. «Ай тотолған төндә» әҫәрендә башҡорт легендаһын һөйләп сығыу үҙмаҡсат түгел, ул авторға кеше тәбиғәтен, шәхестең упҡындай тәрән күңеле хаҡында уйланыу өсөн сәбәп. Ниңә бәндәләр үҙҙәренә үҙҙәре бығау һала, үҙҙәре уйлап сығарған йола-ҡанундар ҡолона әйләнә? Һәр шәхес күңел хөрлөгөнә ынтыла... Был да уның тәбиғәтендә. Пьесала форма менән йөкмәтке үҙ-ара камил мөнәсәбәткә инә: йәки йөкмәтке нәҡ ошондай форманы талап итә. Конфликт үтә көсөргәнешле, сюжет логик рәүештә үҫешә, хәтәр коллизиялар, киҫкен боролоштар тамашасыны һиҫкәндерә, ул әленән-әле яңы асыштар яһай. Башҡорт легендаһы нигеҙендә тетрәткес тамаша барлыҡҡа килгән. Легенданың булыуы, халыҡ араһында йәшәүе – бер хәл, ә уны сәхнәгә күтәреү, сағыу сәнғәт әҫәре итеү – икенсе эш. Бында оҫта ҡулы, сәнғәт маһиры кәрәк.

Мостай Кәрим трагедиялары театрҙарға яңы һулыш өрҙө, Көнбайыш театрын яңыртты, уның әүәлге уңыштарын ишәйтте. Шул уҡ ваҡытта улар Көнбайыш тәжрибәһенә нигеҙләнгән тамашаны Көнсығыш ҡиммәттәре менән дә байыта түгелме? Иң тәүҙә йөкмәтке нигеҙендә Көнсығыш тормошо, уның йола-ҡанундары, хөрәфәттәре ята. Икенсенән, «Салауат» төш менән өндөң аралашып барыуы формаһында ҡоролған. Төш менән өндө һүрәтләү боронғо ғәрәп, фарсы әҙәбиәттәренән үк килә. Ә Салауаттың үҙ-үҙе, халҡы, яуҙаштары, Екатерина II менән бәхәскә инеүе?.. Тотҡонлоҡта ҡылғандарына – баһа, көрәшенә яҡлау эҙләүе?.. Яуҙар тынғас, баш баҫып уйланырға, икеләнергә, хаҡын-хаҡһыҙын бер бизмәнгә һалырға форсат тыуа. Салауат – фәлсәфәсе, Салауат – илен, һөйгәнен өҙөлөп һағынған шағир... Ә уның, бығаулы ҡулдарын юғары күтәреп, даръяға төшөп китеүен бәғзе бер ғалимдар, мәҙәниәт әһелдәре үҙ итмәне йәнәһе. Салауат – мосолман, ә мосолман һыуға ташланып үҙ йәнен ҡыймай... Ана, был хаҡта тарихи документтар ҙа табылды... Ысынбарлыҡта Салауат үҙ-үҙенә ҡул һалмаған, ә ҡартайып үлгән; яҙыусы тарихи хәҡиҡәтте боҙа, милли геройҙы йәки милли хистәребеҙҙе кәмһетә!.. Ә мосолман бер ҙә һыуға ташланмағанмы ни?! Хәйер, тормоштағы Салауаттың диңгеҙгә ташланыуы-ташланмауы сәнғәт әҫәре өсөн мөһим дә түгел: сәнғәттең үҙ хәҡиҡәте, ул ысынбарлыҡты туранан-тура күсерә йә ҡабатлай алмай. Бында автор өсөн Салауат образы мөһим. Герой, юлдары киҫелгәс, ҡылысы һынғас, йырҙары өҙөлөп ҡалғас, бүтән сара тапмай, даръяға китә Ә даръя – мәңгелек символы! Художник сәхнә символдары, кинәйә менән эш итә... Салауат даръяға түгел, ә мәңгелеккә ашты!.. Төш – үҙе символ, даръя – символ, батшабикә менән бәхәс – символ!.. «Ташлама утты, Прометей!»ҙа аллалар Ер менән Йыһан араһын айҡай, Ерҙә – һуҡыр әҙәмдәр...

Прометей тураһындағы мифҡа бәйле күп сәхнә әҫәрҙәре донъяға килгән. Шуларҙың береһе – Мостай Кәрим трагедияһы. Был нимә? Модаға эйәреүме? Дөрөҫөн әйткәндә, уныһы ла барҙыр, ләкин башҡорт драматургы – фәлсәфәсе, трагедия маһиры. Ул нәҡ шул мифтағыса фекерләй, йыһан хәле, донъя именлеге, бәндәләр яҙмышы тураһында әүәлдән-әүәл уйлана. Мифтағы фекерҙәр, мифтың һулышы, интонацияһы уның тәбиғәтенә ауаздаш. Икенсе яҡтан, антик миф авторға сәбәп кенә, ул, шул миф ҡалыбын файҙаланып, үҙенең донъяға, кешеләргә, йәшәйешкә мөнәсәбәтен белдерә. Миф уға форма, ниндәйҙер кимәлдә йөкмәтке бирә, ә автор, шул әҙер күнәккә үҙенең фәлсәфәһен рәхәтләнеп тултыра, иҫке геройҙарҙы үҙенсә йөрөтә, үҙе теләгәнсә һөйләтә... Был донъя әҙәбиәтендә билдәле алым. Эйе, Мостай Кәрим антик әҙәбиәт, Яңырыу осоро драматургтарын ҡоро ҡабатламай, уны кешеләрҙең титан Прометей килтергән яңылыҡҡа – утҡа мөнәсәбәте борсой. Йәки кеше, халыҡ үҙенә игелек ҡылыусыға ниндәй мөнәсәбәттә, игелектең асылын аңлаймы, уны дөрөҫ ҡабул итәме? Беҙҙең ғәриплегебеҙҙе, аҡһаҡ, һуҡыр булыуыбыҙҙы донъяға фаш итә, тип кешеләр уттан баш тарта! Был хәл ҡәҙимге тормошта ла көн дә ҡабатланып тора!

«Башҡорт драматургы Көнбайыш ысулы менән классик әҫәрҙәр тыуҙырҙы» тип әйтә алабыҙ бөгөн. Һәр яңы әҫәре яңылыҡ булды, һәр яңы пьесаһы театрыбыҙ, драматургиябыҙ офоҡтарын киңәйтте! Кешеләр аллаларҙы тыуҙырған! Кешеләр аллаларҙан олораҡ! Мостай Кәрим антик аллаларҙы сәхнәбеҙҙә яңынан терелтте, һәм Көнбайыш алдында ла йөҙөбөҙ ҡыҙарырлыҡ булманы. Хатта ки Көнбайыш драматургтары, әйҙә, бөгөн беҙҙән, Мостайҙан өйрәнһен!

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.