Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Башҡортостандың халыҡ шағиры.



Башҡортостандың халыҡ шағиры.

декабрь, 2020.

 

 

Мостай Кәрим

(1919 – 2005)

 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә республикабыҙҙың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә.

Келәштә 1935 йылда тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый, 1937 – 1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты була.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән – хәрби хеҙмәттә, 1942 йылдың авгусында ҡаты яралана, госпиталдә ята. Һауыҡҡас, фронт газеталарында эшләй.

Яу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡас, ныҡлап ижад эшенә тотона; яраһы яңынан асылып, оҙаҡ йылдар дауалана. 1951 йылдан 1962 йылғаса Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, аҙаҡ – РСФСР Яҙыусылар союзы секретары. Был ваҡытта ул бөтә илебеҙҙә киң танылыулы яҙыусы, шиғри китаптары баҫыла, күп телдәргә тәржемә ителә. Проза өлкәһендә лә, драматургияла ла киң билдәлелек яулай. Мәҫәлән, төрлө ил сәхнәләрендә «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Айгөл иле», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей» исемле пьесалары буйынса спектаклдәр ҡуйыла. Әҙипкә ижади уңыштары өсөн Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге, К. С. Станиславский исемендәге РСФСР, СССР дәүләт премиялары, Ленин исемендәге премия бирелә. Ул – Социалистик Хеҙмәт Геройы.

 

 

ТАУҘАР ҺӘМ КЕШЕЛӘР

 

Мостай Кәрим ижады тигәндә, ниңәлер кеше менән тау яҙмышын уйлайым.

Кешеләр тауҙар шикелле –

Бейек булған һайын

Тормоштары бәхәслерәк,

Яҙмыштары ҡыйын.

Уралға, мәҫәлән, ике ҡитғаны бергә ҡуша тотоп тороу яҙмышы яҙған, Урал тау – Көнсығыш менән Көнбайыш мәҙәниәттәре берлеге билдһе лә... Был хаҡта (үҙ ижадына һәм башҡорт әҙәбиәтенә бәйле) әҙип үҙе лә әйткәне бар. Ижадының бала саҡ осоронда ул күберәк Көнбайыш әҙәбиәте тәжрибәһенә таянһа ла, башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеп, шул милли нигеҙҙә ҡеүәт алып, шул милләттең әҙәби ҡаҙанында ҡайнағанлыҡтан, Көнсығыштан килгән моң-заңдан да илһам алды. Сөнки башҡорт халҡы ижады, әҙәбиәте, сәнғәте, эстетикаһы асылда Көнсығыш ҡанундары нигеҙендә тыуған һәм үҫешкән. Тел, дин, йолалар берлеге, халыҡтың килеп сығыуы, уртаҡ тамырҙар – беҙҙең бөтә рухыбыҙ көнсығышлыҡ менән һуғарылған. Әлбиттә, Рәсәй батшалығы эсендә йәшәү, төрлө телле, динле, хөрәфәтле халыҡтарҙың аралашыуы беҙҙең әҙәбиәттә лә, сәнғәттә лә һынланмай ҡалманы. XVII, XVIII быуаттарҙағы йырҙарыбыҙға урыҫ һәм Европа һүҙҙәре һәм темалары килеп инә. XX быуат башында шағир, мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев урыҫ, Европа мәҙәниәтенә йөҙ тота. Октябрь революцияһынан һуң Көнбайыш традициялары беҙгә ҡаршылыҡһыҙ-ниһеҙ үтеп инә башлай. Динде ҡыҫыу, телебеҙ алфавитын башта латинға, аҙаҡ кириллицаға үҙгәртеү, совет әҙәбиәте хәрәкәте ойошоуы, башҡорт әҫәрҙәрен күпләп урыҫсаға ҡайтара башлау беҙҙе Көнбайышҡа бәйләне (уның бөтә мәҙәниәте хәҙер урыҫ теле аша килде). Әлбиттә, бының ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла булды. Беҙ, Көнбайыш һәм урыҫ мәҙәниәтенә ҡапланып, Көнсығыштағы тамырҙарыбыҙҙан ваз кисер сиккә еттек. Шул уҡ ваҡытта, аңлымы-аңһыҙмы, бәғзе сәнғәт әһелдәре көнсығышса ла ижад итте. Йәки үҙенән-үҙе, ихтыярыбыҙҙан тыш, етди сәнғәт әҫәрҙәрендә Көнбайыш менән Көнсығыш йолалары бергә үрелде... Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай»ы – 1942-44, ә «Йылмайыу»ы 1960 йылда яҙылған, һуңғыһы хатта «Көнсығыш әкиәте» тип тә ҡуйылған. 1943 йылда ижад ителгән «Башҡорт халҡына яуап хат»ын алайыҡ... Яуап хаты – Көнсығыштан килгән үрнәк. Йәки, һин нисек кенә итмә, уйнаҡ тай ише, күпме генә баш сөйөрмә, үҙлегеңдән, үҙ инештәреңдән айырыла алмайһың. Көнсығышлыҡ – мәҙәниәтебеҙҙең ҡоромаҫ шишмәһе... Иҫкәрмәҫтән генә ер өҫтөнә бәрә лә сыға...

Художниктың һуңғы йылдарҙағы ижадын байҡап ҡараһаң, ул бүтән, хатта йәшерәк ҡәләмдәштәренә ҡарағанда ла йәһәтерәк Көнсығышлыҡҡа кире ҡайта бара. «Сер», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (1978-82), «Ауыл адвокаттары» (1987), «Ғүмер миҙгелдәре» (1990-91), «Тымау» хикмәте, «Алтын шәүлә» легендаһы, «Мылтыҡтан атмаҫҡа» әкиәте... Былар – шау Көнсығыш мәҙәниәте емештәре, беҙҙең алдыбыҙҙа Көнсығыш әҙәбиәтенең сағыу вәкиле! Шул уҡ ваҡытта Мостай Кәрим үҙ ижадында Көнсығыш менән Көнбайыш мәҙәниәте тәжрибәһен берләштергән һәм шул нигеҙҙә ғәжәйеп ҡатнашма, матур сағылыш барлыҡҡа килтергән классик шағир ҙа булып ҡала.

Ҡасандыр Константин Симонов уны «комбайн» тип атағайны. Йәғни үҙе ура, һуға, үҙе елгәрә... Шағир ҙа, драматург та, проза менән публицистикаға ла маһир. Әҙәбиәт белгесе, мемуарсы. Мостай Кәрим үҙе, шаяртып: «Мин, ҡаҙ шикелле, саҡ ҡына оса, саҡ ҡына йүгерә беләм», – тип яуап ҡайтарһа ла, уның менән риза түгелмен. Ни өсөн?

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.