Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Мостай Кәрим һәм уның замандаштары



 

Ринат Камал

 

Мостай Кәрим һәм уның замандаштары

 

 

 

Быуындарға – замандаш,

дӘүерҙӘргӘ – ауаздаш...

 

Хөрмәтле дуҫтар!

Һеҙ ҡулығыҙға алған китап бик үҙенсәлекле. Уны башҡорт әҙәбиәтендә билдәле проза оҫтаһы, күп романдар авторы Ринат Камал яҙған. Тик был юлы уның ҡәләменән роман йәиһә повесть, йә хикәйә түгел, ә замандаштары хаҡында ижади һүрәтләмәләр галееряһы тыуған. Һәм китап юҡҡа ғына «Мостай Кәрим һәм уның замандаштары» тип аталмай. Йыйынтыҡта тәҡдим ителгән әҙиптәрҙең һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең барыһы ла Мостай Кәримдең яҡын замандаштары. Китапҡа ингән шәхестәрҙең күбеһе хаҡында Мостай Кәрим үҙе төрлө ваҡытта һәм төрлө сәбәптәр менән бәйле һүҙ әйткәне йә яҙғаны булды. Икенсе яҡлап, был яҙыусыларҙың үҙҙәре лә бөйөк замандашыбыҙ хаҡында йөрәк һүҙҙәрен, йылы хис-тойғоларын үҙ мәлендә йәмәғәтселек иғтибарына еткерҙе.

Был тәңгәлдә иң әүәл, әлбиттә, академигыбыҙ Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновты телгә алыу мотлаҡтыр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм уникаль ижады тураһында уның монографик пландағы һәм фәнни-популяр йүнәлештәге китаптары беренселәрҙән булып донъя күрҙе.

Ғалим һәм яҙыусы Әхиәр Хәкимов менән филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Руил Бикбаевтың, әҙәбиәт белгестәре, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов менән шағир Риф Әхмәҙиевтең, ғалим һәм фронтовик-яҙыусылар Миҙхәт Ғәйнуллин менән Суфиян Поварисовтарҙың Мостай Кәрим әҫәрҙәренең тематик-аналитик һәм жанр-стиль үҙенсәлектәрен киң яҡтыртҡан ғилми хеҙмәттәре яҙылды. Былар барыһы ла Мостай Кәримдең поэтик һәм драма әҫәрҙәре миҫалында башҡорт әҙәбиәтендә художестволылыҡтың һәм яҙыусы оҫталығының яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен раҫланы.

Мостай Кәримдең замандаштары был китапта исемдәре телгә алынған шәхестәр менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Әгәр халыҡ шағирының барлыҡ замандаштары хаҡында йәки уларҙың М. Кәрим тураһында әйткән-яҙған материалдарҙы бергә туплаһаң, йәнә бер нисә китап төҙөргә тура килер ине. Мостай Кәрим ижады хаҡында һәм, ғөмүмән, уға бағышлап Башҡортостан әҙиптәренән 200-ләп кеше төрлө жанрҙа әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм иҫтәлектәр яҙғаны мәғлүм (Мостай Кәрим. Библиографик күрһәткес. Өфө, 2014. БР-ның Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы).

Һәр уҡыусыға, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған һәр милләттәшебеҙгә билдәле ки: үҙ ваҡытында әҙәбиәтебеҙҙең тере классигын яҡшы белгән һәр кем уны үҙенең данлы замандашы тип һананы. Һәм әле лә шул фекерҙә. Был тәңгәлдә улар хаҡлы.

Башҡорт сәнғәте һәм мәҙәниәте өлкәһендә ең һыҙғанып эшләп, илебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙ ҙә Мостай Кәримдең күңел түрендә хаҡлы урын алды. Башҡорт театры корифейҙары Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, Илшат Йомағолов, Гөлли Мөбәрәкованы, композиторҙар Заһир Исмәғилев менән Хөсәйен Әхмәтовты, башҡорт һандуғасы Фәриҙә Ҡудашеваны, башҡорт бейеүен донъяға танытҡан Фәйзи Ғәскәровты, рәссам Әхмәт Лотфуллинды һәм башҡа бик күп таланттарҙы халыҡ шағиры менән яҡын дуҫлыҡ, ижадташлыҡ ептәре бәйләне.

Туғандаш татар халҡының арҙаҡлы әҙиптәре Хәсән Туфан, Сибәғәт Хәким, Әмирхан Еники, Нәҡи Иҫәнбәт, Илдар Юзеев, йәшерәктәрҙән Ринат Харис, Гәрәй Рәхим, Рәдим Ғаташ, Роберт Миңнуллин менән дә Мостай ағай йылы мөнәсәбәттә аралашты, дуҫлыҡ хистәрен һаҡланы. Был ғына ла түгел. Татарстанда, шәхсән Ҡазанда, Мостай Кәримдең дуҫтары, яратҡан уҡыусылары, театрҙа көтөп алған тамашасылары һәр ваҡыт күп булды. 2020 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә Ҡазанда юғары зауыҡлы һәйкәл ҡуйылыуы ла әҙипкә булған һөйөүҙең ихлас һәм сағыу билдәһе булды.

Ә һуң исемдәре донъя кимәленә сыҡҡан авар шағиры Рәсүл Ғамзатов, ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айтматов, балҡар Ҡайсын Кулиев, ҡалмыҡ Давид Кугультинов, ҡаҙаҡ Әбдижәмил Нурпесов, урыҫ әҙиптәре Александр Твардовский, Константин Симонов, Михал Дудин һ.б. менән ижади дуҫлығы оноторлоҡмо ни!? Был оло талант эйәләре Башҡортостанды, уның бөйөк улы Мостай Кәримдең ижадын юғары баһаланылар, уның менән дуҫ һәм замандаш булыуҙарына ғорурландылар.

Сыңғыҙ Айтматов тураһында айырып әйтке килә. Әҫәрҙәре менән донъяға киң танылған бөйөк ҡырғыҙ яҙыусыһы Сыңғыҙ Айтматов оҙаҡ йылдар Мостай ағай менән яҡын дуҫ булды. Ул бер нисә мәртәбә Башҡортостанда булып, Мостай ағайҙың юбилейҙарында ҡатнашты, башҡорт яҙыусылары менән аралашты. Сыңғыҙ Айтматов Мостай Кәримдең вафатын бик ауыр кисерҙе. Мостай Кәримде юғалтыуҙы ул донъя шиғриәте һәм мәҙәниәте кимәлендәге юғалтыу итеп ҡабул итте. «Я всю жизнь преклонялся перед этим человеком, который был мне не только близким другом, не только великим собратом на ниве литературного творчества нашей эпохи. Он был выдающейся личностью, воплощением гуманзима ХХ века. Он был достоен выступать от имени башкирского народа, от имени поэзии и культуры...» – тип яҙҙы ул үҙенең хушлашыу телеграммаһында.

 

* * *

Ринат Камалдың китабында Мостай Кәримдең төрлө быуын замандаштары үҙҙәренең ижадҡа тоғролоғо менән дә, әҙәбиәт аҡһаҡалының һыналған ҡәләмдәштәре булараҡ та тормоштоң төрлө хәл-ваҡиғалары эсендә, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле ижади мөхиттә ҡылыҡһырлана.

Ринат Әлтәф улының яҙмаларынан ҡәләм оҫталарының ижади портреттары аша Башҡортостандағы төрлө осорҙоң әҙәби-ижтимағи атмосфераһы төҫмөрләнә, һәр быуындың үҙ заманының һулышы тойола.

Быуындар тигәндән, китапта М. Кәримдең оло ҡәләмдәштәре шағир Ғәлимов Сәләм, яҙыусы Сәғит Агиш, фронтташ дуҫтары драматург Мөхәммәт Хәйҙәров, шағир Муса Ғәли, драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев, ғалим һәм яҙыусы Суфиян Поварисов, педагог һәм әҙәбиәт белгесе Миҙхәт Ғәйнуллин, яҙыусылар Шакир Янбаев һәм Әхиәр Хәкимовтар ижады тулы яҡтыртыла.

Яугир яҙыусыларҙың ихлас теләктәшлеге, рухи ярҙамы һәм фатихаһы менән оло әҙәбиәткә килгән быуын вәкилдәренән ғалим һәм яҙыусы Ғайса Хөсәйенов, яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡова, шағирҙар Марат Кәримов, Рафаэль Сафин, Абдулхаҡ Игебаевтар ижады уҡыусылар иғтибарын яуларлыҡ.

Мостай Кәримдең йәшерәк быуын замандаштарынан уҙған быуаттың 50-се йылдарында тәүләп күренгән Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев, Рауил Бикбаевтар, 60-сы йылдарҙағы яңы тулҡындағы Тимер Йосопов, Хәсән Назар, Ирек Кинйәбулатов, Ғәзим Шафиҡов, Сафуан Әлибаев, Ҡәҙим Аралбаев, Роберт Байымов, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Мәрйәм Бураҡаевалар хаҡында һүҙ быуындар күсәгилешлеге яҡтылығында бара: һәр береһе әҙәбиәт тигән оло рухи донъяға үҙ өлөшөн индереүе, йөрәк моңон ҡушыуы менән әһәмиәтле.

Китап хронологик тәртиптә төҙөлгән. Һәм уның аҙағын хөрмәтле авторыбыҙ Ринат Камалдың үҙенең быуындаштары ижады биләй. Шөкөр, улар ҙа аҙ түгел, киреһенсә, бик дәррәү һәм ойошҡан команда булып, оло әҙәбиәт арбаһына туғарылмаҫҡа егелгәндәр. Улар инде бөгөн (бәғзеләре баҡыйлыҡҡа күсеүенә ҡарамаҫтан) башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләгән ижадсылар: Динис Бүләков, Зарема Әхмәтйәнова, Риф Тойғонов, Аҫылғужа, Сабир Шәрипов, Таңсулпан Ғарипова, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Камил Йыһаншин, Риф Әхмәҙиев, Миңлеғәле Нәҙерғолов, Рәлиф Кинйәбаев...

Ринат Камалдың ижади портреттар яҙыу өлкәһендә диапазоны киң, һулышы иркен. Уның ҡәләм осона оло һәм ҡорҙаш ҡәләмдәштәренән башҡа сәнғәт әһелдәре лә – Башҡортостандың халыҡ артистары Әхтәм Әбүшахманов, Заһир Вәлитов, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың элекке мәҙәниәт министры (1986 – 1987 һәм 1997 – 2003 йй.) Тәлғәт Сәғитов «эләккән». Әлбиттә, геройҙарының талантына һоҡланыуҙан, йәмғиәттәге әүҙемлектәрен ил-көнгә еткерергә тигән изге теләктән тыуған был яҙмалар.

Китапты бик үҙенсәлекле фекерҙәр тупланмаһынан туҡылған интервью – Ринат Камалдың Мостай Кәрим менән «Ағиҙел» журналы редакцияһында ойошторған әңгәмәһе – «ослап» ҡуя. Был алым да, минеңсә, тәрән символик мәғәнәгә эйә: Бөйөк Втаан һуғышының иң ҡыҙыу мәлендә, илебеҙ хәтәр һынау осоронда саҡта, башҡорт халҡына оран булырлыҡ шиғри хат менән мөрәжәғәт итеү тап Мостай Кәрим өлөшөнә төшә! Егерме дүрт йәшлек шағирҙың тыуған халҡына өндәшеүе ысынлап та рух талабы, иман ҡушыуы буйынса башҡарыла. Һәм ул республика матбуғатында утлы яу ҡырҙарындағы барлыҡ һалдаттарҙың анты, изге теләге булып яңғырай.

Беҙ, XXI быуатта башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүселәр, барыбыҙ ҙа рух талабы, иманыбыҙ ҡушыуы буйынса яҙырға, халҡыбыҙҙың күңел көмбәҙҙәрен тап Мостай Кәримсә – тоғро ла, ҡаһармандарса, йөрәк ҡаныбыҙҙы, йән көсөбөҙҙө йәлләмәй яҡтыртырға бурыслыбыҙ.

Бына ошондай өмөтлө, яҡты уйҙар тыуҙыра Ринат Камалдың китабы. Уның яҙыр яланы киң, алымы ырамлы. Күреүегеҙсә, автор Мостай Кәримдең ижад мәктәбе менән генә сикләнмәй, бәлки ҡәләмдәштәренең дә рухи офоҡтарын байҡай, замандаштарының күңел түрҙәрендәге ҡәҙерле һыҙаттарҙы эҙләй, таба, уҡыусылар менән уртаҡлаша.

«Мостай Кәримдең ижад мәктәбе менән генә сикләнмәй» тигән фекер был урында һис кенә лә «Мостай Кәрим ижадын иңләп була» тигәнде аңлатмай.

Был ижад – сикһеҙ уйҙарға һалыр, эҙләнеүҙәргә әйҙәр, яңы быуындарҙа үҙенең күпме бағыныусыларын арбар әле!

Мостай Кәрим ижады килер быуындарға ла тылсымлы, сихри, һайыҡмаҫ хис-тойғолар даръяһы булып, фәһемле фәлсәфә сығанағы, айыҡ аҡыл мәктәбе булып оҙон-оҙаҡ хеҙмәт итәсәк әле!

Мостай Кәрим ижадының тап бына ошо затлы сифаттары, мәңгелек төшөнсәләре менән беҙ – уның милләттәштәре һәм ватандаштары – бәхетле. Хәйерле сәғәттә!

 

Ҡәҙим Аралбай,



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.