Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. ь һәм ъ хәрефтәре.



42-се дәрес.

Тема. ь һәм ъ хәрефтәре.

Маҡсаттар: ъ һәм ь хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, уҡыуға ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер.

Тотонайыҡ беҙ эшкә. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (96-98-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ҡыш етте . Ҡыш айҙары: декабрь, ғинуар, февраль. Малайҙар һәм ҡыҙҙар конькиҙа шыуалар. Бер ағай шинель кейгән).

 - Кем әйтә алыр, ь һәм ъ билдәләре ҡасан яҙыла?

 - Бөгөн беҙҙең дәрестең темаһы ниндәй икән? (ь һәм ъ хәрефтәре).

 

III.Яңы тема буйынса эш: анализ-синтез юлы менән ь һәм ъ хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, кәрәкле өндө табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - Был ь һәм ъ билдәләре ниндәй осраҡтарҙа яҙыла икән?

 - «Коньки, пальто, альбом, семья» - рус һүҙҙәрендә тартынҡыларҙы йомшартыр һәм һүҙҙе бүлеп әйтер өсөн, ә башҡорт һүҙҙәрендә ҡушма һүҙҙәрҙе яҙғанда тәүге тамыр нәҙек булып, икенсе тамыр я,ю хәрефтәренә башланһа, ь хәрефе ҡулланыла.

 - «Аръяҡ, донъя» - башҡорт телендә ҡалын ижекле һүҙҙәрҙә ъ хәрефе яҙыла. Рус һүҙҙәрендә приставка менән һүҙҙең тамыры араһында ъ билдәһе яҙыла.

 

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: ь, ъ.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала ь, ъ хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5. ь һәм ъ хәрефтәре һүҙ уртаһында, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Аҡъяр, Аҡъюл, Яхъя, алъяпҡыс, аръяҡ, ашъяулыҡ, донъя, йылъяҙма, ҡулъяҙма, ҡулъяулыҡ, юлъяҙма, янъял, разъезд, подъезд,

төньяҡ, көньяҡ, түрьяҡ, Гөльямал, Ильяс, мәсьәлә, тәьмин.

 

6. Дәреслектә бирелгән берәй хикәйә-шиғырҙа ь һәмъ билдәләрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. ь һәмъ хәрефтәре менән дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан да ь һәмъ хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Йып-йылы һыуҙа Гөльямал

Ышҡып йыуа алъяпҡысын. (Ф Туғыҙбаева).

Б. Төньяҡта бөткән аҡ ҡыш,

Көньяҡтан ҡайтты аҡҡош. (Ф. Туғыҙбаева).

В. Айырым да йәшәмәйҙәр.

Һүҙ башында килмәйҙәр.

Ҡатылыҡты, нескәлекте

Билдәләйҙәр кескәйҙәр.

 

8. Темаға ярашлы йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа ь һәм ъ хәрефтәренең һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Дүрт мөйөшө сигелгән,

Кескәй генә ул яулыҡ,

Ыҫпай кешенең дуҫы –

Нимә һуң ул? (Ҡулъяулыҡ).

Б. Уны мин бәйләп алам

Күлдәгемдең өҫтөнән,

Сисмәй генә йөрөймөн

Көн үткәндә эш менән. (Алъяпҡыс).

 

10. Физкультминутка.

Беҙ, беҙ, беҙ генә,

Бармағыбыҙ төҙ генә,

Ҡул-ҡанатты ҡағабыҙ,

Сәпәкәйләп алабыҙ,

Билдән артҡа бөгөләбеҙ,

Шунан инде сүгәбеҙ.

Тағы ҡанат ҡағабыҙ,

Тәрән һулыш алабыҙ,

Ултырабыҙ шым ғына

Һәм уҡыйбыҙ тын ғына.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында ь һәм ъ хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Бирьяҡ урамда беҙ йәшәйбеҙ, аръяҡ урамда Яхъялар йәшәй.

 

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, ҡулъяулыҡ һүрәте эсенә ъ, пальто һүрәте эсенә ь хәрефе).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: ъ, ь.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: к л м н о п р с т ф х ч ш щ ж ц ю я э

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Үтелгән хәрефтәрҙе печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): ъ, ь.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3. Үтелгәнь һәм ъ баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Миңьямал ҡулъяулыҡ сикте, Гөльямал алъяпҡыс текте. Тамъян съезға барҙы.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.