Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Жж өн-хәрефтәре. Жираф.



34-се дәрес.

Тема. Жж өн-хәрефтәре. Жираф.

Маҡсаттар: Жж өн-хәрефтәрен үҙләштереү, жираф тураһында мәғлүмәт биреү, телмәр үҫтереү, уҡыуға әүәҫлелек тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Бер, ике өс, дүрт!

Мин мәктәптә өйрәнәм

Һанарға, яҙырға,

Уҡырға һәм һөйләргә.

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау.

 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (78-79-сы биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Жираф бик бейек. Ул япраҡтар менән туҡлана. Ул йылы яҡтарҙа йәшәй. Көҙ көнө баҫыуҙа ужым ғына йәшәреп күренә).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ж] өнө ишеттегеҙ?

 - Бөгөнгө темабыҙ ниндәй икән? (Жж өн-хәрефтәре).

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Жж өн-хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Жираф.

Жираф эҫе яҡтарҙа йәшәй. Ул үҫемлектәр менән туҡлана. Уның аяҡтары һәм муйыны бик оҙон. Ул бик шәп йүгерә.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ж] өн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ- синтез юлы менән Жж өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ж] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Жираф үлән ашай».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [ж] - ниндәй өн? (Яңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Жж.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Жж хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Жж өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. 

Ижад, хужа, таж, мохтаж, мөғжизә, ғәжәп, ижғыр, аждаһа, фажиға, һөжүм, мәжбүр, журнал, гараж, бөжәк, дежур, багаж, жыулай, выждан, Рәжәп, Зөбәржәт.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Жж хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Жж өн-хәрефтәре менән тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан да [ж] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Жираф өйҙән дә бейек,

Жираф – бик сәйер кейек. (З. Биишева).

Б. Өҙәйем тип үрелгәйне

Мәжит сәскә тажына,

Выжлап осоп килеп ҡунды

Бер бал ҡорто башына. (Г. Юнысова).

В. Женеванан Жаннет килгән,

Жираф төшкән журнал биргән.

Г. Жәүәт журналды асты,

Жирафтар тороп баҫты.

Ғ. Жюри жетонлай жирафҡа

Жәлилде жокейлыҡҡа.

Жираф жакетһыҙ жокейҙы

Жонглерҙарса жыйлатты.

 

8.Тел төҙәткес.

Ыж-ыж-ыж - һыуыҡ әйтә: «Ыж-ыж-ыж»,

Аж-аж-аж - йүгереп йөрө, Ғилаж.

Жыу-жыу-жыу – елдәр әйтә: «Жыу-жыу-жыу»,

Шыу-шыу-шыу - Ғилаж, тауҙан шыу, шыу, шыу.

 

9. Жж өн-хәрефенә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [ж] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Африкала ул йәшәй, муйыны оҙон һәләк. (Жираф).

Б. Лапаҫ тора түбәлә, яһап һиңә күләгә. (Фуражка).

В. Йәй йәйләнем, ҡыш ҡышланым,

Йәшел хәтфәнән тун тышланым. (Ужым).

 

10. Физкультминутка.

Таянабыҙ бөйөргә,

Тотонабыҙ бейергә.

Тыпыр-тыпыр тыпырлашып,

Әйләнәбеҙ беҙ бергә.

Улай итә башланыҡ,

Былай итә башланыҡ.

Был уйынды тамамлап,

Инде уҡый башлайыҡ. (Йырлап бейеү).

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Жж хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ижек, журнал, дежур, ижад, хужа, таж, ожмах, гараж, багаж, бөжәк.

Минһаж менән Зөбәржәт – дежурныйҙар. Минһаж журнал килтерҙе.

Зөбәржәт гөлдәргә һыу ҡойҙо.  

 

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, жираф, таж һүрәте эсенә Жж хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: а о у ө ж х ҙ г ғ ң э п ҫ һ р ҡ к ш с ы б и т н й ф в д з

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау: гараж-багаж

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Жж хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре).

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Жж баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Ижек, журнал, дежур, ижад, хужа, таж, ожмах, гараж, багаж, бөжәк

Минһаж менән Зөбәржәт – дежурныйҙар. Минһаж журнал килтерҙе.

Зөбәржәт гөлдәргә һыу ҡойҙо.  

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

Мәжит Ғафури. «Эш һәм белем».

 - Шағир шиғырында нимә әйтергә теләгән?

 - Нимә ул бәхет?

 - Нимә ул тормоштоң биҙәге?

5. Дәресте йомғаҡлау.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.