Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Ёё хәрефтәре. Самолёт.



41-се дәрес.

Тема. Ёё хәрефтәре. Самолёт.

Маҡсаттар: Ёё хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, Рәсәйҙең яңы хәрби самолёттары тураһында мәғлүмәт биреү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Башҡорт теле – минең телем,

Хөрмәтләйем мин һине.

Матурлығың, нескәлегең

Таң ҡалдыра бит мине. (Хор менән һөйләү).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау.

1.Ёё хәрефтәренә әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (94-95-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Монтёр бағана башына менеп электр сымдарын ялғай. Шофёр машина йөрөтә. Һауала вертолёт оса).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә Ёё хәрефтәре бар?

 - Бөгөн беҙ ниндәй хәреф менән танышабыҙ икән? (Ёё хәрефтәре).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Ёё хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, хәрефтәрҙең һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Самолёт.

Беҙҙең илдә бик яҡшы хәрби самолёттар бар. Улар сәғәтенә 2000-3000 километр осалар. Осоусылар улар менән прибор-компьютерҙар ярҙамында идара итә. Уларға осоу өсөн һауа шарттары ла ҡамасауламай. МиГ-31 истребителе 20 километр бейеклеккә күтәрелә ала.

СУ-33 истребителе караптарҙан вертикаль күрәрелеүсе һәм төшөүсе хәрби самолёт. Рәсәй самолёттары үҙҙәре менән 15 ракета ала, тиҙ атыусан бер нисә пушка, пулемёт менән йыһазландырылған.

 - Әҫәрҙән нимәләр үҙләштерҙегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә ё хәрефе яҙыла?

 

III.Анализ-синтез юлы менән Ёё хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, ё хәрефен табыу, хәрефтең моделе менән танышыу.

 - «Яңы йыл байрамында ёлка биҙәйҙәр».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Дүртенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй хәрефтәрҙән тора?

 - Ё хәрефе нисә өндө белдерә? ([йо] – ике өндө).

 - Ёё хәрефтәре рус теленән ингән һүҙҙәрҙә генә яҙыла, башҡорт һүҙҙәрендә йо ҡушымсаһы яҙыла: йорт, йома, йоҡо.

 

 

2.Ёё баҫма хәрефтәре менән танышыу.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Ёё хәрефтәрҙе табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Ёё хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Ёлка, монтёр, шахтёр, шофёр, ларёк, Алёша, Серёжа, Лёня, Лёша, Лёва, Тёма, Сёма, Дёма, Алёна, костёр, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ёё хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Ёё хәрефтәре менән тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан да Ёё хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, хәрефтең һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Шахтёр, шофёр һәм боксёр,

Лифтёр, вахтёр һәм монтёр,

Щётка, ёлка һәм ларёк –

Яҙылалар «ё» менән.

Б. Эй самолет, самолет,

Осаһың әллә ҡайҙа.

Беҙҙең янға туҡтап китһен,

Әйтсе, летчик ағайға. (Г. Юнысова).

В. Самолёт, вертолёт –

Һеҙҙе йөрөтә пилот.

Г. Ёлка уйыны тип матур

Ёлка биҙәне Батыр.

Ғ. Ёлка, ёлка – йәшел баш,

Йәшел башта бөҙрә сәс.

Бөҙрә сәсен тараған,

Алтын тараҡ ҡаҙаған.

 

8. Тел төҙәткестәр.

А.Лёт-лёт-лёт – осоп бара самолёт,

Лёт-лёт-лёт – осоп бара вертолёт.

Булаһыңмы һин пилот?

Б.Фёр-фёр-фёр – минең ағайым шофёр,

Тёр-тёр-тёр – буласаҡмын мин шахтёр.

 

9. Ёё хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа Ёё хәрефтәрен табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Ҡош түгел оса. (Самолёт).

Б. Ҡанаты бар, йөнө юҡ.

Үҙе бара – юлы юҡ. (Самолёт).

В. Самолёт йөрөтөүсе? (Лётчик).

 

10. Физкультминутка.

Уң күҙеңде ҡыҫып ал да.

Һул күҙеңде ҡыҫып ал,

Шунан тәҙрә аша

Күк офоҡҡа күҙең һал,

Ике күҙеңде йом да

Бер минуттай йоҡлап ал.

Уңға, һулға башың сайҡа,

Бына шунда була ял.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Ёё хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

лё-рё-сё-тё-фё-нё-ёл-ёр-ёс-ёт-ёк

Күмертауҙа вертолёт яһайҙар.

Самолёт һәм вертолёт – һауа транспорттары.

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, ёлка һүрәте эсенә Ёё хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Ёё.

4.Телдән диктант. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: ё ю е я щ ч ц һ р к ҡ ш с ж х ф в д з ҙ г ғ ң э п ҫ

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

самолёт-вертолёт шофёр-шахтёр

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Ёё хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ёё.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Ёё баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Монтёр, шофёр, шахтёр, вахтёр, лифтёр, костёр, почёт, зачёт, чечётка.

Серёжа, Алёша – минең дуҫтарым.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.