Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сы дәрес.. Тема. Чч өн-хәрефтәре.



36-сы дәрес.

Тема. Чч өн-хәрефтәре.

Маҡсаттар: Чч өн-хәрефтәрен үҙләштереү, фонематик ишетеү һәләттәрен һәм телмәр үҫтереү, тарихҡа ихтирам тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

 - Уҡыусылар парта артында

Ултыралар матур, төҙ.

Яуап бирергә уйлаһаң,

Ҡул күтәр матур итеп.

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (82-83-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Чабан һарыҡ көтә. Бер һарыҡ бәрәсләгән. Чабанға һарыҡ көтөргә улы ярҙам итә. Уларҙың эттәре бар. Врач балаларға укол һала. Ҡайһы балалар ҡурҡып ҡасып баралар. Бер баланың тапочкаһы төшөп ҡалған).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ч] өнө ишеттегеҙ?

 - Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы ниндәй икән? (Чч өн-хәрефтәре).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [ч] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндәрҙең һүҙҙәге урынын билдәләү.

                          Чапаев.

Василий Иванович Чапаев – халыҡ араһынан сыҡҡан ҡыҙыл командир. Ул эшсе һәм крәҫтиәндәрҙән торған отряд ойоштора. Колчак ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Бәләбәй, Бөгөлмә һәм Өфөнө аҡтарҙан азат итәләр. Чапаев Урал йылғаһында дошман пуляһынан һәләк була.   

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ч] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III.Анализ-синтез юлы менән Чч өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ч] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Чабан һарыҡ көтә».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [ч] – ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).

 

2. Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Чч.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Чч хәрефтәрҙе табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5. Чч өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Мичурин, Чили, Чипполино, часовой, чабан, форточка, дача, чертёж, Чукотка, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Чч хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Чч өн-хәрефтәре менән тел көрмәгес, тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан да [ч] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Ағайым, дачаға барып,

Чертеждар һыҙҙы кисә.

«Чекист» булып уйнанылар

Таһир менән Хәҙисә. (Г. Юнысова).

Б. Чемпион булыр өсөн

Черкесса бейей чечен,

Чукотса баҫа чабан,

Чемпион түгел һаман.

В. Чапай - өлкән командир,

Чапайсылар – баһадир.

 

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Чка-чка-чка – яҡты яна лампочка,

Чка-чка-чка – кейгәнмен мин тапочка.

Са-са-са – бейейем гел черкесса,

Са-са-са – йырлайым гел чеченса.

Б. Почтанан биш пачка печенье һәм ручка алдым.

 

9.Чч өн-хәрефенә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [ч] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Аҡ яланда ҡара малай ҡыҙыу йөрөп, эҙ яһай.

Эҙ яһамай, һүҙ яһай. (Ручка).

Б.Бер ағаста биш тармаҡ, тармағы һайын бармаҡ. (Перчатка).

В.Алтын йомортҡа таптым, эсенә ут яҡтым. (Лампочка).

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Чч хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ча-ач чи-ич чо-оч   

Лётчик, почта, ручка, врач, часовой, чабан, учётчик, Чкалов, тапочка, чемпион, чечётка, чечен, черкес.

2. Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, ручка һүрәте эсенә Чч хәрефтәре).

3. Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Чч.

4. Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр күрһәтәләр.

ч ц ж х ф в д з ҙ г ғ ң э п ҫ һ р ҡ к ш с ы б и т н й л м

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

лампочка-тапочка-почта-форточка

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Чч хәрефтәрҙе печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Чч.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Чч баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Ауылда почта бар. Почтаға хаттар, гәзиттәр, журналдар килә.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.