Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сыдәрес.. Тема. Ее хәрефтәре. Ерек ағасы.



39-сыдәрес.

Тема. Ее хәрефтәре. Ерек ағасы.

Маҡсаттар: Ее хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, донъяны танып- белеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

Ҡояш ҡалҡты, күтәрелә башланы,

Кинәт ел сыҡты,

Күк күкрәне,

Йәшен йәшнәне.

Шыбырлап ямғыр яуа башланы,

Ямғыр туҡтаны,

Беҙ ҙә эшкә ултырабыҙ.

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау.

1. Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (88-89-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Һүрәт буйынса нимәләр уйлайһығыҙ? (Йәмле йәй ваҡыты. Йылы ел иҫә. Ер йәп-йәшел үләнгә күмелгән. Балалар еләк йыялар. Күл ситендә екән үҫә).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә Ее хәрефтәре бар икән?

 

2. Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Ее хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, хәрефтең һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Ерек.

Ерек ағасы йылға буйҙарында үҫә. Уның ҡайыры ҡара төҫтә, яҙғыһын һуң япраҡ яра. Ҡара ваҡ ҡына тубырсыҡтары була. Ул тубырсыҡтарҙы дарыуға йыялар. Еректең олоно йомшаҡ, еңел, мурт һәм ҡыҙғылт төҫтә була. Унан мебель яһайҙар.

 - Ерек ағасы тураһында нимәләр белдегеҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә е хәрефе бар?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Ее хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, Ее хәрефтәрен табыу, хәрефтең моделе менән танышыу.

 - «Балалар еләк йыялар».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙ ниндәй хәрефтән башлана?

 - Ее хәрефтәре ниндәй өндәрҙе белдерә? ([йэ] – ике өндө).

 - Эйе, һүҙ башында ике өндә белдерә, тартынҡынан һуң – [э] өнөн белдерә.

 

2.Ее баҫма хәрефтәре менән танышыу.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Ее хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Ее хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.


ел-ек-ем-ен-ең-еҙ-еҫ-ер-ет-ей-еп

ете-еле-еңе-ере-ебе-еҫе-ене-еҙе

еләк-ерек-ерән-етен-екән-елән-елкән

елем-егет-етем-емеш-епшек-етмеш-етте-етеш


 

 


6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Ее хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Ее хәрефтәре менән тел көрмәгестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан да Ее хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, хәрефтең һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Ер еләге күп беҙҙә,

Еләк йыя кил беҙгә. (З. Биишева).

Б. Йәйҙең иң күңелле сағы –

Еләк ваҡыты етте.

Еңел туҙ силәген алып,

Ҡыҙҙар еләккә китте. (Г. Юнысова).

В. Ерекле ерҙә еҫле еләк,

Елкенә минең йөрәк.

Ебәктән еләндәр кейеп,

Еләк йыйҙым етмеш силәк.

Г. Елән кейгән еңгәмдәр

Еләк йыя килгәндәр.

Ғ. Елкәмдәге елкәнемде

Ектем етеҙ елдәргә.

Елкәнем еңел, елдерер

Елдәр еткән ерҙәргә.

 

8. Тел көрмәгестәр, тиҙәйткестәр.

А. Еҙ етен дә елберҙәмәй

Еләккә еләҫ биреп.

Етеҙ ел дә килеп етмәй

Ебәк елкәнен киреп.

Б. Ете, егерме, етмеш,

Егет, ерек һәм емеш.

Иҫеңдә тот: һүҙ башында

«Йе» уҡылырға тейеш.

Шулай тиеп әйтелһә лә,

«Е» яҙылырға тейеш.

В. Етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Ерҙә егет кешегә.

Г. Ел, ерәнем, егетеңде

Еткер ел етмәҫ ергә. (Н. Иҙелбай).

 

9.Ее хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа Ее хәрефтәрен табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Үләндәрҙә ҡыҙарып бешер,

Һабағын бөгөп, ергә төшөр. (Ер еләге).

Б.Һыуҙан ҡалҡып ултыра,

Һаҡалын һелкеп тора,

Ел сыҡһа, айҡала,

Ҡара баштар сайҡала. (Екән).

В. Тышы һоро, эсе һары – тырт итә, мырт итә,

Һыу буйында көн итә. (Ерек).

Г. Ҡапҡаңды аса ла ҡапҡа артына ҡаса. (Ел).

Ғ. Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым. (Еләк).

 

10. Физкультминутка.

Буратино кирелде,

Уңға эйелде,

Һулға эйелде.

Асҡысын таба алмағас,

Аяҡ өҫтөнә баҫты.

 

Айыу урманда йәшәй,

Ҡырҙар буйлап ул йөрөй.

Бына шулай, бына шулай,

Урман буйлап ул йөрөй.

Урманда ул бал эҙләй,

Ағастарҙы һелкетә.

Бына шулай, бына шулай,

Ағастарҙы һелкетә.

Йылғала балыҡ тота,

Иләүҙәрҙе туҙҙыра.

Бына шулай, бына шулай,

Иләүҙәрҙе туҙҙыра.

Еләк тота, йәнлек тота,

Тамағы туйһа, бейей.

Бына шулай, бына шулай.

Тамағы туйһа, бейей.

 

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында үтелгән хәреф менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

те-ле-ре-ме-не-се-ве-бе-ге-де-фе-фе 

ел-ер-ем-ен-ең-ет-еп-еҫ-еҙ-ек

ете-еле-еңе-ере-ебе-еҫе-ене-еҙе

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, елкән эсенә Ее хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Ее хәрефтәре моделен яһау.

4. Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: к л м н о п р с т у ф х ч щ ж б в г д ә ө ү ю

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау:

еләҫ-ебәк-еләк-елек-елен-етен-ерән еңел-еңеү-еүеш-етеш

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Ее хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Ее.

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Ее баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Егет ерән ат екте. Ерән ат яҡшы елә. Егет ереклеккә етте. Яҡында еләклек бар. Егет еләк йыйҙы.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.