|
|||
сы дәрес.. Тема. Юю хәрефтәре.40-сы дәрес. Тема. Юю хәрефтәре. Маҡсаттар: Юю хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, иптәштәргә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.
I.Ойоштороу моменты. Бөгөн беҙҙә «Туған тел». Яратам һине телем. Рәхмәт һиңә, һинең аша Алам мин яҡшы белем. (Хор менән ҡабатлау).
II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү. 1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (90-91-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу. - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Юрған элеүле тора. Юлбарыҫ юла эргәһендә ята. Юртаҡтар сабыша). - Ниндәй һүҙҙәрҙә Юю хәрефтәре бар? - Тимәк, беҙҙең бөгөнгө тема ниндәй икән? (Юю хәрефтәре).
2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Юю хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, хәрефтең һүҙҙәге урынын билдәләү. Юлбарыҫ. Юлбарыҫ – бик ҙур йыртҡыс йәнлек. Ул бесәй һымаҡтар төркөмөнә ҡарай. Ул йәнлектәр менән туҡлана.
III.Анализ-синтез юлы менән Юю хәрефтәрен үҙләштереү. 1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, Юю хәрефтәрен табыу, хәрефтең моделе менән танышыу. - «Юлбарыҫ йыртҡыс йәнлек». - Һөйләмдә нисә һүҙ? - Беренсе һүҙҙә нисә ижек? - Беренсе ижек ниндәй хәрефтән башлана? - Ю - ниндәй хәреф? (Ҡалын һуҙынҡы). - Ниндәй өндәр белдерә? ([йу] – ике өн).
2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Юю. 3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Юю хәрефтәрен табыу. 4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау. 5.Юю хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Юлай, Юламан, Юлиә, Юныс, Юлыҡ, Юлдаш, Юлдыбай, Юнир, юрған, юлсы, юнышҡы, юлбарыҫ, юлаусы, юрау, парашют, юбилей, революция, меню,юшҡын, юғары, июнь, июль, юннат, жюри, плюс, флюгер, полюс, салют, һ.б. 6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Юю хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.
7.Юю хәрефтәре менән тел көрмәгес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан Юю хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, хәрефтең һүҙҙә урынын билдәләү. А. Юртаҡ атта елдереп, Юл йөрөп ҡайтты егет. (З. Биишева). Б. Юлай бабайҙың юрғаһы Юрттырып менде үрҙән. Юлдыбайҙың ауылы ла Юғалды инде күҙҙән. (Г. Юнысова). В. Юлай улы Салауат Юлдашҡайы Аҡбуҙат. Юлға әйткән һүҙе хаҡ, Юғалмаҫ һис батыр зат! Г. Юлай юртаҡта килә, Юртаҡ юрттырып елә. Ғ. Юртағын юрттырып Юлай Юлланғайны юлаҡҡа, Юл юҫығында юшауҙа Юрғаһына юлыҡты. Д. Һүҙҙәр һәм һөйләмдәр теҙҙем. Әйт, «ю» уҡыла ҡалай? Юрған, юлсы, юрғалай, Юлдаш, Юлғотло, Юлай. Юрға юрта. Юныс юна. Юлай юртағын юллай. «Ю» һүҙ башында һына Яҙыла ҡалын һүҙҙә. Хата ебәрмәйем тиһәң, Шуны онотма бер ҙә.
8. Тиҙәйткес. Юнысҡынан юртаҡ юндым, Юртағы юҡ Юлдаштың. Юртағымды юрғалатып, Юлдаштарға юлландым.
9.Юю хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа Юю хәрефтәрен табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр. А.Оҙон, оҙон, оҙон ептең осо ҡайҙан табылыр? (Юл). Б.Көндөҙ йыйыулы, кисен – хеҙмәттә. (Юрған). В. Буйлы-буйлы ҡыр бесәйе, туҡлана ул йәнлек менән. Йылы яҡта һин абай бул, ташлана ул кешегә лә. (Юлбарыҫ).
10. Физкультминутка. Шулай бөгөлә талдар, Ошондай бейек тауҙар, Шулай ҡағына ҡаҙҙар, Шулай бейеп алалар, Шулай ерҙе ҡаҙалар, Шулай ырғый балалар, Шунан, шым ғына ултырып, Тағы белем алалар, Уҡыйҙар һәм яҙалар.
IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр. 1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Юю хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу. Юл-юҡ-юн-юш-юй Юна-юя-юла-Юра-Юля юрға-юрҙан Юлсы-юрға-юртаҡ юғары, юғалыу, юнышҡы, юшҡын Юлдаш, Юлыҡ, Юламан, Юлдыбай, Юныс, Юнир, Юлиан. 2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, юлбарыҫ һүрәте эсенә Юю хәрефтәре). 3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан хәреф моделен яһау: Юю. 4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: щ ч ц ж х ф в д з ҙ г ғ ң э п ҫ һ р ҡ к ш с ы б и т н й м л у ү 5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау. Юл-юн-юш-юҡ-юй июнь-июль
V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү. 1.Юю хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре): Юю. 2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу. 3.Юю баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу). Юлдаш менән Юламан Юлыҡ ауылында йәшәйҙәр. Юныс менән Юнир Юлдыбайға ҡунаҡҡа барҙылар. 4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу. 5.Дәресте йомғаҡлау.
|
|||
|