Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Щщ өн-хәрефтәре. Щи.



37-се дәрес.

Тема. Щщ өн-хәрефтәре. Щи.

Маҡсаттар: Щщ өн хәрефтәрен үҙләштереү, балаларҙа фонематик ишетеү һәләттәре һәм телмәр үҫтереү, донъяны танып-белеүгә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Ҡара әле, уҡыусым,

Дәрескә һин әҙерме?

Дәфтәр, ручка һәм китаптар

Бөтә ерҙә тәртипме? (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (84-85-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Әсә кеше ҡыҙы һәм малайы менән магазинға барған. Улар кәбеҫтә һәм кишер алғандар. Көн һыуыҡ. Әсә кеше плащ кейгән. Улар ҡайтҡас, щи бешерәләр).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [щ] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндәрҙең һүҙҙәге урынын билдәләү.

                       Щи.

Щи урыҫ халҡының яратҡан ашы. Щины бешереү өсөн кәбеҫтә, картуф, помидор, һуған, әнис кәрәк.

Хәҙер был ашты бар халыҡтар ҙа яратып ашай. Щи – файҙалы, тәмле аш.

Минең әсәйем дә щи һәм борщ бешерә.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [щ] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III. Анализ-синтез юлы менән Щщ өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [щ] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Әсәй щи бешерә».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Икенсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Һүҙ ниндәй өндән башлана?

 - [щ] – ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).

 

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Щщ.

3. «Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Щщ хәрефтәрен табыу.

4. «Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Щщ өн-хәрефе һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау. Рәттәрҙе ярыштырып, мәрәй-фишкалар биреп, балаларҙы әүҙемләштерергә мөмкин.

Борщ, плащ,щи, щётка.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Щщ хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7.Щщ өн-хәрефтәре менән тел төҙәткес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан да [щ] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А.Миңә эштәр ҡуша-ҡуша,

Китте әсәй баҫыуға:

 - Ботинкаңды щеткалап ҡуй,

Щи йылыт, беҙ ҡайтыуға! (Г. Юнысова).

Б. Щеткаланым кейемде,

Щиға Әмир һөйөндө.

В. Щетка тотһам ҡулыма,

Щеткалау бар уйымда.

Г. «Щи» тигәндә һүҙ башында,

«Борщ» тиһәң, аҙаҡта.

«Ш» хәрефе ҡойроҡланһа.

Нескәрәк өн аңлата.

Ғ. Щётка, щётка, тинек беҙ,

Щётка тотоп килдек беҙ.

Кемдең саңын ҡағырға

Щётка белә - белдек беҙ!

Йәтеш икән был щётка –

Тырпай тәнле ҡыл щётка!

Шәп егеттәр ҡулында

Уттай уйнай был щётка (Й. Солтанов)

 

8.Тел төҙәткес.

Щи-щи-щи - әсәйем бешергән щи,

Орщ-орщ-орщ – мин яратам борщ.

Ащ-ащ-ащ – бөгөн кейәм плащ.

9.Щщ өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [щ] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А.Береһе теш йыуа, икенсесһе кейем таҙарта. (Щетка).

Б.Урыҫтарҙың яратҡан ашы. (Щи).

В.Сөгөлдөрлө йәшелсә ашы. (Борщ).

 

10. Физкультминутка.

Аҡ ҡуяндар ултыралар

Ҡолаҡтарын һелкетеп.

Бына шулай, бына шулай,

Ҡолаҡтарын һелкетеп.

Ҡуянҡайҙар өшөйҙәр,

Һикереп алырға кәрәк.

Бына шулай, бына шулай,

Һикереп алырға кәрәк.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Щщ хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ща-ащ щи-ищ щу-ущ

Борщ, плащ, щи, щётка.

Әсәйем щи бешерҙе. Щи бик тәмле булды. Мин магазиндан теш щёткаһы һатып алдым. Апайым плащ алды.

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, щётка һүрәте эсенә Щщ хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Щщ хәрефе моделен яһау.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: Щ Ч Ц Ж Х Ф В З Ҙ Г щ ч ц ж х ф в з ҙ г

5.Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау: щи-щит план-плащ борт-борщ

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Щщ хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре).

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Щщ баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Беҙ баҡсала йәшелсәләр үҫтерәбеҙ. Әсәй уларҙан щи һәм борщ бешерә.

Беҙҙең кейем таҙалағыс, туфли кремлағыс һәм теш йыуғыс щеткаларыбыҙ бар.

4. Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.