Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Цц өн-хәрефтәре. Цирк.



35-се дәрес.

Тема. Цц өн-хәрефтәре. Цирк.

Маҡсаттар: Цц өн-хәрефтәрен үҙләштереү, уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фонематик ишетеү һәләттәрен үҫтереү, йәнлектәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Китаптар өҫтәлдә,

Дәфтәрҙәр ҙә әҙерҙәр.

Уҡығыҙ һәм яҙығыҙ, тип

Көтәләр бит хәрефтәр. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (80-81-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Дәреслектә цирк һүрәтләнгән. Айыу мотоциклда йөрөй. Клоун уны үсекләй. Маймыл филдең моронона кольцолар ырғыта. Арыҫлан һикерергә әҙерләнә).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ц] өнө ишеттегеҙ?

 - Бөгөн ниндәй хәреф менән танышабыҙ икән? (Цц өн-хәрефтәре).

 

2.Шиғыр тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, [ц] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙәге урынын билдәләү.

              Цирк.

Циркка мин барыр инем

Аҙна һайын көн һайын!

Филдәр унда хоккей уйнай,

Атта саба айыуҙар.

Утлы ҡулса үтә ырғый –

Ҡуяндар ҙа ҡыйыуҙар.

Ә клоун мәҙәк яһап,

Көлдөрә лә көлдөрә.

Уны үртәп, йөнтәҫ кенә

Бәләкәс бер эт өрә.

Их, циркка йөрөр инем

Аҙна һайын, көн һайын!... (Әсхәл Әхмәт-Хужа).

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдығыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә [ц] өнөн ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III.Анализ-синтез юлы менән Цц өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, [ц] өнөн табыу, өндөң моделе менән танышыу.

 - «Циркта йәнлектәр сығыш яһай».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - [ц] – ниндәй өн? (Һаңғырау тартынҡы).

2.Өндөң баҫма хәрефтәре менән танышыу: Цц.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Цц хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

 

5.Цц өн-хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Цех, цифр, цирк, больница, концерт, мотоцикл, станция, циркуль, милиция, һ.б.

6.Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Цц хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

 

7. Цц өн-хәрефтәре менән тел төҙәткестәр, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан [ц] өнө булған һүҙҙәрҙе табыу, өндөң һүҙҙә урынын билдәләү.

А. Матур күлдәк кейәйек тә

Сәсебеҙҙе тарайыҡ.  

Шунан, апай, икәүләшеп

Цирк ҡарарға барайыҡ. (Ф. Ғөбәйҙуллина).

Б. Циркуль алған көндө Сабир

Һүрәт төшөрҙө ҡыҙып.

Циркка тигән билетҡа ла

Ҡуйған түңәрәк һыҙып. (Г. Юнысова).

В. Цирк яһайыҡ әле, - тип,

Цементланыҡ иҙәнде,

Циркуль менән түңәрәкләп,

Цилиндр кейҙек, биҙәндек.

Г. Циркта ҙур циркуль тотоп

Бер клоун уйнаны.

Икенсеһе сәғәттәге

Цифрҙарҙы һананы.

Цифрблат цифрҙары

Ябырылды циркулгә.

Циркуль үҙе һикерҙе лә

Әйләнде бер цифрға.

Клоундың икеһе лә

Ҡатып ҡалды аптырап:

Ҡайһы – цифр? Ҡайһы – циркуль?

Ҡайһыһы цифрблат? (Й. Солтанов).

 

8. Тел төҙәткестәр.

А. Цирк-цирк-цирк – килгән беҙгә бөгөн цирк,

Церт-церт-церт – йәнлектәр ҡуя концерт.

Б. «Цып-цып-цып!» – себеш саҡыра Насип,

Цирк-цирк-цирк – килгән бөгөн беҙгә цирк!

 

9. Цц өн-хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа [ц] өнөн табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Аҡ яланда ике таяҡ:

Береһе тора терәлеп.

Икенсеһе уның янда

Йүгерәлер тирәләп.(Циркуль).

Б. Ике тәгәмәсле арба атһыҙ ҙа алға саба. (Мотоцикл).

 

10. Физкультминутка.

Бер эйелә, бер бөгөлә

Аҡ сәскә наҙлы елгә.

Ҡояшты ла онотмай,

Уны күҙәтә гел дә.

 

Айыу урманда йәшәй,

Ҡырҙар буйлап ул йөрөй.

Бына шулай, бына шулай,

Урман буйлап ул йөрөй.

Урманда ул бал эҙләй,

Ағастарҙы һелкетә.

Бына шулай, бына шулай,

Ағастарҙы һелкетә.

Йылғала балыҡ тота,

Иләүҙәрҙе туҙҙыра.

Бына шулай, бына шулай,

Иләүҙәрҙе туҙҙыра.

Еләк тота, йәнлек тота,

Тамағы туйһа, бейей.

Бына шулай, бына шулай.

Тамағы туйһа, бейей.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Цц хәрефтәре менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.

Ца-ац ци-иц цо-оц цу-уц

Цирк, цифр, цех, больница, концерт, мотоцикл, станция, циркуль, милиция, цемент, революция.

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, мотоцикл, циркуль һүрәттәре эсенә Цц хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Цц хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: а у о һ л ц ж р ҡ к ш с ы б и т х ф в д з ҙ г ғ ң э п ҫ

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау.

 цирк-циркуль цикл-цифр-цирк-цинк

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Цц хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре).

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Цц баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

Беҙ кисә цирка барҙыҡ. Циркта юртаҡтар, айыуҙар, маймылдар сығыш яһаны. Цирк беҙгә бик оҡшаны.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.