Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес.. Тема. Яя хәрефтәре. Янғантау.



38-се дәрес.

Тема. Яя хәрефтәре. Янғантау.

Маҡсаттар: Яя хәрефтәрен үҙләштереү, телмәр үҫтереү, Тыуған ил тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

 

I.Ойоштороу моменты.

- Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Матур итеп утырабыҙ,

Бөтә әйбер тәртиптә. (Хор менән ҡабатлау).

 

II.Балаларҙың телмәрен үҫтереү эшмәкәрлеге аша дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын асыҡлау. Балаларҙың тыңлау, ишетеү һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, телмәрҙәрен, хәтерҙәрен үҫтереү.

1.Темаға ярашлы әлифба дәреслегендә бирелгән һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү (86-87-се биттәр). Ирекле фекерҙәр, һөйләмдәр йыйыу. Әйтелгән һөйләмдәрҙе дөрөҫләп, ҡабатлап тороу.

 - Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

 - Улар тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? (Ябалаҡ өкөгә оҡшаған, һунарға төндә сыға. Ярғанаттар ҙа көндөҙ йоҡлай. Көҙ еткәс, ағастарҙың япраҡтары ҡойола).

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә я хәрефтәре бар?

 - Тимәк беҙҙең бөгөнгө темабыҙ ниндәй? (Яя хәрефтәре).

 

2.Хикәйә тыңлау, уның йөкмәткеһен асыҡлау, Яя хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, хәрефтәрҙең һүҙҙәге урынын билдәләү.

                        Янғантау.

Урал тауҙары араһынан бормаланып Йүрүҙән йылғаһы аға. Йылғаның бейек ярында тауҙан эҫе пар һәм газ сыға. Был урынды Янғантау тип йөрөтәләр. Ерҙән сыҡҡан газдың һәм парҙың температураһы 75 градусҡа етә.

Тауҙан Ҡорғаҙаҡ шишмәһе аға. Шишмә һыуының йылылығы йәй ҙә, ҡыш та 16 градустан артығыраҡ булла.

Янғантауға бөтә донъяға билдәле шифахана төҙөнөләр. Унда быуындар һыҙлауын быу ярҙамында бағалар.

 - Әҫәрҙән ниндәй мәғлүмәт алдыһыҙ?

 - Ниндәй һүҙҙәрҙә я хәрефен ишеттегеҙ? Һүҙҙә урынын билдәләгеҙ?

 

III.Анализ-синтез юлы менән Яя хәрефтәрен үҙләштереү.

1.Телмәрҙе һөйләмдәргә, һөйләмде һүҙҙәргә, һүҙҙе ижектәргә, ижекте өндәргә бүлеү, Яя хәрефтәрен табыу, хәрефтең моделе менән танышыу.

 - «Ябалаҡ төндә яҡшы күрә».

 - Һөйләмдә нисә һүҙ?

 - Беренсе һүҙҙә нисә ижек?

 - Беренсе ижек ниндәй өндән башлана?

 - Я хәрефтәрен әйткәндә ниндәй өндәр ишетелә? ([йа] – ике өн).

 - Эйе, һүҙ башында, ь йәки ъ билдәләренән аҙаҡ торһа, йә һуҙынҡынан һуң ике өндө белдерә [йа]. Ә рус һүҙҙәрендә я хәрефе тартынҡы өн артынан килһә, уның әйтелешен йомшарта.

 

2.Яя баҫма хәрефтәре менән танышыу.

3.«Йәнле хәрефтәр»ҙә, кассала Яя хәрефтәрен табыу.

4.«Йәнле хәрефтәр»ҙән бөтә хәрефтәрҙе ҡабатлау.

5.Яя хәрефтәре һүҙ башында, уртала, һүҙ аҙағында килгән осраҡтар менән һүҙҙәр уйлау.

Яхин Яхъя, Яҡупов Яҡуп, Ямалова Ямал, Яугилдин Яугилде, Яубаҫаров, Янтилин, Яйыҡбаев, Яҡшығолов, Янгужин, баян, таян, ҡая, буя, ҡуя, һ.б.

6. Дәреслектә бирелгән хикәйә-шиғырҙа Яя хәрефтәрен табып, ҡәләм менән аҫтарына һыҙыу.

Ямғыр, яу!

Яу, ямғыр, яу!

Яҙын яу!

Яҙылып яу!

Яйлы яу!

Ярҙарға яу!

Япраҡҡа яу!

(Әсхәт Әхмәт-Хужа).

 

7.Яя хәрефтәре менән тел көрмәгес, дүрт юллыҡ шиғырҙар өйрәнеү, ятлау, хор менән яттан һөйләү. Уларҙан Яя хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе табыу, хәрефтең һүҙҙә урынын билдәләү.

А.Яҡшы һүҙ – һөйөндөрә,

Яман һүҙ – көйөндөрә.

Б.Яҙҙар килде, йәшелләнде

Урман-ҡырҙар, яландар.

Ямғыр яуғас, япраҡ ярҙы

Яр буйында баландар. (Г. Юнысова).

В. Ямал япраҡтар йыйған,

Ямғыр быҫҡаҡлап яуған,

Яланып сыҡҡан ялман

Яланғас ҡалған ялан.

Г. Я хәрефенә еттем,

Яңы серҙәрҙе систем.

Ғ. Ялтыр яулығын яратып

Ябына Ямал яҙын.

Яғымлығы, ябайлығы

Яҡшырта ғына яйын.

 

8. Тел төҙәткес, тиҙәйткес.

А. Яҙ-яҙ-яҙ – дәфтәргә һин матур яҙ,

Я-я-я – рәсемеңде лә буя.

Б. Ярым ярға, яртым һыуҙа,

Яртымдан ярып үтә.

Яртым ерҙә, яртым күктә,

Яртымдан ярты етә. (В. Әхмәҙиев).

 

9. Яя хәрефтәренә йомаҡтар тыңлау һәм сисеү. Балалар яуаптарҙа Яя хәрефтәрен табып, һүҙҙәге урынын билдәләйҙәр.

А. Күктән килде, ергә ятты. (Ямғыр).

Б. Яҙ килһә - йәшәрә, көҙ килһә - һарғая. (Япраҡ).

В. Аҡ юрғанын ташлай, һыртын күрһәтә башлай. (Яҙ).

Г. Бәләкәй генә йорт, эсе тулы ҡорт. (Ҡыяр).

Ғ. Ике осо иңдә, ике осо ерҙә. (Яулыҡ).

 

10. Физкультминутка.

Тейен һикерә ағасҡа,

Ҡуян бик шәп йүгерә,

Тайыш табан һоро айыу

Йылғала бик шәп йөҙә.

Ҡуян килеп сыҡты ярға,

Айыу йөҙә йылғала,

Ҡурҡышынан йүгереп барып,

Боҫто ағас артына.

 

IV.Хәрефте иҫтә ҡалдырыу өсөн күнегеүҙәр.

1.Киҫмә хәрефтәр ярҙамында Яя хәрефе менән ижектәр, һүҙҙәр, һөйләмдәр төҙөү һәм уҡыу.


Яр-ял-яҙ-ят-ян-яҡ-яп-яй-яу

Яра-яла-яҙа-яна-яға-яба-яуа-яҫа-ята-яза-яфа

Тая-бая-мая-ҡая-сая-соя-тоя-ҡоя

буя-туя-ҡуя-һуя-оя-ая-уя-юя  


Ярғанат һәм ябалаҡ – төн ҡоштары.

 

2.Һәр төрлө фигураларҙы хәрефтәр менән биҙәү (мәҫәлән, япраҡ, ярғанат һүрәттәре эсенә Яя хәрефтәре).

3.Пластилиндан, ептән, ҡағыҙҙан, таяҡсаларҙан Яя хәрефтәре моделен яһау.

4.Телдән диктанттар. Балалар хәрефтәр яҙылған жетондар, киҫмә хәрефтәр араһынан кәрәклеһен табып күрһәтәләр: я щ ч ц ж х ф в д з ҙ г ғ ң э п ҫ һ р ҡ к ш с ы б и т н й м л

5. Һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙ яһау: ялан-яман 

Даян-саян-шаян-баян таяҡ-маяҡ ҡаяу-таяу ҡыяр-ҡыяҡ

 

V.Ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү.

1.Яя хәрефтәрен печатлау (баш һәм юл хәрефтәре).

2.Юлға, шаҡмаҡҡа төрлө фигуралар яҙыу.

3.Яя баҫма хәрефтәре менән диктанттар (хәрефтәр, ижектәр, ябай һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу).

 Яҡшы тел - яҙ кеүек, яман тел – көҙ кеүек.

 Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй.

4.Дәреслекте, таблицаны уҡыу.

5.Дәресте йомғаҡлау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.